Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
18 Июль 2018, 18:27

ҺАҒЫНЫУҘЫ БАҪТЫ ОСРАШЫУ

Юлдашта "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте.

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Хәлдәр нисек, ҡан-ҡәрҙәштәр?!
Һеҙҙе һағынып, күрешергә
Ҡайтҡан ҡарттар, барлыҡ йәштәр!
Эйе, ашҡынып, һағынып ҡайтаһың шул, әгәр ауылыңдан ситтә ғүмер итһәң. Заман шауы баҫамы, әллә ваҡыт арбаһы шәп еләме – белмәҫһең, һуңғы арала ауылдаштар менән генә түгел, күптәр туған-тыумасалары менән дә һирәк күрешә, аралаша. Балалар тыуған йорттан бер-бер артлы оло тормош юлына сыҡтымы, ғүмер итеү икенсерәк юҫыҡҡа борола. Бала-сағалар тиҙ үк үҫеп буй еткерә, уларҙы ата-әсәләренә оҡшатып ҡына танымаһаң, кем балаһы булыуын белеүе лә ауыр.
Колхоз-совхоздар гөрләп торған, ырҙын табаҡтарына йөк машиналары геүләп ашлыҡ ташыған күңелле ваҡыттарҙа ошондай байрамдарҙың үтеүе хәтерҙә ҡалмаған. Эйе, байрамдар була ине. Ауыл клубтарында теге йәки был сараға арнап ойошторолған йыйылыштарҙан һуң ҡуйылған концерттар булһынмы, хатта һайлауҙар ҙа күңелле, оло байрам шикелле үтә ине. Ә бына “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүектәре булмай торғайны. Сөнки ул ваҡытта, минеңсә, бөтә халыҡ тыуған ауылында йәшәгән, колхоз эшендә ҡайнаған һымаҡ. Бөгөнгө кеүек буш торған йорттар ҙа, ҡойма-ҡуралары емерелгән ихаталар ҙа юҡ ине. Йорт хужалары ла ситтә түгел, ғаиләһе янында, ауылда эшләй, йәшәй ине. Хатта балаларҙың да үҙ ауылындағы мәктәпте ташлап ситтә уҡыуы ят күренеш булды.
Матбуғат биттәрендә, радио-телевидение аша республикамдың район-ауылдарында шаулап-гөрләп ауыл байрамдары ойошторолоуы хаҡында иғландарҙан һуң күңел һис шикһеҙ ауылға ашҡына, әлбиттә. Был һәр кемгә таныш тойғо.
Беҙ ҙә, ғаиләм менән, тормош иптәшемдең тыуған ауылында, үҙемдең килен булып төшкән еремдә, баш баламдың тәүге тәпәй киткән ере – Юлдашта “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрелә тигән хәбәрҙе ишеткәс тә, ҡайтырға йыйындыҡ. Сөнки туған-тыумасаларҙың күптәре менән байтаҡтан күрешелмәгән, балаларҙың балаларын күреү, таныштар, дуҫтар, әхирәттәр менән аралашыу теләге ашҡындырҙы.
Юлдаштың (рәсми исеме Этҡол) тирә-яҡтан уратып алған тауҙар ҡосағында ултырыуы, ауылға инеү менән тормош ҡайнауы, тирә-йүнгә йәм биреп ултырған мәсете әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай. Ысынлап та, гөрләтеп донъя көтәләр бында – халҡы тырыш, татыу, берҙәм. Аҙан тауышы яңғырап торған ауылда шулай булырға тейеш тә! Ауылдың имамы Фазулла ағай Ҡолдәүләтов ауылдаштарын берләштергән, олоһо ла, кесеһе лә, ир-егеттәр ҙә мәсеткә йөрөй, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе лә ҡәҙер-хөрмәт менән бергә ололап һуңғы юлға оҙаталар. Күрше ауылдарҙа йәшәгән йәштәрҙең тап Юлдаш ауылы мәсетенә килеп никахлашыуы ла күп нимә хаҡында һөйләй.
Ауыл оло байрам булғанға ғына ла яңырмаған, бында тырыш халыҡ йәшәй. Ә ауылдаштарының ҡайтыуына икеләтә әҙерләнгән туғандар. Байрам көнө һәр урамда бер-нисә өй хужалары тарафынан мул өҫтәл әҙерләнгән ине, ялтыр самауыр әллә ҡайҙан балҡып, ҡайнап ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡыра. Йор һүҙле, егәрле хужабикәләр иһә йыр-таҡмаҡтары менән ауылға ингән ҡунаҡтарҙы тәмле сәй менән ҡаршыланы. Егет-ҡыҙҙар ҡолғалар тотоп, йыр-моң аҫтында теләктәр теләп, халыҡтың биргән бүләктәрен ҡабул итеп ауыл урамын урап сыҡты. Кемдәрҙер ҡосаҡлаша, илаша, шатлана-шатлана байрам була торған аҡланға ашыҡты.
Ауыл осондағы йәшел аҡланда тирмәләр ҡоролған, матур музыка яңғырай, милли уйындар өсөн урындар билдәләнгән. Сәхнә янында районыбыҙҙың билдәле йырсы-бейеүселәре, һәүәҫкәр артистары сығышҡа әҙерләнә. Йә тегендә, йә бында төркөм-төркөм синыфташтар, әхирәттәр, дуҫтар күрешкән, туғандар осрашҡан. Шат тауыштарҙан аҡлан гөрләп торҙо. Имам хатип Фазулла ағай Ҡолдәүләтов халыҡты сәләмләп, фатихаһын бирҙе, ауылдың әрүахтары рухына бағышлап аят уҡыны.
Ысынлап та, Юлдаш ауылы халҡы үҙенең арҙаҡлы яҡташтары, ауылдаштары менән лайыҡлы ғорурлана. Сөнки доцент, профессор, хирург, режиссер, алдынғы уҡытыусылар, республикабыҙҙа лайыҡлы урынды биләгән, уның үҫешенә үҙ өлөшөн индергән юлдашлылар бар улар араһында. Медицина фәндәре докторы, профессор Зиннәт Төхвәт улы Бикбулатов, ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусы-ветеран Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы Аҡманова, билдәле режиссер Әлмирә Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова, күҙ табибы Гөлзида Факил ҡыҙы Яҡуповалар менән күрешеп, улар менән аралашыуҙан ләззәт алды ауылдаштар. Шат тауышлы, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән ауылдаштарға ҡарап, һәр кем был осрашыуға һыуһаған икәнен белеүе ҡыйын түгел ине. Осрашыуға ниндәй хис-тойғолар менән ҡайттығыҙ, тигән һорауға арҙаҡлы шәхестәребеҙ бер тауыштан ашҡынып ҡайтыуҙарын, ауылды, халыҡты, туғандарын һағыныуҙарын белдерҙе. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың, бигерәк тә ир-егеттәрҙең, иманға тартылыуын, дин юлына яҡынлауын, мәсеткә йөрөүен хуплап телгә алды имамыбыҙ Фазулла ағай. Әммә йәштәрҙең мәсеткә бик ылыҡмауына хәүефен дә белдерҙе ул.
Осрашыу район мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары, Абзан ауылы мәҙәниәт йортоноң “Әселе” фольклор ансамбленең йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Күңеленән урғылып сыҡҡан хис-тойғоларын белдерергә теләгән ҡунаҡтар ҙа сәхнә түрен йәмләне.
Ауылыбыҙҙың матур байрамын ойоштороуға күп көс һалған, ярҙам ҡулы һуҙған бағыусыларҙы ла билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Улар – Наил Ишеғолов, Илһам Хөсәйенов, Шәкир һәм Әлфрит Бикбулатовтар.
Байрамдың иң күркәм өлөшө ауылдың алдынғы, бөхтә, татыу ғаиләләрен бүләкләү булғандыр. “Иң бөхтә ихата” хужалары – Нәзифә һәм Ишдәүләт Ҡаҙанғоловтар, Айгөл һәм Ринат Хөсәйеновтар, Гөлнур һәм Айрат Ишеғоловтар, Мәстүрә һәм Сәғәҙи Ишеғоловтар. “Иң йәш граждандар” тип Лилиә һәм Илһам Хөсәйеновтарҙың игеҙәк балалары танылды. Хәсбиямал инәй Бикбулатова “Ауылдың иң оло кешеһе” булараҡ бүләкләнде. Ул сәхнәгә күтәрелеп, ауылдаштарына рәхмәтен еткерҙе, илдең тыныс тороуын, көндөң аяҙ булыуын, һәммәһенә татыулыҡ, ныҡлы сәләмәтлек теләне.
Июнь айының бер көнөндә тыуған ауылына ҡайтып, туған-тыумасалары, дуҫ-әхирәттәре менән аралашыуҙан көс алып таралышты халыҡ. Берәүҙәр яңы эш аҙнаһын йылы хәтирәләр, матур тәьҫораттар менән башлаһа, икенселәр көтөп алған ялын ауылда үткәреү ниәтенән, һаман осрашыу йылыһына төрөнөп хисләнәлер.
Көтөп алған байрам, осрашыу артта ҡалды. “Киләһе осрашыуҙарҙы оҙаҡҡа һуҙмай, саҡырғанды көтмәй ҡайтығыҙ, ауылдаштар. Тыуған тупрағығыҙҙы ташламағыҙ, нигеҙегеҙҙе һыуытмағыҙ. Йөрөгән юлдарығыҙ тигеҙ, бәхетегеҙ аҡ, ғүмерегеҙ оҙон булһын. Ауылыбыҙ данын ситтә тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтегеҙ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫбеҙ”, – тип теләне байрамды ойоштороусыларҙың береһе, сараны алып барыусы Миңзилә Бикбулатова. Хаҡ һүҙҙәр. Ысынлап та, бөгөнгө байрамда быуындар бәйләнеше барланды, нығытылды. Илебеҙҙең төрлө тарафтарына һибелгән ырыуҙаштарын, балаларын барланы юлдашлылар. Бер-беребеҙҙең хәлен белеп, ауыр саҡта ярҙам ҡулын һуҙып, татыу йәшәгәндә генә бар булырбыҙ, киләсәгебеҙ, телебеҙ, милләтебеҙ, моңобоҙ юғалмаҫ! Аралашып, татыу йәшәйек, дуҫтар!

Читайте нас: