Тәүҙә игеҙ малайҙар Вилнур менән Ғәлинур тыуһа, һигеҙ йылдан һуң Наҙгөл менән Яҙгөл донъяға ауаз һалған. Ә иң ҙурҙары Тимур аталары вахтаға киткәндә әсәһенә бәләкәс туғандарын ҡарашҡан, тәрбиәләшкән. Инде Тимур – Медногорск ҡалаһында медколледжда, ә Вилнур менән Ғәлинур 5-се класта уҡып йөрөйҙәр. Наҙгөл менән Яҙгөл балалар баҡсаһына йөрөй.
– “Ни эшләп Тимур ағайҙың игеҙәге юҡ ул?” тип һорай торғайны малайҙар бәләкәйерәк саҡтарында. Һәр кешенең игеҙәге була тип уйланылармы икән?! – ти Ләйлә Фаиз ҡыҙы.
Ғаилә башлығы ҡырға йөрөп эшләй. Әсә балалар тәрбиәләү, малдар ҡарауҙан тыш, эшендә лә өлгөрә. Ләйлә Таҙлар ауыл китапханаһында эшләй. Ул, ата-әсәһенең тәүге балаһы булараҡ, (әйткәндәй, Ләйлә үҙе лә биш балалы ғаиләлә үҫкән), туғандарын үҙе янына йыйған. Мыртыйы һәм һылыуы ла ғаиләһе менән РТС-та йәшәй, иренең туғандарын да ситкә типмәйҙәр.
– Беренсе игеҙәктәрҙе, йәшлек менәнме ул, әллә аңлап бөтмәгәнгәме, ҡарауы еңелерәк булды. Туғандар килеп китә ине, ә бала ҡарашырға тип кемделер махсус саҡырманыҡ. Игеҙәктәрҙән һуң бәпес алырға уй ҙа булманы, әммә иптәшем: “ҡыҙыҡай кәрәк”, – тип әйтә килде. Шулай һигеҙ йылдан бер түгел, ике ҡыҙлы булдыҡ.
Малайҙар сабый саҡтарында тыныс булды, әммә төндә йоҡламанылар. Ул ваҡытта иптәшем мәктәптә уҡыта ине. Уға иртән эшкә бит инде, төнгө 3-4-кә тиклем бәүетә лә: “Ләйлә, миңә әҙерәк йоҡлап алырға кәрәк”, – тип ятып ала ине. Ә ҡыҙҙар кәттәһен бирҙе генә. Бигерәк иркәләр. Уларҙы абзылары ла ныҡ ярата, бер һүҙ әйттермәй. Бәләкәй саҡтарында беҙ сәй эскәндә малайҙар һылыуҙарын бәүетә, улар ашағанда беҙ ҡарайбыҙ. Һынап йөрөйөм: күп балалы ғаиләләрҙә шулай, балалар бер-береһен ҡарашып үҫә. Беҙ ҙә туғандарым менән шулай татыубыҙ, балаларым да бер-береһен яҡларға ғына тора, – ти быйыл “Әсәлек даны” миҙалын алған әсә.
Ҡыҙҙар инде ҡулдан төшкән, әсәйҙәренә үҙҙәренсә ярҙам итәләр. Ә малайҙар тыштағы эштәрҙә ҙур ярҙамсы. Уҡыуҙан һуң “Салауат” физкультура-сәләмәтләндереү комплексына барып йөҙөү менән шөғөлләнеп ҡайтырға ла өлгөрәләр икән.
– Игеҙәктәрҙе нисек айыраһығыҙ? – тип һорайым.
– Ҡарап торһаң, бер-береһенә шул тиклем оҡшағандар. Малайҙар балалар баҡсаһынан сыҡҡансы бутанылар, мәктәптә лә бутайҙар. Һылыуым һаман айырмай уларҙы. Үҙем дә ситтән ҡарап, ҡайһы саҡта яңылыш өндәшәм. Әммә улар барыбер айырыла. Холоҡтары төрлө. Ә ҡыҙҙарҙы бутамайым, – тип Ләйлә Фәиз ҡыҙы балалары тураһында мауығып һөйләй. – Иптәшең өйҙә булмағанда нисек өлгөрәһең, тиҙәр, балаларым – ҙур ярҙамсы. Ғөмүмән, һәр көнгә план төҙөп, уларҙы мотлаҡ үтәйем. Иптәшем менән бөтә эште килешеп эшләйбеҙ. Беҙҙең хатта план дәфтәребеҙ бар. Әле күп балалы булараҡ алған еребеҙгә өй төҙөп ятабыҙ.
Таҙлар мәктәбендә төп фәндәрҙән уҡытыусылар етмәй, ҡырҙан килеп эшләйҙәр. Шуға ла Ләйләнең әсәһе әйтмешләй: “Медиктар һәм педагогтарға бөтә ерҙә лә эш буласаҡ”, тип, Хәмитовтар киләсәкте алдан хәстәрләп, ҡыҙҙарын физмат йүнәлешендә уҡытырға уйлай. Хәмитовтар бер ҡасан да ҡалаға күсеүҙе уйламаған. Ауылда мөмкинлек күберәк, теләһәң – мал үҫтер, эшләгәнгә эш тә була, һауа ла саф, тиҙәр. Вилнур менән Ғәлинур ҙа, ағалары Тимур ҙа киләсәктә ауылда йәшәргә планлаштыра икән. Уйлағандарығыҙ алдығыҙға килһен, бөтә маҡсаттарығыҙ бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ тормошҡа ашһын!