Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
25 Ғинуар 2018, 14:01

АУЫЛДЫ ЙӘШӘТКӘН ИЗГЕ УРЫН

Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ, тигәндәй, тыуған ауылымдың, мәктәбемдең тарихы, үткән тормошо ололар һәм йәштәр өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым.

Мәсет-мәҙрәсә, 1910 йылда төҙөлгән. 1929-1972 йылдарҙа башланғыс мәктәп булған.
Мәсет-мәҙрәсә, 1910 йылда төҙөлгән. 1929-1972 йылдарҙа башланғыс мәктәп булған.
Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ, тигәндәй, тыуған ауылымдың, мәктәбемдең тарихы, үткән тормошо ололар һәм йәштәр өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым.
XX быуат башынан Самаҙы ауылында мәсет эшләй. 1910 йылда уның өсөн махсус бина һалына. Өлкәндәр һөйләүе буйынса, мәсет халыҡ иҫәбенән төҙөлгән, уның өсөн ағасты һырттан, Йылайыр яғынан төшөргәндәр. Ул мәҙрәсә ролен дә үтәй. Тирә-яҡта мәсет булмағанлыҡтан, йома намаҙына беҙҙең ауылға килер булғандар. Мулла – малайҙарҙы, абыстай (исем-шәрифтәре билдәһеҙ) ҡыҙҙарҙы аят-сүрәләргә, дини йолаларға өйрәткән. Белем алыу күпселектә Ҡөрьән сүрәләрен ятлауға һәм яҙа белеүгә ҡайтып ҡалған. Халыҡ барыбер грамотаға өйрәнгән.
1917 йылдың көҙөндә Самаҙыла Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең земство башланғыс мәктәбе асыла. Унда 63 бала белем ала. Уларҙы 29 йәшлек Ҡарабаев Мөхәмәт, ә 1919 йылдан 35 йәшлек Дәүләтбаев Ғүмәр уҡыта. Уҡытыу эше йәнле генә бара. Ғүмәр Дәүләтбаевтың ҡыҙы Хәҙисә Дәүләтбаева сәсәниә-шағирә, йырсы булып таныла. Уның яҙмаларының ҡайһы бер өлгөләрен яҡташ шағирыбыҙ Мәхмүт Һибәт баҫтырып сығара. 1923 йылда яңы төрки яҙмаһы нигеҙендә башҡорт яҙмаһы барлыҡҡа килә. Бына ошо осорҙа ауылға тәүге мөғәллимә Яҡшыбаева Хәҙисә килә. Уның менән бергә Хәнифә, Ҡанифә исемле ҡыҙҙар ҙа була. Хәнифә – Муйнаҡ ауылына, Ҡанифә Әбүләис (Ергәйеш) ауылына уҡытырға ебәрелә.
Хәҙисә инәйҙең хәтерләүҙәрен 1986 йылда 6-сы класс уҡыусылары яҙып алған: «Мин үҙем Орск ҡалаһынан. Шунда тыуҙым, үҫтем, мәктәптә уҡыным. Яңыса уҡыу башланғас, беҙҙе мәктәп программаһы буйынса белем бирергә әҙерләнеләр ҙә, уҡып бөткәс, төрлөбөҙҙө төрлө яҡҡа эшкә ебәрҙеләр. Мин ошо Самаҙы ауылына эләктем. Был 1922 йыл ине. Ул ваҡытта колхоз да, мәктәп тә юҡ ине әле. Беҙ балаларҙы яңыса уҡырға, яҙырға өйрәтергә тейеш. Мине Муллағол муллаға урынлаштырҙылар (хәҙер Ҡылысбаева Мәймүнә инәй йәшәгән урын). Элек ҙур өй тип иҫәпләгәнгә күрә, уҡыуҙы тәүҙә шул өйҙә ойоштороп ебәрҙем. Бөтә балалар ҙа бер класта уҡыны. Еткән ҡыҙ-егеттәр менән бергә бәләкәй генә ҡыҙҙар, малайҙар уҡыны. Иҙәндә ултырып, ширлеккә һалып яҙалар ине. Кейемдәре лә насар ғына. Таҡтаны ҡараға буятып, мәктәп таҡтаһы яһаттым. Балаларға шунда яҙып күрһәтә инем. Күптәре ҡәләм дә тота белмәй. Икенсе йылына мәктәп итеп Нәбиулла олатайҙың (Байгилдин Рәсүлдең урыны) өйөн бирҙеләр. Өсөнсө йыл Хәйбулла олатайҙың (яңы магазин урыны) өйөндә уҡыттым. 1923 йылда Йылайырға курсҡа барып ҡайттым. Иң йәш, тырыш уҡыусыларым Сәйфулла Ҡарабаев, Хәсибә Дәүләтбаева һәм Хәсбиямал Яҡшыбаева булды. Уҡытҡан өсөн эш хаҡы түләнмәне, ата-әсәләр нимә бирә ала, шуны килтерә ине. Элекке колхоз идараһы урынлашҡан урында мәсет булды. Шул мәсетте мәҙрәсәгә әйләндереп, аҙаҡ мәктәп яһанылар. Мәктәптә лә парталар булманы, иҙәндә ултырып тәпәшәк кенә өҫтәлдәрҙә, ширлектәрҙә яҙа торғайнылар».
Бына ниндәй шарттарҙа уҡыған үткән быуат башында балалар. Илдә мәжбүри дүрт йыллыҡ белем алыу законы индерелә. Райондың эрерәк ауылдарында дүрт йыллыҡ мәктәптәр асыу эше башлана. Иң ҙур ҡыйынлыҡ мәктәп бинаһы һалыу булған. Күп мәктәптәр ваҡытлыса элекке мәсет-мәҙрәсәләрҙә урынлаша. Ваҡытлыса тип һаналһа ла мәсеттәрҙә уҡытыу оҙаҡ йылдар дауам иткән. Самаҙыла ла 1972 йылға тиклем мәсет-мәҙрәсә бинаһында уҡытыла. 1933 йылға тиклем мәктәптәрҙә, ликбездарҙа уҡыу ғәрәп алфавиты буйынса бара, 1933-1937 йылдарҙа латин алфавитына күсә. Ә 1938 йылдан башлап хәҙерге рус алфавиты индерелә.
1924 йыл пионер ойошмаһы барлыҡҡа килә. Күгәрсен ауылында тәүге пионер слёты үткәрелә. Шунда балалар башлап пионер галстугын күрә. Самаҙыла пионер ойошмаһына тәүгеләрҙән булып Әхмәтдин Байгилдин, Ғайса Ҡылысбаев, Хәҙисә Дәүләтбаева, Маһира, Нәғимә, Рәхимә, Гөльямал Ҡарабаевалар, Фәтҡулла Йылҡыбаев, Тәҡиә Атйетәрова, Фәтхислам Йылҡыбаев, Хәйбрахман Дәүләтбаев, Мөхтәр һәм Кинйәбай Яҡшыбаевтар алына. Ләкин ата-әсәләре галстук тағырға ҡушмай. Тәүге пионервожатыйҙың исем-шәрифе билдәһеҙ. 1926 йылда комсомол ойошмаһы төҙөлә. Уның беренсе секретары – Ғәбит Байгилдин, ә тәүге комсомолецтар Сабир Мусин, Абдулла Кәримов, Зәйнәғидтин Байгилдин, Хөснитдин Исхаҡов, Вәли, Мәхәмәтғәле, Абдулла, Ноғоман Ҡылысбаевтар була. Ғәбит Байгилдин 1935 йыл Стәрлетамаҡта партия мәктәбендә уҡып ҡайта.
1928 йылда Самаҙыла коллективлашыу башлана. Бында ун өс хужалыҡты берләштергән «Ҡыҙыл маяҡ» исемендәге артель ойошторола. Тәүге рәйес Йәһүҙә Яҡшыгилдин (Дәүләтбаев) була. Уның яҙмышы бик фажиғәле тамамлана: репрессияға эләгеп, шул китеүҙән ҡайтмай. Ғәлиәхмәт Хәмиҙуллин, Әхмәҙулла Кәримов, Сөләймән, Шәмөхәмәт, Йәрмөхәмәт Ҡарабаевтар, Ғәйнизар, Мортаҙа Дәүләтбаевтар, Шәмсетдин Аҫылғужин, Хөснитдин Исхаҡов, Мырҙағол Яҡшыбаев, Зөлфиә, Мәхәмәтғәле Ҡылысбаевтар – тәүге колхозсылар. Ошо уҡ йылдарҙа ликбез ойошторола. Таһир Ҡотлогилдин тәүге мөғәллим, аҙаҡ Ғәлиәхмәт Хәмиҙуллин белем бирә. 1929 йыл элекке мәсет бинаһында башланғыс мәктәп асыла. Өсөнсө биш йыллыҡ осоронда мәжбүри ете йыллыҡ белем биреү бурысы ҡуйыла, уҡытыусы кадрҙарға ихтыяж арта. Ейәнсуралар Ырымбурҙа Каруанһарайҙа урынлашҡан һәм Желтый педтехникумдарында уҡый. Беҙҙең ауылдан Сәйфулла Ҡарабаев та Каруанһарайҙа уҡып сығып, төрлө ауылдарҙа уҡыта. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, һынатмай. Ғүмеренең 40 йылын балалар тәрбиәләүгә арнай: Байышта – балалар йорто директоры, Самаҙыла уҡытыусы, мәктәп директоры, партия ойошмаһы етәксеһе булып эшләй.
Самаҙы мәктәбендә күп кенә уҡытыусылар эшләп китә. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Ғәли һәм Мансура Мусиндар, Барый Биғәнәҡов, Рәхмәтулла Ҡарабаев, Үргендән – Шәриф Аҙнабаев менән Мәғәфүрә Юлдашева, Күгәрсендән Абдулла Мәсәғүтов, Сибайҙан Мансура Тишурина уҡыта. Ғайса Ҡылысбаев 1935 йылдан уҡыта башлай. 1941 йылда һуғышҡа алына һәм ауылға әйләнеп ҡайтмай, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Нисек кенә ауыр булмаһын, һуғыш йылдарында ла уҡытыу дауам итә. Ул йылдарҙа мәктәптә Асия Туҡтамышева, Сажида Мәсәғүтова, Вәхит Ҡыуатов, Сабира Ҡурманова, Хәсәев, Солтанов эшләй. Ир-егеттәр һуғышҡа киткәс, бөтә эш өлкәндәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ҡулында ҡала. Улар мал көтә, үгеҙ менән баҫыуҙарҙа ер һөрә, башаҡ йыя, утын, бесән әҙерләй, яуға киткән атай-ағайҙары урынына ауыр эштәрҙә йөрөй.
Вәхит Ҡыуатов Самаҙыла оҙаҡ йылдар эшләй. Аҙаҡ Байыш ауылына күсә. Ул Самаҙы мәктәбендә 1945 йыл аҙағында, Яңы йыл байрамы алдынан эш башлаған була. Балаларға шыршы байрамы үткәреүе тураһында өлкәндәр әле булһа ла иҫләп һөйләйҙәр. Ошо осорҙа ауылға Майоровтар ғаиләһе күсеп килә. Ауыл халҡы уларҙы йылы ҡабул итә. Халыҡ иҫләүенсә колхоз эшендә лә, уҡыуҙа ла һынатмай Майоровтар. Yҙҙәре саф башҡортса һөйләшергә лә өйрәнә. Булат Майоров район гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй. Анатолий Петрович Майоров БДУ-ның сит телдәр факультетын, аҙаҡ МДПИ аспирантураһын тамамлап, филология фәндәре кандидаты булараҡ, БДПУ-ла сит телдәр кафедраһы мөдире булып эшләй. Башҡорт, рус, немец, инглиз, француз телдәрендә иркен аралаша. Күп кенә башҡорт телендәге әҫәрҙәрҙе рус теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә.
50-60-сы йылдарҙа уҡытыусылар коллективы йыш алышына. Был осорҙа Мәрфүзә, Асия Ҡарабаевалар эшләй, ә Сәйфулла Ҡарабаев мәктәп директоры була. Ошо йылдарҙа мәктәпкә ныҡлы ремонт үткәрелә, мәсет бинаһына үҙгәрештәр индерелә. 1956 йылда Самаҙы башланғыс мәктәбенә йәш уҡытыусы – Ғәшиә Егетбай ҡыҙы Дәүләтбаева (Баишева) килә. Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы, арымай-талмай, башланғыс класс уҡыусыларына белем һәм тәрбиә бирә.
Уҡытыу менән тәрбиә эше бергә алып барыла, мәктәптә ҡыҙыҡлы тәрбиәүи саралар үткәрелә. Хатта уҡыусылар район үҙәгендә үткәрелгән пионер слеттарында ҡатнаша. Был эште башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм пионер ойошмаһы етәксеһе Миңсара Хәсән ҡыҙы Дәүләтбаева (Яубаҫарова) ойоштора. Ул Самаҙы мәктәбендә байтаҡ йылдар эшләп китә. Шулай уҡ Мәрйәм Сөләймән ҡыҙы Ҡарабаеваның да хеҙмәт юлы бында үткән. Педучилище тамамлағас, утыҙ алты йыл буйына ең һыҙғанып, башланғыс класс уҡыусыларына белем һәм тәрбиә бирә. Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Сабитоваға ла Самаҙы мәктәбендә эшләргә тура килә. Ул эшләгән осорҙа балалар күп була: һәр класта 20-25 уҡыусы. Өлкән уҡытыусы 1970 йылдан Абзан урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы исеменә лайыҡ була.
1967 йыл үҙ эштәренең оҫтаһы булған Абдрахман һәм Маһира Биктимеровтар Самаҙы мәктәбенә эшкә ебәрелә. Абдрахман Хөснитдин улы мәктәп директоры итеп билдәләнә һәм Самаҙы башланғыс мәктәбе бөткәнсе ошо вазифаны башҡара. Тәжрибәле педагогтарҙы ауыл халҡы ғәҙел, яҡшы уҡытыусы булараҡ, һағынып иҫкә ала. Абдрахман Хөснитдин улы һәм Маһира Хаммат ҡыҙы Биктимеровтар хаҡлы ялға сыҡҡансы Самаҙы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытты.
1961 йылда мотлаҡ урта белем биреү тураһында закон ҡабул ителә. Районда урта һәм һигеҙ йыллыҡ мәктәптәр күбәйә. Самаҙыла яңы мәктәп асылғансы тәжрибәле уҡытыусылар: Абдрахман һәм Маһира Биктимеровтар, Ғәшиә Дәүләтбаева, Гөлдәр Танһыҡҡужина эшләй. Районда инициатива юлы менән мәктәптәр төҙөү башлана. Дәүләт колхозға социаль-мәҙәни объект төҙөү өсөн аҡса бүлә, колхоз ошо аҡсаға мәктәп һала. Ошо юл менән 60-70-се йылдарҙа бик күп мәктәптәр төҙөлә. «Дружба» колхозы етәксеһе был эштә айырыуса ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Рифҡәт Әхмәт улы Фәйзуллиндың изге эшен әле лә һағынып һөйләйҙәр. Колхоз идараһы итеп төҙөлгән бинаны ҙурайтып, мәктәпкә әйләндерәләр. Шулай итеп, башланғыс мәктәп нигеҙендә 1972 йылда Самаҙы һигеҙ йыллыҡ мәктәбе асыла.
Мәктәп асылыу Самаҙы ауылының социаль йөҙөн билдәләүҙә ыңғай роль уйнаны. Махсус белемле уҡытыусылар килә, халыҡ араһында мәҙәни эш йәнләнә. Самаҙы һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп Яхъя Шаһисәлим улы Юлдашбаев тәғәйенләнә. Йәш һәм һәләтле директор мәктәп өсөн матур бина төҙөкләндереүгә көсөн һәм ныҡышмалылығын йәлләмәй. Мәктәп уҡыу йылы башланыуға әҙер була. Ғариф Әғзәм улы Хәмиҙуллин уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары була. Тәүге уҡытыусылар: Маһира Биктимерова, Алсу Биктимерова, Ғәшиә Дәүләтбаева, Абдрахман Биктимеров, Гөльямал Ваһапова, Рәүилә Юлдашбаева, Мәүлиҙә Ҡылысбаева, Йосоп Ҡыуандыҡов, Таңһылыу Йәғәфәрова. Шуларҙың икәүһе – юғары, өсәүһе – махсус урта, береһе – тулы булмаған юғары, бишәүһе урта белемгә эйә була. Мәктәптә 152 уҡыусы уҡыған. 1973 йылда тәүге сығарылышта 18 уҡыусы мәктәпте тамамлап, ҡулына таныҡлыҡ алған.
2002 йыл Самаҙы ауылында мәктәп тарихына инәсәк иҫтәлекле ваҡиға булып үтте. Ауылда башланғыс мәктәп асылыуға – 85 йыл, ә һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә 30 йыл тулыуын билдәләнек. Күркәм байрамға ошо мәктәптә эшләп киткән уҡытыусылар саҡырылды, төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар осрашып күрешер өсөн йыйылды. Йәше лә, ҡарты ла иҫтәлекле ваҡиғаның шаһиты булды. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 400-ҙән артыҡ уҡыусы мәктәпте тамамлаған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылғас, уҡыуға ынтылыш көсәйҙе. Юғары белемлеләр хәҙер бер нисә тиҫтә. Улар илдең төрлө мөйөштәрендә белем алды, эшләне, тыуған колхозға хеҙмәт итте.
Самаҙы төп дөйөм биреү мәктәбе йәш, әммә ошо ҡыҫҡа ғына тарихында ла ваҡиғаларға бай булды. Пионер дружинаһына 1972 йылда Ш. Хоҙайбирҙин исеме бирелде. Пионерҙар 1977 йылда З.Р. Аҡъюлова етәкселегендә Латвияла экскурсияла булып ҡайтты. Ә 1983 йылда мәктәпкә башҡорт халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Зәйнәп Биишева килде. Ошо уҡ йыл мәктәп социалистик ярышта беренсе урын яулай. Шулай уҡ яҙыусы-шағирҙар Р. Мифтахов, Х. Назар, М. Уразаев, М. Бураҡаева, артистар С. Дәүләтбаев, Р. Йәнбәков, С. Сафуанов һәм башҡалар ҡунаҡта булды. 1986 йылда беҙҙең мәктәп уҡыусылары Зөмәрә Шәрипова, Ғаян Дәүләтбаев, Гөлнара Юлдашбаева, Венер Исхаҡов Республика Тальян байрамында ҡатнашып, диплом менән бүләкләнде, уларҙың сығышын бер нисә тапҡыр телевизорҙан күрһәттеләр. Самаҙы мәктәбе уҡыусылары 1987 йылда – Башҡортостандың иң тәүге баш ҡалаһы Темәстә, ә 1988 йылда Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылында булды. 1996 йылда – А. Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры артистары, ә 2002 йылда балалар яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Ф. Ғөбәйҙуллина менән осрашыу ойошторолдо.
2003 йылдың октябрь айында ауылымдың йәме, ҡото булған белем йортона нигеҙ һалынды. Самаҙыла 70 урынлыҡ мәктәп төҙөлә, хаҡы 26 млн һум тәшкил итә. Ул беренсе ҡыңғырау байрамына тиклем тапшырылырға тейеш була. Бер үк ваҡытта ауылда һыу үткәргес төҙөлдө, мәктәпкә, өйҙәргә зәңгәр яғыулыҡ тоташтырылды, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы күрһәтә башлай. 2004 йылдың 21 авгусында Самаҙы ауылы әҙерләнеп, төҙәнеп, матурланып «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына ҡунаҡтар саҡырҙы. Район етәкселегенең хәстәрлеге һәм урындағы халыҡтың тырышлығы һөҙөмтәһендә ауылдың йөҙө ныҡ үҙгәрҙе. Яңы типтағы мәктәп, газ үткәрелгән өйҙәр, медицина учреждениеһы ауылдың йөҙөк ҡашы булып, тирә-яҡҡа йәм бирҙе.
Самаҙы халҡы өсөн иң тулҡынландырғыс мәл 2004 йылдың 27 авгусы булғандыр. Был көндө Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты М. Рәхимов эш сәфәре менән беҙҙең районға килде һәм Самаҙы төп дөйөм белем биреү мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты. Мәктәптең тирә-яғы халыҡ менән шығырым тулы ине. Уҡыусыларҙың шатлығын уртаҡлашырға Урал аръяғы райондары ассоциациацияһы рәйесе, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Р. Сарбаев, Йылайыр район хакимиәте башлығы Ю. Вәлиев, урындағы халыҡ, мәктәп төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән предприятиелар етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре килгәйне. Юғары ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән Зинира Байгилдина, Динар Дәүләтбаев, Әлфиә Ҡарабаева ҡаршыланы. Самаҙыларҙың шатлығын шулай уҡ БР мәғариф министры З. Рәхмәтуллина, БР төҙөлөш, архитектура, транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Х. Мәүлийәров уртаҡлашты. Мәғариф министры уҡыусыларға уҡыуҙарында ҙур уңыштар, уҡытыусыларға ижади үҫештәр теләне. Уға яуап итеп мәктәп директоры Г.Әбсәләмова сығыш яһаны, ата-әсәләр исеменән М. Йылҡыбаева ҙур рәхмәт әйтте. Тәбрикләгәндән һуң район хакимиәте башлығы Ә. Байсурин республика Президентын район тормошо менән таныштырҙы. Артабан Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәм Әлфәрис Сәлихйән улы тантаналы шарттарҙа ал таҫманы киҫеп, матур яңы мәктәптең ишектәрен асты. Бар халыҡ ҡыуанып эскә үтте. Яңы мәктәпкә ҡунаҡтар ҙа һоҡланыу хисен йәшермәне, хатта Президент парта артына ултырып ҡараны, уҡыусы сағын иҫкә төшөргәндер. Аҙаҡ тышта халыҡ менән әңгәмәләште. Яңы, ваҡытында тапшырылған Самаҙы мәктәбе тел шартлатырлыҡ ине. Сөнки өр-яңы мәктәп ҡайһы бер ҡала мәктәптәренән яҡшыраҡ йыһазландырылған. Самаҙылағы һымаҡ мәктәп районда тәүгеһе ине. Беренсе синыфҡа 8 уҡыусы белем алырға килде. Кескәйҙәрҙе белем үрҙәренә уҡытыусы Санъяр Иҙелбай улы Дәүләтбаев етәкләне. Уларға тәжрибәле уҡытыусылар: мәктәп директоры Әбсәләмова Гөлгөнә Әхмәт ҡыҙы, директор урынбаҫары Юлдашбаев Фәнил Яхъя улы, Дәүләтбаев Санъяр Иҙелбай улы, Ҡарабаева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы, Ҡарабаева Йәмилә Ғәлим ҡыҙы, Ҡылысбаева Гөлфара Кинйәғәле ҡыҙы, Уйылданова Рәйсә Вәлетдин ҡыҙы, Дәүләтбаева Ләлә Марат ҡыҙы, Йылҡыбаева Мәүлиҙә Һәҙиәт ҡыҙы, Дәүләтбаева Алмабикә Ҡотләхмәт ҡыҙы, Биктимерова Нурия Ишмырҙа ҡыҙы, Йылҡыбаева Фәнисә Ғаяз ҡыҙы, Яҡшыбаева Рәйфә Хөснитдин ҡыҙы, Хәйбуллин Әлфәрит Хөснулла улы, Байгилдина Зилә Йосоп ҡыҙы белем бирҙе.
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар яңы мәктәптә эште дәрт, ижади үҫештәр менән башланы. Коллективтың тырышлығы менән мәктәп тирә-яғы гөл-баҡсаға күмелде. Мәктәп район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Призлы урындар ҙа яуланы. Республика кимәлендә үткәрелгән «Йәшел биҙәк-2005» конкурсында III урын яуланы. Баймаҡ ҡалаһында үткәрелгән «Яҙғы тамсылар» республика зона конкурсында Алтынай Аҫылғужина уңышлы сығыш яһаны. 2007 йылда Стәрлебаш районында үткән «Урал батыр» эпосын һөйләүселәрҙең IX Республика бәйгеһендә Р.Ғарипов шиғырҙарын һөйләү номинацияһында Әлфиә Ҡарабаева II урын яуланы. 2008 йылда Стәрлетамаҡ районында үткән шул уҡ бәйгелә беҙҙең төркөм визитка һәм сәхнәләштереү буйынса еңеп, республика этабына үтте. 2010 йыл Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында үткән «Башҡортостан ынйылары» республика конкурс-фестиваленең финалында «Самаҙы» театраль-фольклор коллективы 1-се дәрәжәләге диплом алып ҡайтты. Ошо уҡ йылды уҡыусыбыҙ Ирәндек Байгилдинға Мәскәү ҡалаһында Президент шыршыһында ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Бөгөн Самаҙы башланғыс мәктәбендә 19 уҡыусы белем ала. Уларҙы тәжрибәле уҡытыусылар Йәмилә Ғәлим ҡыҙы Ҡарабаева менән Гөлфара Кинйәғәле ҡыҙы Ҡылысбаева уҡыта. Мәктәп – ауылды йәшәткән изге урын. Ул бөтһә, ауыл да юҡҡа сығыр. 100 йыл ваҡыт эсендә – һәр кемебеҙҙең балалыҡ, шаян, үҫмер саҡтар тап ошо мәктәптә үткән, барыһы ла яҡын, онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырған, үҙ дәүерендә күпме ҡошсоҡтарына ҡанат ҡуйып үҫтергән, нығытҡан. Һәр ваҡыт гөл-сәскәләргә төрөнөп, ҡыңғырау тауыштарың менән уҡыусыларыңды саҡырып тор, туған мәктәбем!
Читайте нас: