Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
21 Ғинуар 2020, 16:00

Үрген ауылының 100 йыллыҡ тарихы биттәре

1917 йылда Ваҡытлы Хөкүмәт үткәргән халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Үргендә 141 хужалыҡта 1450 кеше йәшәгән. 1914-1919 йылдарҙағы I донъя һәм Граждандар һуғыштарында ауылдан күп кенә ир-егеттәр ҡатнаша, байтағы һәләк була.

Шанлы йылдар
1917 йылда Ваҡытлы Хөкүмәт үткәргән халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Үргендә 141 хужалыҡта 1450 кеше йәшәгән. 1914-1919 йылдарҙағы I донъя һәм Граждандар һуғыштарында ауылдан күп кенә ир-егеттәр ҡатнаша, байтағы һәләк була. Совет Рәсәйен яҡлап Йосоп Килдейәров Буденныйҙың данлы Беренсе атлы армияһында хеҙмәт итә. Йыһанша Тимеров менән Дәүләткилде Рәхмәтуллин башҡорт полктары составында Петроградты Юденичтан ҡурсалауҙа ҡатнаша. Ә Хажиәхмәт Ҡолтаев 1917 йылда шунда уҡ Смольный һарайында В.И. Лениндың сығышын тыңлай.
1917—1919 йылдарҙағы илдә барған ҙур ваҡиғалар тураһындағы хәбәрҙәрҙе ауылға һалдаттар алып ҡайта. Кешеләр был яңылыҡтарҙы бик һағайып ҡына ҡаршы ала. Барған хәлдәргә аныҡлыҡ индерергә, төшөндөрөргә кәрәк була. Ауыл үҙе лә Граждандар һуғышы аренаһына әйләнә, уның аша һуғыша-һуғыша аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа бер нисә тапҡыр үтә. 1919 йылдың йәйендә Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт ғәскәре штабы Үргендә булғанда, Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәт Аҡъюлов уның йонсоған аттарын үҙенең хәллеләренә алмаштыра.
Биш йыл барған һуғыш ауылды ныҡ ҡаҡшата, ирҙәр кәмеү сәбәпле, 1915 йылдан йәйләүҙәргә сығыу туҡтай, мал һаны ҡырҡа әҙәйә. Башҡа башҡорт ауылдарында ла хәлдәр ошолай була. 1919 йылдың 6 октябрендә РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе В.И. Ленин «Аҡ гвардеецтарҙан зыян күргән башҡорттарға ярҙам күрһәтеү» тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя һәм «Башкирпомощь» тигән махсус комиссия төҙөлә. Уның етәкселегендә һәр ауылда ярлылар комитеты (комбед) ойошторола. Уларҙың төп бурысы – дәүләттән килгән игенде, орлоҡто, көнкүреш кәрәк-ярағын һәм ауыл хужалығы өсөн эш ҡоралдарын крәҫтиән хужалыҡтарына ғәҙел өләшеү. «Башкирпомощь» етем балалар йорттары аса, инвалидтар һәм ҡараусыһыҙ ҡалған өлкән йәштәгеләрҙе хәстәрләү мәшәҡәттәрен дә үҙ өҫтөнә ала. 1921—1922 йылдарҙағы ҡот осҡос аслыҡ ваҡытында ла ойошманың ярҙамы һиҙелерлек була, үргендәр ҙә ситтә ҡалмай, ауылда ашхана асыла, әҙләп булһа ла аҙыҡ-түлек, орлоҡ килеп тора.
Яңы тормош юл яра
1921 йылда тәүге башланғыс мәктәп асыла, уның уҡытыусыһы Хәйбулла Аҡъюлов була. 1922 йылда ауыл Советы ойошторола. Уның тәүге рәйесе итеп ҡыҙыл партизан Шаһингәрәй Теләүбирҙин һайлана, ә секретары 1933 йылда вафатынаса алмашһыҙ, революцияға тиклем үк Петровск гимназияһын тамамлаған (хәҙерге Һарыҡташ районы), бик грамоталы Әғзәм Солтанбаев була. Ауыл Советы аслыҡ эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн күп эшләй. Ауыл ике йылда халҡының өстән бер өлөшөн юғалта, кешеләр йәшәгән өйҙәр һирәгәйеп ҡала. 1922 йылда ситтәрәк йәшәгән мәсетлеләр һәм бишәйҙәр хәҙерге Бишәй урамына күсеп ултыра. Ауылдың 170 йыл тирәһе йөрөткән Этбуҡ исеме ошо уҡ йылда йылғалар атамаһы Үргенгә үҙгәртелә. Яңы идара итеү органдарының ике-өс йылда башҡарған эше халыҡтың күңеленә хуш килә һәм совет власына ышанысты арттыра, ләкин хужалыҡтарҙың ныҡ ҡаҡшауы, малдың кәмеүе һөҙөмтәһендә элекке һөнәрселек кәсептәрен дауам итеү, иген сәсеүҙе арттырыу мөмкинлектәре бик сикләнә. Ә йәшәргә, балалар үҫтерергә кәрәк!
Революцияға тиклем үк хәҙерге Төйлөгән районының Троицк ауылында Мальков тигән байҙың күн заводы эшләгән, унда тире иләгәндәр. Шул ваҡытта уҡ Үргендә Бишәй урамының үр яғында толчея булған. Ҡайһы бер ирҙәр имән ҡайырын һуйып, шунда һата торған булған. Ҡайырҙы һыу двигателе ярҙамында эшләй торған төйгөстәр менән ваҡлап, унан он яһағандар. Тирене эшкәрткәндә ныҡлыҡ, йомшаҡлыҡ, һығылмалылыҡ һәм башҡа сифаттар биреү өсөн уға төрлө матдәләрҙең иретмәләрен оҙайлы ваҡыт һеңдерәләр. Шуларҙың береһе — имән ҡайыры. Юҡҡа ғына тире иләү русса дубление тип аталмай.
Үргендә беренсе ТОЗ төҙөлә
1922 йылда илдә НЭП шәхси эшҡыуарлыҡҡа юл аса һәм завод хужаһы эшен киңәйтә, ҡайыр онона ла мохтажлыҡ арта. Үргендәр ошо мөмкинлекте ныҡлап файҙаланырға тотона. Хәл шуға барып етә, өс-дүрт йылдан урмандарҙа ситән ҡаҙығына ла ярарлыҡ имән ҡалмай. Халыҡ бөтөнләй тип әйтерлек ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүҙе ташлай. Волостың иң ҙур ауылындағы хәл етәкселәрҙе бик борсой һәм Үргендә волоста беренсе ТОЗ (Ерҙе бергәләп эшкәртеү ширҡәте) төҙөргә ҡарар ителә. Был эште ойоштороу волость кредит иптәшлеге рәйесе Үрген кешеһе Фәтих Абдуллинға йөкмәтелә. Тәүге ТОЗ ағзалары 18 кеше, етәксеһе Әхмәтғәлим Сәғәҙиев була. Яңы төҙөлгән коллектив хужалыҡҡа Хөкүмәт кредит иҫәбенә һабандар, тырмалар, ике сәскес, ат молотилкаһы, лобогрейка һәм башҡа машиналар, шулай уҡ сортлы орлоҡ бирә. Тәүге йылда уҡ ТОЗ-сылар арыш менән һолонан мул уңыш ала. Тәүге һөҙөмтә уларҙы дәртләндереп ебәрә, башҡа яңғыҙаҡ крәҫтиәндәрҙең дә аңында һынылыш тыуа.
Ошо ТОЗ 1930 йылда ойошторолған колхоздың нигеҙен тәшкил итә лә инде. Техниканың көсөн, коллектив хеҙмәттең емештәрен үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләрҙе оҙаҡ өгөтләүҙең кәрәге ҡалмай, бөтәһе лә тиерлек колхозға берҙәм яҙыла. Уға «Ҡыҙыл таң» тигән исем бирелә. Тәүге аҙымдар колхозға һәм уның беренсе рәйесе Исхаҡ Аҡъюловҡа еңел бирелмәй. Ләкин ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша хужалыҡ аяҡҡа баҫа башлай. Был ваҡытта ауылда әле партячейка булмай, ойоштороу эштәрендә комсомол йәштәр ҙур әүҙемлек күрһәтә. Сәлимгәрәй Теләүбирҙин, Фәттәх Ҡырғыҙбаев, Хәлил Байтимеров ойошманың иң әүҙем ағзалары була. Һуңғараҡ уларға Фәйзи Аҡсурин, Фатима һәм Факиһа Аҡъюловалар, Фуат һәм Һаҙый Абдуллиндар, Баныу Теләүбирҙина, Ғиззәтулла, Хәйрулла, Мәфтуха һәм Әсҡиә Солтанбаевтар, Заһит Зарипов, Мөхәммәт Мырҙаҡаев һәм башҡалар килеп ҡушыла.
1932 йылда колхоз рәйесе итеп Заһиҙулла Имелбаев һайлана. Был йыл ҡоро килә, тирә-йүндә иген уңмай. Тик, ни ғәжәп, «Ҡыҙыл таң» ғына иҫ киткес мул уңыш үҫтерә. Хөкүмәт заданиеһын үтәгәндән һуң һәр колхозсының хеҙмәт көнөнә 8 килограмм иген бирелә, бындай күләмдәге ашлыҡты ғүмерҙәрендә күрмәгән кешеләр уны ҡайҙа һаҡларға белмәй аптырай. Күрше-тирә генә түгел, Һаҡмар буйы колхоздарына ла иген менән ярҙам ителә, байтағы потребкооперацияға һатыла.
Мул уңыш колхоз рәйесенә лә дан килтерә. Ул ошо йылда Башҡортостан ударсы-колхозсыларҙың съезына райондан бер үҙе делегат итеп һайлана һәм унда тәжрибә уртаҡлашып сығыш яһай. Имелбаевты документаль киножурналға төшөрәләр һәм делегаттарға күрһәтәләр. Кинофильмды ҡараусылар уны экранда күреү менән генә ҡәнәғәт ҡалмай һәм уларҙың көслө алҡыштары аҫтында «Ҡыҙыл таң»дың рәйесе сәхнәгә күтәрелә. Ошонан һуң ул Мәскәүҙә бөтә илдең колхозсылар съезында ла делегат булып ҡатнаша.
Тәүге тракторҙар, машиналар
1933 йылда колхоз тормошонда ҙур ваҡиға була, «ХТЗ» маркалы тәгәрмәсле трактор килә. Уны ҡаршыларға бөтә ауыл сыға, хатта мәктәптә дәрестәр туҡтатыла. Мәктәп янында үткәрелгән митингта ауылға ҡайтҡан БашЦИК ағзаһы Фатима Аҡсурина телмәр тота. Беренсе тракторсы һәм яңы техникала тәүге бураҙна һалыусы комсомолец Фәйзи Аҡсурин була.
1934 йылдың йәйендә ауылға Һүрәм МТС-ының баш агрономы Мостафин килеп, ҡатмарлы молотилкала эшләргә өйрәтеү өсөн кеше һорай. Халыҡ Хөснөлхаҡ Фәхретдиновты тәҡдим итә. Ул молотилканы урында йыя, эшләтергә өйрәнә һәм тракторға тағып алып ҡайта.
1935 йылда колхоз тонна ярым һыйҙырышлы ГАЗ-АА маркалы йөк автомобиле һатып ала. Ауылдың беренсе шоферы Фуат Абдуллин 1941 йылда һуғышҡа киткәнсе ошо машинала эшләй.
1935 йылда МТС менән килешеү нигеҙендә бер нисә трактор килеп, Уҫаҡкисеүҙән Ҡыҫыҡҡа тиклем, Кирешкә, Тау аръяғында ҙур майҙандарҙа сиҙәм ерҙәр һөрөп сәселә. Тракторсылар ауылдаштарыбыҙ Әхәт Янбаев, Фәсхетдин Мәсәғүтов, Мисбахетдин Ҡолтаев, Ғәйепйән Искәнйәровтар була. Ошо йылда колхоз мул уңыш үҫтереп ала.
Ауылға тәүге таҡмалы комбайнды 1936 йылда Исхаҡ Аҡъюлов Фәйзи Аҡсуриндың тракторына тағып алып ҡайта. 1937 йылдың июнь башында ауылға телефон үткәрәләр, бағана төптәрен халыҡ ҡаҙа. Һабантуй алдынан ғына ауыл Советы йортонда тәүге шылтырау ишетелә.
Колхоз әкренләп нығый, иҡтисади яҡтан күтәрелеүгә бара. Эштәрҙе ойоштороуҙа Заһиҙулла Имелбаев, Әхмәт Аҙнабаев, Харрас Абдуллин, Әхмәт Байгилдин, Фәхретдин Ҡолтаев, Йәләлетдин Фәхретдинов һәм башҡалар ҙур роль уйнай. Колхозсыларҙың хеҙмәт әүҙемлеге бик юғары була, «ударниктар», «стахановсылар» хәрәкәттәре киң йәйелдерелә. 1932 йылда партия ячейкаһы төҙөлә. Уның секретарҙары булып Мәһәҙей Иҙрисов (Ҡарабәрҙе ауылы), Заһит Зарипов, Хәйбулла Усманов (Яңы Себенле ауылы) эшләй. Ошо осорҙа мәсеттең манараһын ҡолатып клуб итәләр, уның бер мөйөшөндә китапхана асыла. Клуб бөтә мәҙәни-ағартыу эшенең үҙәгенә әүерелә, уның мөдире булып һуғышҡа тиклем Һаҙый Абдуллин эшләй.
Үргендәр һуғыш йылдарында
Һуғыш башланыу тураһында хәбәр Үрген ауылына йәшен тиҙлегендә килеп етә. Иртәгәһенә үк — 23 июндә — ауылдаштарҙың ҙур төркөмө фронтҡа оҙатыла.
Үргендәр яу яландарында үҙҙәрен данға күмә. Зәйнетдин Ҡолтаев Г. Котовский исемендәге гвардия кавалерия дивизияһы составында үҙенең хәрби юлын Мәскәү янында башлап, Польшаның көнсығыш сигендә тамамлай.
Генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһында Әхмәт Аҙнабаев һәм Заһиҙулла Зарипов батырҙарса һуғышып һәләк була.
Ҡаһарманлыҡтары өсөн взвод командиры өлкән лейтенант Вәли Солтанбаев – Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы, лейтенант Ғәйнулла Сәйетҡолов һәм артиллерист Хөснөлхаҡ Фәхретдинов –Ҡыҙыл Йондоҙ, Зәйнулла Сәйфуллин – Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, Мөхәмәт Ҡолтаев, Сабирйән Янбаев һәм Мортаза Аҡсурин III дәрәжә Дан ордендарына лайыҡ була, күптәрҙең түшен хәрби миҙалдар биҙәй.
Бөйөк Ватан һуғышында Үрген ауылынан 136 кеше ҡатнашып, шуларҙың 54-е Еңеү өсөн баштарын яу ҡырында һалды.
Ауылдың уртаһында һуғышта һәләк булыусыларға обелиск тора. Еңеүҙең 70 йыллығына ул киңәйтелеп, һуғышта ҡатнашыусыларҙың барыһы тураһында ла мәғлүмәттәр менән тулыландырылды.
Ауыл халҡы бына-бына һуғыш беҙҙең Еңеү менән тамамланыр тигән өмөт менән йәшәй, ләкин уның осо-ҡырыйы күренмәй. 1941 йылдың июль айында Таҙлар ауылындағы МТС ҡаршыһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан механизаторҙар әҙерләү буйынса өс айлыҡ курстар асыла. Уҡыуҙы уңышлы тамамлаған ауылдаштарыбыҙ Йомабикә Солтанбаева, Ғилминур Мырҙаҡаева, Мәфтуха һәм Сәғиҙә Аҡсуриналар, Мәрйәм Айытҡужина, Аҫылбикә Зәйханова, Рәғинә Аҙнабаева, Ғилмурий Хисмәтуллина, Ибрай ауылынан Хәзирә Ҡолһарина тракторсы булып тырышып эшләй.
Сәскән игенде тәрбиәләп утау, йыйып алыу ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар иңенә төшә, улар ал-ял белмәй ҡар яуғансы баҫыуҙан ҡайтып инмәй. 17 йәшлек Нәҡиә Абдуллина нормалағы 250 урынына бер көндә 1000 көлтә бәйләп районда рекорд ҡуя, был турала район гәзите яҙып сыға.
Игенде дәүләткә тапшырыу өсөн «ҡыҙыл ылау»ҙар ойошторола. Алда – бер генә ат егелгән арба. Уның дуғаһында — ҡыҙыл флаг һәм «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!» тигән траспарант. Артта үгеҙ, һыйырҙар егелгән арбалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар һөйрәгән ҡул арбалары. Ылауҙарҙың береһенең башында 70 йәшлек Мәхтимә Маликова ҡул арбаһына 4 тоҡ бойҙай тейәп, район үҙәге Иҫәнғолға хәтлем бара.
1941 йылдың көҙөнән фронттағы һәм госпиталдәрҙә дауаланыусы яугирҙәргә посылкалар әҙерләп ебәреү башлана. Уларҙа йылы кейемдәр — йөн ойоҡбаш, бейәләй, бүрек, быйма, шулай уҡ сохари, киптерелгән картуф, тәмәке, кисет кеүек әйберҙәр ҙә була. Посылкалар эсенә бәләкәй генә күләмле хаттар ҙа һалынып, ошо әйберҙәрҙе алған һалдаттарға иҫәнлек теләп, батыр һуғышырға, дошманды тиҙерәк еңергә наказдар бирелә.
Үргендәр элек-электән ситтән күсенеп килеүселәргә ярҙамсыллығы, мәрхәмәтлелеге менән билдәле. Ауыр һуғыш йылдарында уларҙың был сифаттары тағы ла асыҡ сағылыш таба. Украинанан килгән 15 ғаилә Үргендә һыйыныр урын таба.
Һуғыштан һуң
Һуғыштан һуң ауыл ҡыҙғаныс хәлдә була: кәртәләнмәгән ихаталар, һаламы малға ашатырға алынып бөткән асыҡ түбәле өйҙәр, ярым яланғас кешеләрҙең йонсоған йөҙҙәре... Эшләүселәрҙең һәм тартыу көсөнөң етешмәүе сәбәпле, сәсеү майҙандары ҡыҫҡарған, ерҙе эшкәртеү күпкә насарайған, һөҙөмтәлә бөтә ауыл хужалығы культураларының уңышы түбәнәйгән, колхозда ла, халыҡта ла мал һаны ныҡ кәмегән. Етмәһә, төрлө аҡсалата һәм натуралата һалымдар ас кешеләрҙең боғаҙынан алған. Хәлде 1946 һәм 1947 йылдарҙағы ҡаты ҡоролоҡ тағы ла ҡатмарлаштыра. Йыйып алған иген орлоҡҡа ла ҡалдырылмай дәүләткә тапшыртыла, кешеләргә бер грамм да эләкмәй. Халыҡ аслыҡҡа дусар ителә. Аҙыҡ етмәүҙән күпләп мал үлә. Тиреһен һыҙырып алғас, үләкһә итен келәткә тапшыралар һәм колхозсыларға дөйөм туҡланыуҙа файҙаланалар — башҡа сара ҡалмай. Кешеләр үлемдән ҡасып ситкә китә башлай. 1946 йылда килешеү нигеҙендә ун ғаилә Ҡарағанда шахталарына эшкә юллана, уларҙан башҡа ла Урта Азия республикаларына һәм күрше өлкәләргә үҙ белдектәре менән китеүселәр байтаҡ була. Ошо уҡ йылда «Ҡыҙыл таң» икегә бүленә: Сатра һәм Тибеҙ урамдары — Молотов колхозы, Бишәй урамы – Каганович колхозы, ләкин был хәлде төҙәтмәй. Һөҙөмтәлә 1950 йылда өс хужалыҡ — Үргендең ике һәм Урыҫ Үргене ауылының Калинин хужалығы бер Молотов исемендәге колхозға берләшә. Был МТС техникаһын, хеҙмәт ресурстарын файҙаланыуҙы бер аҙ яҡшыртыуға алып килә, ләкин етәксе кадрҙар һәм белгестәр мәсьәләһе бик киҫкен ҡала, шулай 1946–1958 йылдарҙа 8 колхоз рәйесе алмашына, йәғни бер етәксе уртаса ни бары – 1,5 йыл ғына эшләй. Беренсе дипломлы белгес Нәҙерғәле Аҡъюлов 1955 йылда ғына агроном булып эш башлай.
1954 йылда үткән һайлауҙарҙа ауылдашыбыҙ алдынғы һарыҡ ҡараусы Нәҡиә Әбделхаҡ ҡыҙы Хисмәтуллина Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Иҫәнғолда Оло Эйек йылғаһында ГЭС төҙөлгәс, 1954 йылда Үргенгә электр тогы килә. Бағаналар әҙерләү һәм ташыу, ҡул менән соҡорҙар ҡаҙыу колхозсылар көсө менән башҡарыла. 1955 йылда ауыл радиолаштырыла.
КПСС Үҙәк Комитетының 1954 йылдағы февраль пленумы сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү бурысын ҡуя. Был эш беҙҙең колхозда ла киң йәйелдерелә һәм 1954–1956 йылдарҙа 550 гектар яңы ерҙәр һөрөлөп, сәсеү майҙаны күпкә ҙурая, иген етештереү арта. Был эштә тракторсылар Сәғит Имелбаев, Мортаза Аҡсурин, Хөрмәт Йәркинбаев, Ғимаҙетдин Ҡаһарманов һәм башҡалар тырышып эшләй һәм «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Молотов исемендәге колхоздан 34 кеше, шул иҫәптән мәктәп директоры Камил Вахитов, уҡытыусы Әйүп Ейәнбирҙин, уҡыусылар Ирек Аҡъюлов, Әбделхаҡ Аҙнабаев, Ирек Зарипов һәм Сәмей Ейәнбирҙин да ошо наградаға лайыҡ була.
В.М. Молотов ил етәкселегендәге вазифаларынан бушатылғас, 1958 йылдың башында колхоз 1930—1946 йылдарҙа йөрөткән «Ҡыҙыл таң» исемен кире ҡайтара, ләкин ошо йылдың март айында күрше «Заветы Ильича» колхозы менән ҡушыла. Эреләтелгән хужалыҡ «Заветы Ильича» исемен ала, идара Яңы Петровка ауылында урынлаша, бер аҙҙан ауыл Советы ла шунда күсә. Колхоз рәйесе булып Петр Амплеевич Алексеев ҡала, ә партком секретары итеп Үрген урта мәктәбе завучы Фәтих Хафиз улы Зарипов һайлана.
Яңы һулыш менән
Ҡушылыу ике яҡ өсөн дә отошло була. «Заветы Ильича»ла сәсеүлектәр күберәк һәм ул иҡтисади яҡтан көслөрәк, ә «Ҡыҙыл таң»да көтөүлектәр менән бесәнлектәр һәм, иң мөһиме, эшсе көстәр мулыраҡ була. Һөҙөмтәлә игенселек тә, малсылыҡ та арыу ғына үҫешә башлай, килем арта, колхозсыларҙың хеҙмәтенә түләү ҙә күтәрелә, ләкин финанстар яғынан мөмкинлек булып та, оҙаҡ йылдар дауамында малдар өсөн типовой биналарҙың төҙөлмәүе һәм механизацияның бөтөнләй булмауы малсылыҡта етештереүсәнлекте күтәреүгә тотҡарлыҡтар яһай.
1968 йылдың ғинуарында колхоз рәйесе итеп Бәҙретдин Әбделғәзиз улы Йомалин һайланды. Ул быға тиклем Киров исемендәге колхозды етәкләне һәм «Инәк» совхозының баш агрономы булды, ауыл хужалығы институтын тамамланы. «Заветы Ильича»ла ул 1986 йылға тиклем эшләне. Был йылдар ошоға тиклем дә насарҙарҙан һаналмаған колхоздың сәскә атҡан осоро булды. Ҙур төҙөлөш эштәре башланып китте. Бөтә етештереү объекттары типовой проект менән кирбестән һалынды. Был малсылыҡты интенсив үҫтереүгә юл асты, малдар һаны ҡырҡа артты, уларҙың продуктлылығы күтәрелде. Һыйыр малдарының һаны 4500 башҡа етте, шуларҙың 2800-е Үрген фермаһында аҫыралды. Күп кенә хужалыҡтар бер генә булһа ла 3 меңсе һауынсы тураһында хыялланғанда, «Заветы Ильича» колхозында 1985 йылда һәр һыйырҙан уртаса 3300 кг һөт һауып алынды. Үрген малсыларының даны бөтә республикаға таралды. Улар араһында иң яҡты йондоҙ булып районда тәүге өс меңселәр, һуңынан дүрт меңселәр хәрәкәтен башлаусы СССР Юғары Советы депутаты, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы Рәмзиә Хөснулла ҡыҙы Ҡолдәүләтова торҙо.
Баҫыусылыҡта ирешкән уңыштарҙа үргендәрҙең өлөшө тос булды. Ауылдаштарыбыҙ Рифҡәт Ҡолтаев, Сәмиғә Солтанбаева, Айҙар Юлдашев, Мәжит Абдуллин, Мөхәммәт Аҡъюлов, Исхаҡ Алдаҡов, Маһинур Ғиззәтуллина, Йыһан Ҡаһарманова, Әкрәм Солтанбаев, Хөрмәт Хисмәтуллин, Миңзәлә Янбаева СССР ордендары һәм 20-нән ашыу кеше төрлө миҙалдар менән бүләкләнде. Б.Ә. Йомалин БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайланды, дүрт орден менән бүләкләнде һәм «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ тип табылды.
«Заветы Ильича» колхозы ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм һатыу буйынса Башҡортостан һәм тотош ил буйынса күп тапҡырҙар еңеүсе булды һәм 1970—1986 йылдарҙа 22 тапҡыр СССР, РСФСР һәм БАССР Министрҙар Советтарының күсмә Ҡыҙыл байраҡтарына һәм дипломдарға лайыҡ булды. Был турала хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды...
Үрген бөгөн
Иҫкереп барған мәктәптән башҡа йүнле социаль-мәҙәни объекттар булмаған ауылда колхоз көсө менән мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы, магазин, медпункт һәм почта бүлексәһе төҙөлдө. 1984 йылда шулай уҡ хужалыҡ аҡсаһына өс ҡатлы мәктәп файҙаланыуға тапшырылды. Үрген — Иҫәнғол юлы күтәртелеп таш түшәлде. Бөтә был объекттар ауыл халҡына бөгөн дә хеҙмәт итә.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ауылға тәбиғи газ килде, 2014 йылда бөтә ауылға һыу үткәргес һалынды. 2012 йылда мәктәпкә тулыһынса капиталь ремонт үткәрелде. Һуңғы ике-өс йылда хоккей майҙансығы төҙөлдө һәм мәҙәниәт йортона капиталь ремонт башҡарылды. Быйыл ауыл зыяратын яңыртып кәртәләү күҙҙә тотола. Халыҡтың йәшәү шарттары ҡаланыҡынан ҡалышмай, ләкин эш урындарының булмауы бәкәлгә ныҡ һуға. Был йәһәттән ауыл район һәм республика етәкселегенең ярҙамына мохтаж.
Был мәҡәләлә Үрген ауылының 100 йыллыҡ тормошо күберәк тарихи күҙлектән һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге йүнәлешендә яҡтыртылды. Ауылдың рухи тормошо ла бик бай, унан күп билдәле шәхестәр ҙә сыҡҡан. Был турала эҙләнеүҙәр алда әле тип ышанайыҡ...
Юлай СОЛТАНБАЕВ.
Читайте нас: