“Атай, китмә-ә-ә!” – Өс кенә йәшлек Юлай атаһының ҡайҙалыр алыҫҡа китергә йөрөүен күреп, уны ебәргеһе килмәй, шинель сабыуын тартҡылап илай ҙа илай. Саҡ айырып алалалар үҙен. Сабыйҙарҙы бер ҙә юҡҡа фәрештәгә тиңләмәйҙәр шул: атаһын бүтәнсә мәңге күрмәйәсәген йөрәге менән һиҙгәндер, моғайын. –Быйыл 80 йәшен тултырған Юлай Һибәтуллин атаһының һуғышҡа киткәнен, әсәһенең һөйләгәндәре буйынса, шулай күҙ алдына баҫтыра. “Үҙем иҫләмәйем”, – ти ул.
Сығышы менән беҙҙең райондан – Ҡужабаҡ ауылынан булған, инде күптән Татарстанда, Яр Саллы ҡалаһында төпләнгән Юлай ағай менән яңыраҡ таныштыҡ. Ул редакцияға шылтыратты һәм өс йыл элек үҙҙәренең “Вечерние Челны” ҡала гәзитендә сыҡҡан «Письма с фронта дошли до сына спустя 70 лет” тигән мәҡәләне беҙҙең ”районка”ла күрергә теләүен әйтте.
– Гәзит менән бергә атайымдың фронттан яҙған хаттарын да һалам, бәлки, уҡый алырһығыҙ. Юғиһә, бында ул латинса яҙыуҙы таныған кеше табылманы, кемдәргә генә мөрәжәғәт итеп ҡараманыҡ, хатта дарыуханала эшләүселәргә лә өндәштек, тик һөҙөмтә булманы, – тип үтенесен дә белдерҙе алыҫтағы яҡташыбыҙ.
Бер аҙнанан ул ебәргән хатты алдыҡ та. Ағайҙың һорауы буйынса “Вечерние Челны” гәзитендә 2015 йылда баҫылған мәҡәләне бер аҙ ҡыҫҡартып һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ:
Атайының фронттан яҙған хаттарын 70 йылдан һуң алған
Ваҡыт үтеү менән һарғайып таушалған хаттар айырым-айырым файлға һалынып, папкаға тупланған. 77 йәшлек Юлай Һибәтуллин уларҙы иғтибарлап ҡарай, “ут эсенән атайым ниҙәр яҙҙы икән?” тип ят яҙыуҙы аңларға тырыша. Тик хәрефтәр таныш түгел.
Юлай Рәшит улы атаһы хаҡында бөтөнләй бер нәмә лә белмәй тиерлек. 1941 йылда, уға өс кенә йәш булған саҡта, атаһын һуғышҡа алалар. Байтаҡ ваҡыт хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Тик 1979 йылда Юлай Рәшит улының өлкән ҡыҙы Флүзә ҡартаһының һәләк булыуын асыҡлай.
– Ҡыҙыма 14 йәш ине, ҡартайым тураһында барыбер мәғлүмәт табам, тип өҙмәне лә ҡуйманы, – тип һөйләй Юлай Һибәтуллин. – Ул ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәне, эҙәрмәндәргә, военкоматтарға яҙҙы, тик бер ни ҙә белә алманыҡ.
Һәләк булған урыны табыла
Шулай ҙа, эҙләгән – таба, тигәндәй, 1979 йылда аныҡ яуап алалар: “Ҡартайығыҙ сержант Һибәтуллин Рәшит Абдулла улы, 10-сы гвардия армияһының 206-сы гвардия айырым ротаһының отделение командиры, 1944 йылдың 17 мартында һәләк булған һәм Калининград өлкәһе Пустошка районының Танаево ауылынан 50 м көньяҡта ерләнгән”.
Пустошка хәрби комиссариаты 82-се йылда, һәләк булған яугирҙәрҙең һөйәктәре Пустошка ҡалаһының туғандар ҡәберлегенә күсерелде, тип хәбәр итә. “Әгәр ҡартайығыҙҙың ҡәберен барып күреү мөмкинлеге тыуһа, Һеҙгә Мәскәүгә килергә, унан Мәскәү –Рига поезына ултырып, Пустошка станцияһына тиклем барырға кәрәк”, – тип яҙа ул саҡта майор Колосовский.
2008 йылда Юлай ағайҙың улы Ренат ҡартаһының ҡәберен барып күреү мөмкинлегенә эйә була.
Ренатты бик ихлас ҡаршылайҙар. Ә ҡала күренештәре Яр Саллынан килгән ҡунаҡты таң ҡалдыра.
– Траншеялар, блиндаждар – әйтерһең дә, кино төшөрөү өсөн яңы ғына ҡаҙып сыҡҡандар, хет хәҙер артиллерия расчеттарын урынлаштыр. Великая йылғаһы яры буйлап һуҡмаҡ һуҙыла – ҡасандыр унан һалдаттар үтһә, хәҙер иһә ябай кешеләр йөрөй.
2015 йылдың мартында, Рәшит Һибәтуллин һәләк булғандан һуң 71 йыл үткәс, Башҡортостан ауылдарының береһендә һандыҡ төбөндә өскөл хаттар табыла.
– Сыбыҡ осо туғаныбыҙ беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡты: Күгәрсен районы Ай-һай Мөрсәләй ауылында атайымдың бер туған апаһы йәшәгән була, уның Рәшит исемле улының ҡыҙы мине эҙләп тапты. Нисәмә йылдан һуң хаттарға ул юлыҡҡан икән.
Хаттарҙың бер нисәүһе Юлай Һибәтуллинға килеп еткән, тик ул уҡый алмай – хаттар латинса яҙылған.
Әле ғаилә хаттарҙы аңларға тырыша. Латинса-татарса сағыштырма алфавитын да төҙөгәндәр, тик әллә ни фәтүә булмаған. Белгес кәрәк.
Ҡазан федераль университетының татар филологияһы факультетында беҙгә ярҙам итә алманылар. Кафедра доценты Айгөл Мөхәмәтйәнова бындай үтенес менән тәүгә мөрәжәғәт итеүҙәрен әйтте...”
Йөкмәткеһенән күренеүенсә, яугир хаттары бығаса аралашып йәшәмәгән туғандарҙы яҡынайтҡан. Хаттарҙы табып, Юлай ағайға тапшырған Миңзәлә апай Кәримова менән беҙ ҙә бәйләнеш булдырҙыҡ. Ул хаттар бығаса ҡайҙа һаҡланған? Оҙаҡ көттөргән Еңеү көнө килгәс, берәм-һәрәм тыуған яҡтарына ҡайта башлаған фронтовиктарҙы “Был минең атайым түгелме? Атай ниндәй була икән?” тип күҙәткән, атаһының төҫөн дә күрмәйенсә, буй еткереп, уны ғүмер буйы зарығып көткән Юлай ағайға ниңә шулай һуңлап тапшырылған? Һорауҙар күп ине. Миңзәлә апай асыҡ кеше булып сыҡты. “Ул хаттар инәйемә адресланған була. Инәйем олоғайғас, 2008 йылда уны Ай-һай Мөрсәләйҙән үҙебеҙгә Мораҡҡа күсереп алып ҡайттыҡ. Ҡомартҡылары ҡәҙерләп һаҡланған килен һандығы ла үҙе менән бит инде. Шулай бер көндө әйберҙәрен тәңкләп-таҫлап һалып ултырғанда, бер төргәк килеп сыҡты. Асып ҡараһам – хаттар! Тик латинса яҙылған булғас, уҡыуы ҡыйын, аңлашылып бөтмәй. Кеше исемдәрен генә уҡып булды. Былары Рәшит ағайҙың инәйемә яҙған хаттары шикелле, тип уйлап, улын эҙләп табырға булдым. Аралашып йәшәмәһәк тә уның бер бөртөк кенә балаһы – Юлай ағай барлығын ишетеп белә инем. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уны эҙләп табыуы ҡыйын булманы. Бына шулай хәбәрләшеп киттек, атайының хаттарын уға ебәрҙем…”
Бер-икәүһе беҙгә лә килеп иреште. Әйткәндәй, уларҙы уҡыу беҙгә һис ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Башҡорт яугиренең хаттарын уҡып аңлау өсөн латинсаны таныу ғына етмәй, мотлаҡ башҡорт булырға кәрәк шул.
Дары еҫе аңҡып торған юлдарҙа – һуғыш тыны
1943 йыл 2 июль айы көн яҙам! Көнбатыш фронтынан көн сығышы яғында яҡты тыныс тормошта шат күңел менән йәшәүсе апаҡайыма һағынып сәләм яҙам. Унан һуң һылыуға Миңнекамалға һағынып сәләм. Нуретдин ҡоҙама сәләм. Фәтхиә һылыуға, Рәшит, Рауза, Рәүил һылыу-мырҙаларға айырмай сәләм. Мин барығыҙҙың да теүәл, шәп йәшәүегеҙҙе бик ныҡ, ысын командирски теләп-әйтеп ҡалам.
Унан һуң минән бик күп сәләм Шәмсиә ҡоҙасаға, минән сәләм Маһираға һәм Сабираға һәм Хәбизә еңгәйгә әйтерһең. Миңә сәләм әйтеп яҙғандарҙың һаулығын теләп ҡалам. Башҡа мине һорағандарға айырмай сәләм. Ярай, туғандар, алдан яҙып аңлатып китергә туры килә. Мин 1 июлдә һеҙҙән хат алдым. 30 июндә алдым. Рәхмәт. Яҙған хатты уҡығас, үҙемдең күңел шат булды. Мин барса яҙған һүҙгә бик асыҡ төшөндөм.
Минең хәлгә килгәндә бик шәп ятам. 30 июндә 3 көндә уҡ сылар часҡа командировкаға килдем. 1 июлдә 4 хат алдым – һеҙҙән, Аб. Сәйфиҙән, ҡайнымдан... Барыһына ла отвечать итеп яҙҙым. Апай, яуап яҙам еҙнәм Вәлитдин тураһында. Һеҙ вонкоматтан барып һораш. Унда … (юйылған, ниндәйҙер документтыр –ред.) килергә тейеш. Түлке ваҡыт булһа ғына. Ранен йә плен булһа, килмәҫ. Йә булмаһа, бара алмаһаң, военкоматҡа хат яҙ һорап. Тағын үҙең яҙ хат еҙнәмә Вәлитдингә. Мин күп яҙҙым еҙнәмә, яуап юҡ. Уларҙың часына командирына яҙҙым, юҡ яуап. Ну тағын яҙырмын һорап. Апай, мин улар өсөн үҙем бик аптырайым, нисек белергә инде. Ну һеҙ ҡайғырмағыҙ, һау булһалар, берәй ваҡыт ишетерһегеҙ. Тағын. Миңнекамал һылыу, һине ҡайҙа эшкә яҙҙылар. Кем яҙҙы һине. Һеҙҙең уй бармаҫҡа инде.
Ранен булып ҡайтҡандар бар икән. Хәбир, Йәһәнгир ҡайтҡан икән. Тағын хат килгән. Аҙ икән түлке. Башҡаларҙан юҡмы? Маһираның кейәүе Дәүләтша, Сәмей, Әхмәтшәриф, Килметдин иптәштәрҙән юҡмы. Унан яуап шул уҡ.
Шәмсиәнән һис хат юҡ, бер хатынан бирле һис алғаным юҡ. Мин үҙем 3-4 хат яҙҙым, яуап яҙманы. Апай, һин киленең Шәмсиәгә әйтеп, асыуын китергәнһең икән шул, ул шуға миңә хат яҙмай, ну – яҙмаһа яҙмаһын.
Ай, апай һау ҡалабыҙмы. Ҡан, дары, эснәрәт араһында ятабыҙ. Ер минут һайын һелкенә, төн йоҡоһо юҡ. Ну һеҙҙең өсөн һуғыш һуғыш ҡына тигән һүҙ ишетелә бик яман. Апай, миңә яҙҙы Сәйфей Ҡужабаҡ Ғилман, Ғәлиән бабай үлгән.
Яҙығыҙ хат, йыш яҙмайһығыҙ. Иген сәсеп бөткән икәндәр. Ямғыр бында шәп яуа. Арыш шәп бында. Немец сәскән арыш беҙҙең ҡулда. Ярай һеҙ яҙығыҙ. Ну мин яуап яҙырмын. Хуш һау булығыҙ.
Хат башы. 1943 йыл 10 август айы көнө яҙам.
Ялҡынлы ашҡынып сыҡҡан көнбатыш фронтынан.
Апаҡайым һәм ҡарындашым Миңнекамал һәм Фәтхиә. Мин үҙемдең ошо минут эсендә янып торған һағынып сәләм яҙам. Унан һуң Рәзит, Рәүил, Ривза һәм Нуретдин ҡоҙама айырмай сәләм. Хәвизә еңгәйҙәргә өй эсенә сәләм һәм башҡа күрше-тирә яҡҡа айырмай сәләм әйтегеҙ.
Апаҡайым, мин үҙемдең фронтовой йәшәйешемде ҡыҫҡаса ғына яҙып аңлатып китәйем. Мин иҫән әле. Мин ут-төтөн эсендә, кереп-сығып, тағын иртәгә йә төн инәбеҙ. Дошман арыһын тип көн-төн, минут һайын көтәбеҙ. Иң алғы линияға яҡын 2 км ятам. Ну дошман аңлап ҡаса башланы. Тағын ауылдарҙы яндыра. Инде нимә булыр алда. Әллә һау булабыҙ, әллә юҡ. Бик-бик ҡаты бәрелеш башланды бит. Ул яғын, апаҡайым, күп итеп асығын яҙып тормайым. Үҙегеҙ аңларһығыҙ тип беләм. Мин күптән һис яҡтан хат алып уҡый алмайым. Минең эс бошоп ятҡан ваҡытта ил яғы ҡараңғы булып тора. Ну колхоз иген урожайын башланымы? Нисек, баҙарҙарҙа иген ҡиммәтме? Ауылдарҙа һәм башҡа күрше ауылдарҙа ниндәй үҙгәреш бар? Армиянан яраланып ҡайтҡандар бармы? Башҡа ниндәй үҙгәрештәр бар? Унан хат яҙһағыҙ, ниместән һау ҡалһам, һеҙҙән хат алып уҡыһам, яҡшы. Минең өмөтөм бар әле алдағы көн еңеү көндәренә барып һеҙҙе күрер өсөн. Апай, еҙнәмдән Вәлитдиндән һис хәбәр юҡмы? Миңә лә юҡ. Апай. Шәмсиә киленең нимәгәлер асыуланып, һис хат яҙмай. Апай, һеҙҙең район Шарлыҡ ауылы бер йәш егетте күрҙем. Ну миңә уларҙың ауылы 35 км. Мин уларҙың ауылын беләм, ул Ҡужабаҡты белә. Ул егет уҡытыусы булған армияға алынғансы. 41 йыл илдән сыҡҡан. Ну ул икенсе частҡа китә, яҡын көндә күсерәләр.
Ярай, апай, күп яҙҙым. Хуш һау булығыҙ. Яҙыусы Рәшит мырҙаң.
Өскөл хаттар… Ут эсенән яҙылған, дары еҫе һеңгән, һарғайып, күп уҡыуҙан таушалып бөткән фронт хаттары. Уларҙа – уйланыуҙар, тетрәнеүҙәр, яҡындары өсөн борсолоуҙар. Яҡындарынан хат алғас, һөйөнөсөн нисек белдерә ул: “күңел шат булды”. Ә хаттар оҙаҡлаһа, “минең эс бошоп ятҡан ваҡытта ил яғы ҡараңғы булып тора”, – тип кисерешен ябай һүҙҙәр менән теүәл, дөрөҫ итеп белдерә. Хаттар ябай ғына һүҙҙәрҙән торһа ла, үткән быуын менән хәҙерге быуынды тоташтыра, ҡаһарман олатай-ҡартайҙарыбыҙҙың илебеҙ азатлығы өсөн көрәш юлын сағылдыра. Фронттан яҙылған хаттар – оло көскә эйә документ. Дары еҫе аңҡып торған юлдарҙа – һуғыш тыны, окоп тормошоноң ауырлығы, һалдат йөрәгендәге һөйөү һәм еңеүгә оло өмөт...
Яугирҙең улы – Юлай Һибәтуллин тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт
“Атайым һуғышҡа киткәс, мине әсәйем Шәмсиә Аҡҡондоҙ ауылына атаһы янына алып китә, – тип яҙа ул. – Унда башланғыс мәктәп бөтөрөп, Үрген ауылында 8-се класты тамамланым. 1955 йылда 17 йәшемдә Ырымбур өлкәһенә тимер юлына эшкә киттем. 1957 йылда Аҡтүбә ҡалаһынан армияға алындым, Приморск крайында хеҙмәт иттем. 1960 йылда ҡайтҡас, Өфө ҡалаһында икмәк заводында эшләнем.
1972 йылда Яр Саллыға комсомол путевкаһы менән КамАЗ заводына эшкә килдем. Шунда киске автомеханика техникумын бөтөрҙөм.
Миңә быйыл 15 мартта 80 йәш тулды. Улыма ярҙам итеп эшкә йөрөп маташам”.