-3 °С
Болотло
Бөгөн "Тирмәкәй" балалар баҡсаһының "Бал ҡорттары", "Ҡояшҡай", "Светлячок" төркөмдәрендә ҙур сара уҙҙы. Балалар баҡсаһы психологы Ләйсән Хөсәйенова, логопед Зөһрә Ханнанова, музыкаль етәксе Гөлнара Аҡбутина әҙерләгән байрамда тәрбиәселәр Лариса Мортазина, Зилә Мырҙабулатова, Лилиә Сорокина, Ләйсән Ҡорбанаева үҙҙәренең кескәй тәрбиәләнеүселәре менән Шәжәрә байрамында ихлас ҡатнашты.
- Байрамды үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән һәр бер ата-әсәгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Балалар үҙҙәренең эшләп алып килгән шәжәрәһенә күрһәтеп, ғорурлыҡ менән, "Бында минең ҡартайым, ҡәрсәйем(өләсәйем) яҙылған" - тип әйтә алды, тиҙәр балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре.