"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
24 Ғинуар 2020, 15:00

Милли асылға тоғро ҡалып. Үрген ауылының 100 йыллыҡ тарихы биттәре

Мәҡәләнең тәүге өлөшө «Ейәнсура таңдары» гәзитенең 9-сы һанында (29.01.19), шулай уҡ беҙҙең сайтта (https://zori102-b.rbsmi.ru/articles/tarikhi-tamyr-ar/rgen-auilini-100-yilli-tarihi-bitt-re-86055/?sphrase_id=772488) сығып, унда ауыл тормошо тарихи күҙлектән һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге йүнәлешендә яҡтыртылғайны. Был юлы автор ауылдың рухи донъяһы биттәренә мөрәжәғәт итә.

«Матди байлыҡ – бер айлыҡ, рухи байлыҡ – ғүмерлек.»
Әйтем.
«Матди байлыҡ – бер айлыҡ, рухи байлыҡ – ғүмерлек.»
Әйтем.
Мәҡәләнең тәүге өлөшө «Ейәнсура таңдары» гәзитенең 9-сы һанында (29.01.19), шулай уҡ беҙҙең сайтта (https://zori102-b.rbsmi.ru/articles/tarikhi-tamyr-ar/rgen-auilini-100-yilli-tarihi-bitt-re-86055/?sphrase_id=772488) сығып, унда ауыл тормошо тарихи күҙлектән һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге йүнәлешендә яҡтыртылғайны. Был юлы автор ауылдың рухи донъяһы биттәренә мөрәжәғәт итә.
Йәмғиәттең рухи тормошо тураһында һүҙ алып барғанда, беҙ тәү сиратта мәғарифты, мәҙәниәтте, әҙәбиәтте, сәнғәтте һәм күп йәһәттән улар нигеҙендә формалашҡан әхлаҡты күҙ уңында тотабыҙ.
Дин – әхлаҡ һаҡсыһы
Оҙаҡ йылдар кешеләрҙең рухи тормошонда төп урын биләп, совет осорондағы 70 йыл тирәһенән һуң йәмғиәттә яңынан үҙенең урынын ала барған диндең дә әһәмиәтен инҡар итеп булмай. Үргендәргә уның йоғонтоһо бигерәк тә көслө булған. Быға тәүгеһе 1770 йылда, икенсеһе 1890 йылда асылған мәсеттәр һәм мәҙрәсәнең уңышлы эшләүе ныҡ булышлыҡ иткән. Был мәғрифәт усаҡтарында заманының бик белемле, намыҫлы һәм халыҡты ҡайғыртыусы дин әһелдәре хеҙмәт иткән. Уларҙың өлгөһөндә кешеләр алама ғәҙәттәрҙән азат булғандар һәм бер-береһен хөрмәт итеп килешеп йәшәгәндәр, ошаҡ-фәлән булмаған. Шуға ла хәтәр 1937–1938 йылдарҙа райондың ҡайһы бер ауылдарынан 20-30 кеше золом ҡорбаны булһа, Үргендән берәү ҙә хатта ҡулға ла алынмаған. Был үҙе генә ауыл халҡының әхлаҡи яҡтан ниндәй таҙа булыуының асыҡ миҫалы түгелме ни?!
Үргендәр шул осор шәхестәрен әле лә ҙурлап иҫкә алалар, уларға арнап матур саралар үткәрәләр. Киләһе йыл Үрген мәсетенең – 250, Сәләхетдин ахун Абдуллиндың – 180, Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәт Аҡъюловтың 160 йыллыҡ юбилей даталары. Үргендәр уларҙың өсөһөн бергә матурлап үткәрергә уйлайҙар.
Бөгөн беҙ был сауаплы ниәттең төрлө яҡлап ихлас хупланыуының шаһитыбыҙ. Шулай, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проекты сиктәрендә ауыл зыяратын кәртәләүгә хөкүмәт байтаҡ аҡса бүлде. Ауылдаштар һәм ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа был эшкә әүҙем ҡушылды. Ауылды төҙөкләндереү буйынса башҡа эштәр ҙә планлаштырыла.
Яңы ҡоролош төҙөү
1917 йылдағы Октябрь революцияһынан һуң Рәсәйҙә быға тиклем тарихта булмаған ижтимағи ҡоролош төҙөү башлана, элекке йәмғиәттең нигеҙ таштары тулыһынса юҡҡа сығарыла. Халҡының абсолют күпселеге ярлы һәм наҙан, биш йылдан ашыу бөтә илде солғап алған һуғыштарҙа иҡтисады тулыһынса ҡаҡшаған мәлдә үҙгәртеп ҡороуҙарҙы Совет хөкүмәте халыҡ массаларының әүҙемлеген күтәреү нигеҙендә тормошҡа ашырырға була. Был маҡсатта иҡтисадта ла, йәмғиәттең рухи тормошонда ла эшмәкәрлектең коллектив формаларына өҫтөнлөк бирелә. Мәҫәлән, ауылдарҙа 20-се йылдар башынан уҡ яңғыҙаҡ хужалыҡтарҙың артелдәргә һәм ТОЗ-дарға берләшеүе башлана, был хәрәкәт артабан колхоздар һәм совхоздар төҫөн ала.
Бөтә илдә пионер, комсомол, профсоюз һәм башҡа йәмғиәт ойошмалары төҙөү һәм уларға күпләп ағзалар ҡабул итеү бара.
Мәғариф өлкәһендә бөтә балаларҙы мәжбүри уҡытыу мәсьәләһе уңышлы хәл ителә. ¤лкән йәштәгеләрҙең наҙанлығына ҡаршы ла көрәш башлана. Мәҙәниәткә шулай уҡ кешеләрҙе күпләп йәлеп итеү маҡсатында үҙешмәкәрлек юл яра. Сәнғәттең профессиональ кимәлдәге театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм башҡа төрҙәре халыҡҡа әлегә барып еткеһеҙ булыуын иҫәпкә алып, киноға өҫтөнлөк бирелә. Уның аша сәнғәттең башҡа төрҙәре менән танышыу мөмкинлеге тыуҙырыла. Шул осорҙа уҡ ил етәксеһе В.И. Ленин: «Бөгөн беҙҙең өсөн сәнғәттең иң мөһим төрө булып кино тора», – тип юҡҡа ғына билдәләмәгән бит. Совет власының тәүге көндәренән үк мәғарифта үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Мәҙрәсәләр ябыла һәм яңы типтағы мәктәптәр эшләй башлай. Үргендә 1919 йылда мәҙрәсә ябылғас, Абдуллина ¤ркиә абыстай балаларҙы өйөндә уҡытҡан.
Совет мәктәбе
1921 йылда асылған совет мәктәбе элекке мәҙрәсә йортонда эш башлай, уның тәүге уҡытыусыһы Хәйбулла Аҡъюлов була. БАССР-ҙың 10 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә заманы өсөн бик һәйбәт типовой мәктәп һалына. Уны төҙөүҙә ауыл халҡы ҙур ярҙам күрһәтә. Бер тин хаҡ алмай аттары менән нигеҙгә таш һәм Иҫәнғолға тиклем һал итеп ағыҙып килтерелгән ҡарағай бүрәнәләрҙе ауылға ташыйҙар, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашалар.
1932 йылда ете йыллыҡ итеп үҙгәртелгән мәктәптең тәүге директоры Ғайса Аҡманов була. Тирә-йүндәге берҙән-бер ошо уҡыу йортонда Байдәүләт, Күгәрсен, Таҙлар, Бикбау, Иҫәнғол, Яңы Себенле, күрше Күгәрсен районының Мәҡсүт ауыл советтарының 20-ләп ауылынан балалар килеп уҡый. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем уларҙың байтағы Ырымбур, Дәүләкән һәм Темәс педагогия техникумдарын тамамлап, уҡытыусы һөнәренә эйә була.
Мәктәп уҡыусылары менән данлы

Социалистик Хеҙмәт геройы Әмир Мусин.

1947 йылда Ейәнсура районында беренсе башҡорт урта мәктәбе итеп үҙгәртелгән уҡыу йортоноң тәүге директоры Фәтих Абдуллин була. 1943-1955 йылдарҙа ауылда һуғыш осоронда етем ҡалғандар өсөн Балалар йорто ла уңышлы эшләй. 1960 йылға тиклем, урта мәктәптәр селтәре киңәйтелгәнсе, унда Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарының 38 ауылынан балалар килеп уҡый. Мәктәптең сығарылыусылары араһында Социалистик Хеҙмәт Геройы Әмир Мусин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин, фән докторҙары, профессорҙар Мөхтәр Әхтәмов, Ибраһим Рәхмәтуллин, Марат Ҡолшәрипов, Хәҙисә Солтанбаева, 20-нән ашыу фән кандидаттары һәм башҡа күп билдәле шәхестәр бар.
70 йылдан артыҡ эшләп килгән урта мәктәп тарихында һоҡланғыс биттәр бихисап. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре генә.
50-се йылдарҙа мәктәп сығарылыусыларының күпләп юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе башлана.
70-се йылдарҙан уҡытыуҙы производство менән бәйләп, ауыл хужалығы һөнәрҙәренә өйрәтеү уңышлы алып барылды.
80-се йылдарҙа колхоз көсө менән заманса өс ҡатлы мәктәп төҙөлөп, уҡытыуҙың кабинет системаһына күсеү мәсьәләһе хәл ителде. 2012 йылда мәктәпкә тулыһынса капиталь ремонт үткәрелде. Бөгөн ул ауылдың йөҙө булып, балҡып тора.
Заманса, милли асыл нигеҙендә
2000 йылдан балаларҙың тәбиғи һәләттәрен үҫтереүҙә яңы йүнәлештәр һәм алымдар әүҙем файҙаланыла башланы. ¤лкән кластарҙа математика һәм тәбиғәт фәндәре буйынса профилле уҡытыу индерелде, юғары уҡыу йорттарына инеүселәр һаны бермә-бер артты. Быға тиклем булғандарына өҫтәп, милли көрәш, умартасылыҡ, ҡурай, ҡумыҙ, шашка түңәрәктәре эшләй башланы. Һөҙөмтәлә, уҡытыу-тәрбиә эшенең сифаты ҡырҡа күтәрелде. 2011–2014 йылдарҙа балаларҙың уңыштары төбәк кимәленә сыҡты. Дүрт йылда уҡыусылар республика предмет олимпиадаларында һәм ғилми-ғәмәли конференцияларҙа бер еңеү һәм өс призлы урын яуланылар.
Мәктәп коллективы 2012 йылда «Йыл мәктәбе» республика конкурсында ҡатнашып, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломына лайыҡ булды. Был уңыштарҙың нигеҙендә мәктәп коллективының ата-әсәләр, ауыл халҡы менән тығыҙ мөнәсәбәттәр урынлаштырып, бергә эшләүе торҙо.
2021 йылда мәктәптең 100 йыллығы билдәләнәсәк. Юбилейға әҙерлек барышында уның тарихы, педагогик кадрҙар тураһында мәғлүмәттәр тулыраҡ бирелер тигән өмөттә әлегә ошонда туҡтап торайыҡ.
Комсомол менән яҡты киләсәккә!
1926 йылда Хәйбулла Аҡъюлов комсомол ячейкаһы ойоштора. Уның секретарҙары булып Сәлимгәрәй Теләүбирҙин һәм Фәйзи Аҡсурин эшләйҙәр. Комсомолдар кисәләр ойошторалар, уйындар үткәрәләр, яңы тыуған балаларға революцион исемдәр ҡушалар. Уларҙың әүҙем эшмәкәрлеге башҡа йәштәрҙе ле ҡыҙыҡтыра, ойошма тиҙ арала ҙурайып китә.
Яңы мәктәп төҙөлгәс, ул ысын мәғәнәһендә ауылдың мәҙәни-ағартыу үҙәгенә әйләнә, кистәрен бөтә саралар ошонда үткәрелә. Уйындар шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм көслө үтә, йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә бында ағыла. Бишәй урамынан хатта ат егеп тейәлешеп, йәш әсәләр имсәк балаларын күтәреп киләләр. Балаларҙы буш класс бүлмәләрендәге парталарға йоҡларға һалғандар, уларҙы йәш ҡыҙҙар-комсомолкалар алмашлап ҡарап йөрөгәндәр. Әгәр берәйһенең балаһы уянып илай башлаһа, улар тауышһыҙ ғына килеп: «Еңгәй, балаң уянды», – тип әйтеп китә торған булғандар.
30-сы йылдар башында манараһы осоролоп мәсет клубҡа әйләндерелә, китапхана асыла, төрлө саралар тағы ла әүҙемерәк үткәрелә. Көндөҙ йырлап эшләгән егеттәр һәм ҡыҙҙар кистәрен, аяҡта сабата, өҫтә бишмәт тип тормайҙар, таҡмаҡҡа бейейҙәр генә таң атҡансы.
Ошо осорҙан йәштәр сәхнәлә спектаклдәр ҙә ҡуя башлай. Улар араһында үҙе клуб мөдире лә, режиссер ҙа Һаҙый Абдуллин ролдәрен бигерәк килештереп уйнай. Хатта фронтта ла ул сәхнә менән йәшәй, ауылдаштарына килгән хатта ошондай юлдар була: «Еңеп ҡайтҡас, фашистарҙы уйнарға кәрәк булыр тип, тоғомда немец каскаһын йөрөтәм». Ҡыҙғаныс, уға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булмай.
Уҡытыусылар – алғы һыҙыҡта
Һуғыш һәм уның һуңғы йылдарҙа уҡытыусылар ҡуйған спектаклдәре менән бөтә районда танылыу яулай. Коллектив бигерәк тә «Ҡарлуғас» драмаһы менән дан ҡаҙана, 1943 йылда ошо спектакль менән район фестивалендә беренсе урынды ала. Төп ролде башҡарыусы Зәйтүнә Абдуллинаның иңбашына район етәксеһе Миңлеғужин дебет шәл яба. Мәктәп директоры Фәтих Абдуллин һәм яраланып ҡайтҡан уҡытыусы Ғәбделхай Теләүбирҙин костюмлыҡ тауар менән бүләкләнә. Башҡа артистар ҙа бүләкһеҙ ҡалмай.
50-се йылдар башында мәктәп юғары уҡыу йорттарын яңы тамамлаған уҡытыусылар менән тулылана. Йәштәр эштә лә, мәҙәниәттә лә һынатмай, өлкән быуындың традицияларын бөтә яҡлап уңышлы дауам итә. Айһылыу Абдуллина, Гөлкәй Вәлитова, Сажиҙә Ильясова, Миңһылыу Сәйфуллина, Сәрүәр Сәғәҙәтова, Фәтих Зарипов, Марс Абдуллин, Хөрмәт Фәхретдинов, Маркс Мырҙаҡаев һәм башҡалар ысын артистарҙан һис тә кәм уйнамайҙар.
Ҙур программалы концерттар менән сығыш яһауҙар ҙа йышая. Йырсылар Имелбаева Мәрхәбә, Солтанбаева Сәмиғә, Ноғоманова Әлфиә, Ғиззәтуллина Маһинур, Байғусҡаров Янур моңло тауыштары менән тамашасыларҙы әсир итә. Шул осорҙа сығыш яһай башлаған, бөгөн 87 йәштәге Хөрмәт Фәхретдинов һәм уға эйәреп Азат Ейәнбирҙин менән Әкрәм Солтанбаев әле лә сәхнә түрендә.
Инструменталь ансамбль оҙаҡ йылдар уңышлы сығыш яһаны.
Милли үҙаң рухты үҫтерә
Үргендәр һәр ваҡыт милли эстәлекле спектаклдәр, йырҙар, таҡмаҡтар һәм бейеүҙәр менән туған телдә сығыш яһанылар. Был халыҡта башҡорт рухы тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булды. Ошондай мөхиттә халыҡ йырсылары Иншар Солтанбаев, Венер Абдуллин, бейеүсе, Төркмәнстандың халыҡ артисы Салауат Абдуллин, композитор һәм дирижер Байрас Абдуллин ҡанат нығытып, артабан ҙур сәхнәләрҙе яулауы һис тә ғәжәп түгел.
1960 йылдар уртаһында ойошторолған инструменталь ансамбль оҙаҡ йылдар уңышлы сығыш яһаны. Уның тәүге составында скрипкасылар Ғәйзулла Имелбаев менән Ғакил Ейәнбирҙин, гармунсылар Рифҡәт Ҡолтаев, Азат Ейәнбирҙин һәм Ғәйнулла Ҡаһарманов, мандолинасылар Ләлә Бикҡолова, Нәғимә Килдейәрова, Әйүп Ейәнбирҙин, Вәли Солтанбаев, Шәкирйән Иҙрисов, Ильяс Ҡолтаев һәм Айрат Мөлөков булдылар. Ансамбль күп тапҡыр Бөтә республика үҙешмәкәр сәнғәт фестивалендә еңеү яуланы. Улар менән бергә Сәми Ейәнбирҙин да «Азамат» һәм «Котелогым» йырҙары менән ¤фө сәхнәләрен байтаҡ яңғыратты.
Ауылдаштарыбыҙ Ислам Абдуллин менән Ғәни Ҡужәхмәтов райондың данлыҡлы ҡурайсылар ансамбле составында бөтә илде урап сығып, хатта Мәскәүҙә Кремлдең съездар һарайында Бөтә Союз смотры лауреаттары булдылар.
Нариман Ҡолдәүләтов шулай уҡ бер нисә тапҡыр республика «Тальян гармун» фестивалендә еңеү яуланы. Ул оҙаҡ йылдар ауылдың алмаштырғыһыҙ киномеханигы ла булды, оҫта фотограф та ине ағайыбыҙ.
Социаль инфраструктура үҫешә
Иҫке мәсет халыҡҡа 40 йыл самаһы клуб булып хеҙмәт иткәс, 1970 йылда колхоз көсө менән Үргендә кирбестән яңы мәҙәниәт йорто бинаһы төҙөлөп сафҡа индерелде. Уның тәүге директоры вазифаһында оҙаҡ йылдар Хәйрулла Юлдашбаев эшләне, ул оҙон көйҙәрҙе бик оҫта башҡара торғайны. Шул осорҙа Үзбәкстанда халыҡ восстаниеһы һәм уның етәксеһе полковник Йылантүш тураһында «Азия өҫтөндәге дауыл» фильмы бик популяр булды. Хәйрулла ағай олпат кәүҙәһе менән кино геройына оҡшаған ине, шуға үҙ итеп халыҡ уға «полковник» ҡушаматын таҡты. Шулай тип өндәшһәләр, ағайыбыҙ йылмайып ҡына ҡуйыр ине.
1953 йылда ауылға китапханасы булып Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған тәүге дипломлы белгес Ишембай районы ҡыҙы Сәкинә Лоҡманова эшкә килә, оҫта бейеүсе лә була ул. Оҙаҡ йылдар ҡыҫынҡы, һыуыҡ иҫке йорттарҙа эшләгән китапхана клуб менән бергә үҙәктән йылытылған заманса бинаға күскәс, эше яңы баҫҡысҡа күтәрелде, унан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Күпләп гәзит-журналдар килде. Әҙәби китаптарҙы сиратҡа тороп алып уҡый торғайнылар. Артабан был учреждениеларҙа Солтанбаева Ләлә менән Зәйнәғәбдинова Гөлсирә, ә һуңғараҡ йәш быуын вәкилдәре эштәрҙе уңышлы дауам иттеләр.
Бер ни тиклем туҡтап торғандан һуң, 1980 йылдарҙан башлап мәктәп коллективы ла яңынан әүҙемләште. Уҡытыусылар, үҙҙәре бер юлы ҡурайсы, гармунсы һәм йырсы, ғәжәп талантлы Руслан Абдуллин менән Хисмәт Аҙнабаев, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бейеү, ир-егеттәрҙең йыр ансамблдәре бигерәк тә уңышлы сығыш яһанылар. Бөгөн дә ауылдың мәҙәни тормошоноң төрлө йүнәлештәрҙә үҫешеүе һөйөнөслө. Бигерәк тә быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән саралар матур эстәлеге менән айырылып торалар.
Халыҡтың йәшәйешендә кешеләрҙе төрлө яҡлап хеҙмәтләндереүсе, уларҙың көндәлек ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүсе ойошмаларҙың эшләүе лә мөһим. Үргендә улар иҫәбенә элемтә бүлексәһе, фельдшер-акушер пункты һәм балалар баҡсаһы инә.
Тәүге почтальондар, элемтә хеҙмәте
Ғүмер буйы элемтә хеҙмәтенең нимә икәнен белмәгән ауылда 1920 йылдар башында уҡ тәүге почтальон булып Теләүбирҙин Шаһингәрәй эшләй. Ул 1922 йылда ауыл Советы рәйесе итеп һайланғас, Абдуллин Һаҙый менән Янбаев Әхмәтғәлим был вазифаны алмашлап байтаҡ йылдар башҡаралар.
Улар һуғышҡа киткәс, был эшкә ире фронтта булған 23 кенә йәшлек Ҡужәхмәтова Ғәрифә тотона. Аҡ алама ғына тунына уранып, көн һайын иртәнсәк колхоздың арыҡ атында Иҫәнғолға юллана ул. Төш ауыуға ҡайтып, нимә менән генә туҡланалыр инде, сумкаһын йөкмәп почта өләшергә китә. Төн уртаһына тиклем ҙур ауылдың урамдарын йөрөп сығып ҡайта. Ә өйҙә уны майлы түгел, майһыҙ бутҡа ла көтмәй бит, ә ас, өңшәйгән йөҙлө өс бала һәм ҡарт әсәй...
Пенсияға сыҡҡансы алһыҙ-ялһыҙ 30 йылдан ашыу эшләне ул был вазифала. Телефон бәйләнеше әле үҫешмәгән 60–70-се йылдарҙа хат, телеграммалар аша аралашыу көслө була, улар ауылға көн дә 80–90-лап килә һәм шуныңса уҡ китә, бөтәһен дә ваҡытында тапшырырға кәрәк бит. Шул йылдарҙа Ғәрифә инәйҙең: «Мин Үргендең тотҡаһы», – тип ғорурлыҡ менән әйтеүендә ныҡлы нигеҙ булды шул.
Унан һуң был эште оҙаҡ йылдар Флүрә Аҡсурина дауам итте. Ауылға гәзит-журналдарҙың иң күп килгән осоронда, шул хәтлем йөк менән күпкә ҙурайған ауылды урап сығыуҙа уға ярай әле улдары ярҙам итте. Апайыбыҙ алты малай һәм өлкәнәйгән бейемен дә ҡараны, ире шофер Лотфулла ағай рейстан ҡайтып инмәне. Етмәһә, бик оҫта быуын төшөрөүсе лә булды, берәүҙе лә ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Артабан почтальон вазифаһын башҡарыусылар ҙа бик яуаплы булдылар.
1972 йылдың июнь айында элемтә бүлексәһе асылғас, үргендәр яңы төр бәйләнеш уңайлыҡтары алып ҡыуанды. Бүлексәнең тәүге начальнигы Зиннәт Янбаев һәм унан һуң Рәйсә Зарипова байтаҡ йылдар матур эшләнеләр.
Сәләхетдин ахун Абдуллиндың 175 йыллыҡ юбилейы. Сентябрь, 2015 йыл.
Һаулыҡ һағында тороусылар
Кешеләрҙең һаулығын хәстәрләүгә элек-электән халыҡ табиптары, быуын төшөрөүселәр, имселәр һәм башҡалар булышлыҡ иткән. Үргендәрҙең бәхетенән Әхмәтбаҡый Аҡъюлов йәшләй генә Ҡаһирә университетында төрлө йүнәлештә, шул иҫәптән медицина буйынса ла белем ала, ул гипноз серҙәренә лә эйә була. ¤йөндәге кәштәләрҙән Ырымбурҙан алып ҡайтҡан дарыуҙар өҙөлмәй. Властар тарафынан күп кәмһетеүҙәргә дусар ителһә лә, 1936 йылда вафатына тиклем халыҡҡа ярҙам итеүҙән туҡтамай ул.
Һуғыш осоронда ауырыуҙар Үрген балалар йорто медсестралары Камалова Шәкирә менән Зиннурова Мәрйәмгә мөрәжәғәт итәләр. 1945 йылда ауылға Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса, беренсе дипломлы фельдшер Рудакова Евдокия эшкә килә. Яғымлы, матур рус ҡыҙын халыҡ бик ярата. Ике йылдан һуң ул тыуған ҡалаһына ҡайтып китә, әммә үҙе лә яратып өлгөргән үргендәр менән бәйләнешен өҙмәй.
Унан һуң был вазифала кешеләргә бик ихтирамлы Федор Никифорович Пахомов эшләй. Был йылдарҙа бөтә илдә, бигерәк тә балалар араһында, трахома тигән йоғошло күҙ ауырыуы көсәйә, һуҡыр ҡалыусылар ҙа була. Пахомовтың тырышлығы менән Үргендә лә, күрше ауылдарҙа ла бөтә ауырыуҙар ҙа ваҡытында тейешле ярҙам алып һауығалар.
50-се йылдарҙа фельдшер булып Альбина Әхмәтова эшләй. Артабан һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә Наилә Аҡъюлова, Лилиә Солтанбаева, Фирүзә Янбаева һәм Айгөл Зарипова уңышлы эшләнеләр. Тик шуныһы үкенесле, үҙҙәре генә бик иртә киттеләр был яҡты донъяларҙан.
Клара Абдуллина менән Римма Сабированың эшен дә ауылдаштар яратты. Бөгөн Аҡсурина Земфира менән Ҡолсурина Гөлнур байтаҡ йылдар халыҡты матур хеҙмәтләндерәләр.
Үргендәр тағы бер медицина хеҙмәте менән уңышлы файҙаландылар. Ауылдашыбыҙ Хәлил Янбаев БДМУ-ның стоматология факультетын тамамлап, 1993 йылда эшкә ҡайтты. Колхоз идараһы эш бүлмәләре бүлеп, уларҙы тулыһынса йыһазландырҙы. Хәлил Йәмил улы техникһыҙ бер үҙе бөтә эштәрҙе башҡарып, һигеҙ йыл эшләгәс, Иҫәнғолда клиникаһын асып күсеп китте. Ауылдаштар бөгөн дә уға рәхмәтле.
Балалар баҡсаһы
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.
Ул колхоз көсө менән төҙөлөп, 1979 йылда эшләй башланы, тәүге мөдире Рәйсә Мәсәғүтова булды. Артабанғы етәкселәр – Зәйтүнә һәм Асия Түләбаевалар. 2011 йылда өсөнсө төркөм асылып, тәрбиәләнеүселәр һаны артты, ләкин баҡсала бик ҡыҫынҡы булып ҡалды. Оҙаҡламай балалар һәм тырыш коллектив ҙур бүләк аласаҡ – әле балалар баҡсаһын киңәйтеү буйынса эштәр башҡарыла.
Үрген ауылының һуңғы 100 йылдағы тормошо Башҡортостан, бөтә Рәсәй тарихы менән үрелеп барҙы. Ул тарих күп ҡырлы ла, ҡатмарлы ла, ваҡыты менән фажиғәле лә. Ауылыбыҙҙың ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙенең йөҙөн һаҡлап ҡалыуында уның намыҫлы, эшһөйәр халҡының тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ.
Юлай СОЛТАНБАЕВ,
РФ һәм БР Журналистар союздары ағзаһы.
Читайте нас: