Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
9 Октябрь 2019, 16:08

Онотолмай ул йылдар

"Һарыҡты кем ашаған?" һорауы тыуыуы ихтимал

Өлкән быуын коллегаларымды хәтерләп


Мин 1964 йылда Иҫәнғол мәктәбенә эшкә килгәндә, мәктәптә балалар һаны шул тиклем күп ине. Мәктәп 3 сменала эшләй. 1,2 сменала уҡыусылар, кис сәғәт 7-нән һуң эшселәр өҙөлөп ҡалған уҡыуҙарын дауам итәләр итте. Киске мәктәпте Нәби Сафа Ҡолмөхәмәтов етәкләне.

Параллель кластар күп. Башланғыс кластарҙа ғына өс – рус, бер башҡор кластары. Башҡорт кластарында балалар әҙ була торғайны, рус кластарында һәр класта 42-шәр уҡыусы, балалар һаны 45-тән үтһә генә бүлә торғайнылар. Мин шул “В”-класында эшләй башланым. Ул уҡыусыларым әллә ҡасан хаҡлы ялға сыҡты.

Мәктәптә ир уҡытыусылар күберәк була торғайны. Бына улар: А.Н.Ғөбәйҙуллин, Й.Й.Ғәйнуллин,Р.В.Потяпин,В.И.Третьяков,Г.К.Кузнецов, Уколов. С.С. Васютин, Г.И. Харитонов, М.Т.Литвинов, К.С.Мөғәллимов, П.И.Симонов, А.Н.Каримов, Г.В.Солтанов, Н.И.Петров, И.М.Байгилдин, Г.Р.Павлов, С.Х.Байгилдин. Ә хәҙер мәктәп матриархат ҡулына күсте.Ҡала мәктәптәрендә лә шул уҡ хәл.

Мәктәп ҙур булғас, эш тә күп була торғайны. Бесән сабыу, сенаж әҙерләү, япраҡ ҡырҡып тапшырыу, сөгөлдөр утау – бар эштәр ҙә ҡул көсө менән башҡарыла. Сөгөлдөрҙө бөртөклөп һирәгәйтәһең, утайһың, көҙ көнө ҡул менән йолҡоп таҙартып өйәһең, техника булғас ҡына ҡабул итеү пункттарына оҙатаһың,шунан һуң ғына эшең башҡарылған тип иҫәпләнә. шунан һуң инде балаларға шәкәрлке сәй эсереү ваҡыты етә. Нисек кенә ауыр булмаһын, отпуск ваҡытындағы ошо эштәр беҙҙе сыныҡтырған, йәшәүгә өмөт уятҡан. Ҡайҙа эшкә барырға график эленә, шуның буйынса эшкә тотонаһың. Беҙҙең мәктәп район үҙәгендәге Куйбышев исемендәге колхозға ярҙам итә торғайны. Ниһайәт, колхоздарҙың гөрләп эшләп торған осоронда бишенсе октябрь көнөн Уҡытыусылар байрамы тип иғлан иттеләр.

Шул көндәрҙең береһендә Куйбышев колхозы 1-се мәктәп уҡытыусыларына һарыҡ бүләк итте. Кем рәйес булғандыр, онотҡанмын. Һәр хәлдә, Вәли Ибраһим улы түгелдер, сөнки ул колхоз милкенә бик һаҡсыл ҡараған етәксе, ғәҙел, урлаша белмәгән коммунист председатель ине ине.

Август айының аҙаҡҡы көндәре. Колхозда ҡыҙыу эш бара. Ямал Бәҙри ҡыҙы Нурҡаева (сельсовет рәйесе), Вәли Абдуллин (колхоз председателе) һәм мин Куйбышев исемендәге колхоздың бригадалары буйлап, лекция уҡып йөрөйбөҙ. Яңы Павловка, Айыу һәм Яңы Юл бригадаларында. Иң аҙаҡтан Яңы Юлға килеп еттек. Көн кисләгән, эшебеҙҙе тамамлап, ҡайтырға сыҡтыҡ. Юлға сығыу менән иҫке генә “Москвич” һүнде лә ҡуйҙы. Бер нисек тә тоҡанмай. Беҙ Ямал Бәҙри ҡыҙы менән машинаны этәбеҙ. Ҡара тиргә баттыҡ. Оло юлға етер алдынан “Москвич” тоҡанды. Тирҙе һөртөп алдым да, “Их, Вәли Ибраһим улы, һеҙҙе шулай этеп йөрөткәнде Миҙхәт Зәкир улы Шәкиров күрһен ине”, – тинем. “Ул күрмәй шул беҙҙе!”, – тигән булды. Көлөшә-көлөшә ҡайтып еттек.

Гәзит уҡыусыларҙа “Ә хәҙер һарыҡты кем ашаған?” тигән һорау ҙа тыуыуы ихтимал.

Мәрйәм Ғәли ҡыҙы Собханғолова профком ултырышын йыйҙы. Һарыҡты нимә эшләтергә тигән мәсьәләне тикшерәләр. Ит көйөнсә бүлһәң, кемгә ите, кемгә һөйәге тигәндәй уның, барып йөрөү кәрәкме шуның өсөн… һарыҡты һуйып. Нефтяниктар пляжында бер ял ойошторайыҡ, тигән тәҡдимде хуплап сыҡтылар. Луиза Рәхим ҡыҙы Әбүбәкирова, Людмила Зиновьевна Макеева һәм мин аш бешерергә ризалаштыҡ. Нисек инде һарыҡ итен вермишель менән бешерәһең? Мин төндә һалма йәйеп киптереп алдым. Иртәнсәк сәғәт 7-лә ҙур ҡаҙанды һарыҡ итен, уның башҡа кәрәк-яраҡтарын тейәп Петр Симонов мәктәптең ҡылтырлап торған йөк машинаһы менән тейәп беҙҙе Эйек буйындағы пляжға килтереп төшөрҙө. Көн шул тиклем һыуыҡ, аяҙ, ныҡ итеп ҡырау төшкән. Йылы итектәр кейеп усаҡ янында йылынып алабыҙ. Сәғәт 11 тирәһенә, әлеге машинаға тейәлеп уҡытыусылар килеп төштө. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, өҫтәлгә ризыҡтарҙы теҙеп ҡуйҙыҡ. Ҡоймаҡ, бәлеш, ҡаймаҡ,ҡорот –барыһы ла табында. Араҡы ғына юҡ, сөнки спиртлы эсемлектәр ҡулланыу ҡәтғи тыйылған осор.


(Гәзиттә тулы килеш уҡығыҙ).


Зөләйха Сәйфуллина. Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: