Был донъяла осрашыуҙар ғына ҡала. Осрашайыҡ әле тағы ла…
Ейәнсура районының иң йәш ауылдарының береһе – Кәлимулла, икенсе исеме Үрнәк, йәки өлгө булыуҙы аңлата. Ауыл тәбиғәттең бик матур урынында урынлашҡан. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, халҡы бик егәрле, уңған, әле лә кеше йәшәгән 20-гә яҡын өй ҡараулы, тәрбиәле. Хатта яңы ғына төҙөлгән ике ҡатлы өй ҙә бар.
6 июлдә был ауылда бик күркәм сара – “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” үтте. Байрамға йыйылған халыҡтың шатлығын уртаҡлашҡан кеүек, был көн ҡояшлы, еләҫ булды. Күптәнән күрешмәгән ауылдаштар, туғандар осрашып, иң элек ауыл осондағы “Мин Кәлимулланы яратам” арт-объекты янында иҫтәлеккә фотоға төштө. Ошонда уҡ килгән ҡунаҡтарҙы: район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов, Иҫәнғол ауыл биләмәһе башлығы Роберт Мәсәғүтов, Урал Бикташев һәм башҡаларҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар.
Артабан күмәкләшеп ауыл урамын бер итеп уҙҙылар, Камил һәм Ғәлиә Түләбаевтарҙың ихатаһын ҡарап сыҡтылар. Бик йәмле һәм күркәм йорт! Шул тиклем ихласлап, бөтә күңелдәрен һалып эшләгән өй хужалары. Төрлө төҫтәр менән балҡып ултырған сәскәләр, ял итеү урындары, сәңгелдәктәр… – һанап бөтөрөрлөк түгел, ә үҙенә иң йәлеп иткәне – ояһында тере кеүек торған ҡауҙы (аист) һәм самауыр артында, күҙлек кейеп ял итергә ятҡан ҡарт.
Юлыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған яугирҙәр иҫтәлегенә төҙөлгән обелискка дауам итә. Бында ҡасандыр ошо ауылда тыуып үҫеп, әле Иҫәнғол ауылында йәшәгән һуғыш ветераны Фәтхулла Түләбаев, Самат Йәрмөхәмәтов һәм Яңы Себенле ауыл биләмәһе башлығы Шамил Хәсәнов батырҙар иҫтәлегенә гөлләмә һалды, барсаһы ла тыныс тормош өсөн һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Тағы бер ауылдың күрке булған йортҡа юл алабыҙ, уны Рәсүл һәм Вера Ноғомановтарҙың әкиәт иле тип атаһам да хата булмаҫ: ҡапҡанан ингәс тә үрелгән ситән тирмә, эсендә йәйгә селләлә ял итергә, сәйләргә була; автомобиль покрышкаларынан эшләнгән ат күләгәлә ял итә; шулай уҡ ситәндән үрелгән кәмә, елкәндәре менән быны-бына йөҙөп китер кеүек, ә елкән ябай түгел, уға сәскәләр үрмәләгән. Ә сәскәләр, сәскәләр – әйтәһе лә түгел! Шул тиклем дә фантазияға бай йорт хужалары менән һаубуллашып байрам уҙасаҡ аҡланға ҡуҙғалабыҙ. Юлыбыҙ Килен шишмәһе янынан үтә. Таҙартылған, кәртәләп алынған, һыу юлына торба һалынып, теләгән кешегә эсер өсөн һауыт та ҡуйылған. Янында аҡҡоштар ял итә, төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала, йәйге эҫелә ағас күләгәһендә ял иткең килһә, рәхим ит, эскәмйә лә бар.
Сара ҙур тирмә ҡоролған аҡланда дауам итте, янында Кәлимулла ауылының күпселеген тәшкил иткән Түләбаевтар, Байгилдиндар, Мәсәғүтовтарҙың шәжәрәһе эленгән. Халыҡ йыйылғас, сараны Шамил Хәсәнов тантаналы асты, бөтәһен дә ошо байрам уңайынан ҡотлап уҙҙы.
Ауылдың тарихы менән ошо ауылдан тамыр алған йәмәғәт эшмәкәре Марат Түләбаев таныштырҙы. Ул нисек колхозда эшләгәндәре, үҙенең Башҡорт Үргененә нисек уҡырға барыуы тураһында һөйләне. Әйтергә кәрәк, ауыл бәләкәй һәм йәш булһа ла, халҡы һәр ваҡыт белем алырға ынтылған. Кәлимулланан дүрт фән кандидаты, атҡаҙанған табиптар, уҡытыусылар сыҡҡан.
Бөйөк Ватан һуғышында ауылдың 161 кешеһенән 47 уҙаман ҡатнашып, 27-һе яу ҡырында һәләк була. Районда тере ҡайтҡан 2700 яугирҙең әлеге ваҡытта 17-е генә иҫән, улар араһында ауылдашыбыҙ Фәтхулла Түләбаевты күреүебеҙгә бик шатмын, тип әйтеп китте. Әлеге ваҡытта ауылда йәшәр өсөн бөтә шарттар бар, йәшә лә йәшә генә. Марат Сәйфулла улы ауылдың тарихына үҙ өлөшөн индергән, уны бар итеп, күтәреп йәшәп ятҡан һәр береһен иҫкә алып рәхмәт әйтте һәм сығышын: “Был донъяла тик осрашыуҙар ғына ҡала. Осрашайыҡ әле тағы ла”, – тип тамамланы.
Дәртле-моңло йырҙарын ауылдаштарына сығышы менән ошо ауылдан булған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Урал Бикташев бүләк итте, ул буш ҡул менән килмәгән: һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Фәтхулла Түләбаевты, 85 йәшлек юбилейы уңайынан Файза Ваһапованы бүләкләп китте.
Район хакимиәте исеменән Самат Фирҡәт улы сығыш яһап, ауылға байрам уңайынан һыу насосы бүләк итте, шулай уҡ ауыл старостаһы Илгиз Түләбаевҡа, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Ғәлиә Түләбаеваға почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Төрлө номинацияларҙа: “Төҙөкләндерелгән ихата” – Камил һәм Ғәлиә Түләбаевтар, Рәсүл һәм Вера Ноғомановтар, Фәрит һәм Эльмира Әбдерәшитовтар; “Матур йорт” – Рәйес һәм Гөлфиә Түләбаевтар, Фәрит һәм Рәшиҙә Түләбаевтар, Фариз һәм Сания Сабитовтар ғаиләләре бүләкләнеп үтелде. Әйтергә кәрәк, ауылды төҙөкләндереүгә ошонда ғүмер иткән һәр бер кеше үҙ көсөн индергән, күренеп тора – тырышҡандар, улар ҙа билдәләп кителде. Ә “Ауылдың иң йәш кешеһе” исемен алған кескәй Денис Түләбаевтың бүләк алғас нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Балалар бар, тимәк, ауылда тормош бара, дауам итә, ошо кескәйҙәрҙә ауылдың киләсәген күрәбеҙ, ауылдың киләсәгендә уларға өмөт бағлайбыҙ. Шулай уҡ Кәлимулланың иң өлкән кешеләре лә сәхнә түренә саҡырылды, улар һуғыш ветераны Миһран Мәсәғүтов һәм Шәрифулла Мәсәғүтов. Бик йыраҡтан, тыуған төбәген һағынып ҡайтыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы, улар Санкт-Петербург ҡалаһы, Пермь өлкәһе, Татарстан, Себер һәм башҡа тарафтарҙа йәшәүсе ауылдаштар, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләп кителде.
Ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр район мәҙәниәт йорто, Яңы Себенле ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ҡунаҡтар һәм ауыл һәүәҫкәрҙәре сығыштары менән аралашып барҙы. Кемдәрҙер уларға ҡушылып йырланы, кемдәрҙер бейене, хатта биләмә башлығы үҙе лә түҙмәй сығып йыр башҡарҙы. Сәхнәлә йырсылар өсөн Урал Бикташев исеменә конкурс ойошторолдо. Игеҙәктәр Илдус һәм Илгиз Түләбаевтар гитарала йыр башҡарып, халыҡтың күңелен асһа, аталары Хәниф ағай ҙа улдарынан ҡалышманы, моңло йырҙарын бүләк итте, йыйылыусылар көслө алҡыштар менән ҡабат-ҡабат уның йырлауын һораны. Конкурс булһа ла, башҡарыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Ә сәхнәнән ситтәрәк спорт һөйөүселәр өсөн уйындар уҙғарылды, уларҙа балалар менән бер рәттән ололар ҙа теләп ҡатнашты. Ҡул көрәшендә беҙзең гәзиттең күптәнге дуҫы Марат ағай Түләбаев ярышып, еңеүгә өлгәште, әлбиттә, беҙ уның өсөн “ауырыныҡ”.
Ошонда уҡ аҡланда ауылдың уңған хужабикәләре табын ҡороп, ауылдаштарҙы һыйланы. Ғәзинур Түләбаев байрамға һарыҡ һуйған, ҡатыны Лениза ҙур ҡаҙанда тәмле һалма ашы әҙерләгән ине, һәр кем үҙе теләгәнсә һалып алып ашаны. Уларҙың кухняһы янында “Эко-Сити” таҡтасығы ҡатып ҡуйылып, бөтөн сүп-сар ошонда йыйылды. Был йәһәттән үрнәктәргә афарин тип әйтергә кәрәк, сара аҙағында ҡыйҙарҙы йыйып йөрөүселәрҙе, бигерәк тә бала-сағаларҙы күрҙек. Ә янғын машинаһына ҡуйылған фотолар галереяһында кемдер таныштарын күрҙе, кемдер үҙен тапты.
Байрам тамамланһа ла, һәр өйҙән йыр-моң ағылды, шат тауыштар яңғыраны. Һағынышып ҡайтҡан ул һәм ҡыҙҙар, дуҫтар һәм туғандар бер-береһенең хәл-әхүәлдәрен һорашып, берләшеп, бындай байрамдың әһәмиәтенең ни тиклем оло булыуын тағы ла бер иҫбатланы.