Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
10 Ноябрь 2025, 14:05

Дөйөм хеҙмәт ғаиләне нығыта ғына

Сәғит һәм Зөлфиә Шәмсетдиновтар бергә хеҙмәт итеү ғаилә нигеҙен тағы ла нығыраҡ итеүен иҫбатлай.

Дөйөм хеҙмәт ғаиләне нығыта ғына
Дөйөм хеҙмәт ғаиләне нығыта ғына

Ир менән ҡатынға бер өлкәлә эшләргә ярамай, тәүлек әйләнәһенә бергә булыу арыта, тигән фекер бар. Шәмсетдиновтар был һүҙҙәр менән килешмәй, киреһенсә, бер һөнәр ғаиләне берләштерә, тиҙәр. Улар – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре.

Улар полицияға хеҙмәткә урау юлдар үтеп, үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарағандан һуң килә. Зөлфиә Зәки ҡыҙы 2021 йылда, декрет ялынан эшкә сығыр ваҡыт еткәс, почтанан китеп, үҙ һөнәре буйынса эшләү маҡсатында эске эштәр бүлегенә килә.

– Полиция хеҙмәткәре булыу уйымда ла булманы, – ти Зөлфиә Зәки ҡыҙы. – Иҡтисадсының эш хаҡы аҙ, китермен, тип уйланым. Өс йыл эшләгәс, аттестация үтергә тәҡдим иттеләр.

Аттестация үтеп, звание алғас, оҙаҡ та эшләмәй, тағы Өфөгә ебәрәләр. Был ваҡытта кинолог булып эш башлаған тормош иптәше Сәғит Хәмит улына ла уҡырға барырға кәрәк була.

– Шулай бергәләп дүрт ай уҡып ҡайттыҡ, – ти Шәмсетдиновтар.

Улар курста саҡта балалар ҡәрсәһе ҡарамағында була. Гөлсөм апайҙары менән уның улы Риназ да ярҙамынан ҡалдырмай. Эйе, һәр эштә лә яҡын кешеләреңдең ярҙамын, терәген тойоу – оло ҡыуаныс.

Уҡып ҡайтҡас, Зөлфиәгә участка уполномоченныйы вазифаһын тәҡдим итәләр. Баш тартмай ул, ирҙәргә лә эшләү еңел булмаған ошо юлды һайлай.

– Һәр ваҡыт хәрәкәттә, гел нимәлер эшләйһең: хоҡуҡ боҙоусыны тотаһың, полицияға, йә дауаханаға алып бараһың... Арыттыра, әлбиттә, шулай ҙа эшем оҡшай. Тәүҙә бик белеп бөтмәгәс ауырыраҡ ине, хәҙер ҡайҙа притон бар, ҡайһы хулиган ҡайҙа булырға мөмкин – барыһын да беләм. Улар ҙа мине танып тора, – ти полицияның кесе лейтенанты Зөлфиә Зәки ҡыҙы. – Бер шулай төнгө 12-нән һуң дежур часкә, ЗАГС янында музыка аҡыртып, кешеләргә йоҡларға бирмәйҙәр, тигән хәбәр килде. Тәүҙә, иҫеректәр булһа, яңғыҙым ни эшләрмен, тигән уй килде. Барып туҡтаным да машинаның тәҙрәләрен астым. Тауыш сыҡмай. Шунда йөрөгән өс егеттең береһе мине күрҙе лә: “О, был беҙҙең апай бит!” – ти. “Ниндәй апай булайым, һин кем?” – тием. Паспортын юғалтып, протокол төҙөгәйнек, шул танып, өндәшә икән. Баҡһаң, улар эштән һуң килеп, музыка ҡуйып, ваҡытты онотоп, арт-объект янында видео төшөп йөрөгәндәр. Әйтеүем булды, шундуҡ киттеләр.

Тағы бер төнгө дежурҙа сағында эреле-ваҡлы 163 балыҡты һанап, теҙеп һалырға тура килә. Етмәһә, балыҡсылар, ғәйептәрен танмай: “Был беҙҙеке түгел, йылға буйынан табып алдыҡ,” – тип тик тора икән. Ә уларҙың балыҡ тотоуҙарына бар дәлилдәр ҙә булған.

Участка уполномоченныйына ял иткәнендә лә шылтыратыуҙар йыш була. Тормош иптәше Сәғит Хәмит улы аңлап тора. Уның үҙенең дә эше хәүефле һәм ҡатмарлы – ул ваҡытлыса тотоу изоляторында дежурный ярҙамсыһы. Эштән һуңлап ҡайтыуҙар, командировкалар, дежурҙа булыу, “тревога” буйынса күтәрелеүҙәр һәм башҡа шундай полиция хеҙмәтенең күҙгә күренмәгән, әммә улар үҙҙәре генә белгән мәлдәр етерлек. Шуға күрә бер өлкәлә эшләү аңлашылмаусанлыҡтарға урын ҡалдырмай. Ә бер-береңде аңлау, терәк-таяныс булыу ғаиләне тағы ла нығыта.

Шәмсетдиновтарҙың балалары – 15 йәшлек Арслан да, 11 йәшлек Камилла һәм әле балалар баҡсаһына йөрөгән Сөләймән дә ата-әсәһенең эшен хөрмәт итә, уларҙы аңлап тора. Ҙурҙары бәләкәйен ҡарашып, атай-әсәй ҡайтыуға сәйҙәр ҡайнатып ҡуя. Кем белә, бәлки, улар ҙа киләсәктә хоҡуҡ һаҡлау өлкәһенә эшкә килер? Быны ваҡыт ҡына күрһәтер. Ә әлегә улар атай-әсәйҙәренең бик кәрәкле һөнәр эйәләре булыуы менән лайыҡлы ғорурлана.

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас