Мәҡәлә геройҙарының тормош юлы менән танышҡанда йыш ҡына уларҙың уңыш яулаған өлкәһен барлайһың. Самаҙы ауылында йәшәүсе Ғирфан һәм Мәүлиҙә Йылҡыбаевтарҙың ғаилә ҡороуҙарына быйыл 47 йыл һәм икеһенең дә юбилейҙары.
Ғирфан ағай менән Мәүлиҙә апай бер класта уҡыған. Самаҙылағы башланғыс мәктәпте тамамлап, Абзан мәктәбенә уҡырға төшкәндәр. 7-се кластан һуң Мәүлиҙә апай, һайлап алыу имтиханын уңышлы үтеп, Өфөләге 1-се һанлы гимназия-интернатҡа уҡырға инә. Уны тамамлағас Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына имтихан бирергә бара – конкурстан үтә алмай. Райондың мәғариф бүлеге уны үҙе белем биргән Абзан мәктәбенең оҙайтылған көн төркөмөнә етәксе итеп ебәрә. Ярты йыл эшләгәс, ул ваҡытта гөрләп торған Рус Самаҙыһындағы башланғыс мәктәпкә декрет отпускыһына сыҡҡан уҡытыусы урынына эшкә алалар. Унан тыуған ауылына математиканан уҡытырға ҡайта, ошонда хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға теүәл фәндәрҙән белем бирә. Ғаиләле килеш ситтән тороп юғары белем алырға ла өлгөрә ул.
Ә Ғирфан ағай Абзанда уҡыуын тамамлай, өлкән класта “тракторсы” танытмаһын да алып сыға. Ошо һөнәренә ул ғүмер буйы тоғро ҡала, атаһы юлын дауам итеп, “Дружба” колхозында механизатор булып эшләй.
Йылҡыбаевтарҙың ғаиләһе барлыҡҡа килеү тарихы менән ҡыҙыҡһынам.
– Оҡшатышып йөрөгәнбеҙҙер инде, гимназияла уҡығанда хат та яҙыштыҡ. Рус Самаҙыһына эшкә ат менән йөрөнөм. Атайым ат егеп бирә, тегендә урыҫтар туғарып бирә, ҡайтҡанда тағы егеп бирәләр. Һуңынан үҙем өйрәнеп алдым. Ҡай саҡта Ғирфан алып бара торғайны тракторы менән. Шунан ысынтылап һөйөүен белдереп, артымдан йөрөй башланы. Алты йыл дуҫлашып йөрөгәс, ике яҡтан да ата-әсәйҙәр “өйләнешегеҙ”, тинеләр, кешеләр миңә ҡартайып бараһың, ти башланылар, – тип көлөп һөйләй Мәүлиҙә апай был турала.
Әлбиттә, кеше әйткәнгә генә түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса ғаилә ҡорған улар. Ә Самаҙыла уҡытҡан уҡыусылары уның “ваҡытһыҙ” кейәүгә сығыуына үпкәләрен дә белдергән.
– Туй үткәс, бейемдәргә минең иң тәүге класым, 9-сыны әле генә бөткән уҡыусылар, сәскә, бүләк тотоп ҡотларға килде. Шунда ҡотлап торҙолар ҙа, Гөлнур Ҡылысбаева (Яубаҫарова) тигән уҡыусым: “Мәүлиҙә апай! Бер йыл көтһәгеҙ булған инде, исмаһам, туйығыҙ ҙа рәхәтләнеп байрам итер инек”, ти. Шундай мимика менән ҡысҡырып тороп әйтте, уңайһыҙланып киттем. Нимә әйтергә белмәнем, – уҡыусылары шулай яратҡан уҡытыусыларын уңайһыҙ хәлгә лә ҡуйғандар. Уларҙың өйләнешеүенә күп кенә уҡыусылары ла риза булмаған икән. Был турала Наил Юлдашбаев көлөп һөйләй:
– Мәүлиҙә Һәҙиәт ҡыҙының кейәүгә сыҡҡанын ишеткәс, эй асыу килде. Ул иң яратҡан уҡытыусыһыбыҙ булды, ул уҡытҡан предметты ла яраттыҡ. Оҙаҡ үпкәләп һөйләшмәй йөрөнөк.
Йылҡыбаевтарҙың мөхәббәт емештәре булып, балалары: Айнур, Дилә, Ғилман тыуған.
– Балаларҙы хәҙерге замандағы кеүек бағып ултырып булманы. Беҙ эштән бушаманыҡ, балалар эш тәрбиәһендә үҫтеләр. Бигерәк тә ҙур улыбыҙ Айнурға көс төштө. Хатта бүләккә ҡул сәғәтен дә, ваҡыт менән генә уйнап, ҡушылған эштәрҙе ваҡытында башҡарһын, тип алып бирҙек. Аллаға шөкөр, һынатманылар. Хәҙер үҙҙәре атай-әсәй, матур итеп донъя көтөп йәшәйҙәр. Килендәрҙән дә, кейәүебеҙҙән лә уңдыҡ. Бик байбыҙ – һигеҙ ейәнебеҙ бар. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәйбеҙ, – ти Йылҡыбаевтар.
Улар ауылда булған йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнайҙар. Мәүлиҙә Һәҙиәт ҡыҙы ауылдағы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе лә.
Тормош булғас, төрлө мәлдәр була. Әммә бер-береңде ихтирам иткәндә, йылы мөнәсәбәттәр булғанда ауырлыҡтарҙы ла йырып сығыуы еңелерәк.
– Ағайың ғүмер баҡый – тракторҙа, комбайнда; ҙур тракторҙар килеп сыҡҡас, Т-150-лә йөрөнө. Элек нисек булды. “Колхозға эшләйһегеҙ, кисен кемгәлер бесән алып киләһегеҙ”, – тиҙәр. Ҡалын ҡарҙар кисеп тракторсылар бесән алып ҡайталар. Мин торор инем кәбәндән йолҡоп бесән сығара алмай, ә ул үтеп китер ине кешегә кәбән һөйрәтеп. Ҡыйын саҡтар ҙа булдысы, әллә гел рәхәт кенә булған тиһеңме, тип әйтеп алам.
Элек кешене эшләтһәң, эсереү булды бит. Һуҡтырып ҡайтһа, әйтәһең инде. Шулай ҙа ҡысҡырып, яу һалып талашып йөрөмәнек. Үсегешә торғайныҡ. 2-4 көн, ҡайсаҡ аҙна булып китә, һөйләшмәй йөрөйбөҙ. Баяғыса балалар бар, алай ҙа шулар аралаштырып ебәрә беҙҙе. Шунан ағайың нисектер ҡапыл ғына ташланы, бәлки, ныҡ та әйткәнмендер. Тәүҙә ышанмай йөрөнөм. Шулай, бәхет тигәнең бер ҡасан да күктән төшмәй, уны булдырырға һәм һаҡларға кәрәк. Хәҙер тормош мәшәҡәттәренән арынып, бер-беребеҙҙең күңелен күреп, бәләкәй генә шатлыҡҡа ла һөйөнөп йәшәйбеҙ, – ти Мәүлиҙә Һәҙиәт ҡыҙы.
Шулай киләсәктә лә бергә, берҙәм булып, бер-береһенә терәк-таяныс булып бәхетле, имен тормошта йәшәргә яҙһын һеҙгә, Йылҡыбаевтар.