Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
12 Апрель 2018, 13:03

БЕРҘӘМЛЕКТӘ – КӨС

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға – 100 йыл

6 мартта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Темәс ауылында көньяҡ-көнсығыш райондары, урындағы ҡоролтай етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, тарих уҡытыусылары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.
Был осрашыу Темәс ауылында урынлашҡан Башҡорт Хөкүмәте музейы ҡарамағындағы Зәки Вәлиди һәйкәле янында Өфөнән килгән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселәрен, билдәле тарихсылар: Азат Ярмуллин, Нурислам Ҡалмантаев, Искәндәр Батталовты, республика кимәлендәге йәмәғәт ойошмалары етәкселәрен ҡаршы алыу һәм Башҡортостан гимны менән башланып китте. Ошо тантананы баһалап, Баймаҡ районы ир-егеттәре 1917 йылдағы башҡорт һыбайлылары кейемендә елдереп килеп сафҡа теҙелде. Һыбайлыларҙың ун ете булыуы Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыныуы – 1917 йыл икәнен дәлилләй ине. Йорт-музейҙың икенсе ҡат балконында Зәки Вәлиди, Муса Мортазин һәм Шәйехзада Бабичты һынландырған өс ир-уҙаман пәйҙә булды. Уларҙың һәр береһе шул замандың оранын яңғыратты, Бабичтың шиғырҙары ҡатнашыусыларҙың күңеленә үтеп инде. Бынан 100 йыл элек Башҡорт автономияһын төҙөгән, яулап алғандар хөрмәтенә һәйкәл алды ҡыҙыл сәскәләргә күмелде. Шунан музей менән уның хеҙмәткәрҙәре таныштырҙы. Экспонаттар бик күп. Бер залда видеороликтан район тарихы, кешеләре, үҫеш йылдары күрһәтелде. Айырым бүлмәлә муляжда һынландырылған хөкүмәт ағзаларының эш ваҡыты сағылдырылған. Яҡташтарыбыҙ Юныс Бикбов, Мстислав Ҡулаев тураһында киң мәғлүмәт бар. Был йортҡа Усман һәм Ғүмәр Ҡыуатовтар, Сөләймән Мырҙабулатов та дәүләт эше менән күп тапҡырҙар килеп йөрөгән. Беҙҙең менән бергә барған Хәҙисә Ғәйнизарова 1941 йылда Темәс педучилищеһын тамамлаған өләсәһе Вәғиҙә апайҙың сығарылыш фотоһын танып, төшөрөп алды.

Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов йыйылышты дауам итеп, Башҡортостан автономияһы төҙөлөүҙең 100 йыллығын билдәләүҙең әһәмиәте, башҡорт халҡының ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйына алып барған көрәшен шул осор ир-уҙамандарының тормошҡа ашырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беҙгә, нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, үҙ-үҙебеҙҙе яҡлап, һаҡлап, артабан үҫеш алырға кәрәк. Әгәр 1917 йылдағы еңеүҙәр булмаһа, бәлки бөгөнгө республикабыҙ ҙа булмауы мөмкин ине. 1918 йылдағы көрәш, дәүләтселектең нигеҙен формалаштырыу, бөтә субъекттар араһында үҙ ғәскәребеҙҙе төҙөп көрәш алып бармаһаҡ, хәлдең нисек булыуы ҡатмарлы. Бөгөнгө түңәрәк өҫтәлдең ниәте: “Берҙәмлектә – көс”, үҙебеҙ өсөн эштә берҙәм булайыҡ, тине.
Азат Ярмуллин “У истоков Башкирской Республики“ китабы менән танышыу мөмкинлеге бирҙе. Унда беҙҙең яҡташтарыбыҙ тураһында ла мәғлүмәттәр бар, айырым шәхестәрҙең автономия яулауҙағы хеҙмәттәре яҙылған. Ул, шулай уҡ, халҡыбыҙҙың үҙаллылығы өсөн көрәштәге ваҡиғаларға байҡау яһаны. Венгер монахы Юлиан яҙып ҡалдырғанса, XIII быуатта уҡ башҡорттар монгол яуы осоронда автономиялы дәүләтселекте һаҡлап, килешеү төҙөгән, монголдар иҙеүенән һаҡланып, яһаҡ ҡына түләгәндәр, 1812 йылғы француз яуында Мәскәү Кремлен башҡорт ғәскәрҙәре килеп өлгөрөп, яндырыуҙан ҡотҡарып ҡалған. 1917 йылдың декабрендә Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайы автономиялы хөкүмәт төҙөй һәм 1919 йылда РСФСР нигеҙендә беренсе булып Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (БАССР) төҙөлә. 1922 йыл, шул осорҙа республика етәксеһе Муллаян Халиҡовтың тәҡдиме, тырышлығы менән Оло Башҡортостан төҙөлә, үҙәге итеп Өфө ҡалдырыла. Әле лә һәр эштә берҙәм булыу мөһим, тип үҙ сығышын тамамланы.
Осрашыуҙа көнбайыш төбәктә йәшәүсе ырыуҙаштарыбыҙҙың береһе, Муллаян Халиҡовтың Бүздәк районында йәшәүсе туғаны: “Беҙ икенсе диалектта һөйләшәбеҙ, беҙҙең башҡорт икәнлекте һанлап бөтөрмәйһегеҙ, – тип үпкә һүҙен дә еткерҙе. – Музейҙы бик яҡшылап ҡарап сыҡтым, Оло Башҡортостанды даулап йөрөгән, ойошторған, өс йыл буйы ошо хөкүмәтте етәкләгән кеше тураһында музейҙа бер нәмә лә юҡ”. Ә беҙҙең район музейында шул осор етәкселәре мөйөшө бармы һуң, тип әйтәһе килә.
Нурислам Ҡалмантаев, тарих белгесе булараҡ: “Һәр төп хәлде ырыуҙар йыйыны хәл иткән. Халҡыбыҙ дөйөм дәүләт булмаһа ла, ырыуҙар берлеге, һәр ырыу үҙ эсендә бөтә мәсьәләләрҙе бер булып тикшергән, ырыуҙы, илде, ерҙе һаҡлау, ғаилә хәле, донъя көтөү, мал аҫрау, ер эшкәртеү, сабынлыҡ, урман эштәре лә һәр кемдең ҡатнашлығында хәл ителгән. Ата-бабаларыбыҙҙың үткәнен белеү, һаҡлау, шул нигеҙҙә халҡыбыҙҙың рухын һаҡлау – бик мөһим эш”, – тине.
Искәндәр Сәйетбатталов, азатлыҡҡа баҫым яһап, уның нисегерәк булыуы, хәҙер тыуған төйәгебеҙҙе һаҡлау тураһында үҙ фекерҙәрен еткерҙе.
Баймаҡ районы Өмөтбай урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов мәктәп музейы тураһында һөйләп, видеороликтан үҙ эштәре менән таныштырҙы. Бындай мәғлүмәт беҙҙең республикала бер ерҙә лә юҡтыр, моғайын. Улар 1812 йылғы һуғыш эҙҙәренән үтеп Парижға барып еткәндәр. Европа илдәрендә беҙҙең яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәрҙе төшөрөп алғандар. Париж музейындай музей юҡтыр, унда беҙҙең яугирҙар һыны, ҡоралы, кейемдәре барыһы ла ҡәҙерләп һаҡланыуын күрһәтте. Айҙар Мәжитов музейҙар аша тәрбиә эшенең ни тиклем әһәмиәтле икәнен асып һалырға тырышты.
– Музейҙа кеше үткән дәүер, тормошто үҙе аша кисерә. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, тип бушҡа ғына әйтмәгәндер халҡыбыҙ. Музейҙар халыҡ, киләсәк өсөн эшләһен ине, унда халыҡ килерлек итеп эшләй белергә, эшләргә кәрәк.
Һәр сығыш яһаусы үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән уртаҡлашты. Эдуард Исмәғилев “Яугир” хәрби-патриотик клубы, Ильяс Ҡасҡынов “Яҡташтар” ойошмаһы, Рәйсә Күзбәкова “Аҡ тирмә”, Шәүрә Йомағужина “Маҡсат” йәмәғәт ойошмалары хәрәкәте менән таныштырып, бик күп мәғлүмәт еткерҙеләр.
“Урал” башҡорт халыҡ үҙәге”нән Риф Иҫәнов һәр ырыуҙың биләмәһе, тарихын белеү, халыҡҡа еткереү кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте. Йыйын үҙенең ҡарарын ҡабул итте, ул республика матбуғатында баҫылып сығасаҡ.
Республикала дворяндар ойошмаһы эшләп килә. Осрашыуҙа 70 йәшен тултырған пенсионер, шул ойошма етәксеһе үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләп, тарихсыларға “Дворяндар династияһы” исемле китап әҙерләүҙә ҡатнашыуҙарын һораны. Минең 700 га ерем бар, бөтә йәмәғәт эштәрен үҙ иҫәбемә башҡарам, китап әҙерләү, сығарыу минең иҫәптән, тине.
Был осрашыуҙа мин дә сығыш яһаным. Автономиялы башҡорт хөкүмәте төҙөүҙең алғы сафында яҡташтарыбыҙ булған. Улар тураһында район гәзиттәрендә баҫылған сығыштарҙың күсермәһен бер нисә районға бирҙем. Мәктәптәрҙә, китапханаларҙа осрашыуҙар үткәрәбеҙ, яҡташтарыбыҙҙы онотмайбыҙ тинем. Ю. Бикбов, Б. Ишемғол, М. Ҡулаевтар тураһында эшләгән видеороликты Темәс музейына бүләк иттем. Яҡташтарыбыҙҙың балалары, тамырҙары сит-яҡтарҙа йәшәһә лә, бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Экранда Юныс Бикбовтың ҡыҙы Наилә, уның ҡыҙы Эльвираның Ташкенттан ҡайтып Әбүләис ауылында, ә Яңы Себенле ауылында Булат Ишемғолдоң ҡыҙы Клара, ейәнсәре Ғәлиәнең Франциянан ҡайтып яҡташтары менән осрашыуын сағылдырған видеояҙмалар залдағылар өсөн бик фәһемле булғандыр, тип уйлайым. Ошо йыйында ҡатнашыусы, Ю. Бикбовтың ҡустыһының ҡыҙы Асия менән таныштырҙым, бик дәррәү ҡул саптылар. Асия апай бик абруйлы кеше, шиғырҙар китабы авторы, улы – урман хужалығы белгесе, етәксе, ә ҡыҙы – бер нисә магазин тотоусы эшҡыуар. Ә бер улы Өфөлә Ауыл хужалығы университетында эшләй, фән кандидаты. Тормош иптәше Сөләймән Мырҙабулатовтың туғаны, улар мәғариф өлкәһендә эшләнеләр. Асия апай бик тырыш, маҡсатлы кеше, Темәскә барып урынлашыуҙары ла туғандарының оло хеҙмәтен баһалап, шунда барғандар кеүек. Сығыш яһауға ваҡыт әҙ бирелде, төп фекерем шул булды.
Башҡортостан автономияһын төҙөүҙә яҡташтарыбыҙ мөһим эштәр башҡарған. Беҙ уларҙың балаларының балалары менән дә бәйләнеш тотабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Донъя, тормош бер урында тормай, үҙгәрә, яңыра. БДБҠ идараһы был осрашыуға айырыуса йәштәрҙе саҡырған, күбеһе уҡытыусылар. Автономия өсөн көрәште лә бит уҡыған кешеләр етәкләгән, ойошторған, маҡсатҡа еткергән. Хәҙер ҙә донъя көтөүҙә белем кәрәк, матди байлыҡ булдырып ҡына ҡалмай, милли аңды, телебеҙҙе һаҡларға кәрәк. Теле юҡтың – иле юҡ, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр.
Әлеге ваҡытта республика етәкселеге ауылдарҙа кооперативтар ойоштороуға ҡайтыу мәсьәләһен күтәрә. Был ҡатмарлы, ауыр эш. Бергәләшеп эшләүҙе оноттолар. Һәр ауыл үҙ хәстәрен үҙе күреүе көн кеүек асыҡ. Район хакимиәте лә был мәсьәлә буйынса ауылдарҙа аңлатыу эше алып бара башланы. Район халҡының, һәр ауылдың тормош хәле, киләсәге үҙе ҡулында тигәнде онотмаһаҡ ине. Нисек эшләйбеҙ, шулай йәшәйәсәкбеҙ.
Читайте нас: