Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
4 Сентябрь 2020, 21:00

#Районға - 90 йыл. АБЗАН АУЫЛЫ

Районыбыҙға быйыл 90 йыл тулыу уңайынан, ауылдарыбыҙ тарихы менән ҡыҫҡаса таныштыра башлайбыҙ. Һеҙ ҙә үҙегеҙ белгәндәрҙе яҙып, өҫтәп ебәрегеҙ. Мәғлүм булыуынса, әле районда 15 ауыл биләмәһе составында 78 ауыл иҫәпләнә. Бөгөн Абзан ауыл биләмәһе үҙәге - Абзан тураһында ҡыҫҡаса белешмә.Абзан Ейәнсура районындағы боронғо ауылдарҙың береһе. Рәсми документтарҙа 1776 йылда теркәлгән. 1946 йылдың 1 апреленән 1956 йылдың июненә тиклем Абзан районының үҙәге булды. 1920 йылдан - ауыл Советы үҙәге. Заманалар нисек кенә үҙгәрмәһен, был тирәләге ауылдар – Серекәй, Әлебай, Заготскот (бөткән ауыл), Юлдаш, Сураш, Нияҙғол, Самаҙы – Абзан ауыл Советы ҡарамағында үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Улар хатта батша заманында ла бер олоҫҡа ҡараған.

Районыбыҙға быйыл 90 йыл тулыу уңайынан, ауылдарыбыҙ тарихы менән ҡыҫҡаса таныштыра башлайбыҙ. Һеҙ ҙә үҙегеҙ белгәндәрҙе яҙып, өҫтәп ебәрегеҙ. Мәғлүм булыуынса, әле районда 15 ауыл биләмәһе составында 78 ауыл иҫәпләнә. Бөгөн Абзан ауыл биләмәһе үҙәге - Абзан тураһында ҡыҫҡаса белешмә.
Абзан ауылы
Абзан Ейәнсура районындағы боронғо ауылдарҙың береһе. Рәсми документтарҙа 1776 йылда теркәлгән. 1946 йылдың 1 апреленән 1956 йылдың июненә тиклем Абзан районының үҙәге булды. 1920 йылдан - ауыл Советы үҙәге. Заманалар нисек кенә үҙгәрмәһен, был тирәләге ауылдар – Серекәй, Әлебай, Заготскот (бөткән ауыл), Юлдаш, Сураш, Нияҙғол, Самаҙы – Абзан ауыл Советы ҡарамағында үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Улар хатта батша заманында ла бер олоҫҡа ҡараған.
Ауылға нигеҙ һалыусылар Һамар яғынан күсеп килгән тигән риүәйәт бар. Хөкүмәткә тоғро хеҙмәттәре, ил сиктәрен һаҡлау походтарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн батша тирегә яҙылған грамота менән Һамар буйҙарынан күсеп килгәндәргә үҙҙәренә оҡшаған урынды һайлап урынлашыу хоҡуғы биргән.
Биш-алты ғаиләнән торған Мырҙабулатовтар араһы Әселе буйындағы ҡалҡыулыҡты оҡшатып донъя ҡорған. Шуға ауылды Мырҙабулат тип йөрөтәләр. Мырҙабулатовтар араһынан батша заманында олоҫ старшиналары, хәрби кешеләр сыға. Совет власын урынлаштырыу осоронда Сөләймән Мырҙабулатов Башҡортостан хөкүмәте ағзаһы, комиссар була. 1930 йылдарҙа ауылда яңы мәктәп һалдыра, башҡа яңылыҡтар менән ауылдаштарына, тирә-яҡ ауылдар халҡына күп изгелектәр эшләй.
Халыҡ араһында бер легенда һаҡланып ҡалған. Ауылға Абзан исемле мулла килеп урынлаша. Бөтә рәсми ҡағыҙҙар уның ҡарамағында була. Ер картаһын төҙөгән саҡта үҙенең исемен мәңгелештереү ниәте менән Абзан тип яҙҙыра. Шул ваҡыттан алып ауыл Абзан тип йөрөтөлә.
1812-1814 йылдарҙағы француз яуында ҡатнашып оло наградалар менән ҡайтҡан Мырҙабулатовтар, үҙ исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында ауылға Мырҙабулат тип исем ҡушыу тураһында һүҙ ҡуҙғата. Низағ бер нисә йыл дауам итә. Тупарҙар менән бүреләр риза булмай. Ахыр, Нияҙғол тип исемләргә булалар. Был ғарызнамә Ырымбур губерна властарын ҡәнәғәтләндермәй. Шулай ҙа , Мырҙабулатовтар бик көслө ырыу булыу сәбәпле, ауылға Мырҙабулат тигән исем дә йәбешеп ҡала.
Топонимикаһы.

Шәртуғай хәҙерге Абзан ауылының түбәнге осонда әҙәм йырып сыға алмаҫлыҡ шыр туғай, һаҙлыҡ булған. Унда эре-эре өйәңкеләр, тал-тирәк, муйыл, башҡа бик күп төрлө ағастар бер-береһенә ҡушылып үҫкән. Ҡуйы үлән араһында ҡоштар оя ҡороп, бала сығарып, тирә-йүнгә төрлө тауыштар менән йәм биреп торған. Әкренләп кешеләр был туғайҙы үҙләштерегән, йорт һалған. Шул осорҙағы туғайҙың эҙе лә ҡалмаған, ә исеме һаҡланған.

Сусаҡтау- Абзан һәм Нияҙғол ауылдары араһындағы ҡая ташлы тау.
Уның тураһында ла бер легенда һаҡланып ҡалған.
Ауылдың бер егете үҙ көсө менән донъя көткән. Ә ҡыштарын һунарсылыҡ иткән. Ауылдың Муйылбикә исемле ҡыҙ менән улар бер-береһен яратышып йөрөгән. Уңайы тура килгәндә,тәбиғәт ҡосағында осрашыр булғандар. Бер ваҡыт ошо тау ҡуйынында кисен күрешергә һүҙ ҡуйышҡандар. Һөйгәнен өҙөлөп һағынған егет, иртәрәк килеп, тау башында көтөп торған.
Ауылдың бер байы Муйылбикәне өсөнсө ҡатынлыҡҡа һоратып, бер нисә тапҡыр яусы ебәргән була. Тик ҡыҙ һис кенә лә ризалыҡ бирмәй. Ә бай, һаман ниәтенән ҡайтмай, нисек тә булһа Муйылбикәне алыу сараһын эҙләй. Маҡсатына өлгәшә алмағас, егетте үлтертергә ҡарар итә.
Йылға буйлап һөйгән егетен янынан ашыҡҡан ҡыҙ тау башынан: “Муйылбикә!”- тигән үҙәк өҙгөс тауышты ишетеп ҡараһа, байҙың ялсылары егеттең йөрәгенә хәнйәр менән сәнскәнен күрә. Егет шул урында тораташҡа әүрелеп ҡатып ҡала. Алыҫтан ҡараһаң, егет биш бармағын йомоп, йоҙроҡлап торған кеүек.
Сусаҡтау саф мөхәббәттең символы булып быуаттар буйы ғорур баҫып тора. Ә Муйылбикә йыл да муйылдар сәскә атҡан осорҙа һөйгәне янына талпынып килгәндәй була. Әселе был урында айырыуса ашҡынып, шаулап аға. Ә йәштәр һәр яҙ һайын ошо тауға уйынға сыға. Тормош дауам итә.


Ғәлиәнтау. Абзан – Һарыҡташ юлында, Сураштан алыҫ түгел, әллә ҡайҙан ҡайҡайып, ғорур торған тау шулай атала.
Ошо тирәләге ауылдың бер уҙаманы аулдаштарын батша чиновниктарынан һәр саҡ ҡурсалап сығыш яһаған, күп тапҡырҙар ярлы- ябағаны яҡлап алып ҡалған. Батша вәкилдәре Ғәлиәнде тотоп биреүсегә йә йәшеренеп ятҡан урынын күрһәтеүсегә аҡса вәғәҙә иткән, әммә яҡташтары батырын һатмаған. Ул ошо тауҙың мәмерйәһендә , урман- туғайында йәшенеп ҡалыр булған. Шул замандың күренекле рус яҙыусыһы Крашененников был тауҙы үҙенең хикәйәләрендә йыш иҫкә ала. Легенданы ла ул яҙып ҡалдырған.
Пугачев яуында күп үҫәргәндәр тотош ауылдары менән ҡатнаша. Сураш ауылының Ғәлиән тигән кешеһе Пугачев ставкаһына бер башҡорт отрядын алып килеп ҡуша. Яу баҫтырылғас, Ғәлиән ҡарт ошо тауҙың мәмерйәһендә оҙаҡ йылдар йәшенеп йәшәй. Тора- бара ауылдаштары тауҙы уның исеме менән йөрөтә башлай, тип иҫкә алыусылар бар.
Читайте нас: