100 йыллыҡҡа - 100 шәхес
Йәш быуын олуғ шәхестәрҙе белеп үҫһен!
Мөхәммәт Сәләхетдин улы Абдуллин (1888 – 1936)
1888 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Үрген ауылында күренекле дин әһеле Сәләхетдин ахун Абдуллин ғаиләһендә өсөнсө улдары Мөхәммәт донъяға килә. Ахун хәҙрәт үҙе билдәле Ҡарғалы мәҙрәсәһен тамамлай һәм балаларын да уҡытыу хәстәрен күрә. Малай тәүҙә атаһында, унан Яңы Себенле мәҙрәсәһендә белем ала. Аң-белемгә зирәк Мөхәммәт артабан уҡыуын Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә дауам итә. Ағалы-энеле эшҡыуарҙар Әхмәт һәм Мәхмүт Хөсәйеновтар 1891 йылда асҡан был мәҙрәсә тәүгеләрҙән булып тәбиғәт фәндәрен өйрәнеүҙе индергән заманының алдынғы уҡыу йорттарының береһе һаналған. Унда уҡытыу яңы ысулдар менән алып барылған. Мәҙрәсәлә башланғыс, урта, юғары мәктәп уҡытыусылары, мәҙәниәт һәм хужалыҡ белгестәре әҙерләнгән. Уны тамамлаусылар араһынан дәүләт һәм партия эшмәкәрҙәре, күренекле яҙыусылар, журналистар, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күп сыҡҡан, ләкин уларҙың байтағына, бигерәк тә башҡорт милләте вәкилдәренә, алған белемдәрен батша осоронда тейешле ҡулланыу мөмкинлеге сикләнгән булған, тик бер өлөшө генә муллалар һәм уҡытыусылар булып хеҙмәт иткән. Ахун дәрәжәһендә күп мәхәлләләр менән етәкселек иткән атаһы улына ла муллалыҡты тәҡдим итә. «Был минең юлым түгел», — тип баш тарта Мөхәммәт. Өйләнә һәм Үргендә үҙенең хужалығын алып бара, иген сәсә, мал аҫырай, хатта дөйәһе лә була.
1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башланғас, ул фронтҡа алына. Мөхәммәт хеҙмәт иткән армия Кавказда Германияның союздашы Төркиә менән һуғыш хәрәкәттәре алып бара. Хәрби бәрелештәрҙең береһендә байтаҡ яҡташтары менән һалдат әсирлеккә эләгә. 1917 йылдың Октябрь революцияһынан һуң рус армияһы төрөктәр менән һуғышты туҡтата һәм 18 декабрҙә Тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөлә. Ике илдә лә бер-береһенең әсирҙәре күп була, уларҙы алмашыу башлана. Белемле булыуы, сит телдә иркен һөйләшеүе арҡаһында Абдуллин байтаҡ яҡташтарын, шул иҫәптән, ауылдашы Мөтиғулла Сәйфуллинды тиҙерәк азат итеү хәстәрен күрә, үҙе лә ҡотола. Был етеҙлек шул тиклем ваҡытлы була, сөнки ике ай ҙа үтмәй, 1918 йылдың 12 февралендә төрөк ғәскәре, килешеүҙе боҙоп, Рәсәй армияһына ҡаршы һөжүмгә күсә һәм һуғыш хәрәкәттәре ошо йылдың аҙағына тиклем бара. Әсирлектән ҡотолоп өлгөрмәгәндәргә тағы ла бер йыл тирәһе төрмәлә яфа сигергә тура килә. Ваҡытында ҡотолоу Абдуллин өсөн яҙмыш ҡушыуы булғандыр, сөнки кире осраҡта уның артабанғы эшмәкәрлеге бөтөнләй икенсе юлдан китер ине.
Өс йылдан артыҡ сит тарафтарҙа йөрөгәндән һуң ул 1918 йылдың йәй баштарында ғына ауылына ҡайтып төшә. Был – илдә ҙур ваҡиғалар – Февраль һәм Октябрь революциялары, Граждандар һуғышы, Башҡортостан Республикаһы иғлан ителеү, Башҡорт ғәскәрен төҙөү осоро була. Күп тә үтмәй, Абдуллин милли хәрәкәткә ҡушылып китә һәм Башҡорт ғәскәре штабына комендант ротаһы командиры итеп билдәләнә. Ошо мәшәҡәтле вазифала уға Зәки Вәлиди етәкселегендәге штаб хеҙмәткәрҙәре, хәрби частар командирҙары менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тура килә. Был ваҡытта Башҡортостан хөкүмәте һәм ғәскәре Советтарға ҡаршы була. 1919 йылдың 20-21 февралендә Темәс ауылында үткән I Бөтә Башҡорт хәрби съезы башҡорт ғәскәрҙәренең Советтар яғына күсеүен һәм РСФСР составында автономиялы Башҡорт Совет республикаһы иғлан ителеүен хуплаған тарихи ҡарарҙар ҡабул итә. Съездың 92 делегаты араһында Мөхәммәт Абдуллин да була. Советтарға ҡушылғас, ул республикабыҙҙың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта хөкүмәттә эшләп ала, унан һуң Туҡсоран кантоны ревкомы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана, большевиктар партияһы сафтарына инә.
Артабан Абдуллин тыуған яғына Үҫәргән кантонының хәрби комиссары итеп күсерелә. Был ваҡытта кантон хәҙерге Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла һәм Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ райондары территорияһын биләгән. Шул осор тураһында ауылдашы Хәсән Аҡъюловтың хәтирәләренән бер өҙөк һәм уның уҡ шиғыры: «1919-1921 йылдарҙа Үҫәргән кантоны хәрби комиссариатында хеҙмәт иттем. Уның ҡораллы командаһында 25 кавалерист ине, мин дә шулар араһында. Хәрби комиссар ауылдашым Мөхәммәт ағай Абдуллин, команда начальнигы Мөхәмәтйәр ағай Хәсәнов булды. Мөхәммәт ағайҙың аты – ҡара, Мөхәмәтйәр ағайҙың – ерән ҡашҡа, минеке күк юрға ине. Һаҡмар һыуында аттарҙы йөҙҙөрә һәм йыуа торғайныҡ.
Әле булһа минең иҫтәремдә
Һаҡмар һыуҙарында йөҙгәнем.
Күк юрғамды менеп, юрғалатып
Һаҡмар буйҙарында йөрөгәнем.
Начальник менде ерән ҡашҡаға.
Күк юрғамды мин үҙем мендем,
«Интернационал»ды йырланым.
Военкоматта хеҙмәт иткән саҡта
Бөтә илдәге кеүек, Башҡортостанда ла ауыл хужалығы үҫешенә биш йыл барған һуғыштар ҙур зыян килтерә. 1920 йылда иген уңышы түбән була һәм киләһе йылдың яҙында уҡ аслыҡ башлана. 1921 йылғы иҫ киткес ҡоролоҡ халыҡты һәләкәт хәленә төшөрә. Былай ҙа аҙ майҙандағы сәсеүлектәрҙең гектарынан республика буйынса ни бары биш бот, йәғни 80 килограмм иген йыйып алына. Башҡортостанда халыҡтың 90 процентҡа тиклеме асыға. Ил буйынса иң ныҡ асығыусы 12 өлкә билдәләнә, республика был ҡурҡыныс исемлектә икенсе урында тора. РСФСР Хөкүмәте халыҡ-ара ойошмаларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Уларҙың күптәренән ыңғай яуап алына, шулай ҙа Америка Ярҙам Администрацияһы – АРА – исемле ойошма бөтә ярҙамдың 90 проценты тирәһен хәстәрләй. Ул 1922 йылда көн һайын 10 миллион тирәһе кешене ашата, 7 миллион кешене дарыуҙар менән тәьмин итә. 1922-23 йылдарҙа өс миллион гектарҙан күберәк баҫыуҙарға етерлек орлоҡ килтерә.
Булған ғына аҙыҡ-түлекте ғәҙел бүлеп халыҡҡа еткереү маҡсатында махсус комитеттар төҙөлә. Республикала уны БашЦИК рәйесе, Граждандар һуғышының легендар комбригы Муса Мортазин етәкләй. Урындарҙа ла был вазифаға иң намыҫлы, халыҡ араһында ҙур абруй менән файҙаланған кешеләрҙе ҡуялар. Үҫәргән кантонында комитет рәйесе итеп хәрби комиссар Мөхәммәт Абдуллин тәғәйенләнә.
1922 йылдың яҙы асығыусылар өсөн бигерәк тә ауыр һынау була. Был ваҡытта халыҡтың әҙме-күпме аҙыҡ суррогаттары бөтөнләй ҡалмай, мал-тыуар ашап бөтөлә яҙа. Бигерәк тә тимер юлдар булмаған Үҫәргән кеүек кантондар аҙыҡ-түлек менән үтә лә насар тәьмин ителә.
1922 йылдың 7 мартында Үҫәргәндән республика етәкселегенә хәлде аңлатып һәм ярҙам һорап Абдуллин ҡултамғаһы менән ҙур йөкмәткеле хат китә. Унан бер өҙөк: «120 мең халҡы булған Үҫәргән кантоны ҡот осорғос картина тәшкил итә, айырым ауылдарҙа халыҡтың яртыһы үлеп бөткән. Кешеләр ни бары онталған үлән йәки тирмәндә тарттырылған мал һөйәге һәм ағас оно менән генә туҡлана. Күп ауылдарҙа эттәр һәм бесәйҙәр ашалып бөткән. 61 ашханаға ебәрелгән аҙыҡ 3870 кешегә генә иҫәпләнгән. Уларҙың һаны һис юғында 12 мең кешегә еткерелеп арттырылырға тейеш.
Комитет рәйесе: Абдуллин.
(Республиканың Милли архивы, фонд 1239, опись 1).»
Хатты алғас, 17 мартта Үҫәргән кантонына БашЦИК вәкиле итеп ебәрелгән Петровтың докладынан өҙөк: «Халыҡтың ҙур һанлы өлөшө үлемгә дусар ҡылына. Үлемеслек көндән-көн арта бара. Үлектәрҙе күмеп өлгөрә алмайҙар, уларҙы яҙға тиклем дөйөм аҙбарға өйөп һалалар. Төрлө мал-тыуар минимум һанда ҡалған. Орск – Ырымбур тимер юлын көрт баҫыу сәбәпле, мин ҡайтып киткәнгәсә кантонға аҙыҡ-түлек тә, орлоҡ материалы ла килеп етмәне. Михайловка һәм Яшка утарҙарында кеше ашау осраҡтары теркәлгән, хәл үҙгәрмәһә, ул ғәҙәти күренешкә әүереләсәк.
(Шунда уҡ, фонд 1239, опись 5).
Ошонан һуң ғына кантонға аҙыҡ килтереү, өҫтәп ашханалар асыу мәсьәләһе бер аҙ яҡшыра төшә.
1922 йылда Башҡортостан составына Өфө губернаһы ҡушыла, ошо йылдың аҙағында кантондар эреләтелә. Яңы ойошторолған Йылайыр кантонында Абдуллинға эш тәҡдим ителмәй, республика буйынса ундайҙар байтаҡ була. Был хәлде Зәки Вәлидиҙең арҡаҙаштарына кире мөнәсәбәт менән аңлатырға ныҡлы нигеҙ бар. Мәҫәлән, 1923 йылдың 28 майындағы РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә Комитеты президиумы ултырышы: «Сөләймән Мырҙабулатовты ҡоторонҡо һәм зарарлы милләтсе рәүешендә БАССР сиктәренән тышҡа бөтөнләй һөрөргә кәрәкле тип һанарға», – тигән ҡарар сығара. Ҡарар август айында тормошҡа ашырыла.
Мөхәммәт Сәләхетдин улы тағы ла ауылына ҡайтып үҙ хужалығына тотона. 1927 йылдың башында Үргендә Сәлих волосында беренсе ТОЗ (Ерҙе бергәләп эшкәртеү ширҡәте) төҙөлөүендә һаман да төрлө кимәлдә абруйлы булған һәм һүҙе үткән, заманса фекерләгән Абдуллиндың роле ҙур була. 2017 йылда ТОЗ ойошторолоуҙың 90 йыллығы айҡанлы уның тәүге 18 ағзаһы хөрмәтенә Үрген мәҙәниәт йортонда таҡтаташ асылды. Унда Мөхәммәт Абдуллиндың да исем-шәрифтәре бар.
1927 йылдың көҙөндә ул – Йылайыр һал ағыҙыу контораһы начальнигы, ә киләһе йылдың йәйендә Йылайыр кантонының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә. Комиссариатҡа бик ҙур майҙан биләгән территорияла ир-егеттәрҙе иҫәпкә алыу, хәрби хеҙмәткә саҡырыу, граждандар һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләрен хәстәрләү һәм башҡа күп төрлө мәшәҡәтле эштәр менән шөғөлләнергә тура килә.
1930 йылда кантондар урынына райондар ойошторола. Абдуллин Хәйбулла районы Һаҡлыҡ кассаһы мөдире итеп ҡуйыла. 1919 йылдың мартында Советтар менән килешеүҙең бер шарты булып ҡыҙылдарға ҡаршы һуғышҡан Башҡорт ғәскәре яугирҙәренә тулыһынса ярлыҡау торған. Ләкин эҙәрлекләүҙәр туҡтамай, 1930 йылдан ул бигерәк көсәйә. Ошо йылда Сөләймән Мырҙабулатов ҡулға алынып атып үлтерелә, Юныс Бикбов биш йылға төрмәгә ябыла. Күптәр ҡотолоу юлын республиканан ситкә китеүҙә күрә. Мөхәммәт Абдуллин да 1932 йылдың йәйендә ғаиләһе менән Үзбәкстанға барып урынлашып, бер совхоздың баш бухгалтеры булып эшләй. Ҡыҙҙары саф үзбәк мәктәбендә уҡый алмау сәбәпле, тәүҙә уны Үргендәге өләсәһе янына ҡайтаралар, 1935 йылда бөтә ғаилә лә кире юллана.
Ейәнсура районы етәкселегендә төрлө яуаплы вазифаларҙа элекке хеҙмәттәштәре булһа ла, Абдуллин байтаҡ ваҡыт эшкә урынлаша алмай, тик көҙгөһөн генә Муйнаҡ ауыл Советы секретары итеп тәғәйенләнә. Бында уға оҙаҡ эшләргә насип булмай, 1936 йылдың март айында 48 йәшендә генә ҡапыл вафат була. Мәрхүмде ошо ауыл зыяратына ерләйҙәр.
1937 йылда репрессиялар башланғас, бер туған ағаһы Вәлетдин Абдуллин Хәмдиә килененә һәм балаларға ошондай һүҙҙәр әйтә: «Нисек кенә ауыр булмаһын, ярай әле Мөхәммәт алдан үлеп ҡотолдо. Ул, һис һүҙһеҙ, золом ҡорбаны була ине һәм бөтәбеҙгә лә, бигерәк тә һеҙгә, уның шауҡымы эләгеп, ауыр һынауҙарға дусар ителә инек». Быны дәлилләүсе бер документтан өҙөккә генә күҙ һалайыҡ. Ул билдәле яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың «Заманының выжданы ла, ҡорбаны ла...» китабынан алынған. «1937 йылда Салауатов тигән берәү күренекле яҙыусы Төхвәт Йәнәби өҫтөнән тикшереү органдарына ошаҡ яҙа. Унда: «1921 йылда Үҫәргән кантонында барған профсоюз дискуссияһында ике төркөм ҡатнашты. Буржуаз милләтселәрҙең етәкселәре Башҡарма комитет рәйесе Бикҡужин, урынбаҫары Юныс Бикбов һәм мәғариф бүлеге мөдире Төхвәт Йәнәби булды. Ә хәрби комиссар Мөхәммәт Абдуллин менән парткомиссар Акаскин халыҡ дошманы Троцкий фекерен яҡланылар», — тип әйтелә. Ошо ғына юлдар вафат булған Абдуллиндан башҡа тереләрҙең бөтәһенең дә башына етә. Юныс Бикбовты хатта Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта университетта уҡытып йөрөгән еренән табып алып, һигеҙ йылға төрмәгә ябалар һәм ул шунда 1942 йылда вафат була. Бына ниндәй хәтәр ҡурҡыныс йылдар булған бит!
33 йәшендә тол ҡалған Хәмдиә Шәйхетдин ҡыҙы ике балаһын үҫтереп кеше итеү өсөн күп көс түгә. Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙы Ейәнсура районының абруйлы математика уҡытыусыһы ине, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Үрген мәктәбенең директоры булып та эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн күп дәүләт наградаларына лайыҡ була. Уның ҡыҙы Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
Азат Мөхәммәт улы Абдуллин – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, атаҡлы «Ун өсөнсө председатель», «Раббым баҡсаһы» һәм башҡа күп пьесалар, повестар авторы. Ул башҡорт драматургияһын донъя кимәленә алып сыҡҡан әҙип. Гүзәл Азат ҡыҙы Абдуллина-Әхмәтова филология фәндәре кандидаты, шулай уҡ БДУ доценты.
Мөхәммәт Абдуллин тураһында Республика Милли архивында байтаҡ документтар һаҡлана, бер нисә китапта уның эшмәкәрлеге сағылдырылған, ләкин быға тиклем улар киң йәмәғәтселеккә барып етмәй торҙо. Бөгөнгө быуын бынан бер быуат элек Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенә нигеҙ ташын һалыуҙа ҙур эштәр башҡарған ир-азаматтарҙы белергә тейеш.