Иҫәнғолға самолет килтереү идеяһы 509-сы Ишембай һайлау округы буйынса СССР Юғары Советына депутатлыҡҡа беҙҙән һәм күрше бер нисә райондан кандидат Алексей Андреевич Туполевтың һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәргән ваҡытында барлыҡҡа килде. Мин ул осорҙа район “Сельхозтехника” берекмәһендә управляющий булып эшләй инем.
Былваҡиға 1978 йылдың 6 февралендә булды. Тышта көслө буран. Төштән һуң миңә, райкомдың беренсе секретары Рәшит Абдулла улы Мәхмутов тиҙ генә шылтыратырға ҡушты, тигән хәбәреткерҙеләр. Ул, ике Т-100 тракторы ярҙамында Йылайыр районы сигенә тиклемге юлды миңә ҡарҙан таҙарттырырға ҡушты. Бында беҙҙең делегация СССР Юғары Советына депутатлыҡҡа кандидат А.А. Туполевты һәм уны оҙатып йөрөүсе төркөмдө ҡаршылап, Иҫәнғолға тиклем оҙатып килергә тейеш була. Алексей Андреевич Йылайырҙа һайлаусылар менән осрашҡандан һуң шундай уҡ сараныбеҙҙә лә үткәрергә ниәтләгән. Юғары дәрәжәләге ҡунаҡты ҡаршы алырға райсовет рәйесе урынбаҫары Шаһивилдан Уйылдан улы Иҙрисов менән район эске эштәр бүлеге начальнигы Сөләймән Нәбиулла улы Ғөбәйҙуллин, дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Мәхмүт Хәкимйән улыВәлиев етәкселегендәге беҙҙең вәкилдәр барҙы.
Көслө буран, ҡунаҡтарҙың автомашиналары Иҫәнғол тәрәнгә быраулау идаралығы биргән тракторҙарҙың артынан әкрен генә бара. Юлды таҙартып өлгөрмәйҙәр – буран тиҙ арала таҙартылған юлды ҡаплай ҙа ҡуя. Ҡабат таҙарта-таҙарта барырға тура килә. Ҡыҫҡаһы, нисек булмаһын, беҙ А. Туполевтың һәм уны оҙатыусы төркөмдөң Иҫәнғолға имен-аман килеп етеүен тәьмин иттек.
А. Туполев менән һайлаусыларҙың рәсми осрашыуы шул уҡ көндө район мәҙәниәт йортонда үтте. Зал халыҡ менән шығырым тулы, сөнки һәр кемдең танылған шәхесте күргеһе, мөмкин булһа,хатта уның менән әңгәмәләшкеһе лә килә, ни тиһәң дә, беҙҙә ҡунаҡта –донъяла иң яҡшы самолетты уйлап табыусы гениаль кеше үҙе!
Кандидат менән һайлаусыларҙың осрашыуы, ул заман талаптарына яраҡлы, ҡаты тәртиптә протокол буйынса барҙы. Ирекле аралашыуҙар һәм һорауҙар биреү тураһында һүҙ ҙә юҡ – ярамай, ә шулай ҙа Алексей Андреевич тәнәфестәр ваҡытында алдан әҙерләнгән һәр һорауға аныҡ яуап бирҙе, һайлаусылары алдында үҙен ябай тотто, тик ябай халыҡтан бер кем дә депутатлыҡҡа кандидатянына яҡынлай алманы, сөнки уны район түрәләре, район гәзите хәбәрселәре һәм хужалыҡ етәкселәре уратып алған ине. Ә мин, КПСС райкомы бюроһы ағзаһы һәм предприятие етәксеһе булараҡ, президиумда ла ултырҙым, тәнәфес ваҡытында шул төркөм араһында уның эргәһендә булдым. Әле юл мажаралары ваҡытында уҡ миндә, Алексей Андреевич иҫәптән төшөрөлгән берәй “ТУ-104” йәки “ТУ-124” самолетын иҫтәлек итеп ҡалдырһа, йәғни районға бүләк итһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине, тигән фекер тыуғайны. Тик был фекерҙе уға еткереү өсөн уңай мәл табылманы. Ейәнсуралар менән осрашыуҙа күңелле хәтирәләр ҡалдырып, икенсе көнөнә үк А.А. Туполев Мәскәүгә ҡайтып такитте.
Әммә самолет тураһындағы фекер миңә тынғылыҡ бирмәне. Мин “Сельхозтехника” район берекмәһе исеменән А.А. Туполевҡа самолет мәсьәләһен ыңғай хәл итеүен үтенеп, хат менән мөрәжәғәт итергә булдым. Унда, мәҫәлән, авиамоделселәр түңәрәген ойошторорға ла булыр ине, тинем. Мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә әллә ни ҙур ышанысым булмаһа ла, өмөт бар ине. Күп тапҡырҙар күсереп яҙа торғас, хаттың күңелгә хуш килгән варианты барлыҡҡа килде, тик уны ебәрергә баҙнат итмәйенсә, оҙаҡ ваҡыт папкамда йөрөттөм. Бик оҙаҡ йөрөткәндән һуң ғына был хатты райондың беренсе секретары Ирек Хәким улы Шаһиевҡа күрһәтергә булдым, ул күптән түгел генә был поста Рәшит Абдулла улы Мәхмутовты алмаштырғайны. Хаттың йөкмәткеһен Ирек Хәҡим улы оҡшатты, тик үтенесте “Сельхозтехника” исеменән түгел, ә КПСС райкомы исеменән ебәрергә тәҡдим итте. Мин ризалыҡ бирҙем һәм хаттың йөкмәткеһен ул ҡушҡанса тиҙ арала үҙгәртеп алып килеп еткерермен, тинем. Тик Ирек Хәким улы уны хәҙер үк, китмәйенсә, үҙгәртеп яҙырға ҡушты, бының өсөн ул райкомдың ойоштороу бүлеге етәксеһе Мансур Мазһар улы Хоҙайғоловты саҡыртты һәм уға ла хәл-торошто аңлатып, бөгөн үк хатты үҙенә раҫлау өсөн ҡултамғағакилтерергә ҡушты. Беҙ шулай эшләнек тә. Райкомдың был ҡарары самолет тураһындағы мәсьәләне хәл итеүҙә алға бер аҙым булды. Алдан һиҙемләүемсә, самолетты районға юллау мәсьәләһенең ошо сценарий буйынса китеүе хыялымдың киреһенсә килеп сығыуын аңлата ине, йәғни, самолет “Сельхозтехника”ға түгел –уның ҡайҙа ҡуйылырын райком үҙе хәл итәсәк. Шулай ҙа район өсөн башҡарылған был изге эштә үҙемдең дә өлөшөм булыуына бикшат инем. Бер нисә көндән хаттың адресатына ебәрелеүе тураһында осрашҡанда миңә Мансур Мазһар улы хәбәр итте. Ошонан һуң беҙ А.А. Туполевҡа үҙебеҙҙең яҙған хат тураһында башҡаһүҙ ҡуҙғатманыҡ, ул турала онотҡайныҡ, тиһәм дә була...
Һәм бына күпмелер ваҡыттан һуң, аяҙ күктә күкрәгән йәшен һымаҡ, Алексей Андреевичтан хәбәр алдыҡ. Был ваҡиға 1979 йылдың март айында булды. Мин ул ваҡытта район буйынса ниндәйҙер командировканан яңы ғына ҡайтып төшкән инем. Конторала булған барлыҡкешеләр,беҙҙең белгестәр СССР Юғары Советына үткән беҙҙең депутат А. Туполевтың районға самолет биргән, тигән хәбәрен кемуҙарҙан ярышып тикшерәләр ине. Самолет Кумертау ҡалаһындағы аэродромға төшкән, ә беҙҙең делегация уны ҡаршыларға ла сыҡҡан. Район вәкилдәренә етәксе итеп Шаһивилдан Уйылдан улы Иҙрисовты ҡуйғандар.
Красноярск ҡалаһынан самолетты Кумертауға ҡыуып килтергән төркөм, аэродром етәкселеге менән самолетты йәйгә тиклем һаҡ аҫтына алыуҙы килешеп, документтарҙы төҙөгәндән һуң, ҡайтыр юлға сыҡҡан. Алда район етәкселеген иң мөһим һынау: йәй етеү менән самолетты Иҫәнғолға алып ҡайтыу көтә ине.
Ваҡыт – аҡҡан һыу кеүек, тиҙ үтә... 1979 йылдың июнендә, хужалыҡтарҙа бесәнгә төшөр алдынан, район Советынан беҙ телефонограмма алдыҡ. Унда самолетты Кумертауҙан алып ҡайтыу өсөн Ш. У. Иҙрисов етәкселегендәге төркөмдөң раҫланыуы тураһында хәбәр ителгән ине. Ә уның өсөн “Сельхозтехника” етәкселеге Шаһивилдан Уйылдан улы ҡарамағына күсеп йөрөтмәле ике иретеп йәбештереү агрегатын бүлергә тейеш була – башҡа беҙҙән бер нәмә лә талап ителмәй. Аҙаҡ асыҡланыуынса, самолеттың төп корпусын нефтселәр бүлгән К-700 тракторы тағып ҡайта, ә уның ҡалған һүтелгән өлөштәрен – ҙур йөк машиналарына тейәгәндәр. Ә күсереп йөрөтмәле иретеп йәбештереү агрегаттарының алда барғаны, йөктәге бейек металл терәүҙәрҙең габариты стандартҡа тап килмәгән урындарҙа, уларҙы ҡырҡыу, ә колонна үткәс, арттағыныһының уны ҡабаттан йәбештереү өсөн кәрәк булған. Бөтә был эштәрҙе ойоштороу өсөн райондарҙың ойошма етәселәре менән килешеүҙәр төҙөү (йөктө оҙата барыусы ГАИ хеҙмәте, юл-төҙөлөш участкалары, электриктар һ.б.) талап ителә ине. Бөтә был эштәрҙе, финанс сығымдарынан тыш, оҫта ойоштора белергә лә кәрәк ине. Самолетты Кумертауҙа аэдромды хеҙмәтләндергән эшселәр һүтте, Иҫәнғолда ла самолетты йыйыу эштәрен улар башҡарырға тейештәр. Ә уның ҡайҙа урынлаштырылыуы тураһында мин Ирек Хәким улынан йәки Михаил Григорьевичтан ишетермен тип уйлағайным да, ләкин был турала һүҙ ҡуҙғатыусы булманы.