Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
12 Февраль 2022, 14:50

Алама йыйғыс (булған хәл)

Ҡатындар сиратҡа баҫалар. Бер кем бер кемде этмәй, төртмәй. Әсәйҙәренең итәктәренә йәбешеп торған еүеш танаулы малайҙар, ҡыҙҙар бер туҡтауһыҙ әтәсүк һорайҙар, һыҙғыртҡыс таптыралар. Гөлниса апайға кинйәкәүе сат йәбешкән, минең ҡустым һымаҡ йәштә. Ун бала әсәһе тимәҫһең Гөлниса апайҙы, биле бал ҡортоноҡо кеүек нескә, сәстәрен икенән үреп төшөргән. Халыҡ уны алданыраҡ үткәрҙе. Ситтәрәк Фәүзиға апай тора, сабыр ғына, бәләкәй тоҡ тотҡан ҡулдарын артына йәшергән. - Ярай балалылар алһындар ҙа, ҡалыр әле миңә лә, ти.

Һеҙҙең ауылға алама йыйыусы (утильсырье)килә торғайнымы? Ә алма һатыусылар? Автолавка машинаһы? Ә беҙҙең ауылға килә инеләр!
Бала-сағаға иң ҙур байрамға әүерелә ине ул көндәр!
Автолавка өҫкурамға саң болото туҙҙырып, гөжләп килеп туҡтауы була-ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары йәшен тиҙлеге менән машинаны бал ҡорттары һымаҡ һырып алалар ине. Шофер ағай ҡабаланмай ғына төшөп, лавканың ишеген асып ебәрә, шунан иренен ҡып-ҡыҙылға буяған, башына ебәк косынка бәйләгән мәрйә ханым тауарҙар араһына менеп баҫа. Үлсәгесте төҙәткеләй, төрлө ауырлыҡтағы гирҙар теҙелешеп сығып ултыралар.
Нимә генә һыймаған ул машинаға!
Ойоҡ-ыштан, ебәк, бумажный яулыҡ, таҫтамалдар, ыштандар, ойоҡтарға киң, тар резинкалар, һәнәк, тырма, ҡайраҡ, игәү, тараҡ, һыра, шәкәр, керәндил, грузин сәйе, ҡатнаш сәй, фил һүрәтле һинд сәйе, шаҡмаҡ кәмфит, тумалаҡ кәмфит, эре шәкәр, эре тоҙ, юрған, туп, галуш, ирҙәр күлдәге, аҡ, ҡара халаттар, ҡырҡҡы, биҙрә, ҙуур кәнсир биҙрәлә повидло, ыҫланған балыҡ, кер һабыны, күҙ һабыны, шырпы, кәтүк, машина майы, шал, беҙ, ойоҡ энәләре, ҡыҫҡаһы, йәнең нимә теләй – шул бар – аҡсаң ғына булһын.
Ҡатындар сиратҡа баҫалар. Бер кем бер кемде этмәй, төртмәй. Әсәйҙәренең итәктәренә йәбешеп торған еүеш танаулы малайҙар, ҡыҙҙар бер туҡтауһыҙ әтәсүк һорайҙар, һыҙғыртҡыс таптыралар. Гөлниса апайға кинйәкәүе сат йәбешкән, минең ҡустым һымаҡ йәштә. Ун бала әсәһе тимәҫһең Гөлниса апайҙы, биле бал ҡортоноҡо кеүек нескә, сәстәрен икенән үреп төшөргән. Халыҡ уны алданыраҡ үткәрҙе. Ситтәрәк Фәүзиға апай тора, сабыр ғына, бәләкәй тоҡ тотҡан ҡулдарын артына йәшергән.
- Ярай балалылар алһындар ҙа, ҡалыр әле миңә лә, ти.

Зәйтүнә апай килеп етте бер өйөр малайҙар эйәртеп, Фәриҙә еңгәй, Һәлимә инәй, Мәфтүха апай, Фәйрүзә инәй ...
- Шул дауарың есть? Два метыр, юҡ, три метыр үлсә, ҡыҙым.
- Миңә килаграм хәлүә.
- Ыштан есть мальшикка?
- Махуркы!
- Һыҙғыртҡыс дай.
- Что это?
- Ысвистулька.
- Нет, не привезли.
Һабантуйҙа ла шулай гөжләмәйҙер майҙан. Кемеһенең аҡсаһы ҡулъяулыҡҡа төрөлгән, кемеһенеке йәтеш кенә сыртылдаҡ кошелектан килеп сыға.
Олораҡ инәйҙәр ситек ҡуңысынан һурып сығарып тотторалар аҡсаны һатыусыға.
Автолавка ураған һайын килмәй, шуның өсөн күп итеп һатып алалар тауарҙы. Оҙооон макарондар, ҡағыҙ тоҡта вермишелдәр, бесәнгә төшһәң, һалма йәйеп ашарға ваҡытың буламы әле?
Апайҙарҙың сумкалары тулһа, баштарына ябынған яулыҡтарын һыпырып ебәреп, сәй, шәкәр, шырпыһын бер яулыҡҡа төйнәп бәйләйҙәр ҙә, саҡ күтәреп ҡайтыу яҡҡа атлайҙар. Бала-саға әтәсүктәр менән һыйланабыҙ.
Шунан алма һатыусы урыҫ килә бувик машинаһы менән. Бер сеүәтә алма-биш йомортҡа! Алма һатыусы оҙаҡ тормай, өй һайын тауыҡ, йәйгеһен ни йомортҡа - мыжжж.
Матфей бабай килә һуған тейәп.
Шунан Түбиндән Тимофей бабай килә ат менән. Алама йыйғыс, тибеҙ беҙ уны.
Атын клуб эргәһенә туҡтата, һоло ашап тора тәпәш йыуан аты. Тимофей үҙе тауарын ” Бөгөн клубта” тигән фәҡәт иғландар өсөн ҡуйылған ике бағанаға арҡыры ҡатылған өс таҡта эргәһенә гәзит түшәп ебәреп, шуның өҫтөнә теҙә: ҡармаҡ, ҡалҡыуыс, йөн буяуы, кәкре тараҡ, һөйәктән эшләнгән ыуаҡ тешле тараҡ, балсыҡ һыҙғыртҡыстар, шарҙар, кәзә тарағы, йәшел генә һаплы бәкеләр.
Кейергә эшкашмай ятҡан бер-нисә кейемде киндер тоҡ эсенә тыҡтым. Ҡыш йыуып элгән керҙәребеҙ буранда осоп китеп, көрт аҫтында ятып, яҙ еткәс, килеп сыҡҡайнылар, тартып сығарырға итһәм, йыртылды да киттеләр. Әсәйҙең күк юбкыһы, өләсәйҙең сатраш шәле ине. Әсәй күрмәһен, тип, келәткә ташлап ҡуйғайным йәшереп. Шуларҙы эҙләп алып тыҡтым тоҡҡа. Әллә ни ауыр түгел йөгөм. Тағы нимә табырға, тип күҙ йүгертәм келәттә. Башҡа сепрәк тапмағас, былтыр боҙған мейестең ике кирбесен шәлгә төрөп һалып алдым да, киттем Тимофейға.
“Тоҡ әллә күпме урындан ямаулы, бойҙай ҡойһалар түгелер барыбер, ҡуша үлсәр”, тип план ҡороп барам эстән генә.
- Ыздырасти, - тауыш көр, һиҙҙермәҫкә итәм мутлыҡты.
Үҙем тоҡто шап иттереп Тимофей эргәһенә ҡуйҙым. Тоҡ эсендәге кирбестәр “шаҡ”! итеп ҡуйҙылар, Тимофей бабай тоҡто ауҙарып та ебәрҙе, ике кирбесем таҡ та тоҡ килеп төштөләр өҫкүрамдың мәңге бөтмәҫ таштарына!
Оялыштан йүгереп барып, юл аша ғына торған Зөһрә еңгәйҙең өйө эргәһендәге свет бағанаһының аҫтына боҫтом. Әллә күпме ултырҙым шулай, иң оҙон көн булды ул.
Тимофей һаман да ҡайтырға уйламай. Ыуаҡ мал көтөүҙән ҡайта башланы әмәлгә ҡалғандай. Үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтҡан эре тәкәләр араһына боҫоп Тимофейҙан йәшенеп ҡайтырмын, тим. Тәкәләр минән өркөп, әллә ҡайҙа олаҡтылар.
Ярай ҡуй, күптән оятҡа ҡалдым, башты эйә биреп ҡайтыу яҡҡа йүнәлдем. Күҙемдең сите менән ҡарайым.
Тоҡ Тимофейҙың арбаһына менеп ятҡан.
-Ҡызым, кил әле, – тип туҡтатты мине Тимофей бабай. Оят булһа ла барҙым инде. Ҡулыма әллә күпме шар, һыҙғыртҡыс, тараҡ тотторҙо. (йәлләгәндер инде мине күрәһең, ярты көн ултырҙым бит бағана төбөн һаҡлап)
- Ыспасиба, – ишетелер-ишетелмәҫ килеп сыҡты һүҙем.
Бөгөн минең иң күңелһеҙ көнөм булды, әҙәм ыстрамы!
Күрәләтә ҡылған ҡылығым өсөн язаны бағана төбөндә ултырғанда татыным – әсе яза булды ул!

Сулпан Абдрахимова.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: