Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
22 Июль 2022, 15:42

КӨҘГӨ КҮКРӘҮ ХИКӘЙӘ

Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА Бер көн, ысынлап та, телефон шылтыраны. -Алло! -Эйе, тыңлайым! -Сәфинә, йөрәккәйем! Ул! Сымдың теге осонда Ғиззәттең тап үҙе! Бының бүтәнсә ҡабатланыуы мөмкин түгел! Телефон трубкаһының әрнеп пипелдәүе ҡатындың йөрәген өттө. Ул  йәһәт  кенә  ижад  монаятын  барларға  кереште.  Подрамникка  киндер тарттырҙы,  ҡылҡәләмдәрен,  майлы  буяуҙарын  сумкаһына  һалды.  Мейестән өрөп бер нисә ҡайын күмере алды. Ҡасандыр, илһамы етмәй, яҙылып бөтмәгән картинаһын эҙләп тапты ла тышҡа ашыҡты. Ҡабаланды, әйтерһең, телефон яңынан  шылтырар  ҙа,  ыуалырға  торған  ҡайнар  хистәре  тулышып  донъяны вайран итер...

Көҙ  сыуаҡ  килде.  Октябрь  айында  ла  көндәрҙең  йылы  тороуы  ғәжәп...

Һутҡа тулышҡан емештәренә көсө етмәгән ағастар  байып барған ҡояш нурында ҡойона.

Ана, алмағастар! Тос алмалар тупылдашып ергә тәгәрәй. Емештәрен йыйырға ашыҡманы Сәфинә быйыл. Әйҙә, ултырһындар йәм булып. Ә мышарҙы ҡатын юрый ҡырау һуҡҡанын көтә. Һыуыҡ тейгән мышарҙың тәмлелеге һуң!

Баҡсала көҙ күренешен күҙәтеү Сәфинәлә илһам тыуҙырҙы. Кеҫәһендә йөрөткән блокнот, ҡәләмен алып, ҡатын буласаҡ картинаһының эскизын һыҙғылап та ҡуйҙы. Исеме отошло булмаҡсы: “Алмалар ҡойолғанда”. Ҡыҙыҡ, картина яҙырға тотонһа, тәү сиратта исеме тыуа ла ҡуя.

Сәфинә өйгә инергә ашыҡманы. Ҡараштарын тау һыҙаттарына күсерҙе. Салтау итәгендәге ҡыҙғылтIһары ағастарға, тауҙың түбәһенә үк үрләп үҫкән шәмдәй төҙ шыршыларға, һырғый ҡарағайҙарға тәү күргәндәй һоҡланып ҡараны ҡатын. Тиҙҙән, бик тиҙҙән был илаһи күренеште мәңге таралмаҫ тойолған аҡ томан ҡаплар. Ҡышҡа инмәйенсә Салтау үҙенең “томанлы” кәпәсен һалмаҫ инде хәҙер. Һуҡыр ямғырҙары иңрәтеп алыр. Ҡош болғансығы үҙе ни тора! Ҡыуышып килгән ике миҙгел шулай ығышмаһа, миҙгел тыуамы? Яҡты уйҙарға сорналып ултырған Сәфинәне күрше йорттан ишетелгән көй һиҫкәндерҙе. Моң көсө ҡатынға йәшен тиҙлегендәй тәьҫир итте: йөҙөнә ут ҡапты, йөрәге дарҫлап типте, сәбәләнеп берсә торҙо, берсә ултырҙы.

Ә йыр дауам итте:

Ниңә элек күрмәнем, Белмәнем бит, белмәнем Был донъяла һин барын, Яғымлы, наҙлы йәрем!

Шиғырҙың һәр юлында һуңлап килгән ҡайнар һөйөүҙең үкенестәре менән бергә татлы һағыштар, бәхетле минуттар ятҡанын белә Сәфинә. Үҙе генә белә, үҙенә генә мәғлүм. Моңло көй тулҡындары йәненә һырылды ла, бүтән сыҡмаҫҡа булыптыр, күңел сөңгөлдәрендә әллә ҡасан баҫырылып ятҡан хистәрен ҡуҙғатып, хәтер йомғағын һүтте...

Сәфинә – ауылдың иң матур ҡыҙҙарының береһе. Егет-еләнгә иғтибар итмәй, әкиәти Дөлдөлгә атланып киләсәк батырҙы көтөп, хыялыйланып йөрөгән сағы. Үҙен эре, ҡаласа тота, тип ауыҙ йырыусылары ла табыла. Ни тиһәң дә, өсөнсө йыл баш ҡалала уҡып йөрөй. ХудожествоIграфика бүлегендә уҡыған курсташ егеттәре лә был сибәркәйгә битараф түгел. Ә Сәфинә иһә күҙ алмаларын түңәрәкләндереп, серле йылмайыу бүләк итә лә яңғыҙ йөрөүен белә. Ир-аттың иғтибары оҡшай ҡыҙға. Ниндәй ҡатын-ҡыҙға оҡшамаһын инде? Тап шул иғтибар уларҙы гүзәл зат, илаһи йән итә бит. Тормоштан йәм табып, көн тыуғанға ла, йондоҙ ҡабынғанға ла ҡыуана белгән Сәфинәне күптәр ихтирам итә.

Сәфинә күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға йөрөй быйыл. Дуҫтарын үҙ яғына алып ҡайтыу — күптәнге ниәте.

Ниһайәт, өсөнсө курсты тамамланылар. Алдан килешкәнсә, сессия бөтөү меI нән, ҡыҙҙың ауылына юлланды йәштәр. Студенттар аҙнаIун көн йәмле Әреүәк буйҙарында йәшәне. Һуңынан, курстың кураторы үтенесе буйынса, колхоз яланI дарында, йәйләүҙәрҙә ауыл эшсәндәренә ярҙам иттеләр. Әле генә уҡыуын таI мамлап колхозға белгес булып ҡайтҡан Рәфил исемле егет ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөнө. Сәфинәнән ике синыфҡа юғары уҡыған, ҡара сәсле, һомғол буйлы, баҫалҡы ғына үҫмерҙең тәүәккәллек, хатта күпселек ирIатҡа хас минIминлелек сифаттары ҡиәфәтенән үк бәрелеп торған егет ҡорона инеүе ҡыҙҙы хайран итте. Мәктәптең бөтөн спорт ярыштарын башлап йөрөүсе, шулай уҡ райондың көслө саңғысылары иҫәбенә ингән Рәфил ҡыҙҙа элек тә һоҡланыу тыуҙыра ине. Ә был юлы күңелдәге саялыҡ осҡоно гөлтләп ҡабынды ла йәш йөрәкте елкендереп үк ебәрҙе.

Киске уйынға сыҡҡан әхирәттәренә егет тураһында һүҙ тишеүе булды, сәрелдәк Сәмиға: “Бөтөн арыу нәмә һиңә тигәнме, ҡалала йәшәп, ауылдыҡыларға көнөң ҡалмаһа. Рәфилде Мәҙинә лә, Сабира ла ярата...” — тип тәзелдәне. Мәҙинәләр өсөн был ҡәҙәр сарбайланма тип, Сәфинә ҡыҙҙы үсекләгәндәй:

-Ә һин? — тине.

-Миңә ни булған? Егет ҡарарҙай ерем юҡ тиһеңме? Һин дә хан ҡыҙы түгел! Сәмиға тыртIмырт баҫып залдың теге осона үтте. Шул мәлдә, фырт кейенеп, клубҡа Рәфил килеп инде. Ҡаршыла торған Сәфинә менән ҡараштары осрашты. Ҡыҙҙың  балҡып  торған  күҙ  ҡарашынан  ҡапыл  йөҙәнеме,  эргәһендә  торған Шамил менән һөйләшергә кереште. Әленән-әле ҡыҙ яғына һирпелеп ҡарап ҡуя. Бейеү башланды. Эске һиҙемләү бөгөн егеттең ҡыҙҙы саҡырасағын аңғарта ине. “Саҡырһын ине, Сәмиғаны урынына ултыртыр инем!” — тип сабырһыҙланды ул.  Курсташы  Әнүәр  Сәфинә  эргәһендә  бөтөрөлә  башлағас,  Рәфил  ҡыҙҙың ҡаршыһына килеп баҫты. Йәштәр бер-береһенә күтәрелеп ҡарарға баҙмайынсавальс әйләнделәр.

Рәфил Сәфинәне оҙатып ҡуйҙы. Айлы кистәргә, яҡты хыялдарға, ҡайнар тойғоларға сорналған йәй йәштәрҙе ҡойон ише өйрөлтөп алып китте...

Августың аҙағы етте. Каникул бөтөүгә һанаулы ғына көндәр ҡалған. Һөйгәне менән айырылышыу минуттары еткән һайын тәҡәтһеҙ булған Рәфил үҙенә урын таба алмай.

Китер ҙә онотор — әҙме ни Сәфинә эргәһендә бөтөрөлөп йөрөүселәр? Икенсене яратып ҡуйһа? Рәфилдең мейеһен мең төрлө уй бырауланы. Тәҡдим

яһар ине, Сәфинәнең кейәүгә сыҡмаясағын белә. Ҡыҙҙың ҡалала йәшәгеһе, шауIшыулы тормошонда ҡайнағыһы, ижад иткеһе, бейеклектәргә күтәрелгеһе килә...

Осрашыуға Рәфил уйсан һәм етди ҡиәфәттә килде. Сәфинәнең шаяртыуына ла ырыя ғына яуап бирҙе.

-Сәфинә, йәнем! Әгәр мин һиңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған булһам, сығыр инеңме?

-Ә ниңә, һин кейәү булмаҫлыҡ егетме?

-Ҡасан?

-Хет бөгөн! — Сәфинә уйынлыIысынлы һөйләй инеме, Рәфил аңламаны.

-Их, Сәфинә! Һине нисек һөйгәнемде белһәң ине... — Рәфил ҡыҙҙы ҡайнар ҡосағына ҡыҫты. Ирендәр өнһөҙ генә берIбереһен табышты. Баштар әйләнде, зиһендәр буталды. Сәфинә бығаса бер ҡасан да татымаған ләззәт донъяһына сумды...

Тәүҙә ҡыҙ аңына килде. Уйындан уймаҡ сыҡҡанын аңлап, Рәфилдең күкрәген тос йоҙроҡтары менән төйгөсләне, үкһеп ергә ауҙы. Егет, һөйгәнен тынысландырырға теләп, сәстәрен һыйпаны, күҙҙәренән үпте. Пар аттар егеп киләсәк һөйгәнен көткән, аҡ сымылдыҡтарҙа ҡушыласаҡ никах төндәре хаҡында хыялланған ҡыҙ тотанаҡһыҙ хистәре өсөн Рәфилде лә, үҙен дә тиргәүҙән бушаманы. Тәүәккәл Рәфил никахты оҙаҡҡа һуҙманы. Үҙе барып Сәфинәне ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсереп ҡайтты...

Инде нисәмә йыл ғүмер иткән Рәфилен һөйә алдымы, юҡмы — үҙе лә белмәй.

Балаларына бына тигән атай, йүнсел хужа, ҡатыны өсөн өҙөлөп торған ир...

Йыр тулҡындары Сәфинәне һаман да хәтер бишегендә бәүелтте:

Һине һөйөү миңә ғазап, Үҙең дә бит беләһең.

Ул ғазапты Сәфинә үҙе эҙләп тапты түгелме? Туҡта! Нисегерәк булды әле ул?

Күңелен гелән тынғыһыҙлап торған ижад эшенә тотонорға мөҙҙәт еткәнлеген аңғарған мәле ине булһа кәрәк. Эйе, шул ваҡыт ине. Ул кисте ашҡынып көттө ҡатын. Иренең киске ашты ашап, гәзитүжурнал ҡарап бөтөүен дә сабырлыҡ менән үткәрҙе. Ҡатынының күҙҙәре балҡып, күтәренке кәйефтә йөрөгәнен Рәфил ишектән ингәс тә аңғарғайны. Сәфинәнең үҙе һүҙ башлағанын көттө. Эргәһенә сүгәләгән йәмәғәтенең матур күҙҙәренә ҡараны ла онотолдо ир. “Ҡыҙ сағындағы осҡонло, нур сәсеп торған ошо күҙҙәр мине әсир итте лә инде. Ҡабат был күҙҙәрҙең ошолай балҡыуын күргәнем дә булманы шикелле. Хәйер, Сәфинә үҙе лә йән атлыҡтырып торҙомо һуң?” — тип уйлап ҡуйҙы Рәфил.

-Алтынға юлыҡтыңмы әллә?

-Унан да ҡиммәтен — идея таптым.

-Оһо, һин дә... идея уйлай беләһеңме ни? — Рәфил артығын ысҡындырғанын аңланы ла һүҙҙе тиҙерәк икенсе юҫыҡҡа бора һалды. Иренең төртмә һүҙенә артыҡ иғтибар итмәне Сәфинә, талашIтартыштың бөгөн үҙ файҙаһына түгеллеген аңлай ине ул. Бер ни ишетмәгәндәй, һүҙ башланы:

-Иҙелбашында шәхси күргәҙмәмде ҡуйырға, тигән хыялым бар, Рәфил. ПроI фессиональ рәссамлыҡҡа китеү уйы күңелдә күптән моронлағайны инде. Мәле етте, ахыры. Ҡомарлы эшкә ни етә?

-Һы! — Рәфил ауыҙын ҙур асып иҫнәне. Аптыранған, һүҙ осон таба алмаған осраҡта иҫнәү ғәҙәте бар уның. Өйҙә тынлыҡ урынлашты.

Башта Рәфил телгә килде:

-Тимәк, эшләргә тиһең инде

-Эйе. Юҡһа, мүкләнгән таш һымаҡ булып барам.

-Ярай. Мин һиңә иртәгә үк эш табам. Мәктәп директоры менән һөйләI шермен, рәсем дәрестәренән тыш, һынлы сәнғәт түңәрәктәрен дә бирер, — һүҙем бөттө тигәндәй, Рәфил йәнә бер иҫнәне лә арҡаһына боролоп ятты.

Был төндө икәүһе лә тынысһыҙ үткәрҙе. Сәфинәһенең һалҡын ҡанлылығы, өндәшмәүе һарыуын ҡайнатты, минIминлеген ҡабартты.

Иренең эшкә арҡыры тороуы, аңламауы, киреһенсә, Сәфинәне сәмләндерҙе генә. Йәшлек саялығы әллә ҡайҙан сәсрәп килеп сыҡты ла ҡатынды күнегелгән тормошонан баш тартырға мәжбүр итте.

Буяуы ла йүнләп һеңмәгән яңы картиналарын аҡ сепрәккә төрөп әҙерләп ҡуйҙы ҡатын. Ҡабаланып ҡына өҫIбашын ҡараны. Автобус килеүгә сирек сәғәт ваҡыт булһа ла, туҡталышҡа китте. Артынан ниҙер ҡысҡырып ҡалған иренә әйләнеп тә ҡараманы.

Галерея директоры Федоров фамилиялы урыҫ сығышы менән Иҙелбашынан икән. Ҡаҡса кәүҙәле, ҡарамаҡҡа мөләйем ир һынлы сәнғәт эсендә йөҙөп ижад иткән кеше булып сыҡты. Бер аҙҙан ике рәссам һәүетемсә әңгәмә ҡорҙо. Тормош тәжрибәһен етерлек туплаған Геннадий Николаевич Сәфинәгә кәңәштәр бирҙе:

-Дөйөм алғанда, “Ҡуҙ өҫтөндә бейеү” бик һәйбәт картина. Тик камилI лаштырыу өҫтөндә лә эшләү кәрәк. Буяуҙы төрләндереү ысулдарын ҡуллан. Бейеүсенең күлдәген ҡуйы көрәнгә буяһаң, нисек булыр? Юҡһа, ут төҫөн алған. Контраст төҫтәр ҙә ҡамасауламаҫ. Исем ҡуйғанда ла яуаплылыҡ тойорға кәңәш итер инем. Һүрәт исемде аҡларға тейеш, шулай бит? — Геннадий Николаевич рәссам ҡатындың эштәренә һоҡланды.

-Ә нишләп ижадта рәссам булып үҫәсәк кеше ауылда ҡалдығыҙ? — Өлкән рәссам һорауына үҙе яуап тапты: — Туҡтағыҙ! Бәлки, тап ауылда йәшәгәнгә лә шәп әйберҙәр тыуалыр! Барыһы ла халыҡсан, ябай, тәбиғи. Бай колорит, һутлы буяуҙар. Шәп, бик шәп! — Сәфинә Федоровты рәхәтләнеп, һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы.

Ошо осорҙан башланды ла инде Сәфинәнең ҡомар эше. Бығаса күңеленең ниндәйҙер өлөшө китек булғанына, тормошто бар бөтөнлөгөндә тоймай йәшәй алыуына аптыраны.

Күргәҙмә асылыуға ай ярым ваҡыт ҡалды. Күңел эшенең оҙайлы, ныҡышмал, талапсан хеҙмәт икәнен белә Сәфинә, шуға күрә йәһәтләп ижадҡа тотондо. Хәҙер уны көндөҙ өйҙә осратыуы ҡыйын. Ире тәүҙә өндәшмәһә лә, бер нисә тапҡыр өйҙә тап итә алмағас, йәне көйҙө.

-Һин миңә бисәме, түгелме? Өй ипләнмәгән, мал ҡаралмаған, балалар туI раһында һүҙ ҙә юҡ, — тип туҙынды. Яр аҫтынан яу сығарған кешеләй бер тынала түгелде лә Рәфил, иҫнәй башланы. Булдымы тигәндәй, Сәфинә иренә ҡараны:

-Эйе. Ошоғаса һин миндә өй ҡараған, бала баҡҡан, малIтыуар араһында буI талып йөрөгән ир бисәһен генә күрҙең. Ә кеше күңеле нимә менәндер мөлI дөрәмә тулы булырға тейеш! Сәнғәт донъяһынан йыраҡ торғас, күңел талабымды аңламауың да бар. — Сәфинә шыпIшым тыңлаған иренә ҡулдарын һуҙҙы. — Ҡара минең бармаҡтарыма, улар һәнәк, балта тотоуҙан шул тиклем тупаҫланған, хатта бер килке ҡәләм тота алмай йонсоном. Һин быларҙың береһен дә күрмәнең, күңел ҡысҡырыуымды ишетмәнең. Бәлки, кем белә, һиңә шулай ҡулайҙыр, рәхәттер. Әгәр минең тормошомдан ҡәнәғәт түгел икәнһең...

—  Сәфинә  һүҙен  әйтеп  бөтмәне,  моңһоу  ҡарашын  иренә  төбәне  лә  тышҡа сыҡты.

“Ни әйтергә теләне? Әллә? Бының булыуы мөмкин түгел! Сәфинәһеҙ бер көн дә йәшәп булмаясаҡ! Нимәгә төрттөрә? Иғтибарым да етмәй китәлер! ҠатынI ҡыҙ гөл һымаҡ, ти торғайны әсәһе. Эш, эш ти торғас, ысынлап та, ҡатынды онотоп ташлаған икәнме ни?”

Бисәһенең бер тынала үпкәIрәнйештәрен түгеүе ирҙең иҫен китәрҙе. Тормошта аҙ һүҙле, күп ваҡыт тыңлаусы ролен үтәгән Сәфинәһенең айныҡ фекере, асыҡ аҡылы, унан ғәййәр буйһонмаҫ фиғеле барлығын йәштән белһә лә, был ҡәҙәрен көтмәгәйне.

“Ана, бүтән ирҙәрҙе ҡараһын, эсепIтуҙып, ғаиләһен ҡарамай йөрөйҙәр, был туйып һикерә”. Сәфинәнең баш күтәреүе, тел сығарыуы Рәфилдең минI минлегенә тейә, асыуын ҡабарта ине. Тамам тынысланып ингән ҡатынын күреүгә ирҙең һарыуы ҡайнаны. Исмаһам, иламаған да!

-Тимәк, хәҙер һин миңә бисә түгел! — Рәфил яһалма көлгән булды.

-Ә минең һиңә бисә генә булғым килмәй! — Тауышында көслө ихтыяр, сәм, кәрәк икән — үҙен яҡларлыҡ көс барлығы асыҡ яңғыраны.

Бүтәнсә көйөшмәнеләр. Был талашыу, юшҡын ҡалдырыу урынына, киреһенсә, был икәүҙең күңелендә ниндәйҙер яңырыу, берIбереһенә тартылыу көсөнөң нығыныуына ла сәбәпсе булды ла ҡуйҙы. Сәфинә илһамланып картина яҙҙы, ә Рәфил кистәрен ҡатынының һүрәт төшөргәнен күҙәтер булып китте. Ижад менән мауыҡмаған көндәрендә, нишләп эшләмәйһең, тип битәрләгән мәлдәре лә булғылай.

-Илһам көн дә килмәй бит, — тип шаяра Сәфинә.

-Һин әйт уға, көн дә килһен, — ти Рәфил һәм һөйөү наҙҙарына күмеп ҡатынын ҡосаҡлай.

Күргәҙмә асылыуға аҙнаIун көн ҡалғас, Сәфинә  тағы ла ашҡыныбыраҡ эшкә тотондо. Һүрәт төшөрөү уның өсөн ауыр түгел, иң ҡыйыны — мольбертын асыу. Ниһайәт,  ноябрҙең  тәүге  шәмбеһендә  күргәҙмә  асылыуын  хәбәр  иттеләр.

Кистән кейем һайлап башын ҡатырҙы. Ахыр сиктә ҡара төҫтәге, оҙон бәйләмә күлдәген кейҙе, тәңкәләрҙән теҙелгән сылбырIҡайышын быуҙы. “Ирҙәр коллективында эшләүсе ҡатындың тирә-яҡтағыларға яраҡлашыуы” тип, муйынына галстук рәүешле бәйләгән кескәй косынкаһын сисеп ырғытты.

“Артылыш” галереяһының күргәҙмә залында халыҡ көткәндән былайыраҡ, хәтһеҙ күп йыйылғайны. Район гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкән арала Сәфинә эргәһенә Геннадий Николаевич менән көлһыу сәсле, бәһлеүән кәүҙәле, илле биш йәштәрҙәге таныш булмаған ир килеп баҫты.

-Таныш булығыҙ, Сәлим Шәрипович, — тине ҡунағына Федоров. — ИҙелI башының ижади потенциалын тәшкил итәсәк йәш рәссамыбыҙ Сәфинә Фәритова үҙе була инде.

-Һүрәттәре кеүек, үҙе лә сибәр минең яҡташ, — тине Нияҙғолов, Сәфинә менән күрешеп.

Профессорҙың ижады менән таныш булһа ла, үҙен осратҡаны юҡ ине ҡатындың. Бала сағы эргәләге балалар йорто менән бәйле булғанлыҡтанмы, Сәлим Шәрипович үҙен был яҡ кешеһе тип һанай, тиҙәр. Нияҙғолов та хәбәрсе менән барған әңгәмәгә ихлас ҡушылды. Һүҙ күберәк йәштәрҙең сәнғәткә һәлкәү килеүе, һәләтлеләренең бизнес донъяһына китеүе хаҡында барҙы.

-Бына әле Фәритованың һүрәттәрен иғтибар менән ҡарап сыҡтым. Тәрән психологизм хас, пейзаждарында тәбиғәттең киңлеге, яҡтылығы сағылған, кешеләрҙәге изгелек, йылылыҡ, ихласлыҡ ярылып ята, — тип фекере менән уртаҡлашты профессор.

Өфө ҡунағы, әүәлге танышындай, Сәфинәне терһәгенән тотто ла залға ыңғайлатты.

-Миңә “Ҡуҙ өҫтөндәге бейеү” картинағыҙ бик оҡшаны. Ҡарағыҙ әле бейеүсе ҡыҙҙың йөҙөнә! Күҙҙәрендәге зәһәр осҡондар ергә сәсрәп төшкән тиерһең, йөрәге күкрәктәрен ярып килеп сығырҙай, хәрәкәттәре бейеү ритмына һыймаған кеүек. Мөхәббәткә һыуһағанмы ул, әллә һөйөүгә нәфрәт белдерәме? Ҡыҙҙың һағышы бәғерен өтөп, ярым һүнгән усаҡҡа төшә лә, ҡуҙҙарға күсеп, уларға йән өрә... Кемделер һөйөүгә ышандырыу өсөн мотлаҡ ҡуҙ өҫтөндә бейеү кәрәкме?

Залдағы күпселек халыҡтың үҙҙәренә төбәлгән ҡыҙыҡһыныулы ҡараштарын күреп, ҡатын уңайһыҙланды.

-Ғәфү итегеҙ, Сәлим Шәрипович, минең эш – картина яҙыу, тәнҡит — бүтәндәрҙең хеҙмәте, — тип яуапланы.

-Шәп, тура, сая яуап, афарин, Сәфинә! — Профессор һыны ҡатып көлдө.

Көлөүе балаларса эскерһеҙ, саф ине.

Күргәҙмәләге халыҡтың ҡымжыуынан ҡасып тигәндәй, Сәфинә кесе залға үтте. Тәҙрә пәрҙәһен тартты. Көн яртыһы берсә ҡар, берсә борғанаҡ менән болғанып тора, иртә менән ябалаҡлап яуған ҡарҙы әле ямғыр йыуа.

-Ә-ә, һеҙ бында йәшенгәнһегеҙ икән? — Тауышҡа Сәфинә әйләнеп ҡараны. Ҡатындың зәңгәр күҙҙәрендә һүрәтендәгесә зәһәр ҙә, шаштырғыс та осҡондарҙың бергә сәсрәп тоҫҡалыуы Нияҙғоловты ҡапыл ҡаушатты.

-Һеҙҙең рөхсәт менән “Ҡуҙ өҫтөндәге бейеү”ҙе һатып алам. Бик уңышлы дебют, ҡыҙҙың матурлығы мадонналарҙыҡынан артыҡ булмаһа, һис кәм түгел. Символик мәғәнәһе лә халыҡса, — тине Сәлим Шәрипович.

“Шул һүрәттән башҡаны күрмәй микән?”– тип уйлап алды Сәфинә.

-Башланғыс ижад булһа ла, ҡыйыу тотонғанһың, әлбиттә, тәү сиратта – талант, ә талантты тейешле сиктәргә күтәреү өсөн талап кәрәк, — тип дауам итте Нияҙғолов. Улар йылы ғына хушлаштылар.

Өлкән рәссам, профессор һынлы кеше менән осрашыу осраҡлы ла, тиккә лә булмағандыр. Нияҙғоловтың йәш таланттарҙы асыуҙа ғына түгел, уларға рухи осош биреүҙә лә хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ булды. Нияҙғолов Сәфинәнең дә ижадын күҙ уңынан ысҡындырманы. Һәр яҡлап үҫтереүгә күп көс һалды.

Йыр тулҡындары Сәфинәне һаман да хәтирәләр даръяһында йөҙҙөрә:

Наҙлы ҡараштарың менән, Зинһар, һөйөп ҡарама.

Һүрәттәрен күргәҙмәгә ҡуйғандан һуң алты ай үткәс, Сәфинә Өфөнән хат алды. Унда йәш рәссамдарҙың эштәре В.Н. Нестеров исемендәге республика художество музейында ойоштороласаҡ профессиональ күргәҙмәгә ҡуйыласағы, уңышлы тип һаналған унлаған картинаһын Башҡортостан Рәссамдар берлегенә кисектермәй килтереп еткерергә ҡушылғайны. Көтөлмәгән яңылыҡтан баҙап ҡалған Сәфинә быға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне.

— Хатта, профессиональ күргәҙмә, тиелгән. Тимәк, ижадым ҙур һынылыш алдында. Туҡтама, эҙлән, көнөIтөнө эшлә, — Сәфинә, шатлығынан һөйләнәI һөйләнә, кескәй ҡыҙын ҡосаҡлап өйөрөлттө.

Кискеһен Сәфинә яңылыҡты иренә еткерҙе. Тегеһе, ғәҙәттәгесә, өндәшмәүҙе хуп күрҙе.

Ебәргеһе лә, шул уҡ ваҡытта рухи азатлыҡҡа ынтылған, үҙ шөғөлөнән балҡып йәшәгән ҡатынын рәнйеткеһе лә килмәй. Ана, ул ниндәй бәхетле! Яҙған

әҫәрҙәре эргәһендә сабыйын баҡҡан әсә ише бөтөрөлөп йөрөй. Ижад иткәндәр, бәлки, шуға күрә лә сәйерҙер. Ябай кешеләрҙең күбеһе уларҙың күңел кисерештәрен аңлай, уларҙың телдәрендә һөйләшә белмәй...

Сәфинә лә, йә пейзаж төшөрәм, ти, ниндәйҙер предмет композицияларында бер рәссам ҡулы ҡағылмаған нәмәләр тураһында яҙырға хыялланам, ти. Төшөнөп ҡара! Бүтәндәр кеүек, Рәфил дә был юҫыҡта бер нәмә лә төшөнмәй. Ҡатынының ҡомарлы эшенә күптән инде күнегергә лә ваҡыт, ә ул үҙIүҙен һаман да еңә алмай.

***

Күргәҙмәгә ашығып барһа ла, Ғиззәт Ағишев өлгөрмәне: ижадсыларҙы рәсми таныштырыу башланғайны.

Профессор Нияҙғолов Сәфинә Фәритова тигән рәссамдың ижадына байҡау яһай ине.

— Йөкмәткеле психологизм, төҫтәр пластикаһының байлығы, динамиканың көслөлөгө һәр картинала күҙәтелә. Рәссам күп яҡлы ижадында экспрессив формаларҙы дөрөҫ ҡулланыуы һүрәттәрҙе тағы ла йәнләндерә, — тип һөйләне ул һәм Фәритованың һүрәттәрен дәүләт музейында күрергә теләүен белдерҙе.

Профессиональ ҡыҙыҡһыныу Ағишевты урынында оҙаҡ сыҙатманы, күрәһең. Ул кешеләр ағымын йырып, Фәритова тигәндәренән интервью алырға ашыҡты. Әммә рәссам ҡатын һүҙсән булмай сыҡты. Хәбәрсенең һорауҙарына урыҡ-һурыҡ ҡына яуап бирҙе лә китеү яғын ҡараны. Ағишевҡа ла йылмайып, ғәфү үтенеп китеп барыуҙан башҡа сара ҡалманы.

Журналист рәссам ҡатындың картиналары тәңгәлендә туҡталып уйланып торҙо. Артына әйләнеп, теге өндәшмәҫ ҡатынды ҡараштары менән эҙләне. Рәссам зымIзыя юҡ булғайны.

Шул кистә Сәфинә ауылына ҡайтты. Ихтыярынан тыш тыуған тойғоларын аңлай алмай хитланды. Күңел асышы хафаландырҙы. Әллә... Хәбәрсенең ирен ситендәге үҙенсәлекле йылмайыуы күҙ алдынан китмәне лә ҡуйҙы. Үҙе лә һиҙI мәҫтән, ҡатын картина яҙырға тотондо. Күп кешеләр аңлай алмаҫ инде был һүI рәтен. Ул уны “Йылмайыу” тип нарыҡлар...

Ауыл рәссамы Фәритова тураһында республика гәзитендә матур ғына мәҡәлә донъя күрҙе. Хәбәрсе тырыштырған: ҡабартылғанIкүпертелгән ерҙәре лә байI таҡ. Сәфинә көлөмһөрәп уҡыны ла ырыя ғына ҡиәфәттә гәзитте ситкә алып ҡуйҙы.

Ағишевтың ҡулы еңел булды. Көҙгә Сәфинәне Башҡортостан Рәссамдар берлегенә ағза итеп алдылар.

Ижади эшмәкәрлегендә ул Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә сығыш яһаны. Уңышлы эштәре Санкт-Петербургтағы Башҡортостан экспонаттар коллекцияһына эләкте. Өфөгә юлдар йыш төштө. Килгән һайын, йәш ҡыҙҙай, йөрәге дарҫлап типте, күңеле ярһыны, кемделер эҙләгәндәй, ҡараштары халыҡ ағымын барланы.

Уйламағанда-көтмәгәндә  килеп  осраштылар.  Профессор  Нияҙғоловтың алтмыш йәшлек юбилей кисәһе республика күләмендә үткәрелгән сараларға әйләнде.  Өфөлә  уҙғарылғанында  Сәфинәгә  лә  булыу  бәхете  тейҙе.  Кисәнең рәсми өлөшөнән һуң иркен аралашыуҙар, коктейльIөҫтәлдәр ойошторолғайны. Сәфинә залды күҙ уңынан үткәргән арала үҙенә төбәлгән ҡараштарҙы абайланы. Йылмайып торған кеше Ғиззәт Ағишев ине. Тегеһе, үҙе лә һиҙмәҫтән аяғын кирә баҫып, өҫ-башын ҡаҡҡыланы, кәрәкIкәрәкһеҙгә сәсен бармаҡтары менән

тарап алды. Ғиззәтте күргәс, Сәфинәне ҡаты дерелдәүек биләне. Әйтерһең дә, ул сабырлығын һынағандай йәнде ҡура. Йөрәге ҡупты. Бармаҡ остарында һалҡынлыҡ тойҙо. Тойғолары менән анталашҡан арала эскерһеҙ йылмайып эргәһенә Ағишев килеп баҫты:

— Һеҙҙе бейергә саҡырырға мөмкинме?

Сәфинә, тартынһа ла, ризалығын бирҙе. Бына ул! Эргәһендә, хатта биленән алған, ҡулдарынан тотҡан. Ул күтәрелеп Ғиззәткә ҡараны. Ниндәй яҡын ул күңелгә, яғымлы йөҙө, ышаныслы тауышы, бәһлеүәндәй һынIһыпаты, серле йылмайыуы менән әсир иткән Ағишев.

Ошо кешенең ҡайнар ҡосағында иреп, наҙҙарында бәүелеп һөйөлһәң ине. Тулҡынланып торған ҡара сәстәренән һыйпағыһы, хатта һул битендәге буйынанIбуйына тәрән итеп уйылған иҫке яра эҙҙәренән ирендәрен йөрөткөһө килә...

Үҙ уйҙарының хаяһыҙлығынан үҙе оялып, Сәфинә ситкә тартылды. Күңеле, гүйә, шарран асылып китер ҙә бөтөн донъяны вайран итер һымаҡ. Ғиззәткә бүтәнсә ҡарамаҫҡа тырышты.

Кисә тамамланыуға табан бара инде. Сәфинә ҡайтырға йыйынды. Юлдары бер яҡҡа икәнен белгән Ағишев ифрат ҡыуанды. Хәйер, ҡабаланмаҫҡа ла булыр ине, тик Сәфинәнән тороп ҡалғыһы, унан да бигерәк был һөйкөмлө ҡатынды оҙатҡыһы килде. Уйҙарына бирелеп, Сәфинә туҡталышын үтеп киткәйне. Ҡатын, яҡлау эҙләгәндәй, Ғиззәткә ҡараны. Сәбәләнгән юлдашын Ағишев йыуатырға  тырышты.

Холҡоноң өтөклөгө был юлы ла үҙен һынатманы.

-Хафаланмағыҙ, урамда ташлап китмәйем бит инде. Әйҙәгеҙ, бер ергә барабыҙ.

Сәфинә күҙҙәрен ҙур асып Ғиззәткә аптырап ҡараны.

-Ҡайҙа?

-Көн тыуырға күп ҡалмаған. Ҡариҙелгә таң ҡаршыларға киттек. Унда иҫ китмәле гүзәллек!

-Һеҙҙе өйҙә көтмәйҙәрме ни? Ҡатынығыҙ?

-Бар, әммә көтөп торғаны юҡ!

Ғиззәт, был турала һүҙ бөттө тигәндәй, ҡулын һелтәне.

-Мин йылға ярында йәшәйем, — тип дауам итте Ағишев, — ана, күрәһеңме, йәшеллеккә сумып ултырған аҡ йортто, шуның туғыҙынсы ҡатында көн итәм. Тәҙрәм ҡаршыһынан көн һайын аҡ пароход сәләм биреп уҙа.

-Аҡ пароход? — Сәфинәнең күҙҙәре янып китте. — Аҡ пароходҡа ултырып алыҫтарға китеү хыялы мине бер ваҡытта ла ташламаны...

Шул саҡ алыҫтан пароход гудогы ишетелде. Ғиззәт менән Сәфинә бер-береһенә ҡарап көлөштөләр ҙә етәкләшеп яр буйына йүгерҙеләр.

-Әйҙә, пароходҡа!

-Мин риза! — Күҙ асып йомғансы ярһыу Ғиззәт күлдәк-салбарын сисеп ырғытты ла ғәжәпләнеп торған Сәфинәне күтәреп һыуға инеп китте. Тәрәнлектән ҡурҡҡан ҡатын сарбайланып ҡысҡыра башланы. Сәфинәне ярға кире сығарып ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалмағайны. Ғиззәт үҙе йөҙөп китте. Шәп йөҙөүсе икән. Ҡомда ирҙе күҙәтеп ултырған Сәфинә таңғы һалҡындан бөршәйҙе. Ярһыуҙарын һыуҙа ҡалдырырға теләгәндәй, Ғиззәт сығырға ашыҡманы. Ярға баҫҡас ҡына юлдашының юҡлығын абайланы. Шигәйеп-шөбһәләнеп тирә-йүнен байҡаны. Йәшәмеш тирәкте ҡосаҡлап торған ҡатынды күргәс, эсенә йылы йүгерҙе. Сәфинә тирәк менән серләшә ине.

-Нишләп мин бында, әйт, тирәккәйем, һин бит күпте күргәнһең. Дөм ят кеI ше менән таң ҡаршыларға килгән иҫәр ҡатынды күргәнең юҡтыр! Нишләнем мин?

“Байып барған ҡояшыңдың көсөн нығытырға типме, эй, йәнем, уның күңеленә шаҡып инергә теләйһең? Ошо ҡатын һүнеп барған усағыңа йән өрҙө, тиһеңме? Бар эргәһенә, улайһа. Торма ҡатып! Ана, бисара зат ни ҡылырға ла белмәй өҙгөләнә”.

Ғиззәт, батырсылығын йыйып, Сәфинә эргәһенә килде. Сәстәренән еҫкәне.

Ҡатынды үҙенә ҡарай борҙо ла:

-Кем һин? Ғүмерем буйы һине эҙләгән кеүекмен. Әллә ҡасандан белгән дә һымаҡмын. Кем һин? — тип эҫе тынын бөркөп Сәфинәнең ҡолағына шыбырланы.

-Мин — мөхәббәт! — Сәфинәнең тауышы.

-Һин ҡайҙан, йәнем? — Ғиззәт шыбырлай.

-Адресым юҡ!

-Нишләп мин һине элегерәк осратманым икән?

-Күңелгә керә торған асҡысың шулмы?

-Ышанмайһыңмы?

-Ул турала иртәгә баш ватырмын...

Көтөлмәгән ерҙән пәйҙә булған һөйөү алдында Сәфинә көсһөҙ ине. Ул күҙ йәштәре аша йылмайып Ғиззәткә һыйынды. Бер мәлгә тирәIйүнде ҡыҙылға мансып ҡалҡып килгән ҡояш та һүрән тойолдо, ҡоштар сутылдауҙан тынды, ағас баштарын ҡағып уҙған шипкерт ел дә иҫмәйерәк торҙо... Иҫтәренә килгәндә сыңғырт ҡына таң атҡайны. Ҡырҡҡа етеп килгән ике кеше илаһи гүзәллекте күҙәтеп, берIбереһенең йөрәк ҡағышын тыңлап оҙаҡ торҙолар. Ошо таңдың, миҙгелдең бүтәнсә ҡабатланмаҫына инанған был икәү бәхетле лә, моңһоу ҙа ине.

Көтмәгәндә Ғиззәттең яғымлы тауышы тынлыҡты ярҙы:

Ниңә элек күрмәнем, Белмәнем бит, белмәнем Был донъяла һин барын, Яғымлы, наҙлы йәрем!

-Сәфинә!

-Әү!

-Мөхәббәт арҡаһында ғына бөйөк сәнғәт әҫәрҙәре тыуалыр ул? Шәп, тип әйтмәһәм дә, ошо шиғыр һине күргәс тә күңелдә яралғайны.

-Ә мин һиңә арнап “Йылмайыу” картинаһын яҙҙым...

-Бының булыуы мөмкин түгел! — Ғиззәт Сәфинәне ҡайнар ҡосағына алды ла ирендәренә үрелде.

Өфөнән ҡайтҡас, Сәфинә толҡа тапманы. Илерҙе, туланы ла аҙаҡ үҙен йыуатырға кереште. “Үтер, үтер, күр ҙә тор” тип күңеле һулҡылданы. Тик күҙҙәре лә, ҡолаҡтары ла телефон яғында ине.

Көнөн-төнөн йөрәк яна, Килә һине күрәһем!

Бер көн, ысынлап та, телефон шылтыраны.

-Алло!

-Эйе, тыңлайым!

-Сәфинә, йөрәккәйем!

Ул! Сымдың теге осонда Ғиззәттең тап үҙе! Бының бүтәнсә ҡабатланыуы мөмкин түгел! Телефон трубкаһының әрнеп пипелдәүе ҡатындың йөрәген өттө. Ул  йәһәт  кенә  ижад  монаятын  барларға  кереште.  Подрамникка  киндер тарттырҙы,  ҡылҡәләмдәрен,  майлы  буяуҙарын  сумкаһына  һалды.  Мейестән өрөп бер нисә ҡайын күмере алды. Ҡасандыр, илһамы етмәй, яҙылып бөтмәгән картинаһын эҙләп тапты ла тышҡа ашыҡты. Ҡабаланды, әйтерһең, телефон яңынан  шылтырар  ҙа,  ыуалырға  торған  ҡайнар  хистәре  тулышып  донъяны вайран итер...

Алтынаман буйҙарына барып етеүгә көн ҡапыл болотланы. Тау артынан ҡабарып ярпылай болот сыҡты. Юрған ише генә булһа ла, күктең салт өлөшөн ялмайIҡаплай барҙы. Ә болоттар уҙған көмбәҙ яҡтырғанданIяҡтырҙы. Кинәт күк гөрһөлдәне. Сәфинә тертләп ҡуйҙы. Күктең шаңы алыҫтарға һуҙылып китте лә, дөбөрләп, кире әйләнеп ҡайтты. Һаҙағай уты ла күктә түгел, тап аяҡ аҫтында ялтлаған кеүек. Йәшен утының тармаҡланып, төрлө тарафтарҙа ялтырап китеүен күҙәткән Сәфинә ямғырҙа күшекмәҫ өсөн ҡайын аҫтына йүгерҙе. Тап һаҙағай уты етмәгән икән дәһә! Яҙылып бөтмәгән картинаһына һуңғы һыҙаттар табылыуына ифрат ҡыуанып эшкә тотондо.

Көҙгө йәшен йә эргәлә, йә тауҙар аръяғында дөбөрҙәп йөрөнө лә, нисек ҡапыл килеп сыҡҡан һымаҡ, ҡайҙалыр китеп юғалды. Октябрь айына хас булмағанса эҫе торған көн ямғырҙан һуң сафланып ҡалды. Ҡайын төбөндәге сумкаһына эйелгән ыңғайға, бөрөшһә лә, һутын юғалтмаған ер еләген күреп ҡалды Сәфинә.

Эй, тәбиғәттең бирмеше!

Еләкте өҙөп алды ла ауыҙына ҡапты ҡатын. Еләктең әскелтемIсөскөлтөм тәме ирененән байтаҡ китмәне. Ҡайынға һөйәлгән килеш оҙаҡ торҙо ул. Ҡараштары алыҫтарға, күгәреп ятҡан тау һырттарына төбәлде.

Шул еләктең һуты, тим мин, Ирен генә сылатырлыҡ, Ғүмер буйы илатырлыҡ,

тип шыбырланы Сәфинәнең ирендәре. Күренекле шағир булып танылған Ғиззәт Ағишевтың шиғырынан ине был юлдар.

***

-Өләсәй, өләсәй!  —  Мышҡылдаған  бала  тауышына  айныны  Сәфинә.

Ейәнсәре Ҡарлуғас икән.

-Нишләп илайһың, бәпкәм? Сеү, сеү!

-Һин илағанға илайым даһа, һине йәлләйем.

-Мин илайыммы ни?

-Баянан бирле күҙҙәрең илап тик тора.

-Шулаймы ни? Күҙемә сүп төшкәндер, моғайын.

-Улайһа, ҡайҙа әле, күҙеңә өрәйем дә сүбеңде сығарайым, йәме?

-Йә! — Сәфинә ейәнсәрен тупылдатып һөйҙө лә, ҡосағына алып, өйөнә ашыҡты.





 


 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: