Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
13 Ноябрь 2017, 14:41

ТАРИХҠА ХӨРМӘТ ЙӨҘӨНӘН

7 ноябрҙә район үҙәгенең Геройҙар аллеяһында Октябрь революцияһына 100 йыл тулыу айҡанлы митинг үтте.

Октябрь революцияһы 20-се быуаттың ҙур ваҡиғаһы була һәм Рәсәйгә, ғөмүмән донъя үҫешенә ныҡ йоғонто яһай. Әле төрлө кимәлдәге тарихсылар һәм сәйәсмәндәр уға төрлөсә баһа бирәләр. Берәүҙәр революцияны тормош барышын ҡапыл үҙгәртеп ебәреп, граждандар һуғышы башланыуға сәбәпсе булған тип ғәйепләһә, икенселәр кешелектең бөйөк ваҡиғаһы Рәсәйҙә, шулай уҡ донъяла,, демократик төҙөлөшкә һәм социаль ғәҙеллеккә тура юл асҡан тип хуплай. Совет тарихсылары иһә 1917 йылдың октябре ҡотолғоһоҙ тарихи юл булған, шуға ла халыҡ большевиктар етәкселегендә берҙәм эш иткән, тип яҙа.
7 ноябрҙә район үҙәгенең Геройҙар аллеяһында ошо тарихи датаға 100 йыл тулыу айҡанлы митинг үтте тәүҙә сараны ойоштороусы, КПРФ-тың Ейәнсура районы буйынса беренсе секретары Миҙхәт Аҫылбаев байрам уңайынан ҡотлап,район һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе Рәшит Бикбаевҡа яҡташ Советтар Союзы Геройҙарының ғүмер юлын тасуирлап фотоларын ҡуйып, үҙе сығарған китапсыҡты, ҡыҙыл тауарға батырҙарҙың фотолары беркетелгән күргәҙмә әсбапты бүләк итте, йыйылған халыҡтың бер ни тиклем өлөшөнә революцияла юлбашсы ролен башҡарған Владимир Лениндың ғаиләһенә арналған фотоальбом таратты. Бөйөк Ватан һуғышында яуҙа һәләк булғандары, ҡайтып вафат булған яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәлгә венок һалғандан һуң барыһы ла бер минутҡа тын ҡалды.
Тантананың икенсе өлөшө Еңеү паркында, “Бөйөк Октябрь революцияһына 100 йыл” таҫмаһы һалынған һәм сәскәләр ултыртылған Ленин һәйкәле янында үтте. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев илебеҙҙең тарихында билдәләнгән мөһим ваҡиғаларҙы оноторға ярамағанлығы, быларҙы бигерәк тә йәш быуын белергә тейешлеген билдәләп, уларҙың ҡара яҡтарын ғына түгел, халыҡ көнкүреше өсөн ыңғай үҙгәрештәр килтереүендә күрергә кәрәк леген әйтеп, барыһын да байрам менән ҡотланы. Артабан Хөрмәт Фәхретдинов, Миҙхәт Асылбаев, Марат Түләбаев, Рәшит Бикбаев, Мөҙәрис Аҡбутин һәм башҡалар телмәр тотто, уларҙың сығышында совет власының халыҡ көнкүреше өсөн килтергән ыңғай яҡтары телгә алынды: крәҫтиәндәргә бушлай ер биреү; һаҡлыҡ банкыларын шәхси ҡулдарҙан алып хөкүмәт ҡарамағына тапшырыу; ликбездар ойоштороу (халыҡҡа бушлай күмәк белем биреү); фатирҙар биреү; хеҙмәтсән халыҡ власының депутатлыҡҡа чабандарҙы, һауынсыларҙы, завод һәм фабрика эшселәрен тәҡдим итеүе; ауылдарҙа дауалау пункттарын асыу, халыҡтарға үҙҙәренең милли автономияһын төҙөү мөмкинлеген биреү һәм башҡалар.
Сараның өсөнсө өлөшө байрам уңайынан хеҙмәт биографияһын район үҫешенә бағышлаған ҡайһы бер ветерандарға КПРФ-тың юбилей миҙалын, “Һуғыш йылы балалары” наградаһын, Дипломын тапшырыу, һәйкәлгә сәскәләр һалыу, күмәк фотоға төшөү менән тамамланды. Ҡасим Янбаев, Хөрмәт Фәхретдинов, Федор Баскаков, Айҙар Ҡотлобаев, Марат Сәйфуллин, Айытбай Ҡәҙерғолов, Маһинур Мозафарова, Разифа Күсәрбаева, Мәсҡүҙә Сабирова, Тимерғәле Исламов, Светлана Мәһәҙиева, Мәрйәм Батталова, Мөкәрәмә Мырҙабулатова һәм башҡа хеҙмәт ветерандары ошо көтөлмәгән шатлыҡлы ваҡиғанан йөҙҙәре ҡояштай яҡтырып, ошо тантананы ойоштоусыларға сикһеҙ рәхмәттәрен еткерҙе.
Читайте нас: