Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
2 Декабрь 2019, 23:30

Альберт Исмаил: Мин татар түгел, башҡорт!

Интернет селтәре һуңғы көндәрҙә ошо хәбәрҙән зыҡ ҡупты! Быға битараф ҡалған кеше юҡ, сөнки татар милләте өсөн көрәш алып барған рок йырсы Альберт Исмаил үҙенең башҡорт булыуын әйтте

Башҡорт ҡаны

Альберт Исмаилға

Тамырҙарҙа башҡорт ҡаны аҡһа,

Булһа хатта тамсы бөртөгө,

Бүҫкәрер ҙә тарих шәжәрәңде,

Бар ғәләмгә сисер сер йөгөн.


Урал тигән саҡта һин тоҡанһаң,

Уҡ-һаҙаҡлы булһа булмышың,

Баррель нимә? Рух ҡеүәте менән

Кем ярыша ала, уҙышып?


Рок тиһеңме? Шул уҡ рух бунты ул!

Йәндең ихтилалы ил өсөн!

Юғалтыуҙар була, иң ҡиммәте -

Үҙ-үҙеңде табыу ир өсөн!


Башҡорт итеп әгәр Күктәр һине

Ебәргәндәр икән был ергә,

Ватан өсөн беҙгә ант итергә!

Аллаһ өсөн ғүмер бирергә!


Аһ азатлыҡ рухы!

Кеше булыу хисе!

Урал булғас изге ватаның,

Тамсы башҡорт ҡаны аҡҡанда ла

Милли асыл ҡалыр һаҡланып!

Лариса Абдуллина.


Мин татар түгел, башҡорт тине ул. Шәжәрәһен өйрәнеп, татар рок йырсыһы үҙенең башҡорт булыуын әйтте.

Интернет селтәре һуңғы көндәрҙә ошо хәбәрҙән зыҡ ҡупты! Быға битараф ҡалған кеше юҡ, сөнки татар милләте өсөн көрәш алып барған рок йырсы Альберт Исмаил үҙенең башҡорт булыуын әйтте. Эйе, ул бының өсөн бары тик шәжәрәһен төҙөгән һәм ата- бабаларының кем булыуын асыҡлаған. Әлбиттә, татар йәмәғәтселеге был ваҡиғаға бик киҫкен ҡараш белдерә, ә беҙ бында хәҡиҡәттең тантана итеүен күрәбеҙ. Сөнки нисәмә йыл башҡорттарҙы татарлаштырыу барҙы, был махсус алып барылған сәйәсәт ине. Бына, ниһәйәт, дөрөҫлөк тантана итте. Аллаһ тәғәләгә барыһы ла билдәле: бар хәҡиҡәт тик Унда. Альберт артынан тағы ла меңәрләгән милләттәшебеҙ үҙ асылына ҡайтыр әле!

Сығанаҡ: "Ашҡаҙар" -моңло радио
Читайте нас: