Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
29 Октябрь 2018, 11:50

ҒҮМЕРЕМДЕҢ ГҮЗӘЛ МӘЛЕ

Күп кенә инде һарғайып бөткән гәзиттәр, башҡа документтар һалынған был йәшник мине уйҙарымда 60-сы йылдарға, “хеҙмәт энтузиазмы” тигән һүҙ бәйләнеш этәргес көс булған, йәштәр эшләй ҙә, ял итә лә белгән осорға алып ҡайтты…

Бөгөн комсомолға ҡарата ҡараш төрлө, әммә тарихты үҙгәртеп булмай. Илебеҙҙең үткәненә, бигерәк тә совет йылдары осоронда тап комсомолда тәүге тормош тәжрибәһе алған быуынға ихтирам менән ҡарау кәрәк.
Күптән түгел өйҙәге архивты ҡарағанда, минең ҡарамаҡҡа бик ҡыҙыҡлы документҡа юлыҡтым: 1955 йылда Рафиҡ Мөхәмәтовҡа бирелгән 08931284-се һанлы комсомол билеты! Күп кенә инде һарғайып бөткән гәзиттәр, башҡа документтар һалынған был йәшник мине уйҙарымда 60-сы йылдарға, “хеҙмәт энтузиазмы” тигән һүҙ бәйләнеш этәргес көс булған, йәштәр эшләй ҙә, ял итә лә белгән осорға алып ҡайтты…
Ҡулыма 1969 йылғы “Ленинсы” гәзитен алам. “Комсомол күбәләре” тигән мәҡәләлә “Заветы Ильича” колхозында барған комсомол өмәһе тураһында яҙылған. Һүрәттәге һыбайлы малай – 5-се класс уҡыусыһы Володя Криволапов. Ул эҫкерттәргә һөйрәтке менән бик етеҙ һәм оҫта итеп бесән һөйрәтә. Уның көн дауамында нисә рейс эшләүен һанау мөмкин түгел, әммә бригадир Григорий Акимович Лакомкин әйтеүенсә, Володя – молодец! Икенсе һүрәттәге ҡыҙҙар өсөн дә эш – ғәҙәти. Район мәҙәниәт йорто комсомолкалары – инструктор-массовик Фәриҙә Мөхәмәтйәнова (Ильясова), бейеү түңәрәге етәксеһе Хәмдиә Маликова (Теләүбирҙина) һөйрәткегә хуш еҫле бесән тейәй…
Ә был ҡағыҙ киҫәге – 1969 йылдың 30 октябрендә баҫылған “Октябрь байрағы” гәзитенән ҡырҡып алынған. Унда комсомолдың тыуған көнөнә арналған йәштәр байрамы тураһында һөйләнә. Мәҡәләне уҡып, мин фотолағы тамашасылар бар күңелен һалып тыңлаған йырсы егеттең ПМК төҙөүсеһе Әхмәт Ишемйәров икәнлеген белдем. Ул 1967 йылда үткән үҙешмәкәрҙәрҙең республика смотрында 1-се дәрәжәле диплом менән бүләкләнгән. Егеттең тормошонда хеҙмәт менән йыр айырылғыһыҙ: көндөҙ – ташсы, кис – әртис. Ә уға ҡушылып баянда уйнаусы – Ғәлим Байсурин. Әйткәндәй, бер генә концет та, спектакль дә уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәгәндер. Ғәлим үҫмер сағында уҡ мандолинала, аҙағыраҡ баянда уйнарға өйрәнә. Көслө музыкаль һәләтле егет теләһә ҡайһы көй-йырҙы ла тиҙ генә отоп ала. 1956 йылда ул район мәҙәниәт йортона эшкә килә һәм баянсылар ансамбле төҙөй. Был ансамбль төрлө фестивалдәрҙә, смотрҙарҙа сығыш яһай, 2-се дәрәжәле Диплом, күп Почет грамоталары, рәхмәт хаттарына эйә була.
Тантаналы кисәлә хорҙың көслө һәм ғорур башҡарған “Ленин беҙҙең менән”, “Башҡортостан”, “По Дону гуляет…” йырҙары тамашасыларҙың күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
– Театр эше оҡшай миңә, – ти ине Фәриҙә Мөхәмәтйәрова (Ильясова), – Һәр ҡатнашыусы менән ролде ятлау, мимика өҫтөндә эшләү еңел түгел, әммә үҙең әҙерләп сығарған әртистәрҙең сығышын күреү ҙур ҡыуаныс. М. Кәримдең “Айгөл иле” пьесаһын уңышлы сәхнәләштереп, 1-се дәрәжә диплоға эйә булғайныҡ. Был тамашаны ҡарарға теләүселәр күп булды – Иҫәнғолда ғына өс тапҡыр ҡуйҙыҡ, унан Айыу, Күгәрсен, Үрген ауылдарында сығыш яһаныҡ.
Ә бейеү ансамбленең уңыштарына ҡайһы ғына тамашасы ҡыуанманы икән? Бейеүселәрҙең хәрәкәттәре аныҡ, урынына еткереп эшләнгән. Әлбиттә, ансамблдең уңыштарында Хәмдиә Маликованың (Теләүбирҙинаның) өлөшө ҙур. Коллектив “Гөлнәзирә”, “Молдовеняска”, “Ҡыҙҙар” тигән күмәк бейеүҙәре, “Свидание” рус лирик бейеүҙәре менән райондың барлыҡ тиерлек ауылдарын урап сыҡты. Ул осорҙағы бейеүселәр Феликс Назаров, Йәдкәр Рәхмәтуллин, Алсу Абдрахманова, Нина Нечаева мәшғүл булыуҙарына ҡарамай, түңәрәккә әүҙем йөрөнө.
Ҡурайсылар ансамбленең даны тирә-яҡҡа таралған ине. Уларҙың сығышын Өфөлә, Мәскәүҙә, Куйбышыевта (Һамар), телевизо һәм радио аша ла тыңланылар. Бөтә Союз конкурсы лауреаты Нәжметдин Хәсәнов етәкләгән был ансамлдең уңыштарын һанап тороу ҙа урынһыҙ. Ҡурайсылар ансамбленә РСФСР мәҙәниәт министры бойороғо менән “Һәүәҫкәр музыкаль коллектив” исеме бирелә.
Иҫәнғол мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Роля Хәмит ҡыҙы Ишмырҙина үҙешмәкәр сәнғәттең әүҙем ҡатнашыусыларының береһе булды. Ул концерт бригадаһы менән күп ауылдарҙа сығыш яһаны һәм йырҙарын бөтә ерҙә лә тамашасы ихлас ҡабул итте. Һәләтле йырсы-бейеүселәр: ул ваҡыттағы Таҙлар мәктәбе пионервожатыйы Валентина Лиходумова, музыка мәктәбе уҡытыусыһы Алсу Абдрахманова, автохужалыҡ кассиры Дамира Дәүләтшина, Иҫәнғолдан уҡытыусы Валерий Нечаев һәм башҡалар күп булды. Арабыҙҙа инде күптәре булмауы бик йәл.
Был саралар барыһы ла ВЛКСМ-дың район комитеты аппаратының хеҙмәткәрҙәре, йәғни М. Горюнов, В. Бикмөхәмәтов, Р. Тазетдинова, М. Бикмөхәмәтова, Ф. Ғүмәрованың татыу һәм көйлө эшләүе һөҙөмтәһендә уңышлы үтте.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: комсомол онотолманы – уның эше, рухы ҡалды. Мин дәүләттең йәштәр менән эшләүгә яуаплы структуралары бөгөн дә ВЛКСМ-дың яҡшы йолаларын дауам итер, йәш быуындың өлкәндәр менән бәйләнешен нығытыр, йәштәрҙең әүҙем гражданлыҡ позицияһын үҫтерер һәм Ватанға һөйөү тәрбиәләр тип ышанам.
Читайте нас: