Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
24 Февраль 2022, 14:51

Илгә һөйөү сабый саҡтан һалына

23 февраль-Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан, "Ләйсән" балалар баҡсаһында "Беҙ илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары", "Ватан һаҡсылары " тип исемләнгән шиғыр һөйләүселәр конкурсы булып үтте. Матур саранан берәү ҙә ситтә ҡалманы. Байрамса кейенгән кескәйҙәр ҙур ихласлыҡ, ғорурлыҡ хистәре менән шиғырҙарын һөйләнеләр. Сараны әҙерләп, алып барған уҡытыусы-логопед Гөлсинә Ғилман ҡыҙы Аҡъюлова балаларға төрлө йомаҡтар ҡойоҙо, сослоҡҡа, тапҡырлыҡҡа һорауҙар бирҙе. Балалар ни тиклем ауыр һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан кем уҙарҙан яуаптарын да әйтеп торҙолар. Сара аҙағында жюри иң-иңдәрҙе билдәләп үтте. Еңеүселәргә грамоталар тапшырылды.

23 февраль-Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан, "Ләйсән" балалар баҡсаһында "Беҙ илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары", "Ватан һаҡсылары " тип исемләнгән шиғыр һөйләүселәр конкурсы булып үтте. Матур саранан берәү ҙә ситтә ҡалманы. Байрамса кейенгән кескәйҙәр ҙур ихласлыҡ, ғорурлыҡ хистәре менән шиғырҙарын һөйләнеләр.
Сараны әҙерләп, алып барған уҡытыусы-логопед Гөлсинә Ғилман ҡыҙы Аҡъюлова балаларға төрлө йомаҡтар ҡойоҙо, сослоҡҡа, тапҡырлыҡҡа һорауҙар бирҙе. Балалар ни тиклем ауыр һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан кем уҙарҙан яуаптарын да әйтеп торҙолар.
Сара аҙағында жюри иң-иңдәрҙе билдәләп үтте. Еңеүселәргә грамоталар тапшырылды.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: