

Шул сабыйҙарҙың береһе – ике айлыҡ ҡына Әмилә. Ул Эмиль һәм Әлиә Ураҡаевтарҙың ишле ғаиләһендә бишенсе булып тыуған. Апай-ағайҙары Рәзил, Зөлхизә, Ирек, Илдар кескәй Әмиләне көтөп алған. Хатта, һылыуығыҙҙы кемегеҙ нығыраҡ ярата, тигән һорауыма, мин дә мин тип, еңешеп киттеләр.
Рәзил быйыл 9-сы класты тамамлай, әлеге уның алдында сығарылыш имтихандары тора. Артабан нимә эшләргә: уҡыуҙы 10-сы класта дауам итергәме, әллә урта махсус уҡыу йортона барырғамы?! “Ҡарарбыҙ!” – тип яуапланы үҫмер.
– Техника менән булышырға ярата. “Девятка” машинаһын тапшырып ҡуйғанбыҙ, шуны бер ҡутара, бер йыя. Нимәһендер ремонтлай башлаһа, осона сыҡмайынса туҡтамай. Хатта төнө буйы эшләргә лә әҙер, – ти ата-әсә “техника ене ҡағылған” улдары тураһында.
Әсәһенең уң ҡулы – Зөлхизә 7-се класта уҡый. Ул төрлө олимпиада-конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулай икән. Былтыр яҡшы өлгәшкән, әүҙем уҡыусылар өсөн бирелгән Х.Дәүләтбәков исемендәге премияға лайыҡ булған. Аҙаҡҡы сағыу еңеүе – февралдә Ишембайҙа А.Доставалов иҫтәлегенә хәрби-патриотик йүнәлештәге иң яҡшы тикшеренеү проектына үткәрелгән VII “Ватан” төбәк-ара конкурсында булған. Ҡыҙ ул “Бөйөк Ватан һуғышы” номинацияһында еңеп сыҡҡан.
Ирек – 3-сө класс уҡыусыһы. Уҡыуҙа һынатмаған малай һәр дәресте көтөп ала икән. Ә Илдар әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
Балалы өйҙә сер ятмай, ти халыҡ мәҡәле. Ирек менән Илдар ихласлап ихата менән таныштырып сыҡты.
– Беҙ баҡсаға һыу ҡоябыҙ, ҡайһы саҡта ҡыйын да утайбыҙ. Һыйыр ҡаршылайбыҙ, хатта һауа ла беләбеҙ, – малайҙар кем уҙарҙан ата-әсәйҙәренә нисек ярҙам итеүҙәре тураһында һөйләне.
Әмилә шулай апай-ағайҙары, ата-әсәһенең ҡурсыуында, ҡартай-өләсәй-ҡәрсәй һөйөүендә, уларҙың иғтибарын, яратыуын тойоп иркә генә ҡыҙсыҡ булып үҫеп килә. Ғаилә башлығы Эмиль Вил улы ғаиләһен ҡарау өсөн алыҫ Себер яҡтарына эшкә йөрөгән, әле нигеҙ башлаған йорттарын төҙөү менән мәшғүл. Әлиә Әмир ҡыҙы Иҙәш мәктәбендә физкультура һәм хеҙмәт дәрестәренән уҡытҡан. Әлегә бала ҡарау буйынса ялда.
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән сабыйҙар бер-береһенә, ата-әсәһенә ярҙам итергә, эшкә, олоно ололарға, кесегә кеселекле булырға, хәстәрлек күрергә өйрәнә. Улар үҙ ғаиләләрен ҡорған осраҡта ла берҙәм ҡала, туғандарын ташламай. Ураҡаевтарҙың балалары ла ошо йүнәлештә тәрбиәләнә.
Беҙ, Эмиль һәм Әлиәгә балаларының тормошта уңышҡа өлгәшеүҙәрен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ кисереүҙәрен теләйбеҙ. Үҫеп етеп, улар һеҙҙән алған изгелек һәм наҙ менән яуап бирһендәр.