“Ейәнсура таңдары” архивынан.
Төркөмдәштәргә Самаҙы ауылынан Биктимер Хәмиҙуллиндың гәзитебеҙҙең 2015 йылғы һандарының береһендә баҫылған мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында, һунар итергә яратыусы, хәҙер инде мәрхүм Йосоп ағай менән бергә бүре балаларын эҙләү менән мәшғүл булып йөрөйбөҙ. Һөрөлгән ерҙәрҙе, бураҙна буйҙарын, юлдың саңлы урындарын ҡарайбыҙ. Иртәнге ысыҡта ла йөрөп әйләнәбеҙ. Йәнәһе, ата бүренең һунарға ҡайһы яҡҡа барғанын самалап, тоҫмал менән ҡайһы урындараҡ көсөктәре ятыуын билдәләп, радиусты кәметкәндән-кәметә барып, бүре ояһының ҡайҙа икәнлеген беләбеҙ. Шулай тикшереп йөрөй торғас, Самаҙы йылғаһы башына барып сыҡтыҡ бер көндө. Быға тиклем «Шайтан күле»н күргән булмағас, ағайҙан: «Уның ҡайҙалығын һин беләһеңме?» – тип һорай ҡуйҙым.
«Аһ-аһ, яҡында ғына ул, әйҙә күрһәтәм», – тип, был мине юлдан уңға, урман эсенә алып инеп китте. Күп тә бармай, һулға, тау битләүе кеүек ергә күтәрелдек. Тигеҙ генә ерҙә, күп булһа 4х4 метр киңлектәге күл ишаратына юлыҡтыҡ. Бәлки, элегерәк ҙурыраҡ та булғандыр, әммә беҙ күргәндә тирә-яғын һалабаш ҡабыҡтары баҫҡан ине. Урман хужалығы эшселәреме, әллә башҡа кешеләрме, һалабаш һалып, ҡый-һайын ҡалдыра барһа, күл түгел диңгеҙең дә һайығып, кесерәйеп ҡалыр.
«Нишләп «Шайтан күле» тип әйткәндәр уға, башҡа исем бөткәнме ни?» – тигән һорауыма Йосоп ағай: «Уны Хөббула ағай (Самаҙының иң оҫта ҡарһүҙ һөйләүсеһе) белә, ул оҫта һөйләй бындай нимәләрҙе», – тине лә, шуның менән күл тарихы онотолдо. Ә беҙ аҙна-ун көн тигәндә, бөтөнләй ҡапма-ҡаршы яҡтан, Теләүкәй йылғаһы башы яғынан таптыҡ бүре ояһын.
Ҡыш етеп, төндәр оҙонайғас, ир-ат клубта «кәзә» һуға башлағас, әлеге Хөббула ағайҙан лаҡап һөйләүен үтенәбеҙ. Ул исем өсөн генә инәлтеп алғандай итте лә, китаптан уҡыған кеүек теҙеп алып китте…
Өҫтәл артындағыларҙың ҡайһы берҙәре: «Бының алдауы бөтмәҫ», – тип бильярд төртөргә китте, кемдер, шул иҫәптән мин дә, ағайҙың ауыҙына текләп, шым ултырабыҙ.
Бик борон, әллә Самаҙы, әллә Мөхәмәтйән кешеһе, Самаҙы йылғаһы башында бесән сабып күбәләгән дә, уларҙы кәбән урынына тарттырырға булып, арбаға ҡатыны менән яңы ултыра башлаған балаһын, сәңгелдәк-ғәләмәтен тейәп, күбәләре ҡырына килеп, ағас һалҡынына атын туғарған. Сәңгелдәкте ағас ботағына бәйләп, ҡатыны балаһын имеҙеп йоҡлатҡансы, арҡандарҙы таға һалып, эшкә керешкән. Сәүек эттәре арба һалҡынында йоҡоға талған. Күпмелер ваҡыт үтеүгә бала сәңгелдәктә иҙрәп йоҡлап киткән. Ҡатын иренә ярҙамлашырға теләп, кәбән ултыраһы урынға ыңғайлай. Күбәләрҙе яртылаш тарттырып бөтөүгә эт өргән тауыш ишетелә.
«Бала уяндымы икән әллә, кемгә өрөр икән был?» – тип ҡатын сәңгелдәкте ҡараһа, бала йоҡлай. Эт тауышы Самаҙы юлы яғындағы бер үҙәктә ишетелә икән. Ире эргәһенә бара ла: «Э-й! Йөрөйҙөр шунда этлегенә барып, ҡуян алмаҫ, артынан ҡалмаҫ», – тиеп, эшкә тотона. Эттең дә тауышы тынған. Күпмелер ваҡыттан һуң бала илаған тауыш ишетеп килһәләр, сәңгелдәк буш икән. Самаҙы яғына ыңғайлап бара бирһәләр, юлда ҡан тамған эҙ күреп, бүре-маҙар алғандыр баланы, тип ары атлаһалар, эттәре ҡанға туҙып үлеп ята. Бала илаған тауыш ишетеп, кире йүгергән былар. Тауыш урман эсенән килә икән. Илау тауышына барып сыҡһалар, түңәрәк күл ситендә бала ултыра, уртала – билдән һыу эсендә, шайтан тора, имеш. Мөгөҙө һыңар, ҡанһырап тора, ти. Быларҙы күреп, шайтан һыуға сумған, ата-әсәнең бесән ҡайғыһы киткән. Йәһәтләп атты егеп, ҡайтыу яғына һыпырталар. Нурымбәт (ирҙең исеме) юл буйынса ҡан таптары ҡайҙан хасил булған, тип баш вата.
Әтнәкеһе былайыраҡ булған был хәлдең: шайтан килеп, сәңгелдәктәге баланы алырға итһә, эт үксәһенә теш батыра икән. Асыуы килгән шайтан этте Самаҙы ауылы яғына ҡыуа башлаған. Юҡ, эт ҡайҙа ҡасһа, шайтан уның артынан ҡалмай, быны тотоп, бер-бер әмәл ҡылмаҡ була. Шулай ҡыуа торғас, ҡойроғонан тотоп ала, үҙе башы менән ағасҡа барып бәрелә. Асыуынан этте ағасҡа ҡуша һуға ла, арба яғына атлай. Ауыртыуға түҙмәй башын баҫһа, һыңар мөгөҙө һынған икән уның. Юлдағы ҡан шунан хасил булған инде. Ҡатындың тәүге килеүе шайтандың эт ҡыуып йөрөгән мәленә тура килгән. Шайтан кире килеп, баланы алып, күл ситенә ултыртып, үҙе күлгә төшөп, мөгөҙөн йыуып торғанда килеп сыға былар.
Бына шул замандарҙан алып Самаҙы башы яғына китеп барғанда, һулда Этүлгән үҙәге ҡала. Самаҙы башының кисеүенән һулда Нурымбәт тип нарыҡлап йөрөтөлгән оҙон, урманлы үҙәк сыға. Унда «Шайтан күле» менән ҙур сүмескә оҡшаған урманлы үҙәк ята. Әгәр юл төшөп, «Шайтан күле»н күреү насип булһа, йә булмаһа Мөхәмәтйәнгә юл тотоп, шайтанды осратһағыҙ, белеп ҡалығыҙ – ул һыңар мөгөҙлө булыр. Шуны ла әйтәйем, Ҡөрьән Кәримдән бер-ике сүрә ятлаһағыҙ, һауап та булыр, шайтан да осрамаҫ, осраһа ла зыяны булмаҫ.