Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
13 Сентябрь 2020, 12:00

Бөгөн – Бөтә донъя торналар көнө

Борондан башҡорттарҙың изге ҡошо булып торна һаналған. Башҡорттарҙың торнаға табыныуы тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр X быуатҡа ҡарай.

Борондан башҡорттарҙың изге ҡошо булып торна һаналған. Башҡорттарҙың торнаға табыныуы тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр X быуатҡа ҡарай. 922 йылда Волга буйы Болғар иленә юл тотҡан Бағдад хәлифе илселеге көньяҡ башҡорттары ерҙәре аша үтә. Илселек сәркәтибе Ибн Фаҙландың юл сәхифәләрендә шулай тиелә: “Уларҙың бер төркөмө торналарға табына”. Ғәрәп дипломаты был феноменды аңлатыусы легенданы ла яҙып ала. Бик күптәнге заманда башҡорттар бик көслө ырыу менән һуғыш алып барған hәм бер алыш мәлендә улар еңелә башлаған. Ошо мәлдә дошмандарҙың ар­тында торналарҙың киҫкен торҡолдауы ишетелгән. Ҡоштарҙың әсе тауышынан ҡаушап ҡалған дошман артабан алыша алмай hәм еңелеүгә дусар була. Шуға ла башҡорттар: “Торналар — беҙҙең раббылар, улар дошмандарыбыҙҙы тар-мар итте”, — тигәндәр, имеш.
Үҫәргән ырыуының изге ҡошо – торна. Ул үҫәргәндәр күпләп йәшәгән Ейәнсура районы гербында ла һынландырылған.
Читайте нас: