Рауил һәм Мәғүзә Бикбаевтар алты бала тәрбиәләп үҫтереп, барыһын да башлы-күҙле итте. Оло йәштә булһалар ҙа икеһенең дә хәтере бик яҡшы. Улар әле лә етеҙлектәрен, һөйкөмлөлөктәрен юғалтмаған. Бер йән булып ғүмер иткәнгәме, күңелдәрендә кешеләргә ҡарата тик изгелек. Шуға ла ауылдаштары араһында абруй яуалаған ғаиләләрҙән улар.
Гәүһәр юбиляр Бикбаевтарҙы Әбүләйес ауыл хакимиәте башлығы Хөрмәт Ҡотошев, администатор Рәмилә Ағурҙина, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Клара Имелбаева ҡотлап, Республика Башлығы Радий Хабировтың, Ейәнсура район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың һәм Әбүләйес ауыл биләмәһенең ҡотлау открыткаларын һәм бүләктәрен тапшырҙы.
Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарына, ҡаршылыҡтарына бирешмәй үткән, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған Бикбаевтар ғаиләһенә артабан да Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен!