Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
26 Декабрь 2021, 09:50

«Улығыҙ мәктәпкә башҡаса килмәһен...»

Малай мәктәптән ҡайта ла әсәһенә хат тоттора. Ғәзиз кешеһе яҙманы асып ҡарағас, ниңәлер күҙ­ҙәре йәшләнә. Унан улына ҡысҡырып уҡып бирә.


Бер ғалимдың тормошона бәйле киң таралған хи­кә­йәтте иҫкә төшөрәйек.

Малай мәктәптән ҡайта ла әсәһенә хат тоттора. Ғәзиз кешеһе яҙманы асып ҡарағас, ниңәлер күҙ­ҙәре йәшләнә. Унан улына ҡысҡырып уҡып бирә: «Һеҙҙең малайығыҙ – даһи. Мәктәбебеҙ бәләкәй булғанлыҡтан, ундай аҡыллы балаға белем бирерлек уҡытыусы юҡ. Шуға улығыҙҙы өйҙә генә уҡытһағыҙ ине...».

Әсә балаһы менән үҙе шөғөлләнә башлай. Һөҙөмтәлә бер нисә йылдан улы өйҙөң баҙында үҙ ла­бораторияһын асып ебәрә. Артабан үҫешә барып, ҙур ға­лим­ға әүерелә.

Бер мәл ҡәҙерле әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә. Улы йорттағы элекке әйберҙәрҙе ҡарап, бала сағын иҫкә тө­шөрөп ултырғанда һарғайған ҡағыҙ бите килеп сыға. Ә унда шундай һүҙҙәр яҙылған була: «Һеҙҙең улығыҙ аҡыл яғынан үҫешмәгән. Уны башҡа балалар менән бергә уҡыта алмайбыҙ. Мәктәпкә башҡаса килмәһен...»

...Әсә кешенең ни ҡәҙәр оло йөрәкле булыуы, бөйөклөгө ха­ҡын­дағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ хикәйәттәрҙең береһе генә был. Ғәзиздәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек! «Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында» тигән һүҙҙәрҙе бер ҡасан да иҫтән сығармайыҡ.

(Д. Ишморатова).

Сығанаҡ: Ҡоролтай.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: