Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
1 Сентябрь 2021, 08:50

1 СЕНТЯБРЬ - БЕЛЕМ КӨНӨ МЕНӘН!!!

Хәйерле юл белем юлына, уҡыусылар!!! Беҙҙең район мәктәптәренә быйылғы яңы уҡыу йылында бөтәһе 306 бала беренсе класҡа уҡырға килә. Фотола ихлас йылмайып торған балалар, ике туған Алмас Аллабирҙин менән Яҙгөл Ҡыҙрасова ла быйыл тәүгә мәктәпкә аяҡ баҫа. Икеһе лә Иҫәнғолда: Алмас – Ф. Солтанов исемендәге, ә Яҙгөл – 2-се мәктәпкә уҡырға барасаҡ. Уларға һәм барлыҡ уҡыусыларға тырышлыҡ күрһәтеп, ҙур белемгә эйә булыуҙарын теләйбеҙ. Уҡыу – ул хеҙмәт, әммә был хеҙмәт ҡыҙыҡлы ла һәм мауыҡтырғыс та. Мәктәп тормошо тағы ла дуҫлыҡ, аралашыу һәм бик күп шатлыҡлы мәлдәрҙән тора. Һәр көнөгөҙ ҡыуаныслы мәлдәрҙән торһон, уҡыусылар!

1 СЕНТЯБРЬ - БЕЛЕМ КӨНӨ МЕНӘН!!!
1 СЕНТЯБРЬ - БЕЛЕМ КӨНӨ МЕНӘН!!!

Алған белемдәрегеҙ, һалған тырышлыҡтарығыҙ иҫ киткес уңыштарға юлдар асһын!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: