Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
11 Ноябрь 2021, 20:26

БАЛАЛАРҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?

Күптән түгел Сибай ҡалаһында 12 йәшлек ҡыҙҙың ташландыҡ завод бинаһының өсөнсө ҡатынан ҡолап төшөп, етди йәрәхәттәр алыуын ишеткәйнек. Хәҙер интернет селтәрендә мәктәп уҡыусыларының ташландыҡ бинаны шартлатыуҙары, аҙаҡ унда өс асарбаҡтың янған кәүҙәһе табылыуы тураһындағы хәбәр тарала.

БАЛАЛАРҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?
БАЛАЛАРҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?

Һуңғы йылдарҙа коронавирус инфекцияһының таралыуы менәнме, әллә башҡа сәбәптәр арҡылымы донъялар буталғандан бутала. Балаларҙы вирус йоҡтороуҙан һаҡлайбыҙ тип каникулдар оҙайтыла, өҫтәмә белем биреү учреждениелары бөтөнләй дистанцион рәүештә эшләй. Тимәк балаларҙың буш ваҡыты үҙҙәренең ҡулында. Ата-әсә көнө-төнө эштә булғанда, нимә теләйһең шуны эшлә. Мәктәптәрҙә тейешле программаны үтә алмағас, аңһыҙ балалар үҫә тип ҡайғырабыҙ. Ә бит уйлап ҡараһаң, аңһыҙ түгел, ә тәртипһеҙ быуын үҫеп килә.

Бейеклектән ҡолаған ҡыҙҙы алғанда, ул яҡшы ғаиләнән. Атай ҙа, әсәй ҙә эшләй. Балаға ла тейешле иғтибар бүлергә тырышалар. Төрлө түңәрәктәргә йөрөтәләр, күңеленә ятҡан шөғөлөн тапһын, йәш ваҡытта үҙен һынап ҡараһын өсөн бар мөмкинлектәр булдырғандар. Ҡыҙҙың мейеһенә үтеп инеп, нимә уйлағанын белеп булмай. Ул киреһенсә, дуҫтары менән урам ҡыҙҙырырға ярата.  Ҡолап төшкәнендә лә үҙен ғәйепләмәй, ташландыҡ бинаға фотоға төшөргә барғанлығы тураһында һөйләй. Ә ата-әсә ғәзиз генә балаһының интегеп ятыуын күреп, ғазаплана, дарыуҙар, кәрәкле ҡорамалдар эҙләп саба. Ҡолап төшкәс, дуҫтарының ташлап ҡасҡанына ла аптырамай ул. Һаман да улар менән телефондан аралаша, атлай алмай ятһа ла был хәлде тик көлкөлө итеп ҡабул итә. Ә шунда осраҡлы ғына үтеп барыусылар осрамаһа, эштең нимә менән тамамланыуын күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс.

Мәктәптә эш боҙолһа - уҡытыусы ғәйепле, өйҙә бала менә бер хәл булһа - ата-әсә яуап бирә. Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Уҡытыусы әрләһә-бала уҡырға бармайым тип аптырата, ата-әсәнән эләкһә өйҙән ҡасыу, характер үҙгәреү, ҡаршы ирешеү башлана. Бында тағы ла ата-әсә ғәйепле, тимәк тейешенсә тәрбиәләмәгән. Баланы бөгөнгө көндә нисек тәрбиәләргә?-тип аптырауға ҡалабыҙ. Бинаны шартлатып асарбаҡтарҙы яндырыусы балаларҙың да барыһы ла яҡшы ғаиләләрҙән бит. Берәү ҙә балаһына ут төртһөн тип ҡулына шырпы һалып сығармаған. Булған бит элек тәрбиә, балалар уҡыуҙа ғына түгел, хеҙмәттә тәрбиәләнгән. Ә хеҙмәт-шәхес тәрбиәләү генә түгел, команда булдырыу, берҙәмлеккә әйҙәүсе, бала күңеленә тырышлыҡ, ихласлыҡ, ярҙамсыллыҡ сифаттарын һалыусы ла булып тора.

Берәү моғайын, балаларығыҙҙы артыҡ “әпәүләйһегеҙ”, - тиер. Бөгөнгө көндөң төп талабы - балалар менән күҙгә-күҙ аралашыу, һөйләшеү, фекер алышыу, хәл һорашыу, интернетты бер аҙға ғына булһа ла ситкә этеп тороу. Бер аҙға ғына тейеүем шул: бар мәғлүмәт шул телефонда. Мәктәптән бер туҡтауһыҙ шул кокурста, был олимпиадала ҡатнашырға, шуға тауыш бирергә, был сайтҡа яҙылырға тигән мәғлүмәттәр яуа ғына. Бер тороп ҡалһаң, осона сығырмын тимә. Эштән иһә, был отчетҡа шул кәрәк, икенсеһе, өсөнсөһө. Ғөмүмән тәүлек әйләнәһенә шул телефонды ғына тотоп ултырырға мәжбүр булабыҙ бында инде артыҡ түгел, бер аҙ “әпәүләү” өсөн дә ваҡыт юҡ. Ә ғүмер үтә, балалар үҫә... Фекерләй, һүҙҙе дөрөҫ ҡабул итә белмәгән, үҙҙәренең алдына маҡсат ҡуя алмаған, нескә күңелле, ялҡау, ауырлыҡтар осраһа, быялалай селпәрәмә килеп ватылырға әҙер торған киләсәк быуын үҫә...

Әлфирә Үҙәнбаева.
Сығанаҡ: Атайсал.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: