Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
10 Сентябрь 2020, 21:00

#Районға90йыл БАШҠОРТ САМАҘЫҺЫ АУЫЛЫ

1837 йылдың 28 майында Ырым бурҙың хәрби губернаторы Перовскийға Самаҙы ауылы халҡы исе­менән зауряд-хорунжий Ниғмәтул­ла Бирҙебаев мөрәжәғәт тапшыра. Шул йылдың 23 июнендә был үтенес ыңғай хәл ителә. Шул осорҙа ауылда 131 ир һәм 149 ҡатын-ҡыҙ теркәл­гән.

1837 йылдың 28 майында Ырым бурҙың хәрби губернаторы Перовскийға Самаҙы ауылы халҡы исе­менән зауряд-хорунжий Ниғмәтул­ла Бирҙебаев мөрәжәғәт тапшыра. Шул йылдың 23 июнендә был үтенес ыңғай хәл ителә. Шул осорҙа ауылда 131 ир һәм 149 ҡатын-ҡыҙ теркәл­гән. Ауыл был урында 100 йылдан бирле йәшәй, тиелгән. 1920 йылда ауылдағы 100 йортта 511 кеше теркәлгән. 1925 йылға 58 генә йорт ҡалған. 1939 йылда – 375, 1999 йылда 518 кеше ғүмер иткән.
Самаҙы ауылының атамаһы ту­раһында халыҡ хәтерендә ошон­дай легенда ҡалған. Ырымбур да­лаларынан Мостафа исемле кеше, Әселе йылғаһы буйлап килеп, Мырҙабулаттың кәңәше менән хәҙерге Самаҙы ауылы урынына килеп төпләнә. Уның Ильяс һәм Өмөтбай тигән ҡустылары, Һолтанбикә исемле ҡатыны, өс улы булған. Бер саҡ Муйнаҡ менән Мырҙабулат Мостафаны осратҡан­ да:
– Йә нисек, урын оҡшаймы, — тип һораған.
– Оҡшаны, – тип яуаплаған Мостафа. – Һыуы Өҫкәлек менән Әселегә ҡарағанда самалы булһа ла эҫе йәйҙә ҡоромай.
Ил ағаларына уның самалы тигәне ҡыҙыҡ тойолған. Шуға Мо­стафаны шаяртып "Самалы" күр­ше тип йөрөтә башлағандар. Ул нигеҙ һалған ауыл да, Самалы тип йөрөтә торғас, Самаҙыға әйләнгән. Мостафа, Ильяс, Өмөтбай ғаилә­ләре менән йәйләүгә сыға торған булған. Мостафа йәйләгән ер Мос­тай булып ҡалған. Мостай йыл­ғаһы, урманы, тауы ла бар. Ильяс йәйләгән ерҙе Ильяс үҙәне, Өмөтбай йәйләгән урынды Өмөтбай һырты тип йөрөтәләр.
Самаҙы атамаһы хаҡында йәнә бер легенда бар. Имеш, борон, ауыл булмаған саҡта әле, ошо тирәнән үтеп барған бер ҡарт ошо йылға буйында туҡтап ял иткәндә:
– Һыуы бик самалы икән. Әгәр кешеләр күпләп килеп төпләнә башлаһа, йылға күсергә лә, бөтөргә лә мөмкин, – тип һөй­ләнеп ултырған. Самалы тора-бара Самаҙыға әй­ләнгән. Кешеләр күпләп килеп ул­тырған, ауыл ҙурайған. Ҡарт үлеп ҡалған.
Марат Түләбаевтың “Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы” китабынан.
Читайте нас: