Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
13 Сентябрь 2019, 03:12

Мөғжизә

Сирләп торһаҡ, ҡәртәсәй беҙҙе һамаҡлай - һамаҡлай өшкөрә торғайны :Эй, мөхәббәт ташы, ошо баланың сирен үҙеңә ал, мин беләм, һинең серле, мөғжизәле тәбиғәт көсөң барлыҡ ауырыуҙы юҡҡа сығарып, уны сәскәгә әйләндерә, тип.

Үткән быуаттарҙа, хәҙерге көндә лә ике ауыл тығыҙ бәйләнештә,ҡыҙ биреп, килен төшөрөп татыу йәшәйҙәр. Бер береһе менән хоккей, волейбол уйнарға, саңғы ярыштары, ат сабыштары үткәрергә йөрөйҙәр. Бер-береһе менән өйләнәнешкәндәр матур, татыу йәшәй. Башҡа яҡтан төшкән килендәр - ни өсөндөр бик һирәктәре генә матур донъя көтә. Эсеп, зина ҡылып, исем һатып йөрөгәндәре бар (Хоҙайым ғәфү ит, ғәйбәт түгел, ғибрәт инде) Күрше ауылға йөрөгән юл бигерәк матур. Тау-таш, урман-ялан аша, ике йылғаны кисеп сығаһың. Юл 3 км ғына. Юлдың иң матур урынында, бейек тау аҫтында, шишмә буйында ҙур таш бар. Кәбән ҙурлыҡ була. Булған ғиллә шул "Мөхәббәт ташында" инде. Ул таш йәштәргә юл яҡтыртып тора (ғашиҡтар төнөн осраша бит инде, егеттәр ҡыҙын оҙатып,таңға ҡарай ҡайта). 90 йылдарҙа, юл көнө - төнө, яҙлы - көҙлө, йәйен-ҡышын мыжғып тора. Насар уй менән, хөсөтлөк уйлап йөрөгәндәрҙе таш аҙаштырған, хатта ел уйнатып, бүре олоған тауышта сығара торғайны тиҙәр. "Мөхәббәт ташы" шундай саф, көслө - ул насар ауырыуҙарҙы, сихыр, күҙ тейеү, төрлө боҙомдо юҡҡа сығара. Русса - нейтрализует.Ғашиҡтар ул таш янына барып мәңгелек мөхәббәт һорай. Яңғыҙҙар үҙҙәренә һөйөү, түлһеҙлектән ыҙалағандар - бала һорайҙар. Вәт шундай тәбиғәт мөғжизәһе бар республиканың бер районы ауылында.

"С.донъя" сәхифәһенән.
Читайте нас: