Этҡол – Ейәнсура районындағы иң боронғо ауылдарҙың береһе. Халыҡ телендә Юлдаш тип йөрөтәләр.
Иҫке Юлдаш ауылы Туңйортта ултырған. Шишмәләргә бай ерҙәр, үҫемлектәре һанап бөткөһөҙ. Тауҙарында сейә күп. Юлдаш ауылы тирә- яҡта иң ҙур ауылдарҙан һаналған: мәҙәниәт, мәғрифәт үҙәге булған.
1770 йылда 74 хужалыҡта 246 ир иҫәпләнгән. 1816 йылғы ревизияла 27 йортта 196 кеше тип яҙылған. 1850 йылда 491 кеше йәшәгән. 10-сы башҡорт кантонының 12-се йортона ҡараған. 1920 йылда 119 йортта 604 кеше булһа, 1925 йылға 75 йорт ҡалған. Аслыҡ йылында бик күп халыҡ ҡырылған.
1917 йылда заманса мәктәп асыла. 1957 йылдан – ете йыллыҡ мәктәп була.
Ауыл уға нигеҙ һалған Этҡол бай исеме менән йөрөтөлә. 1930 йылдарҙа, колхозлашыу осоронда, ауылдаштары боронғо бер ваҡиғаны хәтерләп күмәк хужалыҡҡа "Юлдаш" тип ҡуша.
Борон барымта ваҡытында ҡаҙаҡтар 5-6 йәшлек малайҙы урлап алып китәләр. Ул ир ҡорона инеп, үҫеп еткәс, ҡаҙаҡ ҡыҙы Айжан менән ҡасып ҡайта. Айжандың яҙмышы аяныслы була. Атаһы уларҙы ҡыуып етеп үлтерергә ҡуша. Һаҡмар йылғаһын сыҡҡан саҡта ҡыҙҙың аты һыуға төшмәй. Айжанды ҡыуып етеп тураҡлап үлтерәләр ҙә Һаҡмар ярында күмеп китәләр.
Юлдаш ауылына ҡайта Этҡол бай уны кейәү итеп донъяһын уға тапшыра. Юлдаш етеш тормошло, тирә-йүнде ҡурсалап торган батыр! була.
Был атаманың килеп сығыуын икенсе төрлө лә аңлаталар.
Ошо ерҙе төйәк иткән Арыҫланғол ҡарт ҡәрҙәш-ырыуҙаштары, туған- тыумасалары менән аралашып йәшәгән. Улар Ҡамышлы яғынан һырттан, сағылдан, Оҫҡонло башы аша йөрөгән. Тау-таш араһынан үткәнгә күрә Арыҫланғол уҙаман ауылын “юлы таш” тип һөйләр булған. Шунан ваҡыт үтә килә “юлы таш”тан Юлдаш килеп сыҡҡан.
Арыҫланғолдоң ете улы булган. Иң олоһо Ҡәйепҡол, Шәмиғол, Ишемғол, Сарығол, Солтанғол, иң кесеһе - Ҡәләмғол.
Бер заман Арыҫланғол ауылдан алыҫ түгел урында ят кешеләрҙең ял итеүҙәрен ишетеп, хәүеф һиҙеп, яу ҡайтарырға әҙерләнә башлай.
Зөһрә килененә – көньяҡтағы, Мәмекәй тигәненә – көнсығыштағы, Мәҙинәһенә – төньяҡтағы тау башына бер төркөм һыбайлы ҡатын-ҡыҙ, бала-саға эйәртеп менеп ултырырға ҡуша. "Әгәр һыбайлы ят кешеләр күренһә, ораныбыҙҙы һай-һайлап, ҡысҡырып үтегеҙ", – ти. Улар шулай эшләй. Баҫҡынсылар һәр яҡтан ҡаршылыҡҡа осрап, Ҡамышлы үренә ынтыла. Ә бында уларҙы Арыҫланғол ҡарт уландары менән көтә. Дошмандарҙы берәм-берәм уҡтан үткәрәләр. Шул яуҙа ятып ҡалған ҡалмыҡтарҙы Остау тигән ергә йыйып ерләйҙәр. Ул урын әле лә уба булып күренеп ята.
1970 йылдарҙа бер төркөм уҡыусылар экспонат тип бер кешенең баш һөйәген Абзан мәктәбе музейына алып килә. Бер аҙ ваҡыттан һуң Мырҙағәле Шәйәхмәтов килеп, уны кире урынына алып барып күмә. "Изге урын бит ул, теймәгеҙ, балалар", – ти.
Марат Түләбаевтың китабынан.