“Ейәнсура таңдары” архивынан
Гәзитебеҙҙең 2012 йылғы һандарының береһендә баҫылған Ҡасим Янбаевтың мәҡәләһе бөгөн дә көнүҙәктер, тип уйлайбыҙ.
Бөгөн әҙәмде иң йонсотҡаны - эшһеҙлек. Хәҙер эшһеҙлекте ауыл ерендә колхоздар бөтөрөлөүе менән бәйләп маташалар, башҡа һылтауҙар табалар. Уйлап ҡараһаҡ, борон бит ауыл ерендә колхозда, бүтән төрлө эшкәртеү урындары ла булмаған. Ә башҡорттар ҡасандыр етеш ғүмер иткән дә баһа.
Һүҙемде бала сағымда күргән-белгәндәрҙән, ата-бабаларыбыҙҙың һөйләгәндәренән башлайым. Ғәҙәттә, башҡорттарҙың элекке ваҡыттағы көнкүреше һәм шөғөлдәре тураһында һүҙ барһа, киң мәғлүмәт сараларында ҡыҫҡаса ғына: «Башҡорт күпләп мал аҫыраған, умартасылыҡ менән булышҡан, һунар иткән», - тип яҙалар. Малсылыҡтан, ҡортсолоҡтан, ҡыр хайуандарына ауға йөрөүҙән башҡа ата-бабаларыбыҙ нимә менән мәшғүл булған? Артабан һүҙ шул турала.
Ауыл ҡарттарының һөйләүе буйынса элек улар ағас-таштың файҙаһын ныҡ күргән. Ағас эшкәртеү беҙгә билдәле. Ә ташты нимәгә ҡулланғандар һуң? Хәҙерге ваҡытта ауыл ерендә таш тик нигеҙ ташы итеп кенә файҙаланыла. Ә элекке заманда кирбес булмағас, өйҙә мейесте тик таштан сығарғандар, ашлыҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡты һаҡлау өсөн ғүмерлек таш келәттәр төҙөгәндәр. Мәсет бинаһы, таш һарайҙар, таш ҡоймалар, таш юлдар төҙөү өсөн ер аҫтынан күпләп таш сығарыу кәрәк булған. Шуға күрәлер таш, ағас менән бер рәттән, кешенең көнкүрешендә һәм сауҙа итеүҙә ҙур урын тотҡан.
Беҙҙең халыҡ араһында ағас менән эш итеү бигерәк тә киң таралған булған, бура бурау, таҡта бысыу төп эштәрҙең береһе булған. Элек, хәҙерге кеүек, таҡта бысыу өсөн пилорамалар бөтөнләй булмаған, ә урман халҡы таҡта бысып һатып, сауҙала иткән. Таҡта бысыу өсөн йыуан-йыуан ағастарҙы урмандан ауылға килтереү мөмкинлеге булмағанлыҡтан, ағасты урынында, йыҡҡан ерҙә үк таҡтаға бысҡандар. Уның өсөн ҡорама эшләп ултыртып, өҫтөнә иңкеү (покат) буйлап тәгәрләтеп мендереп һалғандар һәм ҡул таҡта бысҡыһы менән ике кеше, береһе өҫтә, икенсеһе аҫта тороп, бысҡан. Бысылған әҙер таҡтаны урынында киптереп еңеләйткәс, ауылға алып ҡайтҡандар, йәки һатыуға сығарғандар. Ата-бабаларыбыҙ ағастан етештергән әйберҙәрен Троицк, Кершә-нник, Ҡарғалы, Шарлыҡ, Һарыҡташ, хатта Ырымбур баҙарҙарына барып һатыу иткән. Был әйберҙәрҙең исемлеген дә килтереп китәм: арба һәм арба тәгәрмәстәре, ат санаһы һәм балалар өсөн сана, еңел ат санаһы-кошевка, аяҡ орсоғо, һөйән, һайғау, имән бағана, тәртә, дуға, һалабаш, йүкә арҡан, септә, ағас көрәк, көрәк һәм һәнәк һаптары, тырма, һөйрәтке, күкрәк һәм баш һәнәктәре, селек һеперткеһе, мунса япрағы, ағас күмере; туйра (йәш имән) һәм ҡаратал кайрыһы (тире иләгәндә дублау өсөн ҡулланалар), әрселгән йүкә ҡабығы, һалабаш ҡабығы, йәш йүкәнән ҡуптырып етештерелгән сеййүкә (сабата үреүҙә ҡулланыла), ҡул тирмәне һ.б. Баҙарҙан сәй-шәкәр, кейем-һалым, кейем тегеү өсөн туҡымалар, башҡа кәрәк-яраҡтар тейәп ҡайтҡандар. Йыуан ағастан кәмә соҡоғандар, умарта юнғандар, көйәнтә һәм саңғы, сыбағас (ашлыҡ һуға торған ҡорал) эшләгәндәр һәм һатыуға сығарғандар.
Тимерлектә тимерсе тимер сүкей алһын, самауырҙа сәй ҡайнаһын өсөн күмер кәрәк булған, баҙарҙа ла күмер ҙур һорау менән файҙаланылған. Шуға күрә ул ваҡытта күмер яғыусылар ҙа байтаҡ булған.
Өйҙә ҡулланыла торған һауыт-һаба, башҡа көнкүреш әйберҙәренең күпселеге ағастан етештерелер булған. Оҫта ҡуллы ата-бабаларыбыҙҙың боронғо әйберҙәре: ашлау (ҡаҙанда бешкән ашты тәүҙә ашлауға ҡутаралар, әҙерәк һыуынғас, аша-яктарға бүлеп һалып, табынға ултырталар), табаҡ һәм ашаяк (аш ашай торған һауыттар), ялғаш, һурап, тағараҡ (кер йыуғанда, малға аҙыҡ биргәндә ҡулланғандар), көрәгә (ҡымыҙ, әсегән бал һалып табынға килтерәләр), яндау (көрәгәнән ҡымыҙ алып эсеү өсөн), сеүәтә, сөмөкәй, туҫтаҡ (сәй, айран, һурпа эсеү өсөн ҡулланыла торған ваҡ һауыт, ныҡ булһын өсөн ҡайын ороһонан эшләгәндәр), сүмес, ижау, һулпы (һыуҙы, эсемлектәрҙе һоҫоп алыу өсөн), күнәк (һыу килтереү, һыйыр, бейә һауыу өсөн), батман, яндау (бал, май һаҡлау өсөн), алдыр (тоҙлоҡ һөҙөп алыу өсөн), ботлоҡ, ҡулпыҡ (шыйыҡ ашамлыҡтар, һыу һаҡлау өсөн), күнәсек (ҡаймаҡ ағыҙыу өсөн), ҡоторсоҡ (тоҙ, борос һалыу өсөн), тәпән, тәләп (он, ашлыҡ һаҡлау өсөн), көбөсәк (аҡ май бешеү, айран яҙыу өсөн), ағас ҡалаҡ, һелкеүес (ашлыҡты һелкеп ҡыйҙан таҙарталар), һапл(ы)аяҡ, ҡырл(ы)аяҡ (табынға аш килтереү өсөн), туҡмас таҡтаһы менән уҡлау, йәйпе табаҡ (һалма ашау өсөн), лар, ҡантағай (ашлыҡ һаҡлау өсөн), киле (ашлыҡ төйөп, ашамлыҡтар әҙерләүгә), ҡашылдырыҡ (ҡалаҡ элгес), дегет лагуны (һауыт).
Һауыт-һаба эшләү өсөн йүкә ағасына өҫтөнлөк биргәндәр, сөнки йүкә ағасы еңел була, кипкәндә ярылып бармай, ашамлыҡҡа тәме сыҡмай, аш-һыу тиҙ боҙолмай. Дуға, ыңғырсаҡ, ҡамыт, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар эйәре кеүек егем әйберҙәрен дә ағастан үҙҙәре етештергәндәр.
Элекке заманда быйма һәм кейеҙ баҫыу киң таралған булған, баҙарҙа ла бик үткән. Кейеҙ башҡорт халҡының тормошонда бик ҙур урын алып торған. Данлыҡлы тирмә-өйөбөҙҙөң кейеҙҙән эшләнгәнен һәр кем белә. Кейеҙ түшәк булараҡ та, баш кейеме тегеүҙә лә, һыбай йөрөгәндә үңдек (эйәр аҫтында), айлаҡ (эйәрһеҙ һыбай йөрөгәндә), ҡатлансыҡ һәм серге (һыбай йөрөгәндә туҡталып ял иткән саҡта түшәп-ябынып ятыу өсөн) итеп тә ҡулланылған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары эшенең ҡап яртыһы киндер эшкәртеү менән бәйле булған тиһәк, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Сөнки кейем-һалымдың күбеһе киндер туҡыманан эшкәртелгән булған. Ундай кейемде байҙары ла, бигерәк тә ярлылар, кейеп ғүмер иткән. Киндер силғау, сарыҡ, түшәк, юрған тышы, тоҡ кеүек әйберҙәрҙе етештереүҙә киң ҡулланылған. Тегенеү өсөн еп, арҡан, баш ебе, ат еккәндә кәрәкле дилбәгә, нуҡта, йүгән, теҙген, арҡалыҡ, бауырлыҡ, тәзе, тамаҡ бауы, ҡолаҡ бауы кеүек әйберҙәр, ҡороҡ, билғау, ян кереше, сәңгелдәк төбө һәм бауы, умартаны ағасҡа күтәреү өсөн арҡан күберәк киндерҙән етештерелгән. Киндерҙе эшкәртеү өсөн күп кенә ҡорамалдар кәрәк булған. Уларҙы ла ата-бабаларыбыҙ үҙ ҡулдары менән эшләгән. Киндерҙе йолҡоп, һыуға һалып серетеп киптергәндән һуң, һабағын онтау өсөн талҡы, сүсен онталған һабағынан айырып йомшартыу өсөн киле менән туҡмаҡ, сүсте тарап, йомшартып иләү хәленә алып барып еткереү өсөн ҡаба төбөнә ҡуйылған тәрәшкә һәм тараҡ, иләү өсөн ҡул орсоғо йәки аяҡ орсоғо, иләгән киндерҙе һуғыу өсөн ыҫтан (станок), көрөҫ (ат ҡылынан эшләнә), тараҡ, һоҫа, ҡалтырса кәрәк. Ошондай ҡорамалдарҙы етештереп, һатыуға ла сығарғандар. Киндер һуғыу ысулы менән һарыҡ йөнөн иләп, сәкмәнгә туҡыма, кәзә ҡылынан һәм төрлө төҫтәге туҡымаларҙы йыртып, балаҫ һуҡҡандар. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ шәл бәйләүҙә дан тотҡан.
Халҡыбыҙ туҙҙан эшләнгән әйберҙәрҙе лә киң ҡулланған. Тырыз, төйөҫ кеүек туҙ һауыттарҙа май, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, ҡымыҙ һаҡлағандар, эшкә алып йөрөгәндәр, емеш-еләк йыйыуҙа ҡулланғандар. Ҡортсолоҡта битлек, күс тотоу өсөн ҡалаҡ эшләгәндәр, бүкән умартаның башын япҡандар.
Ҡайын туҙынан арба күсәрен майлау өсөн дегет, йәнә һағыҙ ҡайнатҡандар, уларҙы баҙарға ла сығарғандар.
Талдан ҡаҙ һәм тауыҡ ояһы, балыҡ тотоу өсөн мурҙа, төрлө-төрлө кәрзиндәр, ҡаҙандан ит алыу өсөн һөҙгө, саң ҡаҡҡыс кеүек көнкүреш әйберҙәре етештергәндәр.
Мал һәм малсылыҡ продукцияһы халҡыбыҙ көнкүрешендә айырым урын алып торған. Аш-һыуҙа ит, май, ҡаймаҡ, һөт, ҡатыҡ, айран, аҡ һәм ҡыҙыл эремсек, ҡорот, ҡуйыртмак, аҡ май, ҡымыҙ киң ҡулланылған. Мал тиреләрен оҫта иләгәндәр. Һарыҡ тиреһенән тун һәм толоп теккәндәр. Эре мал тиреһен ыҫлап иләп, күн етештергәндәр һәм итек, ситек, сарыҡ, ҡата кеүек аяҡ кейемдәре теккәндәр. Күн шулай ук ҡамыт, ыңғырсаҡ, эйәр ише егем әйберҙәре эшләүҙә ҡулланылған. Әүәле ҡайыш иләй ҙә белгәндәр. Унан ҡамыт мөйәте, ҡолаҡ бауы, йүгән, нуҡта, дилбәгә, тамак бауы, арҡалыҡ, бауырлыҡ, тәзе, шлея, мисәү бауы; солоҡсолоҡта ҡулланыла торған ләнге бауы, арҡатау, кирәм; ҡарҙа йөрөү өсөн саңғы-кал-тағай, ҡорман һәм уҡ-һаҙаҡ (ук-ян һалыу өсөн) эшләгәндәр. Өлгөргән ҡымыҙҙы һаҡлау, юлда йөрөтөү өсөн мал тиреләренән эшләнгән турһыҡ, муртай, һаба, ҡурйын кеүек һауыттары булған. Һыбай сәфәргә сыҡҡанда ашамлыҡты һәм юл кәрәк-яраҡтарын һалып йөрөтөү өсөн тиренән ҡуржын һәм кәшен теккәндәр.
Халҡыбыҙ борон һунарсылыҡ менән дә әүҙем шөғөлләнгән. Төрлө ҡыр хайуандары: айыу, әрхәр, ҡоралай, бүре, һеләүһен, төлкө, ҡама, бурһыҡ, ҡондоҙ, һыуһар, шәшке, көҙән, ирлән, тейен, урман һәм үр ҡуяндары, аҫ; ҡыр ҡоштары: һуйыр, көр, алабуға, ҡупырсык, урман һәм ялан селе, бүҙәнә аулағандар. Бүрегә һәм төлкөгә һыбай, суҡмар менән һунар итер булғандар. Айыуға өңөнә ятып, тиреһе өлгөргәс кенә һунарлағандар.
Балыҡты ғәҙәттәгесә ҡыш көндәре боҙ аҫтынан күпләп тота торған булғандар, ә йәй көндәре кәрәгенсә генә мәскәүләп тотҡандар, башҡа төрлө ысул менән тотоуҙы белмәгәндәр. Башҡорттар элек балыҡ менән бик туҡланып та бармаған. Уны күберәк сауҙа итеү өсөн тотҡандар.
Борон халҡыбыҙ оҫта тимерселәр менән дә дан тотҡан. Ул ваҡытта тимерҙән эшләнгән әйберҙәрҙе тик тимерлектә генә етештереп булған. Ҡылыс, һөңгө, тимер суҡмар, торҡа (шлем), кояк (панцирь), ук башы, боғалаҡ кеүек хәрби коралдарҙан алып хужалыҡта ҡулланыла торған ҡорамалдар: балта, сүкеш, бысаҡ, матик, салғы, йәмкә, һоҫҡо, ҡыҫҡыс, болғауыс, ураҡ, ауыҙлыҡ, өҙәңге, ҡапҡан, һандау (балыҡ сәнскес), даға, йышкыстар бысағы, бырау, ҡасау, ҡыпһыуыр, күнәк, тас, ҡула, дуңғырлаҡ, тибеңге (шпора), бығау, бығау йоҙағы һ.б. тимерсе ҡулы менән эшләнгән. Ваҡытына күрә ҡатмарлы техника - һабан, тырма, теген һәм һөт айыртыу машиналары тимерлектә генә йүнәтелгән (әйтергә кәрәк, борон ҡаймаҡты халыҡ күпселек һөт өҫтө алыу юлы менән эшләгән, кейемде ҡул менән тегергә мәжбүр булған). Солоҡ һәм умарта юнғанда ҡулланыла торған коралдар: һерпәк балта, төрпө, көргө, ҡырғы, кәрәҙ бысағы, сапҡы, ҡулҡы, ҡыйғаҡ, соҡоғос, юнғы тимерлектә эшләнгән. Ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән ҡулланған көнкүреш әйберҙәрен хәҙер онотоп бөтөп барабыҙ инде.
Башҡорттар борон тәбиғәт байлығын киң ҡулланған. Аш-Һыу яраштырғанда ҡыр емеш-еләктәрен - ер, ҡайын, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә, балан, миләш, муйыл файҙаланылған. Уларҙан ҡаҡ ҡойоп ҡышҡылыҡҡа ла һаҡлап алып ҡалғандар, ә сейәле майҙы хәҙерге кешеләрҙең күптәре хатта белмәйҙер ҙә. Йүкә, әлморон, баланут сәскәләренән, ҡарағат, сейә, әлморон япраҡтарынан, һары, ҡыҙыл мәтрүшкәнән быҡтырып сәй эскәндәр.
Төрлө баҫмаларҙа «Башҡорт ашлыҡ сәсмәгән, күсмә тормош менән йәшәгән» тигән уйҙырмалар осратырға мөмкин. Ғалимдарҙың иҫбатлауынса, хәҙер өҙөп кенә әйтергә мөмкин: башҡорттар күсмә тормош менән генә йәшәмәгән, ә ер һөргән, ашлыҡ сәскән, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Башҡорт ашлыҡ сәсмәһә, ниндәй милләт тәү башлап ҡурмас, талҡан, йоморсаҡ, буҙа, тары ҡоймағы кеүек ашамлыҡтарҙы барлыҡҡа килтергән? Күсеп йөрөгән халыҡ нисек солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә алһын? Үҫеп ултырған ағасты үҙең менән күсереп йөрөтөп булмай ҙаһа. Борон башҡорт эшсән, һәнәрле, йүнсел булған, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған. Бәлки, хәҙерге көндә эшһеҙ йөрөгәндәрҙең ҡайһы берҙәре ошо яҙманы уҡып, һығымта яһар, берәй кәрәкле шөғөл табыр, тигән маҡсатта яҙылды был мәҡәләм.
Ҡасим ЯНБАЕВ. Үрге Бикбирҙе ауыны.