Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
29 Октябрь 2021, 18:40

ӨЙ ҺАЙЛАМА... күрше һайла

(Ризаитдин бин Фәхретдин нәсихәттәренән)

ӨЙ ҺАЙЛАМА... күрше һайла
ӨЙ ҺАЙЛАМА... күрше һайла

Күршеләр хаҡы – шәриғәт ҡаршыһында беренсе дәрәжәлә ҡушылған хаҡтарҙан икәнлеге һәр кемгә мәғлүмдер. Шуның өсөн күршегә хөрмәт күрһәтеү, ауырыған ваҡытында хәлен һорау, хәсрәттәрен уртаҡлашыу, кәрәк булғанда ярҙам итеү, ярамаған нәмәләргә күҙ йомоу, малына һәм әйберҙәренә ҡул һуҙыуҙан һаҡланыу – ғаилә өсөн оло бурыс.

Күрше хаҡы – фәҡәт зарар килтермәү генә түгел, ә ул килтергән зарарҙарға түҙеп һәм һаман гүзәл мөғәмәләлә булыу менән үтәлер. Шуның өсөн, өй һалыуҙан йәки һатып алыуҙан алда күршеләреңде белеү һәм хәлдәрен аңлау тейеш була.

Күршеләрҙең хаҡтары оло булып, уларҙы үтәү мәсьәләһендә яҡлаусы Бәйғәмбәребеҙ тарафынан барлыҡҡа килтерелгән әмер һәм нәсихәттәр хәҙис китаптарында күп яҙылған. Ғаиләле булған кешеләр өсөн ҡайһы берҙәрен генә булһа ла ишетеп ғәмәл ҡылыу тейеш.

Кеше хәлен һынаясаҡ нәмә – уның дуҫтарылыр. Бер кешенең хәлен белергә теләгән кеше – иң элек уның дуҫтарын өйрәнер һәм уларға ҡарап, был кешенең дә хәлен, холҡон белә алыр.

Шул сәбәпле, дуҫ һайлағанда, диндар, төплө, дөрөҫ фекерле, әҙәпле, гүзәл холоҡло заттарҙы эҙләү һәм, әгәр ҙә табылһалар, әхирәттә бергә булыу һүҙе менән үлемдән башҡа нәмәләрҙән айырылмаҫҡа тейешлелер.

Дуҫ тип әйтеү – ҡайғы һәм шатлыҡтарҙы уртаҡлашыусы, кәрәк һәм ауырлыҡ ваҡыттарында кәңәшсе, һәр ваҡытта өҫкә алған бурыс һәм йөкләмәләрҙе хөрмәтләүсе тип әйтеүҙер. Шулай булмаған кешеләрҙең дуҫлыҡ күрһәтеүенә алданыу һәм биргән йөкләмәләренә ышаныу дөрөҫ булмаҫ. Дуҫтарҙы – рәхәт көндәрҙә түгел, бәлки, мәшәҡәтле сәғәттәрҙә һынайҙар.

Ҡәрҙәш, дуҫ һәм белештәргә хәл белергә барыу ваҡыты һәр ерҙең һәм һәр замандың үҙенә генә махсус булған ғәҙәттәренә эйәрер. Хәл белергә барыу ваҡыттарында самаһыҙ булмау шарты менән хәлдәрен һорау һәм сәләмәтлектәрен белеү – әҙәплелек булыр. Ләкин керле кейемдә һәм таҙа булмаған ҡиәфәттә хәл белергә барыу ғәйеп булған кеүек, хәл белергә барыусыларҙы ла бындай ҡиәфәттә ҡаршыларға ярамай.

Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла үҙе риза буласаҡ инаныу менән хөрмәтләнергә һәм изге ғәмәлдәр ҡылырға, гүзәл вәғәздәрҙе тыңлап, еренә еткерергә ярҙам бирһен! Бәхет эйәһе булған кеше башҡа заттарҙан ғибрәт алыр һәм үҙенең ғәйептәрен тикшерер, сәләмәтлек тә ошондалыр.

(“Киске Өфө” гәзитенән).

Читайте нас: