Ниндәй уйҙар, ниндәй моңдар
10 сентябрь көнө район үҙәк китапханаһы янында, Башҡортостан Хөкүмәте төҙөлөүҙең 100 йыллығын билдәләү сиктәрендә, тарихи ваҡиға – Башҡорт Хөкүмәтенең беренсе рәйесе, БАССР-ҙың юстиция комиссары Юныс Юлбарыҫ улы Бикбовҡа бюст асыу тантанаһы үткәрелде. Тыныс булмаған 1917-1920 йылдар арауығында башҡорт халҡының байтаҡ ҡына аҫыл ирҙәре – аҡыл эйәләре, арҙаҡлы шәхестәр, илем, халҡым тип йәшәгән заттарҙың исемдәре тарих биттәренән йыуылмай һаҡланып ҡалған. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, республикабыҙҙың күренекле дәүләт эшмәкәре Юныс Юлбарыҫ улы Бикбовҡа бюст асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Ә. Байсурин, идея биреүсе һәм уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәткән М. Түләбаев, Өфөләге яҡташтар ойошмаһы вәкиле Ю. Солтанбаев, Ю. Бикбовтың туғандары, райондың йәмәғәт эшмәкәрҙәре, район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары һәм уҡытыусылары һ.б. йыйылды.
Бюсты тантаналы асыуҙы район хакимиәте башлығы Әлфәрис Сәлихйән улы һәм проекттың инициаторы Марат Сәйфулла улы башҡарҙы, арҙаҡлы шәхестең туғандары сәскә һалды.
Ә. Байсурин үҙенең сығышында :
– Билдәле булыуынса, беҙ бик иҫтәлекле дата – Башҡортостан Хөкүмәтенең 100 йыллығын билдәләү алдында торабыҙ. Был байрам уңайынан республикала төрлө саралар планлаштырыла, “100 йыллыҡҡа– 100 объект” программаһы сиктәрендә беҙҙең районда ла байтаҡ төҙөлөш эштәре башҡарыла. Сәғит ауылы янындағы күперҙе сафҡа индереү, Таҙлар балалар баҡсаһын төҙөү һ.б. планлаштырыла. Шулай уҡ үҙәк район китапханаһына төкәтмә эшләп, унда музей асырға ниәтебеҙ бар, ә танылған яҡташыбыҙ, дәүләт эшмәкәре Ю. Бикбовтың бюсын ошо китапхана алдындағы майҙанда урынлаштырыу ҙа юҡҡа түгел, беҙ артабан да танылған шәхестәребеҙҙең бюстарын ҡуйыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Беҙҙең алдынғы ҡарашлы юлбашсыларыбыҙ халҡының киләсәге яҡшы булыуы өсөн тырышҡандар. Был район өсөн икеләтә байрам, сөнки ошо лидерҙар араһында беҙҙең райондан сыҡҡандар күп булған. Шуларҙың береһе – Юныс Бикбов, тағы ла Мстислав Ҡулаев, Сөләймән Мырҙабулатов, Ғүмәр Ҡыуатов һәм башҡаларҙың исемдәре республикабыҙҙың тарих биттәренә яҙылған. Уларға бик ҡаты шарттарҙа эшләргә тура килә, тормошто, республиканы яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләктәре бик көслө булған. Беҙ бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, ул йылдарҙа күпселек талантлы, алдынғы ҡарашлы ир-егеттәребеҙ репрессияға эләккән. Үкенескә күрә, һәйкәлдәр кеше үлгәс кенә ҡуйыла. Мин киләсәктә был урын беҙҙең тарихты иҫкә алыу урынына әйләнер тип ышанам. Бюсты эшләтеүҙе, асыуҙы ойоштороп йөрөгән ветераныбыҙ Марат Түләбаевҡа, был идеяны күтәреп алған йәмәғәтселеккә, матди яҡтан ярҙам иткән туғандарына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Бөтәгеҙҙе лә ошо оло байрам менән ҡотлайым, – тине һәм Ю. Бикбовтың бюсының паспортын китапхана етәкселегенә тапшырҙы.
Район аҡһаҡалы Марат Сәйфулла улы сараны дауам итеп, ул дәүер, халҡымдың ҡыйыу ҡарашлы, батыр ир-егеттәре тураһында, Әбүләис егете, 1917 йылда төҙөлгән Башҡорт Хөкүмәтенең тәүге рәйесе Юныс Бикбовтың биографияһына ҡыҫҡаса байҡау яһап үтте. Эйе, М. Түләбаев бик изге эш атҡарып сығарҙы, уның был аҙымы оло хуплауға лайыҡ. Киләсәк быуын белһен өсөн, башҡортом тип йәшәгән ир-егеттәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү сауаплы эш. Бюст асылды, тип әйтеүе генә анһат, күпме йөрөүҙәр ята был һүҙ артында, бик еңел дә булмағандыр уға.
Ю. Бикбовтың ҡустыһы Сәлимгәрәйҙең ҡыҙы Асия апай сығышын тулҡынланмай тыңлау мөмкин түгел ине. “Баҙарҙа йөрөгәндә, олатам бер егетте башҡорт тип өйөнә алып ҡайта. Егет балта оҫтаһы була, уға өй һалыуҙа ярҙам итешә, эшләп бөткәс, олатам иҫәпләшеп, уны матур итеп сығарып ебәрә. Шунда һүҙ араһында олатай, күрәһең, әйткәндер, зарланғандыр инде, һәйбәт-һәйбәт башҡорт егеттәренең бөтөүенә, әрәм булыуына. Өс көн дә үтмәгән, теге егет каратель кейемендә килгән, элек яратып иркәләгән Юныс олатамдың ҡыҙы Наилә апайҙы аяғы менән тибеп кенә ебәргән. Алып сығып киткән Юныс олатайҙы, шунан уны Ҡаҙағстанға һөргөнгә ебәрәләр. “Опасный преступник” тип бер урынлы камерала тотҡандар, төшкән ручкаһын алам тиһә, тирә-яҡҡа ҡаҙаҡ ҡатылып бөткән тей, шул ҡаҙауға башы төкөп ҡанаған. Һуғыш ваҡытында башҡаларҙы һуғышҡа алһалар ҙа, уны алмағандар. Бәлки тере ҡалған булыр ине. Әйткән һүҙҙәренән кире ҡайтырға ҡушалар. Шулай булған хәлдәр. Минең атайым Сәлимгәрәй һуғыштан аяҡһыҙ ҡайтты, уның бесәнлеген тартып алғас, ”мин бер инвалидтың бесәнлеген нишәп тартып алалар, ағайым булһа, бындай ғәҙелһеҙлек булмаҫ ине”, тип илап ятҡанын хәтерләйем”, – тип Асия Сәлимгәрәй ҡыҙы олатаһы, уның балалары тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште, олатаһына бағышлап яҙған шиғыр юлдарын тантанаға йыйылыусыларға уҡып ишеттерҙе.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Байрас Ҡансурин ошо бюсты ҡуйыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан Р. Кинйәбаевҡа, Р.Түләбаевҡа, Р.Мозафаровҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Өфөләге Ейәнсура яҡташтар ойошмаһы вәкиле Юлай Солтанбаев бөтәһен дә тәбрикләп, был иҫтәлекле дата уңайынан Өфөләге яҡташтар исеменән сәләмдәр еткерҙе: “Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалынған 1917-1930 йылдарҙағы күренекле 100 шәхесебеҙҙең исемлеген раҫланы. Шуларҙың иң күбе ейәнсуралар – 7 кеше – республиканың хөкүмәт рәйестәре, халыҡ комиссарҙары һәм башҡа юғары дәүләт вазифаларында уңышлы эшләп халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанғандар. Улар бигерәк тә үҙҙәренең тәрән белемдәре һәм милләтебеҙгә тоғролоҡтары менән айырылып торғандар. Әле арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында тыуған ерҙәрендә таҡтаташтар ҡуйыу, урамдарға исемдәр биреү кеүек эштәр башҡарыла. Бөгөн Юныс Бикбовҡа асылған бюст бындай сараларҙан Башҡортостанда тәүгеһе һәм әлегә берҙән-бере булып тора. Ҡоролтай башҡарма комитеты райондарҙа ла үҙҙәренең билдәле шәхестәренең исемлеген төҙөүҙе тәҡдим итте. Йәмәғәтселектең әүҙемлеге һәм район хакимиәтенең ярҙамы менән беҙ ҙә был мәсъәләне уңышлы хәл итәйек”. Сығышының аҙағында Юлай Вәли улы район-ара китапханаға республика Милли архивында һаҡланған шул осорҙағы байтаҡ документтарҙың күсермәһен тапшырҙы.
Иҙәш мәктәбе директоры Рәзилә Ураҡаева (Бикбова) телмәрендә үҙенең легендар Ю. Бикбов нәҫеленән булыуы менән ғорурланыуын, уҡытыусылыҡ, етәкселек итеү уларҙың ҡанынан килеүенә баҫым яһаны, ойоштороусыларға, бигерәк тә М. Түләбаевҡа оло рәхмәтен еткерҙе. Эйе, Ю. Бикбовҡа репрессияға эләккәс, Үзбәкстанда мәктәптә, унан университетта уҡытыусылыҡ итергә лә тура килә. Юғалып ҡалмаған ул, ғаиләһен йәшәтәм тип һәр эшкә лә тотона, тик күрә алмаусылар, ошаҡсылар һәр заманда ла булған шул. Халҡына ярҙам итәм, тормошон яҡшыртам тип йәшәгән кешене үҙ халҡы кешеләре үк юҡ иткән.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге исеменән Илфат Бирҙеғолов был тарихи ваҡиға уңайынан бөтәһен дә тәбрикләне һәм Юныс Бикбовтың туғаны Асия апайға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Районыбыҙ йәмәғәт ойошмалары исеменән Рәшит Бикбаев һүҙ алып, ошо бюстың йәштәр өсөн үткән йылдарҙан сәләм булып тороуын, бындай инициативаларҙың тик өлкән йәштәгеләр тарафынан ғына булғанын әйтеп үтте: “Аса торған һәйкәлдәр күп әле. Район башлығына ҙур рәхмәт, ошо инициативаны күтәреп алғанына. Бында башҡа һуғыш һәм хеҙмәт геройҙарҙың да бюстарын күрергә яҙһын. Өлкәндәр мәңгелек түгел, китер ҙә барыр, беҙҙән үрнәк алып, йәштәр ҙә эштәр башлаһын ине. Үҙҙәренең ауылдаштарын, райондаштарын онотмаһындар ине. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙ генә ваҡыт ҡалып бара, бының буйынса ла эш алып барырға кәрәк. Еңеүгә 73 йыл үтһә лә, райондың бер нисә ауылында батырҙарға, тыл ветерандарына бағышланған һәйкәлдәр төҙөлмәгән әле”, – тип йәштәргә сәләм еткерҙе һәм Марат Сәйфулла улына бөтә йәмәғәт ойошмалары исеменән ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Юныс Юлбарыҫ улы Бикбовҡа бюст асыу республикала беренсеһе һәм уның беҙҙең районда булыуы оло ғорурлыҡ. Әйтергә кәрәк, үҙәк китапхана белгестәре Ю. Бикбов тураһында материалдар йыйыуҙа, уны халыҡҡа еткереүҙә, бюсты эшләгән ваҡытта ла, уның тирә-яғын йыйыштырыу эштәрендә лә ныҡ ярҙам күрһәткән. Әле улар “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” проекты буйынса эште дауам итеп, районыбыҙҙың шәхестәре тураһында мәғлүмәттәр йыәыу өҫтөндә эшләй. Бюст тирә-яғы шау сәскәгә күмелеп ултырыуы ла уларҙың эше.