Йәнә хәтеремә байҡау яһайым
Шаһивәли һәм Нәйрә Ишбирҙиндарҙың 1922 йылда ҡыҙҙары Зәкирә тыуа. Ул Үрген мәктәбен тамамлап, Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас, Мәзит ауылында уҡыта, Күгәрсен балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй.1942 йылда Мөхәмәт Ильясовҡа тормошҡа сыға, бер йылдан, 1943 йылдың 27 сентябрендә мин, Зәкир Мөхәмәт улы Сафин донъяға килгәнмен. Ата-әсәйемдең уртаҡ тормошо барып сыҡмай һәм улар айырылыша. Әсәйем бер аҙ ваҡыттан һуң Әхмәтйән Сәлихйән улы Янбаевҡа кейәүгә сыға һәм беҙ тәүҙә Магнитогорскиға күсеп киттек, аҙаҡ ошо ҡаланан йыраҡ түгел урынлашҡан Париж ауылында сиҙәм күтәрергә барҙыҡ.
Парижда мин мәктәпте тамамлап, урта махсус белем алдым. Уҡыу осоронда спорт менән шөғөлләндем, саңғы һәм еңел атлетикаға өҫтөнлөк бирҙем, беренсе разрядлыға әйләндем. 1963 йылда Совет Армияһына саҡырҙылар. Бик ҡаты һайлау үтеп, Хәрби-Диңгеҙ флотының айырыуса тәғәйенләнешле мәктәбендә уҡырға эләктем. Уҡыу Киев ҡалаһында үтте. Ҡалала миңә 7 ноябрь һәм 9 май парадтарында ҡатнашырға тура килде. Үрҙә әйтелгән мәктәпте отличноға тамамлап, Төнъяҡ флотында хеҙмәтемде дауам иттем.
Демобилизациянан һуң Магнитогорскта Калибрлы заводҡа электрослесарь булып эшкә индем. Эште, уҡыуҙы, хужожестволы үҙешмәкерлекте бергә алып барҙым. Бер үк ваҡытта Магнитогорск тау-металлург институтының киске факультетына уҡырға индем. Шуны билдәләге килә: мин шөғөлләнгән “Беҙ уралсылар” ансамбле коллективы Мәскәүҙә художестволы эшмәкәрлек смотрында лауреат булды. Коллектив “Беҙҙең адрес Советтар Союзы” телевизион тапшырыуында ла, ВДНХ-ла концерт менән сығыш яһаны.
Институтты бөткәс, мин һыуыҡ прокат лентаһын электр хеҙмәтләндереү цехы мастеры тип тәғәйенләндем. 1979 йылда 200 коммунисты берләштергән партойошма секретары урынбаҫары тип һайландым. 1980 йылда партия ойошмаһы секретары һәм партия райкомының ирекле эшсеһе инем. 1985 йылда етәкселек мине сәнәғәтте әҙерләү цехы начальнигы тип тәғәйенләне. Эш ҡыҙыҡ булып сыҡты. Хужалыҡ ярайһы уҡ туҙған ине, завод цехтарының үҙ-ара йоғонтоһон көйләргә, тимер юлы транспорты менән конкретыраҡ эште ойошторорға, заводтың келәт хужалығы структураһын алмаштырыу, хеҙмәт хаҡын түләүҙең заманса ысулын ҡулланырға тура килде. Әммә оҙаҡламай икенсе заман етте. Завод акционер йәмғиәткә әйләнде, шунан метиз һәм калибрлы заводтар ҡушылды. Һөҙөмтәлә – хеҙмәткәрҙәрҙе күмәртәләп ҡыҫҡартыу.
1986 йылда минең ғаилә хәлем ҡырҡа үҙгәрҙе. Мин Әнисә Ғәйнулла ҡыҙы Сәфәрғәлинаға өйләндем.
(Хатты тулыһынса "Ейәнсура таңдары" гәзитендә уҡығыҙ).