Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
30 Октябрь 2019, 10:30

Тарихтың ҡара биттәре

30 октябрь – Репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнө Кешеләрҙе күбеһенсә әҙәм аяғы баҫмаған төпкөлдәрҙә, асыҡ һауала ташлап ҡалдыралар. Ҡыш осоронда ҡола яланда ҡалғанда,р эш ҡоралдары булмағанлыҡтан, үлемгә дусар ителә, бысҡы, балта, көрәк тапҡандар кисекмәҫтән землянка ҡаҙа, утын әҙерләй, шулай йәшәп китә. 1936 йылда Кемерово өлкәһе тайгаһында билдәһеҙ фотограф төшөргән фотола минең әтейем, 8 йәшлек Фазлыев Мәғәз Әһлетдин улы – алғы рәттә уңдан икенсе, ҡәрсәйем, Фазлыева Фатиха Солтан ҡыҙы – артҡы рәттә уңдан беренсе, Юлдаш ауылынан Бикбулатова Ғәбиҙә Муллағәләм ҡыҙы – арттан икенсе рәттә уңдан бишенсе. Һөргөндөң бишенсе йылы. Мәҡәләне тулыһынса гәзиттә уҡырһығыҙ.

30 октябрь – Репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Тарихтың ҡара биттәре
Спецпоселениелар ауыр шарттарҙа барлыҡҡа килә. Кешеләрҙе күбеһенсә әҙәм аяғы баҫмаған төпкөлдәрҙә, асыҡ һауала ташлап ҡалдыралар. Ҡыш осоронда ҡола яланда ҡалғанда,р эш ҡоралдары булмағанлыҡтан, үлемгә дусар ителә, бысҡы, балта, көрәк тапҡандар кисекмәҫтән землянка ҡаҙа, утын әҙерләй, шулай йәшәп китә. Яйлап өйҙәр ҡалҡып сыға, күбәйә, шул уҡ ваҡытта ауылдар янында ҡәберҙәр ҙә арта. Балалар күпләп үлә, Г.Г.Ягоданың 1931 йылғы докладында шундай юлдар бар: 3 йәшкә тиклем сабыйҙар төркөмөнән айына 8 -12 проценты яҡты донъя менән хушлаша, күбеһенсә аслыҡтан һәм ауырыуҙарҙан, йәшәү шарттарының насарлығынан.
Һөргөндөң беренсе йылдары спецпереселенецтар өсөн бик ауырға тура килә. Уларҙы 1931 йылда Наркомлесҡа тапшырғандан һуң хәлдәре тағы ла хөртәйә, ағас йығыу өсөн һәр кешегә юғары норма ҡуйыла, аҙыҡ бер йәнгә айына: он – 9 кг, ярма – 9 кг, балыҡ – 1,5 кг, шәкәр 0,9 кг тәғәйенләнә. 1933 йылдан кәметелә: он – 5 кг, ярма – 0,5 кг, балыҡ – 0,8 кг, шәкәр – 0,4 кг. Йыш ҡына был аҙыҡ нормаһы таратылырға “онотола”. Леспромхоздарҙа ашарға яраҡһыҙ үләндәрҙән ағыуланалар, бесәй ашау осраҡтары теркәлә, үлгән хайуандарҙы бешереү күҙәтелә, ағас һөйрәтеү өсөн бирелгән аттарҙың һолоһон ашап ҡулға алынғандар йышая. Йонсоған халыҡ ағас йығыу нормаһын үтәй алмай, шуның арҡаһында аҙыҡ нормаһы кәметелә.
1937 йылда һөргөнгә ебәрелгәндәр өҫтөнән икенсе репрессия тулҡыны үтә. Алдынғы ғаилә башлыҡтарын ҡулға алып атырға хөкөм итәләр, бәғзеләрен иҫке паромдарға тейәп һыуға батыралар. Шул ваҡиғаларҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр тулыһынса ирҙәр эшенә йәлеп ителә, ирҙәр нормаһын үтәй. Үҙҙәрен Совет хөкүмәте алдында ғәйепле тойған спецпереселенецтар тырышып эшләй, фиҙаҡәр хеҙмәте менән илде күтәрә, аҡларҙар, тыуған яҡтарға ҡайтарырҙар, тигән өмөттә юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Әммә унар йылға һөрөлгән кешеләрҙе урман эшенә тулыһынса бәйләп, 1953–1955 йылдарға тиклем һөргөндә тоталар. Һөҙөмтәлә ҡатнаш никахтар барлыҡҡа килеп урыҫлашыуға килтерә, байтаҡ ҡына ғаиләләр яҡындағы шахталарға, завод-фабрикаларға эшкә ҡалып ҡалаларҙа төпләнә, мәңгегә тыуған яғынан айырыла. Шундай ауыр шарттарҙа һөргөнгә ҡыуылғандар рух ныҡлығын, кешелек сифаттарын юғалтмағандар. 1936 йылда Кемерово өлкәһе тайгаһында билдәһеҙ фотограф төшөргән фотола минең әтейем, 8 йәшлек Фазлыев Мәғәз Әһлетдин улы – алғы рәттә уңдан икенсе, ҡәрсәйем, Фазлыева Фатиха Солтан ҡыҙы – артҡы рәттә уңдан беренсе, Юлдаш ауылынан Бикбулатова Ғәбиҙә Муллағәләм ҡыҙы – арттан икенсе рәттә уңдан бишенсе. Һөргөндөң бишенсе йылы.
Сабит Фазлыев.
Читайте нас: