Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
29 Июнь 2018, 12:06

ИБРАЙ ГӨРЛӘЙ, ИБРАЙ ЙӘШӘЙ! КИЛӘСӘККӘ ҠЫЙЫУ АТЛАЙ!

23 июндә үткән Шәжәрә байрамына ситтән ҡайтҡандар, ҡунаҡтар ауылдаштары өсөн ғорурлыҡ кисерҙе.

Ни сыҡһа ла шул ибрайҙарҙан сыға! Йыш ишетелгән был һүҙҙәрҙе кемдәрҙер һоҡланыуын белдереп, ә кемдәрҙер көнләшеүҙән әйтә. Көнләшерҙәр ҙә шул! Ибрайҙар йор һүҙле, йыр-моңға маһирлыҡтарына өҫтәп, татыу, берҙәм, тырыш, егәрле лә. Бында тыуып үҫкән ул-ҡыҙҙары ғына түгел, килен-кейәүҙәре лә ауылдың киләсәге өсөн янып-көйә. 23 июндә үткән Шәжәрә байрамына ситтән ҡайтҡан ауылдаштар, ҡунаҡтар быға тағы бер ҡат инанып, ғорурлыҡ хистәре кисерҙе.
Йыл башында ҡор баштары йыйыны үткәреп, байрамдың көнө һәм урыны билдәләнеү менән, ибрайҙарҙа әҙерлек дәррәү башланды. Ғаилә йылында үткән был туғанлыҡ ептәрен барлауҙы, нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған Шәжәрә улар өсөн бер көнлөк байрам түгел, ә күп мәсьәләләрҙе хәл итерҙәй шәп сара булды. Мәҫәлән, ике ай дауамында барған фамилиялар концерты халыҡҡа кәйеф күтәренкелеге, күңелле ял ғына түгел, ә тормош ығы-зығыһына күмелеп, һирәк аралашҡан туғандарҙың тупланыуы, берләшеүе лә булды. Иң мөһиме, был концерттарҙа билет һатыуҙан йыйылған аҡса урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында ауылға асфальт түшәүгә тотоноласаҡ.
Ғәҙәттә, ҡунаҡ көткән һәр кем йорт-тирәһен йыйып, әҙерләнә. Был йәһәттән ибрайҙар һынатмаған. Өйҙәрҙең заманса, хатта ике ҡатлы итеп яңы һалып сыҡҡандары ла (айырыуса Йәштәр урамында), иҫке йорттарҙы яңыртып биҙәп ултыртҡандары ла – барыһы ла сағыулығы, матурлығы менән күҙ яуын ала. Ҡапҡаларҙың да ниндәй генәһе юҡ?!
Ҡапыл-ғара күҙгә ташланмаһа ла, байрам үтәсәк майҙанда ла башҡарылған эштәр бихисап: Сәйфетдиновтар менән Усмановтар сәхнәне тәртипкә килтереп, бынамын тигән итеп ултыртһа, Шәмсетдиновтар “батша йәйәү йөрөй торған” урынды хәстәрләне. Электрһыҙ байрам үткәреп булмай бит инде, был йәһәттән Әбделмәновтар тырышты: бағаналар ултыртып, сәхнәгә электр сымдары тартты. Батталовтар менән Йәғәфәровтар спорт майҙансығына – эскәмйәләр, Хәсәновтар менән Ғәлиевтар ҡый һалыу урыны хәстәрләне. Күсәрбаевтар күмәкләп фотоға төшөү урынын әҙерләне.
Шәжәрә үтәсәк майҙанға яҡынлашҡан һайын үҙеңде ата-бабаларыбыҙ йәйләп йәшәгән осорға эләккән кеүек хис итәһең – Оло Һүрәм буйындағы матур яландарҙа ҡайһы ара – тирмә ҡорған, ҡайһы ара япма эшләгән. Һәр “ихатала” ҡаҙандар эленгән. Уңған хужабикәләр башҡорт ҡатындарына хас ҡунаҡсыллыҡ менән усаҡ тирәһендә бөтөрөлә: ҡаҙанға ит һала, самауырға күмер төшөрә. Ә ҡалғандар иһә – сәхнә янында. Сөнки бына-бына, һыртҡы, үрге һәм түбәнге оста йәшәүселәр ауыл уртаһында бергә ҡушылып, йырлаша-йырлаша майҙансыҡҡа килеп етеүгә, тантана башланасаҡ…

Ҡор баштары Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәреп, ауыл биләмәһе башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов халыҡты сәләмләү менән, байрам асыҡ тип иғлан ителде. Тантаналы өлөшө йәйләүҙән-йәйләүгә күсенеп йөрөгән ата-бабаларыбыҙҙың ошо хозур төбәккә килеп, шунда төпләнергә ҡарар итеүҙәрен сәхнәләштереүҙән башланып китте. Эйе, киләсәк быуындарына шәп мираҫ ҡалдырған ата-бабалар – охмахтың бер мөйөшө тиерһең. Бесән сабайым тиһәң, төрлө үләнле киң яландар, мул һыулы йылға, тауҙар ҙа, ағастар ҙа етерлек – донъя көтөп йәшәү өсөн ошонан да уңайлы урын булыуы мөмкинме?! Ибрай ауылының тарихы менән таныштырған Тәлғәт Аҡбутин да был хаҡта әйтеп үтте.

Ибрай ул-ҡыҙҙары бөгөн ҡайһы тарафтарҙа ғына йәшәмәй ҙә, тырыш хеҙмәте менән данламай икән?! Улар ауылдан ситтә булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғырта. Мәҫәлән, Салауат Юлаев ордены кавалеры, мәғрифәтсе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева. Уның туған телдең бәҫен, милли рухты күтәреү өсөн башҡарған эштәренә тотош башҡорт иле рәхмәтле. Ә бына ауылдаштарына килгәндә, ул талҡан эшләү буйынса цех асып, уларҙы эш менән тәьмин итте. Хаҡлы ялға сыҡҡансы нефть өлкәһендә эшләп, бөгөн Үрге Йәркәйҙә йәшәгән Рамаҙан Уликановты яҡташтары Ҡабра тауҙа урын алған “Сәңгелдәк”те бүләк итеүсе итеп белә. Иҫәнғолда йәшәүсе Рәхим Кирәев иһә ауылға иман ҡайтарыусы – “Рәйсә” мәсетен төҙөтөүсе булараҡ билдәле. Тап шул ауылдаштар байрам тантанаһында “Ауылдың хөрмәтле кешеһе” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Уларға ауыл старостаһы Зөфәр Иҙрисов таҫма таҡты.
Ибрайҙар иң йәш һәм иң өлкән ауылдаштарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Яңыраҡ ҡына донъяға килеүсе Рамаҙандың ата-әсәһе Гөлшат менән Илфат Ҡыҙрасовтар һәм иң бәләкәй ҡыҙсыҡтың ата-әсәһе Илүзә менән Әлфәрис Иҙрисовтар, шулай уҡ иң өлкән инәй – Йомабикә Ҡолмөхәмәтова менән иң өлкән олатай – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғимран Ҡолмөхәмәтов ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән бүләктәрҙе алды.
Тантанаға район хакимиәте вәкиле – район хакимиәте башлығы урынбаҫары, район финанс идаралығы начальнигы Мөршиҙә Мөхәмәтнур ҡыҙы Байгилдина ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының сығышы ла яҡташтарына танһыҡ сәләм булды.
Кемдәр һуң улар – йомаҡай, мышы, сөрәгәй һәм башҡа аралар? Уларҙы күреп, танып белеү өсөн һәр бер ара сәхнә түренә саҡырылды. Артабан барыһы ла фотоға төшөү өсөн әҙерләнгән махсус урынға юлланды. Фотосессиянан һуң бергәләп, Мәғәфиә Ҡолмөхәмәтова ижад иткән Ибрай гимнын башҡарғас, халыҡ уйын майҙандарына таралды.
Сәхнә түрен үҙешмәкәр йырсылар, ҡурайсылар һәм гармунсылар алды. Бында Хөсәйеновтар – заманында районда билдәлелек яулаған, хатта Кремль сәхнәһендә сығыш яһаған ҡурайсылар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ғүмәр Хөсәйенов менән Әхмәтсәлим Яҡупов иҫтәлегенә ҡурайсылар бәйгеһе үтте. Беренсе урынға Иҫәнғолдан килгән Рамаҙан Атнағолов өлгәште.
Үткән быуаттың 30-сы йылдарында Ленинградҡа барып, йырҙарын грампластинкаға яҙҙыртҡан моңло тауышлы Шәһәрбаныу Ҡолмөхәмәтованың туғандары йырсылар араһында бәйге иғлан итте. Еңеүселәргә инәйҙең бүлә-бүләсәрҙәре шәп бүләк тә әҙерләгәйне. Гран-приға ир-егеттәрҙән – Тимур Уликанов, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Ҡарлуғас Күсәрбаева лайыҡ булды.
Ибрайҙың ғына түгел, Байдәүләт ауыл биләмәһенең башҡа ауылдарының да алыштырғыһыҙ баянсыһы булып, быйыл баҡыйлыҡҡа күскән Фәнил Яҡуповтың иҫтәлегенә гармунсылар араһында бәйгене Яҡуповтар ойошторҙо. Беренселек – Ибрайҙан Лилиә Әбүбәкировала!
Шиғыр һөйөүселәр араһында “Тыуған ауылымда данлайым” конкурсын Рамаҙан Уликанов бер нисә йыл даими үткәрә килә. Бәйгенең быйылғыһы Шәжәрә байрамы сиктәрендә үтте.
Спорт майҙанында ла бәйгеләр ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Уйындарҙың ниндәйе генә юҡ?! Теләгән ҡайһыһында үҙеңде һына, бүләк от! Ул төрлө арауыҡҡа йүгереү, “ат сабышы”, көйәнтә менән һыу ташыу, тоҡ менән һуғышыу, оҙонлоҡҡа һикереү, алыҫлыҡҡа таш ташлау, көршәк ватыу, гер күтәреү , ҡул көрәше, арҡан тартышыу, ауыш бағанаға менеү, “ғаилә эстафетаһы”, балалар өсөн айырым уйындар – уйындар ҙа, уларҙа ҡатнашырға теләүселәр ҙә етерлек! Һәр ара үҙенә бүленеп бирелгән уйындарҙы ойоштороп, бүләктәрен дә үҙҙәре хәстәрләгән. Шуғалыр күрәһең, бүләктәр күп булды, уйынсыларҙың бөтәһе лә тиерлек бүләк алып һөйөндө.
Заманында бил бирмәҫ көрәшсе, көрәш майҙанында ғәҙел судья булып танылған Марс Кирәевтың балалары Шәжәрә байрамы сиктәрендә үҙҙәре ойошторған көрәш ярышын атайҙары иҫтәленә арнаны. Әйткәндәй, уларҙың еңеүсегә әҙерләгән һарығын Ибрай егете Артур Ғәлимов алды. Волейбол буйынса ярышты ла Булат Нариман улы иҫтәлегенә арнап, Әбделмәновтар үткәрҙе. Заманында физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Хажмөхәмәт олатай Йәғәфәровтың ҡыҙҙары атайҙары рухына арнап, көстө һынау өсөн шәп бәйге – турникта күтәрелеү ярышын ойошторғайны. Ҡыҙҙар араһында ҡатнашырға теләүселәр булмаһа ла, көстәрен һынарға теләгән егеттәр байтаҡ булды. Ғүмәровтар менән Мырҙабулатовтар иһә атай-ҡартайҙары Фазылйән Мырҙабулатов иҫтәлегенә мәргәнлек бәйгеһе үткәрҙе.
Халыҡ уйнап-көлөп арып, бер аҙ ял итеп алыуға, сәхнәлә концерт башланды. Ауылдаштар Заһир һәм Рәүеф Иҫәнсуриндарҙың һәм уларҙың ижадташ дуҫтарының концерты Ибрай килене, РФ Дәүләт Думаһының 6-сы саҡырылыш депутаты, БДМУ профессоры Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаеваның матур бүләге булды. Олоһо ла-кесеһе лә дәртле йырҙарға ҡушылып йырлап-бейеп күңел асты. Концерт тамамланғас та таралырға ашыҡманы халыҡ. Шәжәрә байрамы уңайынан ойошторолған сараларҙы күңелле дискотека һәм фейерверк йомғаҡланы.

Ҡотлайбыҙ!

Шәжәрә байрамы уңайынан ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ауылдаштарының ихтирамын яулаған Байдәүләт ауыл биләмәһе Советы депутаты Иҙрисов Айрат Хаҡҡолой улы менән “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Аҡбутина Гөлдәр Буранбай ҡыҙы – Ейәнсура районы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы, Ҡыҙрасовтарҙың ҡор башы Сәлим Хәбибҡолой улы Ҡыҙрасов менән Ибрай ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Мырҙабаева Асия Ситдиҡ ҡыҙы Ейәнсура районы муниципаль район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде!



Читайте нас: