Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
24 Ноябрь 2019, 20:00

Аҡбуҙ ҡайта

Бөрйән районында Аҡбуҙатҡа һәйкәл урынлаштырыу эштәре тамамланды. Ҡанатлы ат үҙ төйәгенә - Йылҡысыҡҡан күле янына аяҡ баҫты.

Бөрйән районында Аҡбуҙатҡа һәйкәл урынлаштырыу эштәре тамамланды. Ҡанатлы ат үҙ төйәгенә - Йылҡысыҡҡан күле янына аяҡ баҫты.



“Ошо арала һәйкәлде ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуйыу өсөн беҙҙең Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре скульптор Өлфәт Ҡобағошов менән Бөрйәнгә барып ҡайтты”, – тине үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин.



Етәксе белдереүенсә, һәйкәлде асыу тантанаһы менән ашыҡмаҫҡа ҡарар иткәндәр, сөнки әле постамент тәбиғи таш менән биҙәлмәгән, эргә-тирәһе лә төҙөкләндерелмәгән. Йәнә эскәмйәләр ҡуйыу, машиналар өсөн ҙур булмаған туҡталҡа эшләү талап ителә. Шулай уҡ һәйкәл янында ҡанатлы толпар тураһында башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә мәғлүмәт биргән алтаҡта урынлаштырасаҡтар.




Һәйкәлде асыу яҙға – яңы туристик миҙгел башланыуға планлаштырыла. Биләмә үҙе лә Аҡбуҙатҡа торошло булырға тейеш!


Читайте нас: