"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
24 Ғинуар 2020, 13:00

Үткәндәрҙе онотмайыҡ. Һөйәнтүҙ фажиғәһе

Фажиғә 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилал менән бәйле. Рәсәй батшабикәһе Анна Иоановна, башҡорт ерҙәре аша үткән империя сиктәрен нығытырға ниәт итеп, төбәккә И. Кириллов етәкселегендә экспедиция ебәрә. Кирилловҡа ярҙамсы итеп ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер менән дипломатик һөйләшеүҙәрҙә үҙен күрһәтеп өлгөргән, башҡорттар өсөн исеме ҡатил һүҙенең синонимына әйләнәсәк суҡындырылған татар мырҙаһы Алексей Иванович (ҡотломөхәмәт Мамеш улы) Тевкелев бирелә. Экспедицияның бурысы – Башҡор­тос­тандың көньяғында яңы ҡала һалыу һәм сик буйлап терәк ҡәлғәләр төҙөү. Батша хөкүмәте башҡорт­тарҙан уларҙың ерендә ҡала төҙөү өсөн ризалыҡ һорау ғына түгел, ә хатта уларҙы был хаҡта иҫкәртеүҙе кәрәк тип тапмай. Ризаһыҙ башҡорттар баш күтәрә.Хәҙерге Асҡын районына ҡараған ерҙәрҙә баш күтәреүселәрҙең бер төркөмө (700 кеше) Тевкелев отрядын тау-таш араһында һағалап тороп, ҡыйратырға ниәтләй. Әммә Һөйәнтүҙ ауылына килеп еткәс, Тевкелев башҡорттарҙың серен белеп ҡала һәм ауыл халҡынан үс ала башлай.Шул ваҡиғаларҙың шаһиты П. И. Рычков былай тип яҙып ҡалдырған:«Был ауылда меңләп кеше, ҡатын-ҡыҙ, бала сағаһы менән, атып, штык ҡаҙап үлтерелде, власҡа тоғролар һөңгө менән үлтереп сыҡты. Бынан тыш 105 кеше аҙбарға ябылып, утта яндырылды. … Шул рәүешле Һөйәнтүҙ кешеләре ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағаһы менән — сабыйынан ҡартына тиклем — бер төн эсендә ут менән, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдә, ә йорттары янып көлгә ҡалды».Башҡорт халҡы Тевкелевҡа Тәфтиләү тигән исем таға һәм ҡанлы йәштәр менән һуғарылған «Тәфтиләү» йырын ижад итә.Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ —Полковник Тәфтиләү яу урыны.Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,Алтынланды уның яурыны.Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,Эйәре лә белмәҫ, ат белә.Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәренҮҙе белмәһә лә, ил (хал(ы)ҡ) белә.Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ,Йыр йырламай күңел асылмаҫ.Полковник Тәфтиләү түккән ҡандыңАсыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ.Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел ашаТәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөнТәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.Ҡара ла ғына урман ҡая бите,Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,Ейәндәрем уҡыр бер саҡта…

Рәсәй империяһы батшабикәһе Анна Иоанновна ҡаҙаҡ һәм башҡорт ерҙәре аша үткән сиктәрҙе нығытырға ниәт итеп, төбәккә И. Кирилов етәкселегендә экспедиция ебәрә. Экспедицияның бурысы — Башҡортостандың көньяғында яңы ҡала һалыу (Ырымбур ҡалаһы шулай барлыҡҡа килә) һәм сик буйлап терәк ҡәлғәләр төҙөү. Кирилловҡа ярҙамсы итеп ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер алына. Шулай уҡ дипломатик һөйләшеүҙәрҙә үҙен күрһәтеп өлгөргән суҡындырылған татар мырҙаһы Алексей Иванович (Ҡотломөхәмәт Мәмеш улы) Тевкелев вәхшилеккә әүерелгән был сараларҙа ҡатнаша. Батша хөкүмәте башҡорттарҙан уларҙың ерендә ҡала төҙөү өсөн ризалыҡ һорау ғына түгел, ә хатта уларҙы был хаҡта иҫкәртеүҙе кәрәк тип тапмай. Ризаһыҙ башҡорттар баш күтәрә.
1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙа Балыҡсы ырыуы башҡорттары ла дәррәү ҡатнашҡан. 1735 йылдың декабре аҙағында Ырымбур экспедицияһы етәкселәренең береһе А. И. Тевкелев язалаусы отрядтар менән Өфөнән Бөрө аша Әй йылғаһы буйына йүнәлгән. Баш күтәреүселәр Йосоп Арыҡов һәм Төлкөсура Алдағолов етәкселегендә Тевкелев һалдаттарын Балыҡсы һәм Мырҙалар улусы сиктәрендәге тау юлдарында көтөп алып, тар-мар итмәксе булалар. Балыҡсы улусы старшинаһы Чекат (Сиҡат) бында 700 кешенән торған ҡораллы отряд туплаған булған. Мәгәр властарға тоғро мишәрҙәр һәм татарҙар язалаусы отрядтар етәкселәрен уларҙы ҡайҙа көтөүҙәре тураһында иҫкәртеп ҡуя. 1736 йылдың 19 ғинуарында А. И. Тевкелев Һөйәнтүҙ ауылына килеп инә, һәм ауыл халҡының үҙ отрядына ҡаршы сығырға йыйынған булыуын белгәс, уларҙы вәхшиҙәрсә ҡырырға бойороҡ бирә.
1736 йылдың 24 ғинуарында Тевкелев ауылды юҡҡа сығарырға ҡуша. Шул ваҡиғаларҙың шаһиты П. И. Рычков былай тип яҙып ҡалдырған:
«Был ауылда меңләп кеше, ҡатын-ҡыҙ, бала сағаһы менән, атып, штык ҡаҙап үлтерелде, власҡа тоғро мишәрҙәр һәм башҡорттар (?) һөңгө менән үлтереп сыҡты. Бынан тыш 105 кеше аҙбарға ябылып, утта яндырылды. … Шул рәүешле Һөйәнтүҙ кешеләре ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағаһы менән — сабыйынан ҡартына тиклем — бер төн эсендә ут менән, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдә, ә йорттары янып көлгә ҡалды».
Бынан һуң Тевкелевтың һәм полковник Мартыновтың язалаусы отрядтары Себер юлының Балыҡсы, Унлар, Ҡыр-Танып улустарында йәнә 51 ауылды талап, яндырып сыға, 2 меңдән ашыу кешене үлтерә (хәҙер Башҡортостандың Асҡын, Балтас, Ҡариҙел райондары биләмәһе). Батша хакимиәтенең Ырымбур экспедицияһына ҡаршы торорға тырышҡан башҡорттарҙы ҡырыуы ихтилалдың тағы ла нығыраҡ ҡыҙып китеүенә килтерә.

Һөйәнтүҙ башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында

Башҡорт халҡы Тевкелевҡа Тәфтиләү тигән исем таға һәм ҡанлы йәштәр менән һуғарылған «Тәфтиләү» йырын ижад итә.
Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ —
Полковник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.

Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,
Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, ил (хал(ы)ҡ) белә.

Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ,
Йыр йырламай күңел асылмаҫ.
Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың
Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ.

Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.

Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта…
Башҡорт Википедияһынан
Читайте нас: