Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
8 Март 2022, 12:56

Балалары - йәшәү мәғәнәһе

Йәштәр Зөлфиә диплом алған йылды өйләнешә. Туй йолалар менән матур үтә. Йәш ғаилә Саҙалыла ата-әсә менән тора, бергә Сирғол мәктәбенә эшкә йөрөйҙәр. – Мин Ғәзиздән алда, ошо яҡтың тәбиғәтенә ғашиҡ булдым, – ти Зөлфиә. Саҙалы  ауылы килене, Хәйбулла районының Байғусҡар ауылы ҡыҙы, биш балалы Зөлфиә Фәхретдинова тураһындағы мәҡәлә менән "Ейәнсура таңдары" гәзитендә һәм сайтта танышырһығыҙ.

Балалары - йәшәү мәғәнәһе
Балалары - йәшәү мәғәнәһе
  • Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға иң ҙур, иң яуаплы бурыстарҙың береһен – бала бағып, Кешелекте дауам иттереүҙе йөкмәткән. Аллаһ ҡаршында күп бала тыуҙырған ҡатын бала тыуҙырмағандан һөйөклөрәк, тип әйтелә хәҙистә.
    Сабый донъяға килһә, “Ата-инәле үҫһен!” тип теләйбеҙ. Әммә тормош һин теләгәнсә генә барһа ине лә бит... Һүҙем Саҙалы ауылында йәшәгән, йәшләй генә тол ҡалған, биш бала әсәһе Зөлфиә Фәхретдинова тураһында булыр.
    Хәйбулла районы Байғусҡар ауылы ҡыҙы Зөлфиә Стәрлетамаҡҡа пединститутҡа уҡырға ингәс, ноябрь башында ятаҡта бергә йәшәгән әхирәте Зәлифә менән Саҙалыға ҡунаҡҡа килә. Хәйбулла далаларында үҫкән ҡыҙ был яҡтағы тауҙарҙың бейеклегенә, тәбиғәтенә хайран ҡала. Ә 17 ноябрҙә иһә дөйөм ятаҡта ойошторолған дискотекала әхирәте Зәлифәнең ике туған ағаһы Ғәзиз уны бейеүгә саҡыра. Шулай башланған дуҫлыҡ биш йыл, Зөлфиә уҡып бөткәнсе, дауам итә. Ғәзиз уҡыуын бер йыл алдан тамамлап, Сирғол мәктәбенә эшкә ҡайта. Йәштәр Зөлфиә диплом алған йылды өйләнешә. Туй йолалар менән матур үтә. Йәш ғаилә Саҙалыла ата-әсә менән тора, бергә Сирғол мәктәбенә эшкә йөрөйҙәр.
    – Мин Ғәзиздән алда, ошо яҡтың тәбиғәтенә ғашиҡ булдым, – ти Зөлфиә.
    Ул мәктәп ябылғас, почтала эшләй, “Бөтә Рәсәй ауыл хужалығын иҫәбен алыу-2016”-ла ҡатнаша. Ибрай мәктәбендә завхоз булып эшләргә лә тура килә. Ошо ваҡыт арауығында ғаиләлә өс бала донъяға ауаз һала.
    Дүртенсегә ҡыҙҙары Сәлимә тыуып, өс айлыҡ булғанда, Ибрай мәктәбенә уҡытыусы талап ителә. Директор йәш әсәне эшкә саҡыра. Юҡ, йәш бала менән сыҡмайым тиһә лә, бейеме бәпесте ҡарашам, саҡырғанда бар, ти. Тормош иптәше лә эшләй алһаң, сыҡ, тип риза булғас, эшкә төшөргә йөрьәт итә.
    “Йәш бала менән эшләүе ҡыйын булманымы” тигән һорауыма:
    – Мин өйҙә булғанда эште уйламайым. Балаларҙы йоҡларға һалғас ҡына, уҡытыусының бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эшенә тотона инем. Ә мәктәп тупһаһына баҫһам, өйҙәге проблемалар баштан сығып китә. Хатта ҡайһы саҡта ҡайҙалыр шылтыратырға кәрәк булһа ла, мәктәп автобусына ултырыу менән баштан сыға ла китә. Эштән ҡайтып, автобустан сыҡһам, ҡылт итеп иҫкә төшә, – тип көлә Зөлфиә.
    Яңы йыл байрамы алдынан тормош иптәше фажиғәгә осрағанда, Зөлфиә үҙенең бишенсегә сабый көткәненә ышанып та бөтмәй. Белгәс, бер уйламаҫтан табырға ҡарар итә. Һәм бына, ул биш бала әсәһе.
    Әле оло улы Илгиз Өфө инженер лицей-интернатының 9-сы класында уҡый.
    – Мине яңғыҙ ҡала тип йәлләнеме икән балам, уҡырға барар алдынан оҙаҡ уйланып йөрөнө. Үҙең ҡара, теләгең булғас – бар, тигәйне, шулай итеп уҡып алып китте, – Зөлфиә Сәмерхан ҡыҙы улының теләгенә ҡаршы төшмәй.
    Ҡыҙы Әминә Ибрай мәктәбендә 6-сы класта уҡый. Унан килә Мәҙинәгә – алты, ә Сәлимәгә – өс йәш ярым. Улар Сирғол балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Ауылдарынан Илдар Ғүмәровтарҙың да балалары баҡсаға йөрөгәс, һөйләшеп, Илдар ағай алып бара, Зөлфиә барып ала икән.
    Ә кескәй Урал – атаһы фажиғәгә эләккәндә әсә ҡарынында ғына булып ҡалған сабый, ете айлыҡ. Имгәкләп йөрөй, яйлап быуын нығыта. Сабыйҙы – Әминә апаһына, ә Әминәне ҡәрсәһенә оҡшаталар икән. Беҙ барғанда Әминә Ишимбайға шифаханаға киткән ине. Апайҙары булмағас кескәйҙәргә күңелһеҙләнеңкерәй ине.
    – Әминә – минең терәгем. Иптәшем мәрхүм булғас, үҙемдән бигерәк балаларымды йәлләнем, улар өсөн ҡайғырҙым. Мин инде психологик йәһәттән формалашҡан оло кеше, ә улар әле өлгөрөп етмәгән. Балаларымды уйлау мине нығытты. Уларҙы үҫтереп, тормош юлына баҫтырыу бурысы күтәрә алмаҫлыҡ тойолған ҡайғыны яйлап кәметте. Бөтәһе лә һораша, ҡайғы уртаҡлаша. Кемдер “Уйланаһыңдыр инде”, тигәйне, “уйлаһаң – тормай ятырлыҡ” тип әйтә ҡуйҙым. Ике көн буйы тора ла, хатта башымды ла бора алмай яттым да ҡуйҙым. Һүҙ көсө ҡалай көслө, –Ирен юғалтҡан күп балалы әсәйгә балаларын аяҡҡа баҫтырыу теләге йәшәргә көс бирә. – Аталары үлде, инде әсәйһеҙ ҙә ҡалып ҡуймаһындар тип, үҙемде ныҡ тоттом.
    Инде ҙурайған Илгиз менән Әминә тәүҙә ныҡ уйланып йөрөй. Ғаиләләге көсөргәнеште Мәҙинә менән Сәлимә кәметә. Бәләкәйҙәр бит, уйынға әүрәйҙәр. Уларға ҡарап, ҙурҙар ҙа онотола. Мәҙинә, иҫенә төшкән һайын, миңә тылсымлы таяҡ алып бирегеҙ, мин уның ярҙамында атайымды ҡайтарам, тип хыялллана икән. Күптәр, Ғәзиз үлгәс, үҙеңдең  яғыңа ҡайтаһыңмы, тип ҡыҙыҡһына икән. “Балалар ошонда тыуҙы, өйҙәре Саҙалыла. Нисек мин уларҙы туған ауылдарынан күсереп алып китәйем?!”, – ти әсә.
    Тол ҡалһа ла, Зөлфиә яңғыҙ түгел. Ҡайны-бейеме яҡында ғына йәшәй. Ата-әсәһе, туғандары ла хәлдәрен белешеп, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп тора. Балаларын үҫтереүҙә лә ҙур терәк улар. Зөлфиә үҙе лә балаларына мөмкин тиклем иғтибар бирә, улар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн тырыша. Ҡыҙҙарын Иҫәнғолға сәнғәт мәктәбенә йөрөтә: Әминә – һүрәт төшөрөргә, ә Мәҙинә эстетика дәрестәренә йөрөй. Әсәнең төп маҡсаты – балаларын үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырыу.
    Йәш әсә үҙенең блогын да (mama_sazali) алып барырға өлгөрә. Уны ул үҙенең ғаиләһе тормошон, нисек йәшәүҙәрен, ниндәй уйҙар, ниндәй пландар менән йәшәүен күрһәтеү маҡсатында алып бара. Балалары өсөн алған үҫтереүсе уйындар, уларҙы тәрбиәләүҙә ниндәй алымдар ҡуллана – шул турала һөйләй, тағы ла подписчиктарының, ә уларҙың күбеһе үҙе кеүек күп балалы әсәйҙәр, һорауҙарына ла яуап бирергә өлгөрә. Зөлфиә әйтеүенсә, инстаграмм уны һәр көн үҙен тонуста тоторға ярҙам итә, унда әсәйҙәр менән аралашыу дәрт бирә.
    Шулай маҡсаттарыңды тормошҡа ашырыуҙа уңыштар юлдаш булһын һиңә, Зөлфиә! Киләсәктә үҫтергән балаларыңдың изгелектәрен күрергә, уларҙың ярҙам-таяныстарын тойоп йәшәргә яҙһын!
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: