11 ғинуар - Рәғәиб кисе.
Был – Пәйғәмбәребеҙҙең атаһы Ғабдуллаһ менән әсәһе Ваһаб ҡыҙы Әминәнең никахлашҡан көндәре.
Ни өсөн беҙ Рәғәиб кисәһен билдәләп үтәбеҙ?
Сөнки был никах арҡаһында донъяға рәхмәт өсөн ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләлааһу ғәләйһи үәс-сәләм донъяға килгән.
Ғабдуллаһын да, Әминдән дә алтындар, байлыҡтар ҡалмаған. Уларҙың никахынан донъяға бер изге бала тыуған. Бөтә никахтарҙың маҡсаты, нәтижәһе – бала. Әгәр беҙ үҙебеҙҙән һуң халыҡ яғынан да, әхлаҡ яғынан да – бөтә яҡтан үҙебеҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ балалар ҡалдырабыҙ икән, тимәк, беҙҙең ғүмеребеҙ заяға үтмәгән, тимәк, беҙ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында бурысыбыҙҙы үтәгәнбеҙ, тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙҙең атаһы -улы тыуғансы, әсәһе, улына алты йәш ваҡытта, вафат булалар. Мөхәммәд салләлааһу ғәләйһи үәс-сәләм етем ҡала.
Әммә ошо Ғабдулла менән Әминәнең саф йәндәр, изге күңелле кешеләр, хәрамға ҡатышмаған яҡшы кешеләр булғаны өсөн, Аллаһ Тәғәлә изге бала биреп донъяны һөйөндөрә.