Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
8 Март 2022, 13:52

Ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ – донъя һанһыҙ!

Ғаилә ҡиммәттәрен, уның утын, ҡотон һаҡлаусы ул – ҡатын-ҡыҙ. Гүзәл зат тиһәләр ҙә, улар үҙенең сабырлығы, өлгөрлөгө һәм тәүәккәллеге менән көслө. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар һәр заманда ла ғаилә усағын һаҡлаусы ла, балаларын яҡлаусы ла, тормош иптәшен илһамландырыусы ла булып ҡалырға тейеш. Беҙ, 8 Март байрамы уңайынан, ир-егеттәрҙән гүзәл заттың улар тормошонда ниндәй роль уйнауҙары менән ҡыҙыҡһындыҡ.Наил Юлдашбаев, Иҫәнғол ауылы:– Ҡатын-ҡыҙ ул, тәү сиратта, әсә, ир ҡатыны, балалар әсәһе. Улар өйҙә булмаһа, өйҙөң ҡото юғала бит ул.Ир-аттар тарафынан ижад ителгән әҫәрҙәр, картиналар, йырҙар, төҙөлгән йорттар, төрлө өлкәлә башҡарылған эштәр – барыһы, барыһы беҙҙең ҡатын-ҡыҙға булған сикһеҙ мөхәббәтебеҙ емеше. 8 Мартты бушҡа ғына байрам тип билдәләмәгәндәр, Яҙ, мөхәббәт байрамы бит ул.

Ғаилә ҡиммәттәрен, уның утын, ҡотон һаҡлаусы ул – ҡатын-ҡыҙ. Гүзәл зат тиһәләр ҙә, улар үҙенең сабырлығы, өлгөрлөгө һәм тәүәккәллеге менән көслө. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар һәр заманда ла ғаилә усағын һаҡлаусы ла, балаларын яҡлаусы ла, тормош иптәшен илһамландырыусы ла булып ҡалырға тейеш. Беҙ, 8 Март байрамы уңайынан, ир-егеттәрҙән гүзәл заттың улар тормошонда ниндәй роль уйнауҙары менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Наил Юлдашбаев, Иҫәнғол ауылы:
– Ҡатын-ҡыҙ ул, тәү сиратта, әсә, ир ҡатыны, балалар әсәһе. Улар өйҙә булмаһа, өйҙөң ҡото юғала бит ул.
Ир-аттар тарафынан ижад ителгән әҫәрҙәр, картиналар, йырҙар, төҙөлгән йорттар, төрлө өлкәлә башҡарылған эштәр – барыһы, барыһы беҙҙең ҡатын-ҡыҙға булған сикһеҙ мөхәббәтебеҙ емеше. 8 Мартты бушҡа ғына байрам тип билдәләмәгәндәр, Яҙ, мөхәббәт байрамы бит ул.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: