Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
5 Ноябрь 2019, 20:00

Матур йәшәү-үҙе батырлыҡ

Иҙелбаҡта йәшәүсе Аҡсәсәк һәм Таһир Дәүләтбәковтар 60 йыл бергә законлы никахта йәшәй. Ҡатыны ғүмер буйы мәктәптә белем бирһә, аҡһаҡал данлыҡлы "Ейәнсура " совхозында инженер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.

Байыш ауылы ҡыҙы һәм Үтәғол ауылы егете студент ваҡыттарында Өфөлә таныша, киске уйындарға бергә йөрөйҙәр, йәшлек романтикаһын кисерәләр.

Инәйҙең хеҙмәт стажында 33, олатайҙың 36 хеҙмәт стажы яҙылған. Туҡһанынсы тиҫтәне ваҡлаһалар ҙа, был ике мөләйем зат ҡартлыҡ көҙөн бик күркәм үткәрәләр. Ауыл биләмәһен затлыраҡ ҡунаҡтар килһә, хакимиәт башлығы уларҙы мотлаҡ ошо ғаиләгә алып бара - Дәүләтбәковтар һөйләшә-аралаша белә )))
Читайте нас: