Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
31 Март 2022, 15:19

"Тәмле бутҡа килтерҙек беҙ, һыйланығыҙ, ҡарғалар! Баҫыуҙар уңышҡа тулһын, теләгеҙ һеҙ ямғырҙар!"

"Тирмәкәй" балалар баҡсаһында "Ҡарға бутҡаһы" байрамы үтте. 

"Тәмле бутҡа килтерҙек беҙ, һыйланығыҙ, ҡарғалар! Баҫыуҙар уңышҡа тулһын, теләгеҙ һеҙ ямғырҙар!"
"Тәмле бутҡа килтерҙек беҙ, һыйланығыҙ, ҡарғалар! Баҫыуҙар уңышҡа тулһын, теләгеҙ һеҙ ямғырҙар!"

"Ҡарға бутҡаһы" байрамы-яҙғы байрамдарҙың береһе. Элекке замандарҙа кешеләр яҙҙы үҙҙәренең ҡанат остарында ҡарғалар алып ҡайта, тип иҫәпләгән. Шуға, улар хөрмәтенә "Ҡарға бутҡаһы" байрамы ойошторғандар. Уны яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан уҙғарғандар, сөнки байрамдың маҡсаты уңыш бай һәм мул булһын өсөн ҡоштарҙы ашатып, уларҙы үҙ яҡтарына ҡайтарыуға ҡайтып ҡалған.
Бер аҙ үҙгәртелгән был йола беҙҙең көндәргәлә килеп еткән. Төрлө ваҡытта ойошторолоуға ҡарамаҫтан, уның төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалған, милли йолаларыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу, тирә яҡ мөхиткә һөйөү һәм һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.
Бөгөн, барлыҡ йолаларын үтәп, "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында үтте "Ҡарға бутҡаһы" фольклор байрамы. Байрам сараһы матур шиғырҙар, сәхнәләштереүҙәр, йыр- моң менән үрелеп барҙы. "Бал ҡорттары", "Ҡояшҡай", "Тамсыҡайҙар" төркөмдәренең кескәйҙәре, "Тирмә", "Йәшерәм яулыҡ", "Таҡыя" уйындарында үҙҙәренең таҫыллығын, йылғырлығын, һәләтен, оҫталығын күрһәтеп ҡалырға тырышты. Байрамға ҡунаҡҡа килгән өләсәй ямғырҙарҙың яуып тороуын, уңыштарҙың мул булыуын теләп, доға уҡыны. Тәмле итеп бутҡа бешереп, йола буйынса бутҡаның беренсе тәрилкәһен илдә тыныслыҡ һәм мул уңыштар булһын тигән теләктәр менән- ергә, һыу бөтә тереклекте лә һаҡларға ярҙам итһен тигән теләк менән икенсеһен-һыуға, ҡояшлы һәм ямғырлы көндәр үҙ ваҡытында килһен тигән теләк менән өсөнсө тәрилкәне һауаға атап, шунан һуң ғына бутҡаны табындағыларға тараттылар. Ә таралышҡанда инде: "Тәмле бутҡа килтерҙек беҙ, һыйланығыҙ, ҡарғалар! Баҫыуҙар уңышҡа тулһын, теләгеҙ һеҙ ямғырҙар!"- тигән теләктәр әйтеп, ҡалған бутҡаны ҡоштарға һалып сыҡтылар. Әсә телендә тәрбиәләнгән бала ғына үҙ халҡының әхлаҡ ҡанундарын ҡабул итеп, милләтенә, уның теленә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ысын мәғәнәһендә ихтирамлы була ала. Байрам бик күңелле үтте. Сара тәрбиәүи маҡсатҡа иреште.

Ләйсән Хөсәйенова, педагог-психолог.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: