"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
8 Сентябрь 2020, 21:00

#Районға90йыл. Әлебай ауылы

Бер риүәйәткә ҡарағанда, ауылға 1770 йылда Этҡол ауылынан сыҡ­ҡан кешеләр нигеҙ һалған. Яңыбай, Юнай, Әлебай, Мәзит ауылдарын бер туған кешеләр нигеҙләгән тигән фараз да бар.Үҫәргәндәр шәжәрәһендә Әлебай — Ейәнсураның дүртенсе улы. Иҫәп­ләүҙәр буйынса, ул 1670 йылдар ти­рәһендә тыуған булырға тейеш, тиҙәр. Ауыл ошо Әлебайҙың исемен йөрөтәлер, моғайын. Ошо исемен рәсми рәүештә алған ваҡытта унда 30 хужалыҡта 64 ир кеше теркәл­гән. 1863 йылда 1-се Үҫәргән олоҫона ҡараған. 1920 йылда 56 йортта 269 кеше йәшәгән. 1925 йылда 33 йорт ҡалған. 1930 йылда 56 йортта 269 кеше йәшәгән, 2000 йылда 64 йортта 204 кеше ғүмер иткән. 2004 йылдың 1 ғинуарында Әлебайҙа 174 кеше теркәлгән.

Бер риүәйәткә ҡарағанда, ауылға 1770 йылда Этҡол ауылынан сыҡ­ҡан кешеләр нигеҙ һалған. Яңыбай, Юнай, Әлебай, Мәзит ауылдарын бер туған кешеләр нигеҙләгән тигән фараз да бар.
Үҫәргәндәр шәжәрәһендә Әлебай — Ейәнсураның дүртенсе улы. Иҫәп­ләүҙәр буйынса, ул 1670 йылдар ти­рәһендә тыуған булырға тейеш, тиҙәр. Ауыл ошо Әлебайҙың исемен йөрөтәлер, моғайын. Ошо исемен рәсми рәүештә алған ваҡытта унда 30 хужалыҡта 64 ир кеше теркәл­гән. 1863 йылда 1-се Үҫәргән олоҫона ҡараған. 1920 йылда 56 йортта 269 кеше йәшәгән. 1925 йылда 33 йорт ҡалған. 1930 йылда 56 йортта 269 кеше йәшәгән, 2000 йылда 64 йортта 204 кеше ғүмер иткән. 2004 йылдың 1 ғинуарында Әлебайҙа 174 кеше теркәлгән.
Әселе йылғаһы буйында XVI быу­аттың 70-се йылдарында Этҡол исе­мле бай йәшәгән. Хәҙерге Юлдаш менән Әлебай ауылдары араһындағы Урта зыярат тирәһендә Этҡол бай­ҙың ауылы булған. Ул берҙән-бер ҡыҙын Юлдаш исемле егеткә бирә лә:
— Юлдаш, һин оһолло күренәһең, мин олоғайҙым инде. Үҙ донъяңды күңелеңә оҡшаған ергә ҡор, — ти. Юлдаш батыр ҡайны донъяһынан алыҫ китмәй, Әселе буйының матур урынын һайлап ултыра, матур, етеш йәшәй. Ауыл ҙурайғандан-ҙурая. Бында башҡа кешеләр ҙә күсеп килә. Ә Этҡол бай күп тә үтмәй гүр эйәһе була. Ауылы ла тарала.
Ә Әлебай тәүҙә Ҡалынтал янын­дағы бейек тауҙың аҫтына ултыра. Унда ун алты землянка урыны әле лә беленеп ята. Был урын сит-ят күҙенә ташланмауы менән уңайлы. Бер яҡтан Әселе йылғаһы менән туғайы ҡаплаһа, икенсе яҡтан — бейек тау. Тик көнсығыштағы ҡара урманлы бейек тау ҡояшты ҡаплап торғанлыҡтан, урын йәшәү өсөн бик үк һәйбәт түгел. Ҡыш көнө иһә ауылды тәрән ҡар күмеп китер булған. Иген сәсеү, мал көтөү өсөн дә ере аҙ. Шуға ауыл халҡы хәҙерге урынды һайлаған. Был тирәлә тау­ҙар иртә яҙҙан ҡарҙан асылып, мал­ды йәш үләнгә ҡыуғандар. Һырт ба­шындағы аҡландарға, тау биттәренә ер һөрөп иген сәскәндәр. Мул тор­мош менән ғүмер иткәндәр.
Ауылдың көньяғында Юлдаш ҡыҫығы, Айыукискән йылғаһы, Ур­та зыярат, Ҡалынтал, Ҡыҙылъяр, Ағысапҡан йылғаһы һәм буйы, Әлекән, Сағанғол, Балауыҙтүгелгән, Ҡараһыйыр йылғаһы һәм буйы, Йомғаҡбыуған йылғаһы, буйы, Мулла ере, Тирмән туғайы, Мәмбәт быуған үҙәге, Түбәнге һоло, Үрге һоло үҙәктәре, Өмә йылғаһы һәм буйы, Аҙаҡҡол үҙәге, Селән ояһы, Ҡоро үҙәк, Ишмөк йылғаһы һәм буйы. һыйыршыуған тауы, Ҡаҙаҡ- тсан, Ҡойобар үҙәктәре, Йөмтем, Төләс, Атбәйләгән буйы һәм йыл­ғаһы бар.
Ауылдың көнсығышында:
Бәләкәй тау. Татарбаш түңе. Сәс­кә ҡырлауы. Санабөккән ере. Йы­рын йылғаһы. Айыу ҡурайы түңе, йылғаһы. Суҡраҡ йылғаһы. Кинйә­булат ере. Йырын йылғаһы. Әхмәт­ша ере (йәйләү). Теләгиткән йыл­ғаһы, түңе. Вәли ҡоҙоғо. Ғөмәү ере. Иҙрисүлгән ере. Юлсыҡҡан йыл­ғаһы, буйы. Ҡайын үҙәк. Яутейгән йылғаһы, буйы.
Ауылдың төньяғында:
Рига баҫыуы. Ҡайсыған туғайы. Аҡҡойрон йылғаһы. Остау. Бурһыҡ иләүе. Ҡайын үҙәк. Мәрйә ауыҙы. Ҡабыҡҡыуыш. Һабантуй туғайы. Таушыуған. Ҡороүҙәк. Сейәлетүш.
Ауылдың көнбайышында:
Ҙуртау. Атбәйләгән йылғаһы. То­рош үҙәге. Мәҙинә ҡойоһо. Аҙаҡҡол йылғаһы. Ҡашҡа ат ҡойоһо, һыуыҡ шишмә. Кесерткәнле үҙәк. Ҡо­роүҙәк. Үткәүел. Тәртешкә ер. Шай­тан күл. Көһә йылғаһы. Ҡарағаслы үҙәк. Кәрәмәт үҙәге.
Читайте нас: