Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
9 Октябрь 2019, 15:59

Табаҡ та ғына табаҡ хат

Тормошон 5 йәшенән хәтерләй.

Һуңлаған рәхмәт


Беҙ бер ғаиләлә ете бала үҫтек: алты ҡыҙ, бер малай. Ул ваҡытта ғаиләне күп балалы тип ҙурлау юҡ ине. Атайыбыҙ Ғимаҙислам Шәмсислам улы Әбделғужин 1942 йылдан һуғышҡа китеп, тик 1947 йылдың 17 апрелендә ауылға ҡайта. Күкрәктә –миҙалдар, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены. Торор өй юҡ. Ике туған ағаһы Фәхрислам менән еңгәһе Фаиза үҙҙәренә һыйындыра. Бер туҡалаҡ өйҙә үҙҙәре биш бала менән, яуҙан ҡайтҡан Юныс ҡәйнеше лә шунда йәшәй. Юҡлыҡ, аслыҡ ваҡытында был ысын изгелек инде.

Ағай менән еңгәй ҡәйнештәрен йәһәтерәк өйләндереп, башлы-күҙле итергә тырыша. Атайыбыҙ ҙа улар димләгән Алтынбикәне оҡшата. Һуғыш ваҡытында 4 ҡыш ашҡаяҡта (Күкрәктау, Белорет, Кананикольск урмандарында) ағас ҡырҡҡан, ҡыуғын ҡыуған. Эшкә уңған, төҫкә һылыу ҡыҙ менән ут-һыуҙы кискән егет ең һыҙғанып донъя көтә башлай. Өй һалып инәләр, шул йәй үк картуф, ҡабаҡ сәсәләр Эш араһында, төндәрен үҙҙәре һөйрәп тал ташып, ситән үреп, кәртә-ҡура етештерәләр. Аслыҡ-яланғаслыҡты эш, тырышлыҡ менән еңә ике уңған. Атайыбыҙ балта тота белә, күнәк-сәйнүк төпләй, самауыр, теген машинаһы, сепаратор төҙәтә. Әсәйебеҙҙең ҡулы алтын: йөн, дебет, киндер иләй ойоҡ-бейәләй, шәл бәйләй, таҫтамал, ашъяулыҡ һуға. Көҙ ураҡтан бер ҙә буш ҡул менән ҡайтмай: киндер йолҡоп алып ҡайта, серетеп, талҡып, төйөп әҙерләй ҙә еп иләй.

Мин үҙемде, тормошобоҙҙо 5 йәшемдән иҫләйем. Беренсе хәтирә: урындыҡта илашып 3-4 әбей ултыра, өләсәй көйләп аят уҡый, әсәй көлсә бешерә, сәй ҡайната. Баҡһаң, Сталин бабай үлеп киткән, ә әбейҙәр ҡабат һуғыш сыға күрмәһен, Сталин булмағас, тип илай икән.

Икенсе хәтирә: һыйыр һауғас өләсәйҙәргә сепаратҡа барабыҙ. Айыртылған һөттө алып ҡайтып ҡатыҡ ойотабыҙ, эркет йыйып, ҡорот ҡайнатабыҙ. Ә ҡаймаҡ, май һирәк эләгә. “Налог түләр кәрәк хөкүмәткә!” – тип аңлата әсәй. һарыҡ-кәзә һуйһалар ҙа, тиреһе, ите – хөкүмәткә налог!Беҙгә эс-ҡарын, баш-тояҡ ҡала. Шулай ҙа әсәй ас итмәй, бәпкә өйрәһе, кесерткән-ҡуҙғалаҡ ашы бешерә. Үҙебеҙ ҙә ҡуянтубыҡ, ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ һ.б. үлән менән дуҫбыҙ. Яҙ, йәй көнө беҙ уянғанда атай-әсәй эштә була. Беҙгә өләсәй килеп ҡатыҡ эсерә лә үҙҙәренә алып ҡайтып китә. Кис булғас, мал бикләргә ҡайтабыҙ. Эштән һуң әсәй ашарға әҙерләй, һыйыр һауа, кер йыуа, өй йыя. Атай ер ҡаҙа – картуф ултыртырға кәрәк. һабан менән һөрөргә аттар, үгеҙҙәр юҡ, йәки бик арыҡ. Ҡул менән иртә-кис ҡаҙып та баҡса тултырып картуф үҫтереп, беҙҙе ас итмәне атам-әсәм.

Ҡышҡы кистәр ҙә матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Етеле шәмегеҙ бар, өйөгөҙ иркен тип (4х4), кис ултырырға күрше инәйҙәр инә. Күбеһе ямау ямай, ойоҡ-бейәләй бәйләй. Атайыбыҙ беҙгә ҡысҡырып гәзит, китап уҡый. Бөтәбеҙҙе дә илай-илай тыңлаған “Том ағайҙың аласығы” (“Хижина дяди Тома”, авторы Гарриет Бичер Стоу) һаман да иҫтә. Бәләкәйҙән китапҡа хөрмәт, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнде ғаиләбеҙҙә. Әсәйебеҙҙең атаһы Әхмәтғәлим хәҙрәт бәйеттәр әйтеп, немецтарҙың көнитмеше тураһында һөйләй, ә оләсәйҙең “Ҡиссаи Йософ”, “Саҡ-Суҡ” бәйетен, Кәзә бәйетен өлкәндәр ҙә яратып тыңлай. Улар ҡәҙерләп ҡулъяҙма китаптар, иҫтәлектәр һаҡланы.

Мәктәпкә уҡырға йөрөй башлағас та беренсе талап: тәртип, тырышлыҡ, уҡытыусыға хөрмәт. “Уҡып ҡына белемле булып була, һабағыңды ҡабатла”, -тиеп торҙо оләсәй.

Ике ҡыш ҡына мәктәпкә йөрөп латин грамматикаһын өйрәнгән әсәйебеҙ беҙҙең өй эшен үтәүҙе тикшереп кириллицаны өйрәнде, район газетаһын, “Әҙәби Башҡортостан”, “Ағиҙел” журналдарын уҡып барҙы.

Беҙ бөтәбеҙ ҙә, ете бала, Муйнаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамаланыҡ, иң кесебеҙ генә Муйнаҡ урта мәктәбендә уҡыу бәхетенә иреште. Бер йылды мәктәп директоры: ”Ағай, әйҙә бер балаңды интернатҡа ебәрәйек, үҙегеҙгә еңел булыр”, –тине. Атайыбыҙ: ”Ана, фронтта ҡалғандарҙың етем балаларын ҡарағыҙ! Ете бала күп түгел”, – тип яуапланы.

(Тулыһынса гәзиттә уҡығыҙ).


Мәүлиҙә Әбделғужина, хеҙмәт ветераны, РФ мәғариф алдынғыһы.

Үрге Муйнаҡ ауылы.


Читайте нас: