Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
27 Сентябрь 2019, 12:20

Йөҙйәшәрҙәр булһын әле

Оҙон ғүмерлелек серҙәрен һораштырғанда ул әсәһенең – 96 йәштә, атаһының 70-те уҙғас вафат булыуын әйтеп, нәҫелдән килгән сифаттыр, йәнә шифалы үләндәрҙе ашап сыныҡҡан быуын бит беҙ, йәш ваҡытта тәмәке лә тарттым, ташлауыма 20 йыллап бар, тип яуапланы.

Йөҙйәшәрҙәр булһын әле
Сираттағы сәфәрҙә Абзан ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов менән ҡыҫҡаса әңгәмәләшеүҙән күңелдә йылы, ыңғай, яҡты тойғолар ҡалды.
1926 йылғы аҡһаҡал үҙенең йәш күренеүе, аҡыл-зиһененең замандан ҡалышмауы менән хайран ҡалдырҙы. Оҙон ғүмерлелек серҙәрен һораштырғанда ул әсәһенең – 96 йәштә, атаһының 70-те уҙғас вафат булыуын әйтеп, нәҫелдән килгән сифаттыр, йәнә шифалы үләндәрҙе ашап сыныҡҡан быуын бит беҙ, йәш ваҡытта тәмәке лә тарттым, ташлауыма 20 йыллап бар, тип яуапланы.
Һуғыш афәтен үҙ иңендә татып, унан ҡайтҡас ғүмере буйы ауыр хеҙмәттә тир түгеп, хәләл ефете менән күмәк балалар үҫтереп, уҡытып, халыҡсан әйткәндә, кеше итеп, яҙмыш кәртәләрен емерә барып, ҡартлыҡ көҙөнә матур булып ингән бындай өлкәндәребеҙ булмыштары менән йәш быуынға һәйбәт өлгө булып тора.
Әхмәтдин Хәлитов Муйнаҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Ғәббәс ауылында тыуып-үҫкән. 17 йәшендә Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡалаһында 6 ай элемтәсегә уҡып, 1944 йылда һуғышҡа юллана. Харьков, Киев ҡалалары аша үтеп, Польша еренә барып етә. Фашистар инде үҙ позицияһында бирешә башлаған, беҙҙекеләр бар көстәрҙе туплап, Еңеүгә ынтылған ваҡытҡа тура килә рядовой. 1-се Украина фронтында 335-се уҡсылар полкы составында илбаҫарҙарға ҡаршы яуҙан һуң “Германияны еңгән өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Бөйөк Еңеүҙән һуң 18 йәште үткән егет районға ҡайтып (Абзандың үҙәк булған сағы) Ауыл хужалығы техникаһы ойошмаһына эшкә инә (35 йыл эшләй, шул иҫәптән 19 йыл пилорамсы була).
Мәле еткәс Мәзит ауылы ҡыҙы Ғәшүрә Ғизылхаҡ ҡыҙы Юланова менән тормош ҡороп ебәрәләр, 1968 йылда үҙ көстәре менән яңы йорт, кәртә-ҡура төҙөп ултырталар (хужа үҙе маһир балта оҫтаһы ла), 61 йыл бергә татыу ғүмер итәләр, 3 ул, 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр (әлеге ваҡытта өс балалары иҫән, ҡатынының мәңгелек йортҡа күскәненә ете йыл үткән).
Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Әхмәтдин Хәлитовтың донъяһы, йорто әле лә ҡотло, ихатаһында барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, тирә-йүн баҡса гөлдәре, емеш ағастары менән уратып алынған. Бына шундай ныҡлы һәм шәп өйө булғанға ла һуғыш ветерандарына тейешле торлаҡ шарттарын яҡшыртыу сертификатын ала алмаған.
Олатай яңғыҙ түгел, ҡыҙы тәрбиәһендә йәшәй. Унынсы тиҫтәһен ваҡлаған аҡһаҡалға артабан да тормошто яратып йәшәүен, ныҡлы сәләмәтлек теләргә генә ҡала.
Әнисә Бикташева. Автор фотоһы.
Читайте нас: