Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
17 Ноябрь 2017, 18:24

КАМАЛ ҠАРАҠ

Мин бер райондашыбыҙҙың трагик яҙмышы тураһында һөйләмәксемен.

Әйтсе, бурыл, ә һуң йәшәү өсөн ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар?

Мин бер райондашыбыҙҙың трагик яҙмышы тураһында һөйләмәксемен. Халыҡ хәтеренә “Камал ҡараҡ” һеңдерелгән был кеше башҡорт әҙәбиәтенең талантлы шағиры, ғүмере бик иртә өҙөлгән Ғәлимов Сәләмдең "Шоңҡар" поэмаһының геройы Әхмәтте хәтерләтә. Хәтергә төшөрөп үтәйек: ҡасандыр даны бөтә тирә-йүнгә таралып өлгөргән бур тураһында хикәйәт тыңлау менән башлана әҫәр. Аҙаҡтан карап капитанының уның "Шоңҡар" иптәше булғанлығы, уларҙың лагерь үтеүе һәм, оя ҡорорға өйрәнеп, береһе – архитектор, икенсеһе карап капитаны булып китеүе асыҡлана. Автор ул саҡтарҙа илдә барған үҙгәрештәргә таянып ижад иткән үҙенең әҫәрен. Был теманы әҙәбиәт тә, кино сәнғәте лә күп яҡтырта.

Минең мәҡәләмдең геройының атаһы Ильясов Ҡорманғол 1895 йыл Бикбирҙе ауылында тыуған; 1890 йыл әрмегә алына һәм биш йыл хеҙмәт итә (Полтавала). 1896 йыл “Хөсәиниә” мәҙрәсәһенә уҡырға инеп, 1902 йылда тамамлап, имам һәм мөғәллим исеменә документ алып ҡайта. Өфөгә саҡыртып, үҙҙәрен указной мулла итеп ҡайтаралар. Ҡорманғол мулланың ҡатыны, абыстай Сәрбиямал (сығышы Күгәрсен районы Етеболаҡтан, Бикҡолова) ауыл ҡыҙҙарын мәсеттә уҡыта.

Күп балалары була уларҙың. Иң ҙурҙары Хәбибҡолойҙың балалары бишәү булып китә, ә үҙҙәрендә тағы алты бала: Файза, Мәрфуға, Менәүәрә, Мөхәмәткамал, Мөхәмәтфәтих, Мәрйәм.

Дин әһелдәренә ҡаршы “һунар” башланасағын һиҙгән Ҡорманғол мулла өс ҡыҙын бер-нисә ай эсендә кейәүгә биреп өлгөрә. 1931 йыл уны ғаиләһе менән бергә 5 йылға һөргөнгә ебәрәләр. Бәләкәй ҡыҙына өс кенә йәш була, ә Хәбибҡолойҙарҙы имсәк балаһы һөргөндән ҡотҡара. Мөхәмәткамалдың ҡатыны Менәүәрәне лә имсәк балаһы арҡаһында ҡалдыралар. Ҡорманғол мулланы Ырымбур өлкәһенең Ҡарағужа ауылында бикләйҙәр, ғаиләһен Томь йылғаһы буйына еберәләр. Әммә Хәспиямал менән Мәрйәмде урман ҡырҡа алмау сәбәпле күп тотмайҙар; икенсе йыл Мөхәмәткамал менән Мөхәмәтфәтихты ла ҡайтаралар.

Ҡорманғол мулланы, ҡаты ауырып китеү сәбәпле, йылын тултырмайынса сығаралар. Ләкин ул күп йәшәй алмай, кеше өйөндә ятып үлә (үҙҙәренең өйөн дә, мал-тыуарын да, өй ҡаралтыларын да алған булғандар). Мөхәмәткамал ауылда балалар уҡыта. Иҫәнғолдан килгән бер танышы уны иҫкәртә: “Һине ҡулға алырға уйлайҙар, берәр яҡҡа сығып кит”.

Мөхәмәткамалға башҡа сара ҡалмағандыр инде; ул яңы төҙөлә башлаған Магнитҡа барып ликбез мәктәбендә уҡытырға урынлаша. Ул ҡасып сығып киткәс, ҡатыны Менәүәрә Бикбирҙелә уҡытып киткән Етеболаҡ кешеһе Усманов Ғәйепйәнгә кейәүгә сыға һәм шул ауылда йәшәй башлай.

Бер ваҡыт Магнит ҡалаһына ит һатырға барған кешене Мөхәмәткамал таный, үҙен дә таныта, өйөнә алып ҡайтып, ҡунаҡ итеп ебәрә. Беҙҙең яҡ кешеләре шундай эскерһеҙ, ябайҙар бит. Ләкин был әҙәм икенсе "тоҡомдан” булғандыр; изгелеккә яуап итеп милицияға барып хәбәр бирә: “Һеҙ ҡасандан бирле Камал ҡараҡты эҙләйһегеҙ, ә ул Магнитта йөрөп ята”. Адресын да бирә.

Ике милиционер барып табып, уны ҡулға алалар. Йылайыр төрмәһенә алып килгән саҡта Камал Һаҡмар һыуын аша сыҡҡанда ҡаса, һыу ташҡан саҡ булыуы уға ҡотолорға ярҙам итә.

Шунан уның “Шоңҡар” яҙмышы башлана. Төрлө яҡтарҙа йөрөй. Етеболаҡ ауылына ла бара ул. Менәүәрә өсөн үс алырға – Ғәйепйәнде үлтереү ниәте менән. Үгәй тип ҡыйырһытыу түгел, Рафиҡты үҙ балаһы кеүек ҡарауын аңлап, бер “ҡараҡ” иптәшенә дөрөҫөн һөйләй: Ғәйепйәндең ғаиләһе ишәйгән; урындыҡта күмәкләп ултыралар, Менәүәрә ит алып инә. Турай башлағас, Ғәйепйән иң беренсе өлөштө Рафиҡҡа бирә, шунан – башҡа балаларға, ҡатынына, иң һуңынан үҙенә ала.

Ҡышлау өсөн Камал ҡараҡ кесе Аҙаҡлы буйында землянка эшләгән. Шунан Һаҙ ауылы яғындараҡ икенсе землянкаһы булған.

Бер һунарсы ҡар аҫтынан сыҡҡан төтөндө күрә, йәшенеп көтә һәм Камалды тап итә, Мораҡ милицияһына хәбәр итә. Әсәһе менән һылыуы ашарына алып барып йөрөүен белеп, юлдарынан тапҡандар икән, тип тә һәйләйҙәр.

4 милиционер килә, землянканы табалар, Камалды сығарыу өсөн улар мөрйәнән шартлатҡыс төшөрәләр. Камал һыңар саңғыһына ике аяғы менән баҫып, һарҡыуҙан аҫҡа эйеп төшөп барғанда, карабиндан атып үлтерәләр уны. Мәйетте Мораҡҡа алып баралар. Бикбирҙенән Ильясов Сиражетдин бабайҙы алып барып, мәйеттең Мөхәмәткамал икәнен асыҡлаталар.

Ғ.Сәләм кеүек шағир өсөн поэмаға ярарлыҡ материал булғандыр был яҙмыш та, тик заманы ла, кешеләре лә икенсе булғандыр.

“Беҙ шоңҡарҙар инек, хәҙер инде

Ҡул сыныҡты оя төҙөргә,

Ул йорт ҡора, ә мин өйрәндем

Тулҡындарға ҡаршы йөҙөргә” (Ғ.Сәләм)

Мөхәмәткамалға оя ҡорорға насип булмаған шул.

Әйткәндәй, ун йыл самаһы элек “Юлдаш” каналында “Ҡараҡ Камал” тураһында радиотапшырыу була. Ул ҡурайҙа “Буранбай” көйөн уйнауҙан башлана, ә аҙаҡтан минең ауылдашым, “Буранбай”ҙы иң оҫта башҡарыусыларҙың береһе иҫәпләнгән Иншар Солтанбаев йырлауы менән тамамлана.

Хөрмәт Фәхретдинов.

Башҡорт Үргене ауылы.

Авторҙан. Был мәҡәләнең сюжетын миңә сығышы Байдәүләт ауылынан булған Иҫәнғолда йәшәүсе егет биргәйне. Уның теләге киноға сценарий яҙҙырыу ине. Кино түгел, был мәҡәлә өсөн дә күп көс һалырға тура килде. Ҡайһы бер кешеләр факттарҙы боҙорға йә үҙҙәренсә үҙгәртергә лә тартынмайҙар. Ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы белгәненән белмәгәне күп тип ҡараусылар бар. Мин геройымдың йәшәгән йылдарын ЗАГС-тан һорап ҡараным. Материал йыйғанда ярҙам иткәндәре өсөн Әлмөхәмәтов Сәйфулла ағайға, Ейәнғолова Хәмиҙә апайға, Янбаев Ҡасимға, Сабитов Фәриткә ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Читайте нас: