Ошо ауылда тыуып-үҫкән егет менән ҡыҙ бесән эшләгән ваҡытта бер-береһен күреп, оҡшатып, осраша башлай.
Уларҙы бер ҡайғы берләштергән, икеһе лә һуғыш осоро балалары, икеһенең дә аталары яуҙа ятып ҡалған. Шул сәбәпле, уларға әллә ниндәй юғары белемдәр алырға тура килмәгән: инәй –ете класс, олатай башланғыс класты тамамлап, хеҙмәт юлын башлағандар. Бәләкәйҙән эш белеп үҫкән кешеләр, колхоз ҡайҙа ебәрә – шунда эшләгәндәр.
– Сөгөлдөр ҙә утаныҡ, һарыҡ та ҡырҡтыҡ, навоз да түктек, бесәндә лә эшләнек, силос, сенаж да һалыуҙа ла йөрөнөк. Олатайың прораб, лесничий булып та, оҙаҡ йылдар бригадир булып та эшләне. Белемле уҡыуҙарҙа уҡымаһа ла, колхоз тип янып йөрөгән бер кеше булды инде, – Фәриҙә инәй олатайҙың 2-3 йыл рәттән депутат булып һайланыуын да оло ғорурлыҡ менән һөйләй. Сәйетгәрәй Абдрахман улы бик шәп балта оҫтаһы ла икән. Ҡулынан килмәгән нимәһе юҡ. Әлеге йәшәп ятҡан донъяларын да олатай менән инәй үҙҙәре төҙөп ингән. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тәгәрмәс һуғып, арба-саналар эшләү менән шөғөлләнгән, үҙенән артҡанын һатыуға сығарған. Тағы ла олатай бик оҫта һунарсы ла булған икән. Колхоз һыйырҙарын һуҡҡан айыуҙарҙы, бүре балаларын алып йөрөгән. Олоғайһа ла, һаман да йәнлектәргә ҡапҡан һалып, ҡыштарын саңғыла ҡырҙар гиҙгәнгә лә олатайҙың һаулығы шәп. Саңғыны ҡуйыуына әле 6-7 йыл тирәһе генә ваҡыт үткән.
Улар, үҙҙәре һөнәрле белем ала алмағанға күрә, балаларының уҡып, кеше булып, тормошта үҙ юлдарын табыуына ҡыуаналар. Алты балаһы: ике улы, дүрт ҡыҙы ата-әсәләрен иғтибарҙан өҙмәйҙәр, оло йәштәге инәй менән бабай үҙҙәре лә ҡартлыҡҡа бирешерлек түгел әле. Яндарында ҡыҙҙары Хәлиҙә бар, уға таяналар. Ейән-ейәнсәрҙәре килеп, хәлдәрен белеп торалар. Бер-береһен тыңлап, килешеп, күҙ ҡарауынан аңлап, ғүмер иткән ғаилә күптәр өсөн өлгө булып тора. Сәйетғәле олатай йортта әйҙәп йөрөүсе, Фәриҙә инәй сабыр, түҙемле, күндәм, олатайҙың һәр әйткәнен күтәреп алған. Шуға ла балалары ла уларҙан үрнәк алып, тәртипле, матур итеп донъя көтә.
Йәштән хеҙмәттә сыныҡҡан быуын әле булһа эшһеҙ тора алмай. Беҙ барғанда ла олатай тырма тотоп баҡсаны сүп-сарҙан таҙалап йөрөй ине. Янында инәй бөтөрөлә. Ошо үҙе бәхет түгелме ни?!