Концертты Шафиҡ һәм Фарзия Ҡолғариндарҙың иң кинйә ҡыҙҙары, унынсы балалары, әле район мәҙәниәт йорт методисы булып эшләгән Гөлсирә Ҡолғарина башлап ебәрҙе.
Гөлсирә концерт барышында башҡорт шағирҙарының атай, әсәй хаҡында шиғырҙарын һөйләү менән бергә, атаһы Шафиҡ, әсәһе Фарзияға һүҙҙән һәйкәл ҡойҙо! Ә Гөлсирәнең ҡыҙы Нәркәс "Ҡурсаҡ" бейеүен бүләк итте.
Ғаиләлә алтынсы бала булған Азамат (Ибрай мәҙәниәт йорто директоры) халыҡ йыры"Азамат"ты һуҙҙы, ҡатыны Гүзәл Шәһит ҡыҙы менән дә йырланылар, интермедияларҙа ҡатнаштылар.
Туғыҙынсы бала Минира башҡорт халыҡ йыры "Һандуғас"ты башҡарҙы. Һөнәре буйынса медсестра, Мораҡта йәшәй. Ҡыҙы Риана "Бөрлөгән" бейеүен бейене.
Ғаиләлә иң өлкәне - Рафиҡ Ҡолғарин. Ул ғүмер буйы тыуған ауылында механизатор булып эшләгән. Ҡатыны Зарема Мортаза ҡыҙы - уҡытыусы-пенсионер, Ибрай мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡытты, ул да концертта ҡатнашты. Рафиҡ һәм Зареманың улы Рәфистең 4 йәшлек ҡыҙы Сара - концертта иң йәш ҡатнашыусы булды, матур итеп шиғыр һөйләне.
Ҡолғариндарҙың өсөнсө балаһы Рамаҙан. Ҡатыны Рәзилә менән Стәрлеләге"Каустик" заводында эшләп, пенсияға сыҡҡандар. "Химик" мәҙәниәт һарайының халыҡ театрына йөрөгән кешеләр. Рамаҙан һәм Рәзилә Ҡолғариндар бөгөнгө концерттың биҙәге булдылар.
Ғаиләләге дүртенсе бала Миңлегөл бейеүе менән ҡыуандырҙы. Ул әле Иҫәнғолда йәшәй, математика уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Уйындар ҙа ойошторҙо Ҡолғариндар. Фәнилә Шафиҡ ҡыҙы ғаиләләре тураһында ауылдаштарға һорауҙар бирҙе, дөрөҫ яуап биреүселәргә приз- бүләктәр таратылды. Ғаиләлә бишенсе булған Фәнилә ғүмер буйы Ибрай урта мәктәбендә башланғыс кластарға белем бирҙе. Хәҙер ҙә хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, уҡыта. Ул ауылдаштарға "Балан" йырын бүләк итте.
Уҡытыусы-ветерандар "Яулыҡ" бейеүен башҡарҙы. Киске уйын дә, төрлө интермедиялар ҙа тамашасылар күңеленә хуш килде.
Шафиҡ һәм Фарзия Ҡолғариндарҙың ҡыҙҙары Әлфиә һам Фәнзилә лә залда булдылар. Халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарған, әле Өфөлә йәшәгән һигеҙенсе балалары Илһам ғына ҡайта алманы.
Был кистә Ҡолғариндар йырланы ла йырланы. Моңға сарсаған халыҡ күңеленә йырҙарын бүләк итте улар.
⚡Концерт -эстафета тамам. Байдәүләт ауыл хакимиәте башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов Ҡолғариндарға ҙур рәхмәт әйтте. Концерттан йыйылған аҡса ППМИ ҡаҙнаһына тапшырылды.
Шулай итеп, Ибрайҙа Ғаилә йылын Ҡолғариндар - йомоҡ йомаҡайҙар асып ебәреп, эстафетаны тойпо йомаҡайҙарға - Ҡолмөхәмәтовтарға тапшырҙы.
Земфира Аҡбутина.